«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАҠЫТЛЫСА ҒЫНА СИТТӘН ТОРОП УҠЫУ ҺӘМ УҠЫТЫУҘАР
+  - 


Ошо көндәрҙә баш ҡалала республика педагогтарының август кәңәшмәһе булып үтте. Кәңәшмәлә 9 фекер алышыу майҙансығы эшләне, 2 меңдән ашыу кеше видеобәйләнеш буйынса ҡатнашты. Кәңәшмәлә цифрлы белем биреү мөхите маҡсатлы моделен индереү, балаларға өҫтәмә белем биреүҙең технологияһы һәм йөкмәткеһен яңыртыу, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге һәм дистанцияла уҡыған осорҙа психологик сәләмәтлеге, белем биреүҙең ике һәм күп теллелеге шарттарында Башҡортостандың туған һәм дәүләт телдәрен үҫтереү кеүек көнүҙәк темалар күтәрелде.

Рәсәйҙең күп төбәктәре өсөн актуаль булған туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләһе күтәрелгән майҙансыҡта Саха-Яҡут һәм Тыва республикалары, Мәскәү белгестәре лә тәжрибә уртаҡлашты. Һәр телде өйрәнеү икенсе берәй телде аңлау һәм өйрәнеүгә этәргес булырға тейеш, тип иҫәпләй Герцен исемендәге РДПУ профессоры Елизавета Хамраева. "Һайлап алыу мөмкинлеге күптәрҙе ауыр хәлгә ҡуйҙы, туған теле икәү булған кеше ҡайһыныһына өҫтөнлөк бирергә тейеш? Эйе, туған тел берәү генә тиһәләр ҙә, әгәр ҙә ата-әсәнең телдәре төрлө икән, балаға ҡайһыныһын төплөрәк өйрәтеүҙе һайлау кәрәк һуң? Бынан тыш, мәктәптә туған телде уҡытыуға 1 сәғәт бүленеүе лә фекер алышыуҙы талап итә. Туған телде уҡытыу яйға һалынған төбәктәр өсөн 1 сәғәт аҙ, ә теле тарихта ҡалған кешеләр өсөн был да кәрәк түгел. Донъя тәжрибәһенә күҙ һалырға, уҡытыу методикаһын яңыртырға кәрәк", - ти Елизавета Хамраева.
Билдәләнеүенсә, әлеге көндә Башҡортостанда йәмғеһе 1027 мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениеһында 244 950 бала тәрбиәләнә. Шуларҙың 454-ендә (был 43,6 процентты тәшкил итә) уҡытыу балаларҙың туған телендә алып барыла һәм унда 21 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Бынан тыш, туған телен белмәгән 20 меңдән ашыу бала өсөн 1057 туған телде өйрәтеү төркөмө эшләй. Был турала кәңәшмәнең туған телдәргә арналған фекер алышыу майҙансығында ҡатнашыусыларға БР Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы доценты Зәкиә Нафиҡова мәғлүмәт еткерҙе һәм тәрбиә эше туған телдә алып барылған балалар баҡсаларын заманса техника, интерактив ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе һораны. "Беҙгә мәктәпкәсә белем биреү усаҡтарында туған телде уҡытҡан һәм өйрәткән тәрбиәселәр һәм педагогтар араһында айырым республика конкурсы үткәреү кәрәк", - тип йомғаҡланы һүҙен Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы.
Башҡортостан педагогтарының август кәңәшмәһенә йомғаҡ "Торатау" Конгресс-Холл бинаһында яһалды, унда республика Башлығы Радий Хәбиров, РФ Федераль йыйылышы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Рособрнадзор етәксеһе урынбаҫары Борис Чернышов, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, БР Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ҡатнашты. "Белем биреүҙең цифрлы үҙгәреше: традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре" темаһына арналған кәңәшмәлә мәғариф киләсәге тураһында һүҙ барҙы.
- Ул мәлдә һөҙөмтәле программа һәм тейешле методик тәжрибә булмауға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дистанцияла уҡытыуға күстегеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көндән-көн онлайн дәрестәр һанын арттыра барҙығыҙ. Бының өсөн һеҙгә бик рәхмәтлемен, - тине кәңәшмәне асып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Алда беҙҙе ябай булмаған һынауҙар көтә. Йөҙәрләгән мең балалар - мәктәпкәсә йәштәгеләрҙән алып студенттар, һәм 165 меңгә яҡын тәрбиәсе, уҡытыусы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ябыҡ биналарға киләсәк, ауырыу көсәйеүенә әҙерләнергә тейешбеҙ. Беҙҙе тик тәртип кенә ҡотҡарасаҡ. Уҡыусылар менән бергә һеҙҙең дә бик үк ҡатмарлы булмаған хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүегеҙ шарт.
Әйткәндәй, мәктәптәрҙә санитар-эпидемиология талаптары үтәлешен медицина инспекторҙары тикшерәсәк. Был эш Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм медицина колледждарының һуңғы курс студенттарына йөкмәтелә. Ә бына юғары уҡыу йорттары эшенә килгәндә, бакалавриат һәм магистратураның беренсе курс студенттары ғына дәрескә йөрөүе ҡаралған, ҡалғандар дистанцияла белем алыуын дауам итәсәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быйыл Башҡортостан вуздарында бюджет урындары 1500-гә артҡан, 2021 йылға тағы ла 2 мең урын биреү ҡаралған. Коронавирус пандемияһы сәбәпле республиканың иҡтисади хәле шәптән булмаһа ла, быйыл 5 яңы мәктәп һәм 24 балалар баҡсаһы үҙ ишеген аса. Бынан тыш, быйыл Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында ике полилингваль мәктәп эшләй башлай.
- Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәген булдырыу беҙҙең юғары белем биреү өлкәһенең өмөтө, - тине сығышы һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Был мәсьәләлә мин Рәсәй Президенты менән дә кәңәшләштем. Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков та Өфөгә килгәнендә беҙҙең вуздарҙың ҡаҙаныштарына һоҡланыуын белдергәйне. Шуға хәҙер беҙгә ошо юғары статусты алыу өсөн көрәшергә кәрәк.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Сергей Кравцовтың видео мөрәжәғәтен тыңланы. Ул күптәрҙе борсоған һорау - мәктәптәрҙе тулыһынса дистанцияла уҡытыуға күсереү тураһында ҡуйыртылған хәбәргә асыҡлыҡ индерҙе. "Тулыһынса дистанцион белем биреүгә күсеү мөмкин түгел. Мәктәп бер ҡасан да был аҙымға бармаясаҡ, - тип белдерҙе Сергей Сергеевич. - Бер ниндәй ҙә дистанциялағы дәрестәр традицион белем биреүҙе алмаштыра алмай, был өлкәләге бөтә эшләп табылғандар ни бары уға өҫтәлмә. Хәүефһеҙ видеокәңәшмә бәйләнеше, техник йыһаздар - барыһы ла традицион белем биреүгә ярҙам итеү маҡсатында эшләнә. Ауыл мәктәптәрен техник йыһазландырыу эшен атҡарып сығырға торабыҙ". Сергей Кравцов шулай уҡ белем усаҡтарында тәрбиә биреү милли өҫтөнлөккә әүерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Рәсәй мәғариф министрлығы ҡарамағында Педагогия советы ойоштороласағы, унда илдең һәр төбәгенән берәр уҡытыусы ағза булып инәсәге тураһында әйтте.
Республика педагогтарының август кәңәшмәһендә БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да үткән уҡыу йылы буйынса йомғаҡтар яһаны һәм киләһенә пландар менән уртаҡлашты: "Цифрлы белем биреү мөхите" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканың 101 мәктәбе кәрәкле ҡорамалдар аласаҡ. Бынан тыш, 2021 йылда һөнәри белем биреү усаҡтарында WorldSkills Russia талаптарына яуап биргән ҡорамаллы 67 заманса оҫтахана эшләнә. Яңы уҡыу йылында тәү сиратта балаларҙың һәм педагогтарҙың хәүефһеҙлеген, сәләмәтлеген һаҡлау мөһим. Был маҡсатта дезинфекция саралары һәм ҡорамалдарға Башҡортостан бюджетынан 184,5 миллион һум аҡса бүленде", - тине Айбулат Вәкил улы.
Республика педагогтарының август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әһәҙуллинаның беренсе уҡытыусыға арналған һәйкәл асыу тураһындағы тәҡдимен хуплауын белдерҙе. Яҡын киләсәктә ул баш ҡаланы биҙәйәсәк һәм, моғайын да, беҙгә уҡытыусыларҙың 2020 йылда күрһәткән хеҙмәт ҡаҙаныштарын хәтерләтеп торор. Ә инде цифрлы белем биреү мөмкинлектәре киләсәктә уҡытыусыларҙы тулыһынса алмаштырасаҡ, тип яңғыраған күҙаллауҙар тәжрибәлә яраҡһыҙ булып сығыуын төбәк кенә түгел, ил кимәлендә лә яҡшы аңлайҙар. Республика педагогтарының быйылғы август кәңәшмәһендә был асыҡ сағылды.

Теманы дауам итеп...

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин коронавирус пандемияһы шарттарында белем биреү усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тураһында һөйләне.
Мәктәпкә бөтә кластар ҙа бара. Быға тиклем республиканың бөтә белем усаҡтары эшмәкәрлеген ғәҙәти режимында башлай, тип әйтелгәйне. Әлеге көндә төбәктә 1310 дөйөм белем биреү ойошмаһында 520 176 бала уҡый.
Тантана бөтәһе өсөн түгел. 1 сентябрҙә Белем көнөнә арналған тантаналы сарала бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнаша алмай. Традицион байрам тик беренсе синыф уҡыусылары һәм сығарылыш 9-сы, 11-се синыфтар өсөн генә үткәрелә. Яңы уҡыу йылында 55 мең бала 1-се синыфҡа бара.
Яңы уҡыу йылы - яңы талаптар. Коронавирус инфекцияһы таралыуын киҫәтеү өсөн мәктәптәрҙә түбәндәге талаптар үтәлергә тейеш:
- Һәр синыфҡа физик культура, физика, химия, информатика, технология дәрестәренән тыш, башҡа предметтарҙы уҡытыу өсөн айырым бүлмә тәғәйенләнә.
- Мәктәптә дәрес һәм тәнәфестәр теҙмәһе балалар коридорҙа бер-береһе менән тап килешмәҫлек итеп төҙөлә: бер синыф тәнәфестә саҡта ҡалғандары уҡый.
- Дәрестәр 5 минутҡа ҡыҫҡартыла.
- Уҡыусылар һәм уҡытыусылар айырым ишектәрҙән инеп сыға, учреждениеның запас ишектәренә тиклем асыҡ булырға тейеш.
- Мәктәптәге бөтә өлкән йәштәгеләр өсөн битлек кейеү - ҡәтғи талап.
- Мәктәпкә ингәндә бөтә уҡыусыларҙың температураһы тикшерелә.
- График буйынса синыф бүлмәһе һәм коридорҙарҙы елләтеү, уларҙы дезинфекция саралары менән таҙартыу - мотлаҡ.
- Балалар күпләп килгән урындарҙа - ашхана, спорт залы, коридорҙарҙа - һауа таҙартҡыс ҡорамалдар урынлаштырылырға тейеш.
Бөтә студенттар ҙа көндөҙгө бүлектә уҡымай. Республиканың ҡайһы бер студенттары быйыл дистанцияла белем аласаҡ. Уҡыу йорттарына колледждарҙың беренсе һәм һуңғы курстары, вуздарҙың бакалавриат һәм магистратуралағы беренсе курс студенттары ғына йөрөйәсәк. Башҡа курс студенттары 1 ноябргә тиклем өйҙән уҡый. Быйыл республика колледждарында 93,9 мең студент, юғары уҡыу йорттарында 97,9 мең йәш кеше белем аласаҡ.
Балалар баҡсаһын бөтәһе лә аса. 1 сентябрҙән республиканың барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары асыла. Быға тиклем тик дежур төркөмдәр генә эшләне. Башҡортостанда йәмғеһе 1027 балалар баҡсаһы бар, уларҙа 244950 бала йөрөй. Коронавирус инфекцияһы таралыуын киҫәтеү маҡсатында был учреждениеларҙа ла ҡәтғи санитар-эпидемиология талаптары үтәлергә тейеш:
- Ингәндә балаларҙың температураһы тикшерелә.
- Көн һайын бина бүлмәләре, уйынсыҡтар, уйын ҡорамалдары дезинфекция саралары менән еүешләп йыйыштырылырға тейеш, генераль йыйыштырыуҙы аҙнаһына бер тапҡырҙан да кәм үткәрмәҫкә, даими рәүештә ҡулдарҙы махсус антисептиктар менән эшкәртеү, һауаны таҙартыу һәм бүлмәләрҙе елләтеү атҡарылырға тейеш.
- Ашхана һәм аҙыҡ-түлек блоктары хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ битлек һәм бирсәткәләр кейергә тейеш.
- Мөмкин булған тиклем төркөмдәге балалар һаны кәметелә.
- Төрлө төркөм балалары үҙ-ара аралашырға тейеш түгел, шул иҫәптән тышта уйнарға сыҡҡанда ла.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.20 | Ҡаралған: 436

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru