Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһының, 44-се һәм 162-се "Смарт" полилингваль күп профилле мәктәптәренең 7-се синыф уҡыусылары тантаналы рәүештә шайморатовсылар сафына ҡабул ителде.
Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән дөйөм белем биреү мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге синыфтар булдырылды. Атап үтелгән мәктәптәрҙә легендар комдивҡа бағышланған кабинет-музейҙар эшләйәсәк. Шайморатов синыфтарында уҡыусыларҙы үҙҙәренең берҙәм мәктәп формаһы айырып тора, ә инде төрлө ҡаҙаныштары өсөн улар "Йәш шайморатовсы" значогы менән бүләкләнәсәк.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, был көндөң уларҙың тормошонда яңы осорға юл асыуын билдәләне. "Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге синыфтарҙа уҡыясаҡһығыҙ. Беҙ батырыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе шулай дауам итәбеҙ. Һеҙҙә ғәҙәти булмаған дәрестәр барлыҡҡа киләсәк: һыбай йөрөү, уҡ атыу, йөҙөү, башланғыс хәрби әҙерлек. Был дәрестәр физик көсөгөҙҙө, характерығыҙҙы һәм, тәү сиратта, рухығыҙҙы нығытыр. Легендар комдив Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүен Башҡортостан халҡы һуғыштан һуңғы 75 йыл буйына көттө. Рәсәй Президенты беҙҙе ишетте һәм ысын мәғәнәһендә тарихи хәҡиҡәтте тергеҙҙе. Быйыл 30 мартта Владимир Владимирович Путин немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 9 Майҙа Геройҙың Алтын йондоҙо Республика Милли музейы фондына мәңгелеккә һаҡланыуға тапшырылды. Беҙ барыбыҙ ҙа милли батырыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Генерал Шайморатов - беҙҙең өсөн Тыуған илде яратыу һәм һаҡлау өлгөһө. Ҡәҙерле балалар, һеҙ - уҡыусылар араһында беренсе шайморатовсылар, был бик маҡтаулы һәм яуаплы исем. Һеҙҙең иңгә легендар комдивтың иҫтәлегенә лайыҡлы, тыуған Башҡортостан һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары булыу яуаплылығы ята. Мин һеҙҙең шайморатовсылар символикаһы эшләнгән форманы намыҫлы һәм ғорур кейеп йөрөрөгөҙгә ышанам. Һәр ваҡыт комдивтың: "Шайморатов тоҡомдары сигенә белмәй", - тигән девизын тотоғоҙ, уны аныҡ эштәр менән раҫлағыҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, маҡсатығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ. Мин һеҙҙе тормошоғоҙҙағы ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас ҡотлайым һәм киләсәктә юғары үрҙәр яулауығыҙҙы һәм беҙҙе уңыштарығыҙ менән ҡыуандырыуығыҙҙы теләйем", - тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 29-сы Өфө махсус тәғәйенләнештәге отряды командиры урынбаҫары Ирек Ғәниев, Бөйөк Петр указы буйынса ойошторолған кадет кластарының 300 йыл дауамында уникаль кадрҙар әҙерләү үҙәге булыуын билдәләп, уҡыусыларға кадетлыҡ, яугир-шайморатовсылар традицияларына тоғро булыуҙарын теләне һәм балаларҙың бары тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшеүенә ышаныс белдерҙе: "Иптәшлек рухына тоғро булығыҙ. Ғүмерлеккә беҙҙең отрядтың девизы булған һүҙҙәрҙе хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: "Ҡаршыңда кем булыуы мөһим түгел, эргәңдә кем булыуы мөһим". Әгәр хәрби хеҙмәтегеҙҙе контракт буйынса дауам итергә теләһәгеҙ, беҙ һеҙҙе отрядыбыҙға өҫтөнлөклө шарттарҙа ҡабул итә алабыҙ", - тине Ирек Ғәниев.
Йәш шайморатовсыларҙы Шайморатов ордены кавалеры, 29-сы Өфө махсус тәғәйенләнештәге отрядтың икенсе төркөмө беренсе взводының штурмлау бүлеге уҡсы-санитары Вадим Сафин тәбрикләне. Ул уҡыусыларҙы алда мөһим һәм ҡыҙыҡлы юл көтөүен, уларҙың бөгөнгө яугирҙарға лайыҡлы алмаш буласағына ышанысын белдерҙе.
Йәш шайморатовсылар легендар комдивтың исемен намыҫлы йөрөтөргә, Башҡортостанға һәм Рәсәйгә - тоғро, Тыуған ил өсөн башын һалғандарҙың иҫтәлегенә - лайыҡлы, тыуған еренең тоғро улдары һәм ҡыҙҙары булырға, лайыҡлы белем алырға, үҙҙәрен Ватанға хеҙмәткә әҙерләргә һәм шайморатовсыларҙың "Салауат тоҡомдары сигенә белмәй" тигән девизын һәр саҡ иҫтә тоторға тантаналы ант итте.
Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|