(5-се бүлек)
Һөҙөмтәлә башҡорттар 7 йылға һуҙылған ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтен башлап, ихтилалға күтәрелә. Тарихсылар белдереүенсә, ошо ихтилал башҡорт халҡы өсөн иң уңышлыларҙан һанала: алыш-ҡырылыштарҙа байтаҡ ил улдары, ҡаһарман башҡорт яугирҙары һәләк булһа ла, башҡорттар бығаса күрелмәгән һөҙөмтәгә өлгәшә, Иван Грозный заманынан ҡалған килешеү шарттары ҡайтанан тергеҙелә, башҡорт иле Россия империяһының ярым бойондороҡһоҙ бер өлөшө итеп таныла. Бындай статусты уҫаллығы менән дан алған Петр I бирмәгән хәлдә лә, ул батша хакимиәтен башҡорт халҡы күтәргән шарттар менән риза булырға мәжбүр итә. Әлбиттә, был еңеү еңел генә бирелмәй.
Бына ул саҡтағы ваҡиғалар хроникаһы.
1707 йылда Йөрәктау янында П. Хохловтың 1300 кешенән торған Өфө полкы Күсем Түләкәев етәкселегендәге ихтилалсылар (аҫаба башҡорттар, мишәрҙәр, татарҙар, сыуаштар, сирмештәрҙән ойошторолған яугирҙар отряды) менән 10 көн дауамында барған бәрелештәрҙә тар-мар ителә, 400 һалдат әсиргә алына, байтағы һәләк була, ә Хохлов үҙенең ярандары менән Табын ҡәлғәһенә ҡасып китә.
Ошо уҡ йылдың октябрь айында С. Аристов һәм И Риддерҙың драгун һәм һалдат полктарына ҡаршы һуғыштар уңышлы бара, улар башҡорттар йәшәгән территорияға бер нисек тә баҫып инә алмай. Ә тархан Алдар Иҫәкәев етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары хатта Ҡаҙанды штурмлау маҡсатында көнбайышҡа табан хәрәкәт итеп, байтаҡ ҡына ауылдарҙы һәм ҡәлғәләрҙе ҡулға төшөрә. Ошо легендар башҡорт батыры яугирҙары рәттәрендә Йылан олоҫоноң арҙаҡлы юлбашсылары Исмәғил мулла (3 мең кешелек отряды менән) һәм Мәскәү Уразаев (2 мең яугир) ҡурҡыу белмәй алыша. Йылан башҡорттарынан Күсем һәм Уразай батырҙар дан ҡаҙана. Кама аша сығып, ихтилалсылар Алабуға, Минзәлә, Сарапул ҡәлғәләрен ҡамап ала, Чистополь ауылын, Илбахты монастырын, Зәй ҡәлғәһен штрумлап ала. 1708 йылдың 1 ғинуарында Ҡаҙан ҡалаһына хәүефле хәбәрҙәр килә: "…воры башкирцы пригород Заинск выжгли и людей порубили и идут большим собранием и под Новошешминск".
1709 йылда Петр батшаға хатында Ҡаҙан губернаторы П.М. Апраксин ихтилалсы башҡорттар тураһында ошолай тип яҙған: "О тех башкирцах доношу тебе, государю: народ их проклятый, многочисленный и военный да безглавный, никаких над собою начал, хотя б так, как на Дону, подобно атаманы, и таких не имеют".
Батша хакимиәте, Петр I сит илдәр менән ҡатмарлы һуғыштар алып барғанлыҡтан, башҡорт ихтилалдарын баҫтыра алмай. Ошо осорҙа башҡорттар Мәскәүгә яһаҡ түләүҙән дә ҡотола. Башҡорттар үҙҙәренең үҙаллы ханлыҡтарын иғлан итә, Күсем хан тоҡомонан булған Көсөк хан, Морат хан, Ибраһим хан, Ырыҫмөхәммәт хандар Башҡорт иле хакимдары итеп таныла. Тап ошо осорҙа рәсми документтарҙа Башҡорт Урҙаһы (Башкирская Орда) термины ҡулланыла башлай.
1727 йылда Петр Беренсенең үҫмер ейәне Петр II коронациялана, Башҡорт иленең 4 даруғаһынан ошо тантанала 31 кешенән торған делегация ҡатнаша. Был ваҡиға башҡорттарҙың ҡайтанан рус подданствоһын таныуы итеп ҡабул ителә. Башҡорт хәлдәрен ҡатмарландырмау маҡсатында 1728 йылда Петр II махсус указға ҡул ҡуя, был сәйәси аҙым йәш батша исеменән идара итеүсе Юғары Совет тарафынан башҡарыла. Ошо указға ярашлы, Өфө провинцияһы Ҡаҙан губернаһынан айырылып, Сенаттың айырым ведомствоһы ҡарамағына тапшырыла. Ошо указда Йылан олоҫоноң арҙаҡлы башҡорто Йәркәй Ейәнсуриндың исеме телгә алына: "Указали Мы, по челобитью присланных от вас выборных челобитчиков, башкирцов Яркея Янчурина с товарищи, в помянутую [Уфимскую] провинцию послать воеводу, Нашего бригадира Петра Бутурлина и быть той провинции в особливом ведомстве Нашего Сената, и о всяких делах писать ему и требовать Нашего указа от того Сената, а Казанскому губернатору той провинции не ведать". Яңы воевода Петр Бутурлинға айырым наказ бирелә: "башкирцам и прочим иноверцам никакого озлобления и обид и налог отнюдь никому никаких не чинить". Башҡорттар өсөн элекке килешеүҙәрҙә ҡаралған шарттар тергеҙелә: "... и во всем поступать по данным вам от Предков Наших Великих Государей жалованным грамотам".
Пугачев етәкселегендәге яуҙарҙа Салауат Юлаев отрядтарында Йылан олоҫонан сыҡҡан күренекле етәкселәр ҙә ҡатнаша: Йәркәй Ейәнсуриндың ейәне, старшина Бикҡол Нурбәкин (хәҙерге Илеш районы Йәркәй ауылынан), Мөслим Айытов, Сөләймән Миңлеғолов, Балтас Сәйетов (Борай районы Туҡран ауылынан), Әптекәй Мәскәүев (Илеш районы Мәскәү ауылынан), Моратшах Сыртланов, Миңдекәй Әбделғазин (Туймазы районы Бишенде ауылынан), тархан Солтанғол Тименәйев (Шаран районы Тархан ауылынан).
Хәҙерге ваҡытта йылан ырыуы башҡорттарының вариҫтары Башҡортостандың Бишбүләк, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Саҡмағош, Шаран һәм Благовар райондары ауылдарында йәшәй. Йылан башҡорттарының боронғо ҡәрҙәштәре - ҡайлыларҙың бик бәләкәй генә өлөшө айырым аймаҡтар рәүешендә юрматы башҡорттары составына ҡушылып киткән.
2013 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының Медик-генетик ғилми үҙәге һәм Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары тарафынан Борай һәм Йәрмәкәй районында йәшәүсе йылан ырыуы вәкилдәренең ниндәй гаплотөркөмдәргә ҡарауы асыҡланды. Был ырыу кешеләрендә ике гаплотөркөм өҫтөнлөк итә: R1b-M73 һәм N1c-M178.
Күрһәтелгән гаплотөркөмдөң беренсеһе тамъян һәм меркет ырыуҙарына ла хас булһа, икенсеһе мең, түңгәүер, уран, үҫәргәндәрҙә йышыраҡ осрай.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ
әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 31-34-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА