«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘМҺЕҘЛЕК ӨСӨН ТЫУМАНЫМ...
+  - 

Еңел генә, етеҙ генә
Тормош ҡуйған һорауҙарҙы
Ситкә этеү, үтеп китеү
Минең өсөн хас булманы -
Ғәмһеҙлек өсөн тыуманым, - тип яҙғайны республикала танылған шағирә Эльмира Сәсәнбаева.

Эльмира Йыһанбай ҡыҙы шағирҙарға бай яҡ - Ишембай районы Маҡар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ул тарих, антропология, биология, химия, физика һ.б. фәндәр буйынса бихисап китаптар уҡып, үҙләштереп үҫә. Уның шәхес булараҡ формалашыуына ата-әсәһе, яратҡан уҡытыусылары, мәктәбе, тыуған ауылы ифрат күпте бирә. Мәктәпте тамамлағас, геология разведкаһында эшләп алыуы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары, минералдар тураһында белемен тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итә. Күп йылдар Стәрлетамаҡтағы "Сода" произодство берекмәһендә эшләй.
Ижадҡа ул 29 йәшендә генә килә. Уның "Рәхмәт һүҙе" тип исемләнгән тәүге китабы 1983 йылда донъя күрә. 1990 йылда "Илгиҙәр"е менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрә. 1997 йылда "Моң Тәңре" тип аталған шиғри йыйынтығы баҫыла. Ошо китабы менән уны шиғри мәҙәнилекте үҫтереүселәрҙең береһе тип атап була. Эльмира Сәсәнбаеваның жанрҙар, формалар өләкәһендә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәрен ҡыйыу һәм уңышлы эксперимент тип таныйҙар. Был китабында автор экологик, әхлаҡи, социаль проблемаларҙы күтәреп сыға. Унан бер-бер артлы "Ваҡыт әйләнеше", "Ҡобайыр ҡатламдары" китаптары донъя күрә, "Шиғырҙар" йыйынтығында ғүмер һәм тәбиғәт, күңел һәм рухиәт хаҡындағы әҫәрҙәре туплана. Замандың көнүҙәк проблемаларын күтәргән тәрән фәлсәфәүи лирикаһы уҡыусыны уйландырып ҡына ҡалмай, унан шәхес яһай.
Эйе, шағирә башҡаларҙан шиғриәтенең үҙенсәлеклеге менән айырылып тора. Уның шиғырҙарындағы һәр һүҙҙе, рифманы мәғәнәһен аңлап, аҡыл бизмәненә һалып уҡыу кәрәк. Шағирә донъя, йыһан, ғүмер, көнкүреш кеүек традицион проблемаларҙы ғына яҡтыртып ҡалмай, ә ҡайһы саҡта һүҙҙең тарихын, тарихи сығанаҡтарын өйрәнә, төрлө ғилми хеҙмәттәргә нигеҙләнеп, этимологик эҙләнеүҙәр алып бара. Шул эҙләнеүҙәрен иһә шиғыр ҡалыбына һалып, уҡыусы күңеленә алып барып еткерергә, күңеленә "бикләргә" булышлыҡ итә.
2014 йылда баҫылған "Ҡобайыр ҡатламдары" исемле фәнни-популяр китабында автор Боронғо Азия, Көньяҡ Америка илдәре тарихын, мифологияһын тикшереп, башҡорт халҡы тарихы менән уртаҡлыҡтар барлығын күҙәтә, сағыштырыуҙар үткәрә. Был йәһәттән китапҡа баш һүҙ яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүрҙең һүҙҙәре иғтибарға лайыҡ: "Тарихыбыҙ таң ҡалырлыҡ бай һәм үҙенсәлекле. Шуныһы ҡыуаныслы, был тарихтың яңынан-яңы серҙәре асыла бара. Ошо эҙләнеү-тикшеренеү эшенә, профессиональ тарихсылар менән бергә, яҙыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә... Был йәһәттән Э. Сәсәнбаеваның мәғлүмәтлелеге күҙгә күренеп тора. Бында ул үҙен ғәйәт киң ҡоласлы, тәрән белемле тикшеренеүсе итеп күрһәтә..."
Эльмира Сәсәнбаеваны ысын Илһөйәр тиһәк тә хаталанмабыҙ. Сөнки башҡорт теленә ҡәҙер-хөрмәт яулаған дәүерҙә, ҡалабыҙҙа башҡорт театры, башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы асҡан йылдарҙа уның үткер һүҙе лә ярайһы ярҙам итте һәм ул "Сәсәниә" тигән ҡушаматын нығытты, сөнки кешелек ғүмеренә, ер-ил яҙмышына шағирә бер ҡасан да битараф булманы. Бөгөн дә ул беҙҙең А. Инан исемендәге китапхананың яҡын дуҫы һәм партнеры. Беҙҙә үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, беҙгә өр-яңы китаптар ҙа бүләк итә. Тағы ла шағирәнең 62-се башҡорт балалар баҡсаһына 10-ар дана "Аҡбуҙат" журналын яҙҙырыуын да телгә алһаҡ, Сәсәниәнең ҡалабыҙ мәҙәниәте, китап уҡыусылары өсөн ысынлап тырышҡанын танырға тейешбеҙ. Беҙ китап уҡыусылар исеменән Сәсәниәне 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, ижад ҡомары, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡлы оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Нәзифә ИҪӘНҒУЖИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.20 | Ҡаралған: 547

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru