«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


(8-се бүлек)

МӨҒЖИЗӘ

Әле генә тетелгән мамыҡтай өлпәләнеп, күбек ише күперелеп, аҙ ғына елгә лә елпелдәп осорға әҙер, табан аҫтында ғырт-ғырт ятҡан сафтан-саф, пактан-пак тәүге ҡарҙы иң көтөп алғаны беләһегеҙме кем? Ул - һунарсы. Сикһеҙ түҙемһеҙлек менән, өмөт тулы хыялдарға бирелеп көтә ул ошо көндө. Ни өсөнмө? Сөнки уның өсөн нәҡ ошо көндән мөғжизә тыуа - ҡара көҙ ахырынаса шымтайып, эсендәген тышына сығармай торған урман - мөғжизәләр иле - йомартланып китеп эс серҙәрен сисә башлай. Әлбиттә, ҡырпаҡ ҡар өҫтөндәге үҙе серле, үҙе хикмәтле яҙма-һыҙмаларҙы "уҡый" белгән кешегә генә сиселә улар. Әйтәйек, таң алдынан ғына ҡабаланып ерән төлкө үткән. Ул бер урында ла туҡталып тормаған, уны бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмаған, тимәк, төнгө һунары уңышлы булған - тамағы туҡ. Күп тә бармай көндөҙгө ялға ятасаҡ. Төлкө ғәҙәттәрен яҡшы белгән һунарсыға уны ошо мәлдә эләктереүе бер ни тормай.
Ана, төлкө эҙҙәренә иғтибар ҙа итмәйенсә, үҙ юлын яҙлыҡтыра-яҙлыҡтыра шешҡолаҡ ҡуян да көндөҙгө ятағанға ашыҡҡан. Эйе, ашыҡҡан. Ни өсөн тигәндә, был юлы, күрәһең, эҫенгән төйәгенән алыҫыраҡ киткән. Ә был мәлдә инде яҡтыра башлаған. Бәләкәс ҡуянға бит йыртҡыс күҙенә салыныу һис ярамай. Бына уның алдын-артын ҡарамайынса ашығыуының сәбәбе. Әммә ашығыуҙың аҙағы насар бөткәнлеген һәр кем белә: ашыҡҡан - ашҡа бешкән. Был әйтемде урман һылыуы һыуһар ҙа үҙләштереп алған. Ҡылыйҙың ҡайһы тирәнән үтерен ул алдан һиҙгән. Һиҙгән дә ағас ботағында сабыр ғына аңдып ултырған. Уны-быны уйламай килгән ҡуян уның тырнаҡтарына үҙе үк килеп эләккән, тип әйтергә була. Был турала ҡар өҫтөнә һибелгән ҡан таптары, туҙғып ятҡан аҡ йөн киҫәктәре һөйләй. Бына хәҙер баяғы төлкөнөң ашығып барыу сәбәбе лә асыҡланды: һыуһарҙан ҡалған ҡуян емтеген эләктереп һыҙған бит хәйләкәр!
Арыраҡ, тын әрәмәлек эсендә, тигеҙ сылбыр булып сысҡан юрғалаған эҙҙәре күренә. Уны юллаптыр, һәр ҡыуаҡ, һерәйеп торған һәр ҡыу үлән төбөн ентекләп тикшерә-тикшерә, һикерәнләп йылғыр көҙән уҙған. Унан ҡалышмайым, тигән кеүек, артынса һығылмалы йәтсә үтеп киткән. Һомғол йәш ҡарағайлыҡ ышығында ирәйеп китеп ҡоштар бәһлеүәне - һуйыр сүпләнеп йөрөгән. Ул, ғәҙәттә, туйынған еренән алыҫ китмәй. Мине күҙәтеп ошо тирәлә ултыралыр әле... Ана үҙе! Ботаҡтарға бәрелә-һуғыла ауыр гөрһөлдәп осоп та китте. Алдан күрә-белә барыуға ҡарамаҫтан, хатта тертләп ҡуйҙым - шул ҡәҙәре лә тауыш ҡуптарыр икән.
Белеп уҡый, тикшерә китһәң, күп ул һәр төрлө урман яҙмалары. Шуныһы ысынбарлыҡ: әлеге яҙмаларҙың байтағы фажиғә менән тамамлана. Ҡырағай тәбиғәттә шунһыҙ булмайҙыр ҙа. Берәүҙең ғүмере ҡыйылмайса, икенсеһенә йәшәү юҡ. Ә үҙең һуң, үҙең, һунарсы, шул уҡ фажиғәне юллап йөрөмәйһеңме ни? Эйе, һунарҙың уңышлыһы мотлаҡ ҡан ҡойоу, уның эҙемтәһе булып - йән ҡыйыу менән осланырға тейеш. Башҡаса юлы юҡ.
Алдан ҡыуанғанмын: күпме генә йөрәкһеп-ашҡынһам да был көн һунарсы өсөн булмай сыҡты. Ҡырпаҡ ҡар, үҙенең ышанысһыҙ икәнлеген иҫбатлағандай, саҡ ҡына йылытыу менән тәүҙә һыуланып епшене, унан ихласлап иреп, күҙ алдында юҡҡа сыға башланы. Алдаҡсы ҡар менән бергә уңышлы һунарға өмөттәр ҙә һүрелә барҙы. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, ысынлап та, эҙ юллап һунар итеү хаҡында уйлап та булмай ине. Һунар килеп сыҡманы. Уңмағанды ҡыума, тиҙәр, шулай уҡ иҫтә ҡалырлыҡ бер нәмә лә күрмәйенсә әйләнеп ҡайтырға тура килерме икән? Улай анһат ҡына һис ҡайтҡы килмәй бит әле. Шулай тип бошонһам да, далан тигән нәмә бөгөн мине бөтөнләйгә ҡыйырһытып, ташлап китмәне...
Яҙмышҡа, дөрөҫөрәге, сәғәт һайын алышынып торған көҙгө һауа торошона тамам буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Аяҡтарға ял биреп, бер юлы тамаҡ та ялғап алмаҡ булып, ҡарт ҡайын төбөнә ултырҙым. Һунары барып сыҡмаһа ла, уның ҡарауы, ҡырҙар гиҙеп, ер-һыу күреп йөрөп ҡайтыуы - үҙе бер ғүмер бит ул. Үҙ-үҙемде ошолай йыуатҡан булам. Биштәремдән ашамлыҡ сығарып, еүеш ергә йәйелгән гәзит өҫтөнә теҙҙем.
Мин ултырған урындан алыҫ түгел, сөм-ҡара итеп һөрөлгән баҫыу ситендә, былтырғы һалам эҫкерте тора. Арыраҡ, һөҙәк ҡалҡыу битендә йәйрәп, йәм-йәшел ужым күҙ яуын алып ята. Йәшел балаҫ өҫтөндә йылы яҡтарға китергә өлгөрмәгән ҡарғалар мәж килә. Нимә тапҡандарҙыр инде унда? Дәү эҫкерт ышығындағы ҡар әле иреп бөтмәгән. Уның өҫтөндә ниндәйҙер ваҡ эҙҙәр күҙгә ташлана. Ул эҙҙәрҙең ҡайһы йәнлектеке икәнлеген бынан тороп айырырлыҡ түгел.
Ҡапыл күҙ ҡырыма ниндәйҙер хәрәкәт салынып ҡалғандай булды. Ҡанға һеңешкән ғәҙәт: иғтибарымды шул яҡҡа йүнәлтә һалдым. Эҫкерт тәңгәлендә кескәй генә кейек күренеп ҡалды. Күренде лә шунда уҡ юҡ булды. Бер аҙҙан тағы килеп сыҡты. Был юлы яҡыныраҡтан. Йығылып, ергә йәбешеп һоро япраҡтар менән ҡапланырға өлгөргән ҡаулан өҫтөндә ул иремәй ҡалған ҡар йомарламын хәтерләтә ине. Кемдер һелтәп ебәргән дә, тәгәрәп бара. Селт-аҡ йәнлек асыҡ урында ус төбөндәгеләй күренә. Ошо хәтәр аҙымға уны кем этәргән? Ҡарғаның ҡарғаһына уны эләктереп алыуы бер ни тормай хәҙер. Ниндәй ауан йән һуң ул? Йәтсәме, әллә уның яҡын ҡәрҙәше аҫмы?
Бәләкәс кейек туҡтала биреп һауаны еҫкәштерҙе. Шунда аңлап алдым: уны, күрәһең, минең табындағы тәмле ризыҡ еҫе, барлыҡ ҡурҡыныстарҙы инҡар итеп, көпә-көндөҙ күҙ алдына килеп сығырға мәжбүр иткән! Фаразымды дөрөҫләгән һымаҡ, йәнлек ашыҡмай ғына миңә табан килә башланы. Инде бар донъямды оноттом да, һынағасҡа әүерелдем. Был ерҙә, гүйә, әлеге кейек тә мин генә ҡалдыҡ. Еүешлектән өшөргәнә башлаған тәнем йылынып китте, йөрәк тибешем йышайҙы, башыма ҡайнар тулҡын йүгерҙе. Әйтерһең дә, өҫтөмә ниндәйҙер бына-бына ташланырға әҙер ҙур йыртҡыс килә. Хәйер, ысын һунарсы өсөн табыштың эреһе-вағы юҡ. Үҙен һунарсыға һанағандар ҡуянына ла, айыуына ла берҙәй ҡыуанасаҡ. Башҡаса икән, тимәк ул - һунарсы түгел, ә бары урман тапап, еңел кәсеп көҫәүҙән буштан төшкән ҙур ит киҫәге эҙләп йөрөүсе генә.
"Ҡар киҫәге" һығылмалы-оҙонса кәүҙәһен матур уйната-уйната, аҡланды киҫеп үтте. Ул, гүйә, йөҙөп кенә бара. Хәрәкәттәре шундай еңел һәм ыҡсым. Инде ул миңә бөтөнләй яҡынлашты, хәҙер, хәҙер һиҙеп-шәйләп ҡаласаҡ. Шәйләп ҡалыр ҙа, шуның менән мөғжизә лә тамамланыр. Ләкин мин яңылыштым - мөғжизә тамаланманы, ул яңы башлана ғына ине әле. Кейектең ҡойроҡ осо ғына ҡарайып күренә. Тимәк, минең алдымда - аҫ үҙе. Йәтсәнең ҡойроҡ осонда ҡараһы булмай. Аҫтың саҡ ҡына эрерәк булыуын һанамағанда, уларҙың ошонан башҡа айырмаһы юҡ тиерлек. Үҙемдең белемселектән ҡәнәғәт ҡалып ултырам.
Аҫ был мәлдә ҡатып ултырған мине аптыратып, аяҡтарым осона уҡ килеп етте лә, йәбешкәк мәтегә буялған итектәрҙе еҫкәштереп алды. Бына артҡы тәпәйҙәренә баҫты һәм ифрат ентекләп күҙәтә башланы. Мин хәҙер таш һынға әйләндем. Тын алырға, хатта керпек ҡағырға ла ҡурҡам. Ә тегенең муйынсаҡ бөртөгөләй йылҡылдаған күҙҙәре фәҡәт миңә төбәлгән. Аҫ минең ҡарашымды тоя. Уның күҙҙәрендә бер сама хәүефләнеү ҙә, аңлайышһыҙ ғәжәпләнеү ҙә сағыла. Артҡы тәпәйҙәренә баҫҡан килеш, ул миңә ялбара ла кеүек. Ни һорап ялбара - уныһы билдәһеҙ. Кейектең ғәжәп хәрәкәтсән, ҡара төймәсек морон осо туҡтауһыҙ ҡыймылдай. Ул күҙҙәренә ҡарағанда моронона нығыраҡ ышана, буғай. Ҡупшы, матур ҡолаҡтары һаҡсыл тырпайған. Кейек ошо мәлдә бер хәрәкәтте лә күҙҙән ысҡындырмай, бер тауышты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай ине. Аҙ ғына хәрәкәт, йәиһә, саҡ ҡына тауыш - һәм ул юҡҡа сығасаҡ. Ә минең был әкиәткә тартым мөғжизәне нисек тә һуҙаһым килә. Ҡыҙыҡ, аҫ мине кем, йәки нимә тип ҡабул итә икән? Тик шуныһын асыҡ әйтә алам: алдымдағы йән эйәһе йәш, быйылғы бала ғына. Ошоғаса уның әҙәми зат менән осрашҡаны юҡ. Шуның өсөн дә ул кеше еҫен һиҙә тороп, уның менән ошо рәүешле тап булышыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтеререн белмәй. Белгән саҡта былай алабарман ҡыланмаҫ ине.
Кейек миңә текләгән килеш тора бирҙе. Ҡарашы шул тиклем ентекле: көлөп ебәреүҙән көскә тыйылып ултырам. Шулай ҙа көлмәйем, түҙәм. Ҡайҙа барыр тиһең, торор-торор ҙа китер әле. Әммә ләкин йәнә яңылыштым. Ҡырағай кейек, ҡырағай урмандың барлыҡ ҡанундарын боҙоп, көтмәгәндә резина итек өҫтөнә килеп менде лә, ынтыла биреп, гәзит өҫтөндәге ризыҡты еҫкәштерҙе. Икмәккә ул бөтөнләй иғтибар итмәне, ә бына бешкән иттән семтем генә өҙөп алып тәмләп ҡараны. Тоҙло тәғәмде оҡшатманы, ахыры, башҡаса һонолоп торманы. Ул, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, тамаҡ төбөнән ғырылдыҡ тауыш сығарҙы ла, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, штормовканы шытырлатып тырнай-тырнай... иңбашыма менеп ҡунаҡланы. Бындайын инде мин һис көтмәгән инем. Нисектер, түҙеп ултырыр көс таптым. Артабан ни булыр? Мине хәҙер ошо ҡыҙыҡһындыра ине.
Әле мин ҡолағым төбөндәге аҫтың тын алышын ишетәм, һулышын тоям. Әммә алабарман кейек бының менән генә сикләнмәне, бар булған оятын юғалтып, башыма уҡ барып менде лә, өҫтән ынтылып, күҙҙәремә ҡараны. Мин барыбер ҡуҙғалманым. Ахырҙа, ул ултырған ерендә бер-ике әйләнде лә, яурыныма кире төштө. Ҡулға өйрәтелгәнме ни! Артабан һалҡын мороно менән ҡолағыма ҡағылып алды, яға буйлап килеп битемә үрелде. Һалҡын мороно сикәмә тейҙе. Рәхәтләндереп ҡытыҡ килеүҙәнме, сирҡаныс ытырғаныуҙанмы, белмәйем, тәнем сымырҙап китте. Бына-бына урман яңғыратып көлөп ебәрәм инде. Әммә ләкин һаман түҙәм әле. Тик кейектең һөмһөҙлөгө һуңғы сиккә етеп танауыма ынтылғанда, үҙем дә теләмәҫтән, башымды бора бирҙем. Саҡ ҡына сыҙамлыҡ етмәне. Ә тегегә ошо ғына хәрәкәт артығы менән булды. Йылғыр аҫ күҙ асып йомған арала ергә һикерҙе лә, йәшен тиҙлегендә тамырҙар араһына инеп юғалды. Шунда башыма барып етте: тимәк, ошонда өңө бар. Уның төнгө һунарҙан ҡайтып килгән сағы булған, ә юлында мин осраным. Осраным һәм үкенмәйем: уйламағанда тағы бер мөғжизә күрҙем бит. Мөғжизәнең дә ниндәйе бит әле! Инде үҙеңде тыйып тормайса, ярып сығып килгән хистәргә ирек бирһәң дә була. Шулай иттем дә. Һил урманды яңғыратып көлгән тауышҡа ҡара болот булып ҡарғалар һауаға күтәрелде. Уларҙың шау-шыуы хатта минең тауышты баҫып китте. Көлөүҙән туҡтағас та, тыныслана алмайса, йылы кисерештәргә бирелеп, ҡарт ҡайын тамырында байтаҡ ҡына ултырҙым. Нишләптер был ерҙән киткем килмәй ине. Селт аҡ кейек бына-бына яңынан килеп сығыр төҫлө. Әммә тылсымға тартым мөғжизәләр ҡабатланмай шул.
Ҡапыл ғына ҡурғаш ише ауыр болоттар таралып, көн яҡтырып киткән һымаҡ тойолдо. Төшкән кәйеф күтәрелеп, бошоноуҙың эҙе лә ҡалманы. Ҡырағай мөхиттең барлыҡ ҡанундарын инҡар итеп, үҙен донъя батшаһы һанап йөрөгән кеше һынлы кешенең башына уҡ килеп менгән кес кенә тәбиғәт балаһы үҙенә ҡарата, берҙән, ихтирам тойғоһо уятһа, икенсе яҡтан, уның ошо аҡылһыҙлыҡҡа тиң ҡылығы ысын-ысындан шаҡ ҡатырҙы. Осраҡтың бындайы һунарсы ғүмерендә бер генә булалыр. Уныһында ла барыһының да түгел. Шуның өсөн дә онотолмай.
Мин һыуыҡ иттән мул ғына киҫәк умырып алдым да, әле генә ғәжәп кейек инеп юғалған тамырҙар араһына һалдым һәм, ойой башлаған аяҡтарымды яҙып, ары ҡуҙғалдым. Артабан күтәренке күңелгә атлауы еңел ине.

АЛЫШ

Быйылғы яҙ ныҡ ҡына һуңлауға ҡарамаҫтан, барыбер үҙенекен итте. Баҫыу-ҡырҙар әкренләп ҡарҙан асылып бөттө. Сағыл урындарҙа, ҡара ер күренер-күренмәҫ, йәш, әрһеҙ үлән морон төртә. Умырзая, кәкүк ҡатаһы, кәзә һаҡалы кеүек өлгөр, шунлыҡтан беренсе һаналған сәскәләр еләҫ елгә иркәләнеп, ҡояшта наҙлана. Шулай уҡ беренсеме икән? Ана, үгәй инә сәскәһе бит (тәбиғәттең бер мөғжизәһе!) ҡайһы аралалыр, ут-һары сәскәһен ҡойорға ла өлгөргән. Инде ул, мамыҡ башын елберләтеп, тирә-йүнгә орлоҡ сәсә. Бына ҡайҙа ул сәскәләрҙең иң беренсеһе! Шаян ел тулышҡан орлоҡтарҙы эләктереп ала ла әллә ҡайҙарға алып китә. Киләсәктә улары ла, ҡар асылыр-асылмаҫ шытып сығыр ҙа, йәһәт кенә сәскә атыр һәм баҙыҡ күҙҙәрен йымылдатып яр буйҙарын, уйһыу үҙәктәрҙәге бысҡыл урындарҙы биҙәр. Һағындырған яҙҙың тәүге хәбәрселәренә ҡарап кешеләр һөйөнөр.
Яҙ миҙгеле - бар тереклек нәҫел ҡайғыртҡан мәл. Кейеге менән осар ҡошо ла, үләне менән ағасы ла үҙе ишеләрҙе арттырып ҡалырға тырыша. Хатта тырнаҡ осондай ғына бөжәгенә тиклем парын эҙләп зыҡ ҡуба. Оҙон ҡышты йоҡлап үткәргән әүҙем бөжәк заты ерҙә лә, һауала ла ҡайнап тора. Сөнки, нәҫел-нәсәбең ни тиклем ишлерәк булһа - шул тиклем яҡшыраҡ. Киләсәк өсөн.
Һурығып, кибә барған һөрөнтөлә, һаламлы юл ситтәрендә һәр төрлө ҡош-ҡорт тулып йөрөй. Уларҙың барыһы ла ояһында баҫып ултырған икенсе яртыларын туйындырыр өсөн тырышып ята. Үҙҙәре ашамаһа-ашамай, ә оялағы ас булырға тейеш түгел. Араларында күҙгә иң ташланғаны - тынғы белмәҫ тәгәрлектер. Ул әллә шул ҡәҙәре ҡыҙғансыҡ, әллә шул тиклем көнсөлмө, яҡын-тирәләге башҡа ҡоштарға ла сүпләнергә ирек бирмәй, үҙенә лә кәрәкмәгән мәшәҡәт өҫтәй. Сарғалап-бартандап, хатта минең баш кейеменә саҡ һуғылмай кәйелеп үтергә лә ваҡыт таба. Ергә төшһә, туҡтауһыҙ йүгерә, һауаға күтәрелһә, талсығыу белмәй оса. Шул уҡ ваҡытта өҙлөкһөҙ сайҡылдай. Нисек ялыҡмай тиһең. Әкәмәт ҡош. Ә, ана, баҫалҡы сәпсек уның тап киреһе: берәй оҡшаған суҡайсыҡҡа ҡунаҡлап ала ла, тыныс ҡына ҡойроҡ һикертеп ултыра. Ул бер кемде лә бимазаламай. Төпһөҙ зәңгәрлектә талпынған һабан турғайына, күрәһең, бүтән ҡоштар араһында ҡыҙыҡ түгел. Ул мәңге һауала, тыуған еренә дан йырлай. Бына кемдә ул талмаҫ ҡанаттар! Һабан турғайы башҡа ҡоштарҙың ҡотон алып осоп үткән уҫал ҡарсығаға ла иғтибар итмәй. Уның өсөн бары йылғыр ыласын - яғалбай ғына ҡурҡыныс.
Мин, сымыры Буянымды эйәрләп, ужым арышының хәл-торошон белешергә, тип сыҡҡанмын. Әле бына, гөрләп торған ошо йәшәйешкә, яҙ хозурлығына һоҡланып бөтә алмайса китеп барам. Ужым тигәндән, күңел йылыһы биреп үҫтермәгән арыш - арыш булмай. Ул башағы бармаҡ осондай ғына сүп үләне. Арышҡа йыл әйләнәһенә тәрбиә һәм хәстәрлек кәрәк. Мин белгәндән башҡа бер ашлыҡ та уның кеүек хәстәр талап итмәй. Уның ҡарауы, талапсан булһа ла, тейешле тәрбиә алған арыш һине емерелеп уңған уңышы менән ҡыуандырасаҡ. Беҙҙең яҡтарҙа уңыш буйынса арышҡа еткән ашлыҡ юҡ.
Тотам ҡалмай артымдан эйәреп йөрөргә күнеккән Тузик иғтибарға лайыҡ бер нәмәне лә күҙҙән ысҡындырмай: һәр ҡайһыһына тейешле "билдәһен" һала бара. Тәбиғәткә сығып әйләнеү уның өсөн дә бер байрам.
Бына мин күрергә ашыҡҡан баҫыу. Иртә яҙҙың сөм-ҡара һөрөнтөләре араһында йәм-йәшел ут булып күҙҙең яуын алып ятҡан ужымға һоҡланмайынса ла, һөйөнмәйенсә лә ҡарауы мөмкин түгел. Шөкөр, арышыбыҙ иҫән-һау ҡышлаған. Игенсе өсөн ошонан да ҡыуаныслыраҡ ни бар? Тимәк, уның һалған хеҙмәте менән түккән тире бушҡа булмаған.
Күҙ күреме ерҙә, йәшел бәрхәтте кисеп, яңғыҙ торна йөрөй. Ул ҡабаланмай, эйелә биреп ниҙер суҡыштыра ла, беҙгә ҡарап тора. Осоп китергә уйламай ҙа. Миңә ул яҡшы күренһә лә, Тузик әлегә шәйләмәй. Эттең башҡа мәшәҡәттәре күп. Шулай ҙа, ни аралалыр, һонтор ҡош уның да күҙенә салынды. Торна эт ҡарашын тойҙо, буғай, әкрен-әкрен генә йыраҡлашып, ары күренгән һаҙлыҡҡа яҡынлаша башланы. Тузик, унан ҡалышмаҫҡа тырышып, инде йүгереүгә күскән ҡоштоң артынан төштө. Ҡасып барғанды ҡыумаған эт - эт буламы? Эттең тәбиғәте шул. Әммә был юлы икенсерәк, дөрөҫөрәге, уйламаған хәл килеп сыҡты. Торна йүгереп барған еренән шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Бындайын көтмәгәнлектән, ҡапыл-ғара ҡаушай төшкән эт тә, икеләнеп, ҡатып ҡалды. Бер-береһенә ҡарашҡан көйө улар байтаҡ ваҡыт торҙолар. Күрәһең, артабан ни эшләргә икәнен береһе лә белмәй ине. Мин, түҙем генә, ни булырын көттөм. Миңә ҡыҙыҡ: ситтән ҡарап, эйәрҙә ултырам. Ни менән бөтөр был осрашыу? Билдәһеҙлекте башлап торна боҙҙо. Ул, себештәрен һаҡлаған ата ҡаҙ ише муйынын һона биреп, эткә килә башланы. Албырғап торған Тузикка мәсхәрәле рәүештә сигенеүҙән башҡа сара ҡалманы. Быны күргән торна үтә батырайып китте, ахыры, этте ихласлап ҡыуырға тотондо. Мин уларҙың әкәмәт ҡыланышына көлөп ебәрҙем.
Эттең бит, яҡшымы ул, яманмы, тағы бер ғәҙәте бар: хужаһы янында әллә кем булып шәбәйә лә китә. Эт ояһында көслө, тигән һымаҡ, хужаһы янында көслө булмаһа ла ҡыйыу. Ошоно раҫлағандай, Тузик кинәт әйләнде лә хәтәр ышылдап килгән торнаға ҡаршы һөжүмгә күсте. Бындайҙы мин көтмәгәйнем. "Харап итте торнаны!" тип уйларға ла өлгөрмәнем, ҡош, күҙ асып йомған арала, өҫкә һикерҙе. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәйсә сабып барған эт уның аҫтынан зыйлап үтеп китте. Ярай әле эләктерә алманы. Киреһенсә, торна, һауала килеш, осло суҡышы менән уның ҡаҡ маңлайына тондороп өгөрҙө. Үҙе саҡ ҡыбырлап йөрөгән һымаҡ, ә ғәжәп сос икән! Бындай кәмһетеүгә түҙеп тора алмаған эт ауыртыуҙан оторо ярһыны. Ҡыҙыу алыш башланды. Иң ҡыҙығы шунда: Тузик һөжүм итә, ә туҡмаҡтың башы, торна суҡышы сүрәтендә, әленән-әле уға төшә. Күренеп тора, торна эттең күҙен соҡоп алырға самалай. Бер мәлгә минең баштан: "Ысынлап та күҙһеҙ ҡалдыра бит был этте", - тигән хәүефле уй үтте. Шул рәүешле башта мәрәкә генә күренгән эштең ҡыҙығы бөтә барып, ул ҡурҡыныслы ҡыйнашҡа әүерелде. Бер кем дә бирешергә теләмәй ине. Бына нисек итеп уйындан уймаҡ сыға икән. Эттең маңлайында, торнаның оҙон томшоғонда ҡан күренеп ҡалғандан һуң мин ҡаршымда булып ятҡандың уйын түгел икәнен асыҡ аңланым һәм һуғыш суҡмарҙарын айырмаҡсы булдым. Ошо урында Тузик, нисектер сосайып, торнаның ҡойроғон йолҡоп алыуға иреште. Күҙ алдында ҡойроҡһоҙ ҡалған ғорур торна ғәрлегенән айбарланып киттеме, этте яман типкесләргә тотондо. Тегеһе лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтергә тырышты: хужаһы ҡарап тора бит. Тирә-яҡҡа ҡаурый ҡатыш эт баҡтаһы осто, тупраҡ сәселде. Былай барһа, бер нәмә сығара бит былар.
Мин артабан тамашасы сифатында түҙеп тора алманым, атымдың ҡабырғаһын төйгөсләй-төйгөсләй һуғыш суҡмарҙары янына ашыҡтым. Торна, яҡынлашып килгән һыбайлыны күреп, тиҙерәк ҡасып ҡотолоу яғын ҡайырҙы: ҡанаттарын хәлһеҙ йәйә биреп, йән фарманға йүгерә башланы. Яҡлау тойған этем уны эҙәрлекләй төштө. Ләкин, етерһең торнаға, етмәй ни! Ә ни сәбәптән һуң ул осоп китмәй? Бәй, ҡанаттарының эре ҡаурыйҙары юҡ та баһа! Тимәк, төләп йөрөгән сағы. Бәлки, уның ояһы ла ошо тирәлә, яҡында ғыналыр әле. Юғиһә, алағайымға йән аямай һуғышып йөрөмәҫ ине.
Эт тәнендәге яра тиҙ уңала. Тузиктың да йәрәхәттәре аҙна-ун көн эсендә уңалып бөттө. Шулай ҙа өҫкө ҡабағы өҙөп алынған уң күҙе ғүмеренең ахырынаса зәғиф булып ҡалды.

(Аҙағы. Башы 24-30-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.20 | Ҡаралған: 616

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru