«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУШТАУ ЙӘШӘЙӘСӘК!
+  - 

Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығы Ҡуштауҙа төбәк әһәмиәтендә һаҡланған биләмә булдырыу башланғысын хупланы.
"22 августа Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Ҡуштауҙа төбәк әһәмиәтендә һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырыу тураһындағы тәҡдиме менән хатын алды. Министрлыҡ был йәһәттән булышлыҡ итергә әҙер", - тип белдерә "РИА Новости" РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һылтанмаһына таянып. Киләсәктә был һаҡланған биләмә федераль әһәмиәттә булдырылыуы ла ихтимал тип билдәләнә ведомствола.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 24 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына "Башҡортостан сода компанияһы"ның дәүләт пакетын алыу буйынса килешеүҙе тикшерергә ҡушты. "БСК" менән бәйле ваҡиға етди борсолоу тыуҙыра. Ошо шарттарҙа мин был предприятие яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙебеҙгә алырға тейешлегебеҙ хаҡында ҡарар ҡабул иттем, сөнки акцонерҙар - физик шәхестәр менән аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килде. Улар иҫәп тотҡан сеймал базаһы (Ҡуштау) юҡ. Артабан нисек үҫешергә икәнен үҙебеҙ уйларға тейешбеҙ"."Министрлыҡта юридик төркөм барлыҡҡа килде, тикшереү бара. Мәғлүмәт күләме бик ҙур, күп документтарҙы өйрәнергә кәрәк. Проблеманы хәл итеү варианттарын тиҙ арала бирербеҙ", - тине Наталья Полянская.

Ҡуштау буйынса ҡарарға яуап итеп, "БСК" Башҡортостан Хөкүмәтенә үҙенең дәғүәләрен ҡуя башланы. "Башҡортостан сода компанияһы" етештереү күләмен ҡыҫҡартырға, хеҙмәтсәндәрҙе эштән ебәрергә һәм быйыл Башҡортостандың социаль маҡсатлы программалары фондына 600 миллион һум түләп еткермәҫкә ниәтләй. Быға яуап итеп, Башҡортостан сәнәғәт министры Александр Шельдяев шулай тип билдәләне: "Беҙҙә БСК-ның проблемаһын хәл итерлек, сеймалдың альтернатив сығанағын нисек эшләү мөмкинлеге бар. Шуға күрә БСК-ның топ-менеджментына шантажды туҡтатырға тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙеңсә, БСК һөҙөмтәле эшләй ала һәм эшселәр һанын ҡыҫҡартмаҫҡа ла була. Бында эш - акционерҙарҙың килем менән бүлешергә теләмәүендә. Беҙ предприятиеның сығымын анализланыҡ һәм маҡсатһыҙ тотонолған сығымдарҙы асыҡланыҡ..."

"Башҡортостан сода компанияһы"на бик күп эзбиз ятҡылыҡтары тәҡдим иттек, ләкин предприятие етәкселәрен быларҙың бер варианты ла ҡәнәғәтләндермәне, - тине күп йылдар геология хеҙмәтендә етәксе булып эшләгән Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов "Башинформ"да журналистар менән осрашыуҙа. Уның билдәләүенсә, әле Шахтауҙағы запас та байтаҡ, 1994 йылда Геология буйынса дәүләт комитеты Шахтауҙың аҫҡы өлөшөндә 127 метр тәрәнлектә разведка эштәре үткәргән. Экспертизалар ундағы запастың 200 миллион тонна тәшкил итеүен раҫлаған. Өҫкө өлөштә тағы шул хәтлем запас барлығы асыҡланған. Ләкин предприятиеның яңы етәкселәре был эштең күп сығымлы булыуын, сеймалды һыуһыҙландырыуҙың ҡиммәткә төшөүен күҙҙә тотоп, башҡа эзбиз ятҡылыҡтары эҙләүҙе талап иткән. Уларҙың талабына яуап итеп, предприятиеға башҡа ятҡылыҡтар тәҡдим ителгән, ләкин БСК етәкселеге уларҙың алыҫлығын сәбәп итеп, бер вариантты ла ҡабул итмәгән.

"БАШИНФОРМ" материалдарынан.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.20 | Ҡаралған: 460

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru