«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАРАНЛЫҠ ҺӨЙӨҮҘЕ ЛӘ ҮЛТЕРӘ
+  - 

Ҡояшлы иртә. Ҡала уртаһы булһа ла, һауа саф, таҙа тойола. Тын алыуы иркен, рәхәт. Төпһөҙ зәңгәр күккә һоҡланып килә торғас, аҡ яулығын килешле генә ябынған, балитәкле күлдәк кейгән инәй пәйҙә булды. Оло йәштәге был ҡатын элек тә урамда осрай торғайны. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, унан йома хәйерен бирергә рөхсәт һораным.
- Аллаһу Тәғәләнән яман күҙҙән, яман һүҙҙән, тар күңеллелектән, һаранлыҡтан һаҡла тип һорап йөрөгөҙ, балам. Тап шулар кешене бөтөрә, бәхетһеҙ итә. Яман күҙ кешене ауырыуға һабыштырһа, яман һүҙ төшөнкөлөккә бирелдерә. Ә һаранлыҡ кешенең күңел тыныслығын ала, тормошҡа, эргә-тирәһендәгеләргә булған мөхәббәтен үлтерә, - тине ул.
Ысынлап та, иртә һайын һәр кем үҙенә хәйерле ғүмер, һаулыҡ, байлыҡ һорап, Хаҡ Тәғәләгә ялбаралыр. Ә бына нәфсенән, ҡомһоҙлоҡтан арала, тигәнде бөтәбеҙ ҙә әйтәме икән?
Кешегә әйберен бирергә ҡыҙғанған, ҡулына эләккәнде ысҡындырмаҫҡа тырышҡан, үҙендә булһа ла, башҡаларҙыҡына иҫәп тотҡан кеше үҙенән үҙе биҙҙерә. Бәләкәй саҡта тыңлап, уҡып үҫкән әкиәттәрҙән, бөгөн ҡараған киноларҙан күренеүенсә, аҡсаға-байлыҡҡа ҡыҙыҡҡандарҙың тормошо бер ҙә көнләшерлек түгел. Инглиз ғалимдары шундай тикшеренеү үткәргән. Оҙайлы йылдар улар ике төркөм кешеләрҙе күҙәткән. Уларҙың береһендә бүләк бирергә, икенсеһендә, киреһенсә, күберәк алырға яратҡандар булған. Был ҡыҙыҡлы тикшереү шуны асыҡлаған: тәүге төркөмдәгеләр үҙен бәхетлерәк, уңышлыраҡ тойған. Һаулығына һирәгерәк зарланған, оҙағыраҡ йәшәгән. Икенсеһендәгеләр эшенән, тормошонан, эргә-тирәһендәгеләрҙән бик һирәк ҡәнәғәтлек кисергән, сәләмәтлеккә лә туймаған.
Баҡтиһәң, яҡындарының күңелен күтәрергә, бүләк итергә, кәрәк икән, йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кешеләрҙә, ғашиҡ булған, яратҡан ваҡыттағы кеүек, ҡеүәтле көс барлыҡҡа килә икән. Тап ошо энергия ауырыуҙан һауығырға, үҙеңде бәхетле тойорға, уңышҡа өлгәшергә, ғүмерҙе оҙайтырға ярҙам итә. Уның нәҡ шулай икәнен элекке бер хеҙмәттәшемдең һөйләгәне лә иҫбатлай: Мин йыш ғашиҡ булам. Тик был тойғо минең ғаиләм тормошона бер ҙә ҡамасауламай. Киреһенсә, миңә төрлө проблемаларҙы еңел хәл итергә булышлыҡ итә. Яратҡаным ысын кеше булғаны ла бар. Билдәле инде, был хаҡта үҙемдән башҡа бер кем дә, бер нәмә лә белмәй. Ғашиҡ булғаным уйлап сығарған образ булыуы ла мөмкин. Хыялымдағы шул кешегә оҡшар өсөн кейенәм, биҙәнәм, тырышып эшләйем. Ни өсөн шулай эшләйемме? Был тойғо мине үҙемде тонуста тоторға ярҙам итә..."- тигәйне ул.
Ысынлап та, ул башҡаларҙан көр күңеллелеге, ваҡ-төйәктән өҫтөн булыуы, бер нәмәгә лә зарланмауы, киреһенсә, яуаплыраҡ, тырышыраҡ булыуы менән айырыла ине. Хәҙер ул ҡатын күптән хаҡлы ялда инде. Әммә бөгөн дә йәштәрсә дәрт менән донъя көтә. Яңыраҡ хәләл ефете менән ҡултыҡлашып китеп барғанында тап иттем уны.
- Һаман да ғашиҡ булаһыңмы? - тип һорамай булдыра алманым.
- Һис шикһеҙ! - тип яуапланы ул.
...Ҡаршыма осраған яҡты йөҙлө инәйгә рәхмәт әйттем дә ары атланым. Үҙем эстән генә ул әйткән фәһемле һүҙҙәрҙе ҡабатланым: "Эй, Хоҙайым, беҙҙең барыбыҙҙы ла яман һүҙҙән, яман күҙҙән, һаранлыҡтан, ҡомағайлыҡтан һаҡла! Был тормошто һөйөү менән үтергә ярҙам ит!"

Ләйсән СӘЛИХОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 906

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru