«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ИКЕНСЕ, ЛӘКИН ТӘРБИӘ МӘКТӘБЕ ИКЕНСЕ БУЛА АЛАМЫ?
+  - 


Ихлас, матур итеп һөйләй белгән кешеләрҙе яратам. Үҙенә генә ҡаратып, юҡ ҡына хәбәрҙе тәмләп, еренә еткереп, уйға ҡалдырып һөйләй белеү үҙе бер таланттыр ул. Ундай кешеләрҙең хәбәрен ғәжәпләнеп тыңлайһың, ышанаһың, уға эйәреп китеп үҙеңдекен дә һөйләйһең. Һүҙ артынан һүҙ, хәбәр артынан хәбәр китә - ваҡытың ғына булһын. Форсат сығып, беҙ, уҡытыусылар, шулай бер йыйылғанда бала саҡ тураһында һүҙ сыҡты. Лилиәнең һөйләгән иҫтәлектәре беҙҙе бер егерме йылдар элек булған ваҡиғаларға алып ҡайтты.

"Ул саҡта матур ҡағыҙҙарға төрөлгән һағыҙҙың яңы ғына сыҡҡан сағы, - тип башланы Лилиә һүҙен. - Нишләптер ауылыбыҙға һағыҙ магазинға түгел, ә почтаға килде. Сәйнәп ҡарағыҙ, тиеп, әсәйем барыбыҙға ла берәр һағыҙ һатып алып бирҙе. Урамға сыҡтыҡ та, шап-шоп һағыҙ сәйнәйбеҙ. Әҙерәк сәйнәгәс, уның тәме бөттө. Ауыҙға ҡарап торған һағыҙһыҙ балалар араһынан дуҫыраҡ тип һанағандар менән һағыҙыбыҙҙы бүлешәбеҙ. Гигиена тигән нәмәне белмәйбеҙ ҙә. Атай-әсәйҙәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эше менән мәшғүл. Әсәйем ашнаҡсы. Әле лә төшкө аш әҙерләргә йүгерәсәк, ә беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ хужа булып, йәһәт кенә ҡапҡылап алып, йәйге оҙон көндө үҙебеҙ уйлап тапҡан уйындар менән дауам итәбеҙ. Минең елкәлә ҡусты. Елкәлә тигәс тә, елкәмә ултырта алмайым, үҙем дә әле ҙур түгел. Әммә ҡустымдан ете йәшкә оло булғас, уны апайым түгел, ә мин ҡарарға тейеш икәнен миңә аңлатып ҡуйғандар. Уның өсөн мин яуаплымын. Апайымдың үҙенең өй эсендә һәр саҡ эштәре бар. Әле ҡустым минән рөхсәт һорап, һыу буйына китте. Оҙаҡламай әсәйем дә ҡайтты. Йөҙө асыулы. Нимә булды икән? Ул да булмай, ишек алдына ҡустым да килеп инде. "Ҡайҙа аҡса?" тип һорай әсәйем ҡустымдан. Ә мин әсәйемә ҡарайым, ниндәй аҡса таптыра ул? Аҡсаның ҡайҙа ятҡанын беләбеҙ, әммә уға тейергә ярамағанын да онотмайбыҙ. Әсәйем уҫал. Ҡустым ҡарашын йәшереп, аҫҡа ҡараны. Баҡһаң, әсәйем эштән ҡайтышлай почтаға ингән икән. Почтальон апай ҡустымдың биш йөҙ һум аҡса тотоп ингәнен, һағыҙ һорағанын, әммә бирмәй сығарыуын әйткән. Ул саҡтағы биш йөҙлөктө хәҙерге менән тиңләштерһәң, биш меңлек хаҡ була бит инде. Бына шул аҡсаны таптыра икән әсәйем.
- Ҡайҙа?- әсәйемдең тауышы тағы ла ҡатыраҡ яңғырай.
-Мин уны һыу буйында ҡалдырғанмын... Онотоп ҡайтып киткәнмен…
- Үәт әй! Һорауһыҙ алырға ярамағанын беләһең бит, ни эшләп алдың! Атайыңа әйтәм! - Ул беҙҙе һәр саҡ шулай тип ҡурҡытҡан була. - Ҡайҙа ҡалдырҙың, шунан табып алып ҡайт!
Беҙ аҡса эҙләргә йүгерҙек. Саҡ таптыҡ аҡсаны, ҡустым һыу инә барған да, бер таш аҫтына йәшереп һалып ҡуйған икән. Кире йүгерҙек өйгә. Хәл бөтөп ҡайтып индек. Әсәйем аҡсаны алды ла: "Мин ҡайтҡансы уйнарға сыҡмайһың, бынан һуң белерһең аҡсаны һорауһыҙ алырға ярамай икәнен", - тип, ҡустымды йәйге һыуыҡ, тәҙрәһеҙ, ҡараңғы келәткә бикләп, апайыма асҡысын биреп, асмаҫҡа ҡушып эшенә йүгерҙе.
Ҡустымды йәлләйем. "Апай, мин ҡурҡам, мине сығарығыҙ", - тип ул келәттең ишек төбөндә генә ултыра. Ишек тулыһынса ябылмай, ҡайырып асып, уны саҡ ҡына күреп була. Мин апайымдан үтенәм: "Апай, сығарайыҡ инде", - тием. Юҡ, апай ныҡ тора, әсәй ҡушты, ти ҙә ҡуя. Унан ҡустым: "Исмаһам, миңә бесәйҙе булһа ла индерегеҙ, өшөйөм", - тип ялбара башланы. Апайым да түҙмәне, йәлләне, йәһәт кенә өйгә инеп китеп, йылы әйберҙәр алып сыҡты. Мин бесәй тотоп алып килдем, ишекте асып, йәһәт кенә ҡустыбыҙҙы кейендереп, бесәй тоттороп ултыртып ҡуйҙыҡ. Кире бикләп, үҙебеҙ тыштан ҡарап торабыҙ. Бер аҙҙан апайым эше менән аласыҡҡа инеп китте. Мин әсәйем ҡайтҡансы тыш яҡтан ҡарауыллап ултырҙым. Ҡустым ҡурҡмаһын өсөн нимәләр генә һөйләп бөтмәнем: әкиәт, шиғыр, бар белгәнемде теҙеп һалдым... Әсәй ҡайтҡас, йәһәтләп ишекте асты, ҡустымды сығарып, ҡулын тотоп ҡараны ла, ныҡ өшөмәгәнһең, ярай, барығыҙ, һарыҡтарҙы ҡаршылағыҙ тине. Үҙе йүгергәнебеҙҙе артыбыҙҙан ҡарап ҡалды.
Атайым кисен ҡайтҡас, ҡустым менән кәртә яғында нимә һөйләшкәндәрҙер - миңә билдәһеҙ, әммә аш алдынан атайымдың: "Улай бәләкәй баланы ҡурҡытаһың, малай бит ул", - тигәнен, ә әсәйемдең: "Урлашырға өйрәнмәһен", - тип, тағы әллә нимәләр тип шыбырлашҡандарын ишетеп ҡалдым. Ә беҙгә нимә, донъя түңәрәк, апайыбыҙ икебеҙгә икмәккә ҡаймаҡ һылап, әсәйҙән йәшереп кенә күп итеп шәкәр һибеп бирҙе. Киске ашты ла көтмәйенсә, тәмләп ашап ултырабыҙ. Хәҙер киске ашҡа саҡырасаҡтар, шунан күмәкләп ултырып аш ашайбыҙ. Әсәйгә үпкәләү тураһында уй ҙа юҡ, тимәк, шулай кәрәк, тигәнбеҙҙер инде...
Хәҙер инде үҫтек. Апайым Себер яғына кейәүгә сығып китте, шунда йәшәй. Ғаиләһе менән йылына бер ҡайтып китә. Ә бына ҡустым менән беҙ йышыраҡ осрашабыҙ. Уның үҙенең ғаиләһе, балалары бар, ата-әсәйем менән бергә йәшәй. Шул саҡтағы биш йөҙ һумға һағыҙ һатып алырға маташҡан малайҙың хәҙер инде үҙ магазины бар", - тип көлөп һүҙен тамамланы Лилиәбеҙ.
Бына шулай, һәр кем үҙенең бала сағын иҫкә төшөрөп, өйҙәргә таралыштыҡ. Ысынлап та, һәр өй, ғаилә үҙенсә шул, үҙ ҡалыбы менән йәшәй. Һәр бала ғаиләһендә үҙенсә тәрбиә ала, һәр замандың үҙ талабы. Беҙ бала саҡта, бәлки, шулай келәткә ябыу һымаҡ ҡаты тәрбиә лә ярап ҡалһа, хәҙерге заманға тап килмәй. Хәҙерге көндә ата-әсәләр балаларына бигерәк тә иғтибарлыраҡ булһын ине. Элек муллыҡ етмәһә, бөгөн бер нәмәлә лә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, әммә матур кейендереп, ашатыуҙа ғына эш тормай. Балаға күңел йылыһы, иғтибар һәм дә изге йөрәк кәрәктер тием. Донъя көтөшөбөҙ элекке тормоштан бик ныҡ айырыла. Яманлыҡ менән яҡшылыҡты айырып, әхлаҡи яҡтан, психик яҡтан боҙолмай үҫкән балалар ҡулына ҡала бит киләсәк тормош. "Бына ошо тәрбиә буйынса үҫтер баланы", - тиеп, берәү ҙә аныҡ ҡына ҡағиҙәләр йыйылмаһын ҡулыңа тоттора алмай. Әммә ғаиләлә дөрөҫлөк, эшһөйәрлек, дуҫлыҡ, тырышлыҡ, балаларға тейешенсә иғтибар һәм башҡа яҡшы төшөнсәләр буйынса йәшәйҙәр икән - бала бик тиҙ отоп ала. Ул ата-әсәһенән үрнәк алып үҫәсәк тә. Уйланырға урын бар.

Зимфира ҠАСҠЫНОВА.
Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.20 | Ҡаралған: 778

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru