«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫНЫҢ АТЫ ҠАЛЫР
+  - 

Уртала Мәүлиха Мифтахова инәй.

Ҡарттар ҡара аҡылға бай, йәштәр яңы аҡылға бай, тигән боронғолар. Борон-борондан ололар үҙҙәренең ҡара аҡылын, донъяуи белемен, тәжрибәһен быуындан-быуынға, йәштәргә тапшыра килгән. Элек ололар халыҡ медицинаһын һәйбәт белгән, киҫкен мәлдәрҙә бер-береһенә ярҙам итергә ашыҡҡан.

Кендек әбейҙәре

Элек ауылдарҙа бигерәк тә кендек әбейҙәренең ярҙамына мохтажлыҡ ҙур булған бит. Улар йөклө йәш килендәрҙе үҙҙәренең ҡарауы аҫтына алып, кәңәштәрен биреп торған, бала тыуғас та әжәл ҡырҡ көн, ҡырҡ төн әсәһен дә, балаһын да аңдып тора, тип, өҙлөгөүҙән һаҡланыу юлдарын өйрәткән. Ул замандарҙа бер баланың да зәғиф булып тыуғанын, ДЦП менән ауырығанын хәтерләмәйем.
Һыу ағыр ҙа таш ҡалыр, яҡшынан иҫкә алып, һағынып һөйләрлек исем ҡалыр, тигән ата-бабаларыбыҙ. Яңы Байрамғол ауылында, мәҫәлән, 1935-1939 йылғы балаларҙың тәрән донъяуи белемле, изгелекле, ҡулдары имле кендек инәйе Мифтахова Бәҙеғол инәйҙе, Ғилмисафа инәйҙе (халыҡ уны "Һымыс әбей" ти ҙә ҡуя ине) ауылдаштары һаман да һағынып иҫкә ала. Ғилмисафа инәй ҡот ҡойған, йөрәк һылаған, муллалар булмағанлыҡтан, уны балаларға исем ҡушырға ла саҡырғандар. Шаһизатова Факиһа инәй ҙә алсаҡ, киң күңелле кеше булып хәтерҙә ҡалған. Ауылдаштары уға йөрәк һылатырға йөрөр ине. Шаян, йор һүҙле, күңелсәк Шаһизатова Мәнфүзә инәйҙең дә ҡуш яулығын ябынып, биҙрә, батмус сиртеп, ҡумыҙ уйнап ултырғаны хәтерҙә, ул да күп кенә балаларҙың кендек инәйе булды, ноҡот һалды.

Өшкөрөү, эс һәм йөрәк һылау...

Нәбиуллина Роза апай шулай уҡ күп балаларҙың кендек инәйе булды. Эстәре түбәнләгән ҡатындар эс һылатырға, мейе ҡаҡтырырға, кернә тарттырырға, йөрәк һылап, урынына ултырттырырға йыш ҡына уға килер ине. Уның һөйләгәндәренән: "Инәйем Иҙелбаева Менәүәрә беҙ, балалар, әҙ генә сөскөрһәк тә, тиҙ генә мунса яғып ебәрер ҙә шарылдатып сабындырыр ине. Ҡатыҡ, көл һыуы менән йыуындырҙы. Өйҙә һәр саҡ тондоролған көл һыуы ултыра торғайны. Ул да мейе ҡағыр, йөрәк ултыртып һылар ине. Ҡатындар бәпәйләгәндә, һуңғылығы төшмәһә, инәйемде килеп алып китер булдылар. Әзәйем (был яҡта өләсәйҙе "әзәй" тиҙәр) Мәхмүтова Мөхтәримә Сорағолда йәшәне. Ул быума ауырыулыларҙы дауалай торғайны. Доғаларын уҡып-уҡып, ашъяулыҡҡа бөтә төр ризыҡтарҙы теҙеп ултырта ла, уртаһына баланы һала. Ашъяулығы, ризыҡтары менән баланы һыуға сумырып ала. Баланы ала, ә ашъяулыҡ ризығы менән һыуға ағып китә. Бер ағайҙың алты балаһы ла быума ауырыулы булды. Әзәйем алтыһын да шәбәйтте, әле дүртеһе тере".
Яңы Байрамғол ауылы ҡыҙы Закирова Миңзирә лә өләсәһе тураһында үҙенең яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны: "Йылдар үткән һайын бик йыраҡта ҡалған бала сағым, тормоштоң әсе-сөсөһөн елегенә үткәнсе татыған, күпте күргән, күпте белгән Мәүлиха, Ғәйникамал әзәйҙәрем һағындырып иҫкә төшә лә торалар. Мифтахова Мәүлиха әзәйем бик изге күңелле, уҡымышлы кеше ине. Күҙ алдымда: бәләкәй генә өйҙә әзәйем, атайым, инәйем, береһенән-береһе бәләкәй генә биш бала йәшәп ятабыҙ. Элек шампунь тигән нәмәләр булманы бит инде, һабын да әле ул тиклем мул эләкмәне. Бер ваҡыт баштарыбыҙҙы ҡутыр йәки шире тигән нәмә баҫты. Әзәйем уҡынып, дарыу эшләп алды ла беҙҙең баштарға һөрттө. Бер-ике көндән ул эшләгән дарыу ҡутырҙы бөтөнләй һыпырып алды. Әзәйем тондоролған көл һыуы менән баштарыбыҙҙы таҙартып йыуҙы ла бал ҡортоноң балауыҙынан эшләнгән дарыуын һөрттө. Ике аҙна үткәс, беҙ был ҡутырҙарҙан бөтөнләйгә таҙарындыҡ. Дүртенсе синыфта уҡый инем, ноябрь каникулында бәйләргә өйрәнергә уйланым. Шунда бәйләм менән булышып ултыра торғас, ялығып китеп, тимер карауат башына менеп һикерҙем, күҙ асып йомғансы энәләр минең тубыҡ аҫтына ҡаҙалды ла торҙо. Әзәйем ҡаушап ҡалманы, доғаларын уҡып, энәләрҙе һурып алып, аяғымдың яранан өҫкө яғын ат ҡылы менән бәйләп ҡуйҙы. Атайым эштән килгәс, тиҙ генә Уральск дауаханаһына алып барҙы һәм врачҡа хәлде аңлатып бирҙе. Аяғым шешкәндән шешә бара. Врач нимә тип әйткәндер инде, мин уны ишетерлек, аңларлыҡ хәлдә түгел инем, атайымдың кәйефе төшкәнлеген күреп, хәлемдең шәптән түгеллеген тойҙом. Беҙ ҡайтып кереү менән әзәйем: "Үҙем беләм", - тине лә атайыма тиҙ генә ат тиҙәге йыйып алып килергә ҡушты. Әзәйем ат тиҙәгенә үләндәр ҡушып, йылытып, аяғыма һалды. Шеш таралып китмәһен өсөн аяғымды ат ҡылы менән өс урындан бәйләп ҡуйҙы. Көн һайын шул процедура ҡабатланып торҙо. Ат тиҙәген алыштырған һайын ҡылдарҙы ниндәйҙер доғалар уҡып алмаштырып бәйләне. Ҡырҡ көндән һуң минең аяҡтағы шеш һытылды. Ни йәнем менән түҙгәнмендер инде - әзәйем мәк сәскәһенең орлоғон ашатты ла, атайыма эскәмйәгә ҡуйып, аяғымды бөгөргә ҡушты, яранан һүл аҡты ғына. Әзәйем үлән һыуы менән ярамды йыуып торҙо. Күпмелер шулай маташа торғас, аяғым үҙ хәленә керә башланы, әзәйем яйлап ҡына атлап йөрөргә ҡушты. Көн дә бал ҡортоноң балауыҙынан эшләгән шыйыҡсаһын аяғыма һөрттө. Был аяҡ менән мартҡа тиклем шулай ыҙаланым. Бер көндө атайым мине тағы ла Уральск дауаханаһына алып барҙы. Врач иғтибар менән аяғымды ҡараны ла: "Әзәйең әүлиә булған икән", - тине. Ҡаны ағыуланған, тип, аяғымды ҡырҡырға булғандарын аҙаҡ ҡына белдем. Тиктормаҫ бала сағым хәтирәһе булып, тубығым аҫтында тәрән соҡор тороп ҡалды. Һау булыуыма, зәғифләнмәй ҡалыуыма әзәйемә мең-мең рәхмәтлемен.
Күпмелер ваҡыт үткәс, мин тағы ла ауырып киттем. Был юлы күҙемде трахома баҫты. Әзәйем атайыма: "Был ауырыу ныҡ йоғошло, ҡыҙыңды Учалыға алып бар. Унда врач Баһауетдинов эшләй, ул дауалар", - тине. Шулай итеп, мине Учалыға больницаға алып барып һалдылар. Әзәйемдең был ауырыуҙың йоғошло икәнен белеп, дауаханаға һалырға ҡушыуы ла һоҡланырлыҡ бит. Мин дауаханаға киткәс, өйҙө көл һыуы менән йыуып, ағартып ҡуйған. Хәҙерге тел менән әйткәндә, дезинфекция эшләгән. Әзәйем эңер төшкәс, шайтандар йөрөй, тип, беҙҙе урамда йөрөтмәҫкә тырыша торғайны. Йоҡлар алдынан ауыҙҙарыбыҙҙы сайҡатырға, аяҡ-ҡулдарыбыҙҙы йыуырға ҡуша ине..." - тип һүҙен тамамланы Миңзирә Аллабирҙе ҡыҙы.

Тағы бер ғәжәп хәл

Халыҡ табиптары, имсе инәйҙәр тураһында яҙғас, 2000 йылда үҙебеҙ шаһит булған бер хәл-ваҡиға тураһында ла һөйләп китмәй булдыра алмайым. Һеңлем, Бөрйәндә йәшәгән ҡустыбыҙҙың ҡыҙы, ауыр хәлдә булып, Белоретҡа дауаханаға алып килеүҙәре тураһында хәбәр итеп шылтыратты. Ҡыҙҙың хәле бик ауыр, боролоп та ята алмай. Ул тәүге тапҡыр үҙенең туйы барған ваҡытта йығылған икән. "Беренсе тапҡыр йығылғаным нисек тә үтеп китте. Бер аҙҙан тағы ла йығылдым. Бер мыйыҡлы ир килә лә муйынымды һыға. Бөрйән дауаханаһында ике көн реанимацияла яттым. Белоретҡа нисек килтергәндәрен белмәйем, - тине лә, әсәһенә үпкә һүҙҙәрен әйтеп ташланы. - Күпме әйттем мин һеҙгә, абыстайлыҡҡа уҡыйым, тип. Рөхсәт итмәнегеҙ бит, шулай уҡыу буламы, тинегеҙ. Абыстайға уҡыһам, былайтып ауырып ятмаҫ инем, эсем ҙурая ла ҙурая, ярау итеүе - бер бәлә... Атайым менән кейәүегеҙ әле Белорет урамында йөрөп яталар. Улар килгәс, мин тағы ла ныҡ итеп ауырып алам. Ир врачты саҡырып килтерерҙәр, ул миңә укол эшләр. Ул уколдарҙың миңә бер генә файҙаһы ла теймәй. Һеҙ миңә мулла саҡырып килтерегеҙ", - тимәһенме. Беҙ аптырандыҡ, Белоретта бер кемде лә белмәйбеҙ, ул муллаһын ҡайҙан табырға икән һуң, тип тәрән уйға ҡалдыҡ.
Ҡустым менән кейәү палатаға килеп кереү менән ҡыҙыбыҙ ныҡ итеп ауырыны ла китте. Быуылып, ҡарағусҡыл сирень төҫөнә керҙе. Ҡустым яһалма тын алдырып ҡараны. Ҡыҙыбыҙ алдан әйткәнсә, ир врач килде, укол эшләне. Ирем менән коридорға сығып, ауыр, аяныслы хәлдә туғандарыбыҙға ярҙам итергә хәлебеҙҙән килмәгәнгә йөрәгебеҙ әрнеп, өмөтһөҙлөккә бирелеп, шаҡҡатып стенаға һөйәлдек. Шул саҡ ҡаршы палатанан оҙон буйлы, тулы ғына кәүҙәле бер ҡатын килеп сыҡты. - Мин Чечнянан килдем, - тине. Бәлки, исем-шәрифен дә әйткәндер, мин ишетерлек хәлдә түгел инем. - Бындай ауырыуҙарҙы больница дауалай алмай, ваҡытығыҙҙы әрәм итәһегеҙ. Белоретта баба Шура йәшәй, уға барһағыҙ, яҡшыраҡ булыр, - тине. Баба Шура христиан диненән, беҙ мосолмандар бит, улай ярармы, әллә ҡыҙыбыҙҙың һораған муллаһы ошо урыҫ әбейеме икән, тип аптыраштыҡ. Баланың хәле бик ауыр, бәлки, был уның һуңғы үтенеселер, тип, баба Шураны эҙләп киттек. Ишекте бәләкәй генә кәүҙәле, ап-аҡ сәсле әбей асты. Көс-хәлгә ни өсөн килгәнебеҙҙе аңлатып бирҙем.
- Дауаханаға килә алмаһағыҙ, бәлки, фотографияға ҡарап булһа ла дауалап ҡарарһығыҙ, - тинем (ҡайһы бер кешеләрҙең фотографияға ҡарап та дауалайҙар, имеш, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнем бар ине).
- Кем һеҙгә мине фотографияға ҡарап кеше дауалай, тип әйтте, - тип әбейем мине әрләп ташланы. - Баланы бында килтерегеҙ, - тине.
- Баланың хәле бик ауыр шул, уны бында бер нисек тә килтереп булмай, бәлки, беҙҙең туғаныбыҙ булып, дауаханаға барып, ҡыҙыбыҙҙы ҡарарһығыҙ, - тип үтендем. Ул ризалашты, транспорт табырға ҡушты. Шура әбейҙе дауаханаға алып барҙыҡ. Ике көн үткәс, ҡыҙҙың дауахананан сығыуы тураһында ишеттек. Аҙаҡ ҡыҙым үҙе һөйләне: "Палатаға килеп кергән саҡта Шура инәй йығылып китә яҙған, атайым менән ирем саҡ тотоп алып ҡалған, - тип башланы ул һүҙен. - Мин, тиргә батып, йәнгә талашып, ныҡ итеп ауырып ятҡанмын. Күҙем алдында ҡулындағы тәреһе туҡтамай өйрөлөп торғаны ғына хәтерҙә. "Ауырыуы ныҡ көслө, мин, йылға аша килеп, уны дауалай алмайым. Бына бит тәре өйөрөлөп тик тора. Ҡыҙығыҙҙы өйөмә алып килһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр", - тип ҡайтып киткән. Атайым менән ирем, такси яллап, мине Шура инәйгә алып килделәр, носилка менән өйгә индерҙеләр. Тәүге өс көндә инәй ишек төбөнән ары үткәрмәне. Иң алда миңә суҡынырға ҡушты, үҙе лә уҡынып, суҡынып алды. Атайым менән әсәйемдең ризаһыҙлыҡтан йөҙҙәре сирылып киткәйне: "Ничего страшного, Бог один", - тине. Балауыҙҙы иретте лә һыуыҡ һыуға һалып, доғаларын уҡып, баш осомда өйөрөлтә башланы. Балауыҙҙа аҡһаҡ әбейҙең, бала имеҙеп ултырған ҡатындың, йәш ҡыҙҙың һындары хасил булды. "Һине өс көндән үлерлек итеп сихырлағандар. Ауылығыҙҙа яңыраҡ ҡына кем үлде, шул кешенең мәйет һыуын эсергәндәр бит", - тине. Өс көн шулай доғаларын уҡып, баш осомда балауыҙ ҡойоп дауаланы. Дүртенсе көндө яңы ғына һалған тауыҡ йомортҡаһын алып килергә ҡушты. Йомортҡаны һытып, банкаға һалды ла өҫтөнә һыу ҡойҙо: "Әгәр йомортҡа аҫҡа төшһә, тиҙ йүнәлерһең, юғары күтәрелһә, оҙаҡ шәбәйә алмаҫһың", - тине. Доғаларын уҡып, йомортҡаны баш осомда өйөрөлтөп йөрөтә башланы. Йомортҡа тамырланып, ҡарағусҡыл төҫкә инеп өҫкә ҡалҡты, унда ла балауыҙҙағы һымаҡ һындар барлыҡҡа килде. Шура инәй өс көн баш осомда йомортҡаны өйрөлтөп йөрөтөп өшкөрҙө. "Мин ныҡ арыным, әҙерәк ял итеп алырға кәрәк", - тигәс, ирем менән бер аҙнаға Учалы районындағы туғандарыбыҙға барып йәшәп килдек.
Шура инәй иремә иртәнге сәғәт 4-тә йылғанан биҙрәне кирегә ҡаратып һыу алып килергә ҡушты. Шул һыуҙы өшкөрөп, мине көн һайын сайындырҙы. Иң һуңынан Шура инәй тағы ла йомортҡаны баш осомдан йөрөтөп өшкөрҙө. Был юлы йомортҡа аҫҡа төштө, төҫө лә үҙгәрмәне.
- Һине сихырлаған кешеләрҙең үҙҙәренең дә тормоштары алға бармаҫ. Бер йылдан һиңә илап килерҙәр, бер үк йәлләй күрмә, әтеү сихырҙары үҙеңә кире ҡайтыр. Ҡулыңды йәшер ҙә күкиш күрһәт тә ултыр. Йәнә сихырлап ҡарарҙар, килерһең, - тине. Миңә был аҡсалар өсөн теге донъяла яуап тотаһы бар, тип, дауалағаны өсөн хәйер итеп биргән аҡсаны алманы. Май, балыҡ, бал биреп ҡарағайныҡ, ҡулымдың көсөн ҡайтармаҫлыҡ ҡына тип, әҙ генә алды. Беҙ ҡайта торған көндө инәйебеҙ матур итеп өҫтәл әҙерләгәйне, гармунда уйнап, таҡмаҡ әйтте. Һыу өшкөрөп бирҙе лә:
- Ҡайтҡас, ошо һыу менән башыңдан аша ҡойонорһоң да кеше аяғы баҫмаған ергә, берәй ҡайын төбөнә түгерһең. Ҡайынға "Прости меня, пожалуйста, Матушка-Береза. Береги мое здоровье", тип әйтерһең, - тине.
Ҡайтҡас, ул әйткәнсә эшләнем. Һыуҙы бер ҡайын төбөнә түктем. Күп тә үтмәне, күҙгә күренеп япраҡтары кибеп ҡойолоп, ҡайын ҡыуарҙы. Хәҙер ул ағас юҡ инде. Ҡайын ағасының бөтөн ауырыуҙы үҙенә алып, тиҙ арала ҡороуы ла хайран итә. Эйе, Шура инәйҙең әйткәне раҫ булды, мине рәнйеткән кешеләр килеп илап ултырҙылар. Тормоштары ла алға барманы. Ишегем алдына тутығып бөткән бысаҡ ырғытып киткәндәр. Иремдең бысағы икән, тип, һандыҡҡа һалып ҡуйған булдым. Тәүге балам, улым, үлде. Шура инәйҙе башҡа күрергә яҙманы. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, йәне ожмахтың түрендә генә булһын инде. Аллаһҡа шөкөр, дүрт балаға ата-әсә булдыҡ", - тип һүҙен тамамланы ҡыҙым.
- Шунан, ҡыҙым, абыстайлыҡҡа уҡыр инеңме? - тип һораным.
- Һис шикһеҙ, уҡырмын, инәй, - тине.
Күңелдең киңлеге, изгелеклеге милләтеңдең, диндең ниндәй булыуына ла ҡарамай шул. Ошо иҫ киткес матур, яҡты донъяла шөкөр итеп, ҡыуанып ҡына йәшәп ятыу урынына үсле, көнсөл, тар күңелле әҙәм балалары бер-береһен харап итергә төрлө юлдар эҙләүе лә аптырата.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Яманлыҡ ҡылған кешене үҙе ҡылған яманлыҡ сорнап аласаҡ. Ундай кеше йәһәннәмлектер, улар мәңгегә утта ҡалыр", - тип әйтелә "Баҡара" (Һыйыр") сүрәһенең 81-се аятында. Хоҙай Тәғәлә тарафынан тәбиғәттә бер генә нәмә лә тиккә генә яратылмаған. "Ул һеҙҙең өсөн күктән ямғыр яуҙырҙы. Эсер өсөн һыу бирҙе, хайуандарығыҙ утлап йөрөһөн өсөн үләндәр үҫтерҙе. Һеҙҙең өсөн игендәр, зәйтүндәр, хөрмә ағастары, йөҙөмдәр һәм еләк-емештәрҙең һәр береһен үҫтерҙе. Быларҙа башында фекере булған кеше өсөн, әлбиттә, Аллаһтың барлығына, Уның сикһеҙ ҡөҙрәтенә дәлил бар" (Нәхел ("Бал ҡорто") сүрәһе 10-11-се аяттар). Беҙ, әҙәм балалары, урмандарҙы, йәнлектәрҙе аяуһыҙ ҡырыу, ғәзиз еребеҙҙең байлыҡтарын йыртҡыстарса талау ғына түгел, хатта тауҙарҙы ла кимерә башланыҡ. Ҡыҙғаныс, был яуызлыҡтарҙың аһы килер быуындарға хәтәр булып төшөр инде бер заман.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы Ҡәйепҡол ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.20 | Ҡаралған: 783

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru