«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ БАШҠОРТБОҘ - ГӘРӘЙ БУЛА ЫРЫУЫБЫҘ
+  - 


Кирәйәт ханы Маркус III һәләк булғас, хан власы уның оло улы Хурджакус (Григориус) Бойороҡ хан ҡулына күсә. Уның Эрке Кара, Керейдай, Тай Тимур, Бука Тимур, Илка Селенгун һәм Тогрул исемле улдары була. Атаһы үлгәс тә, сик буйы ерҙәрендә идара итеү һылтауы менән, Тогрулды ағалары властан ситләтә. Хан власы өсөн башланған низағта Тогрул үҙенең ике ағаһын - Тай Тимурҙы һәм Бука Тимурҙы үлтертеп, хан титулын үҙенә ала. Әммә Тогрулдың гүрхан дәрәжәһендәге ике туған ағаһы, уның ошо вәхши ҡылығын кисерә алмай, уны хан тәхетенән мәхрүм итә. Тогрул монгол юлбашсыһы Есугай баһадирҙан ярҙам һорай, уныһы Тогрулға яңынан кирәйәт ханы дәрәжәһен ҡайтарта. Гүрхан иленән ҡасып китергә мәжбүр була. Ошо уҡ йылда Тогрул хандың анды (әйтелгән туғаны) итеп иғлан ителгән Есугай баһадир далала татарҙар тарафынан ағыулап үлтерелә. Ул ҡуңрат юлбашсыһы ҡыҙын үҙенең туғыҙ йәштәге улы Темуджинға йәрәшер өсөн юлға сыҡҡан була. Есугай баһадирҙың вафатынан һуң монгол олоҫо тамам тарҡала. Йәш монгол кенәзе атаһының анды булған Тогрул ханға һыйынырға ҡарар итә: "Минең атайыма анд булған кеше минең өсөн атайыма тиң", - тип, ул Тогрул ханға бүләктәр менән килә. Шул ваҡыттан алып киләсәктә Сыңғыҙ хан исемен аласаҡ Темуджин кирәйәт ханының вассалына әйләнә.
1184 йылда монголдарҙың төп йортона (ставкаһына) көтмәгәндә меркеттәр һөжүм итә, улар Темуджиндың ҡатыны Бортэны үҙҙәре менән әсирлеккә алып китә. Уға йәнә Тогрул хан ярҙамға килә. Кирәйәттәрҙең һәм монголдарҙың берләштерелгән ғәскәре меркеттәрҙең башлығы Токтай бек ғәскәренә һөжүм итеп, уларҙы еңеүгә өлгәшә. Ошо еңеүле алыштан һуң Темуджин кирәйәт юлбашсыһы Тогрул ханға һәм үҙенең әйтелгән туғаны, джаджират кенәзе Джамухаға былай тип мөрәжәғәт итә: "Хаган, атам минең, һәм Джамуха туғаным, һеҙҙең икегеҙ менән дуҫлашып, Күктән вә Ерҙән көс-ҡеүәт алып, беҙ ир исемен йөрөткән меркеттәрҙең күкрәктәрен бушата алдыҡ, һәм уларҙың бауырҙарын киҫеп алдыҡ. Беҙ уларҙың түшәктәрен буш ҡалдырҙыҡ, уларҙың нәҫелен вә кешеләрен юҡ иттек, иҫән ҡалғандарын әсирлеккә алдыҡ". Ошо алыштан һуң монголдар араһында Темуджиндың абруйы көсәйә, ә 1189 йылда монгол ҡәбиләләренең бер өлөшө уны үҙҙәренең ханы итеп иғлан итә, ул Сыңғыҙ хан титулы менән аталып йөрөтөлә башлай.
Артабан кирәйәт ханы Тогрулды туғандары ҡабаттан ханлығынан яҙҙыра, ул ҡара ҡатай гүрханынан ярҙам һорап ҡараһа ла, килешеүгә өлгәшә алмай. Си Ляо дәүләтендә бер йыл самаһы йәшәгәс, Тогрул гүрханға ҡаршы бола ойоштора, әммә унан да ҡасып китергә мәжбүр була. Уйғырҙар, тангуттар территорияһы аша үткәндә, ашарҙарына бер тәғәм ризыҡтары ла ҡалмай. Тап шул мәлдә Сыңғыҙ хан ебәргән хәбәрсе яугир Тогрул ханға үҙ хужаһының уға ярҙам итәсәге хаҡында белдерә. Бөйөк монгол ханы Тогрулды яңынан хан тәхетенә ултырта.
Ә был саҡта Цзинь империяһы һәм үтә көсәйә барған татарҙар араһында мөнәсәбәттәр ҡырҡа үҙгәрә, шунлыҡтан империя етәкселеге татарҙарҙан ҡотолорға була. Ошо маҡсатта император Тогрул хан һәм Сыңғыҙ хан менән татарҙарға ҡаршы бергәләп яу асыу хаҡында килешеүгә өлгәшә.
Империя ғәскәре, татарҙарҙы ҡыҫырыҡлап, кирәйәт һәм монгол засадаһына табан сигенергә мәжбүр итергә тейеш була. Ошо поход 1198 йылға планлаштырыла. Сыңғыҙ хан, ризалығын белдереп, былай ти; "Татарҙар - беҙҙең боронғо дошмандар. Улар беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы үлтерә ине. Шуның өсөн беҙгә лә ошо ҡан ҡойошта ҡатнашыу фарыз". Сыңғыҙ хан Тогрул ханға татарҙарға ҡаршы бергәләшеп сығыу тәҡдимен ебәрә, тогрул уға былай яуаплай: "Дөрөҫлөк һиндә, улым минең. Берләшербеҙ!" Ошо ҡыйралышта татар ғәскәре тар-мар ителә, Цзинь императоры еңеү уңайы менән Тогрул ханға "ван" (йәғни, батша) титулын бирә, уны шул саҡтан Ван хан тип атай башлайҙар. Ә Сыңғыҙ хан "джаут-хури" дәрәжәһенә эйә була, ул ҡытай телендә "бөйөк әмир" тигәнде аңлата.
1200 йылда Сыңғыҙ хан һәм Тогрул Ван хан меркет һәм тайджиуттарҙың берләштерелгән ғәскәрен тар-мар итә. Монгол-кирәйәт баҫымы менән бер нисек тә килешергә теләмәгән меркет, тайджиут, джаджират, ҡуңғрат, салжиут, татар, ойрат, найман һәм башҡа ваҡ ҡәүемдәр монгол һәм кирәйәттәргә ҡаршы ойошоп, Джамуханы үҙҙәренең гүрханы итеп иғлан итә. Әммә ошо берләштерелгән ғәскәр ҙә "аталы-уллы" Ван хан һәм Сыңғыҙ хан армияһын еңә алмай. Улар, татарҙар тарафынан мәкерле рәүештә һәләк ителгән Амбағай хандың васыятына тоғро ҡалып, татарҙарҙы ахырынаса юҡ итергә ҡарар итә. 1202 йылда Далан-нэмургес ыҙанындағы һуғышта татарҙар һуңғы еңелеүгә дусар була. Әсир алынған барлыҡ татар кешеләрен бер урынға ҡыуып килтерәләр. Бында уларҙың тарихи яҙмышына һуңғы нөктә ҡуйыла. Поэтик строфалы тарихи сығанаҡта ошондай мәғлүмәт теркәлеп ҡалған: "Советта һөйләштек һәм был эште шулай бөтөрҙөк: Элек-электән татар халҡы Ата-бабаларҙың булған палачы. Ҡанға ҡан көҫәп алайыҡ үс. Үткәрәйек барыһын ҡылыстан: Арба күсәренә үлсәгәс тиңләп, Бейегерәктәрен ҡылыстан үткәреп, Мәңгелек ҡол итеп ҡалғанын, Таратайыҡ бар тарафҡа бүләк итеп".
Тикшеренеүсе Е.И. Кычанов шулай яҙа: "Монголдар күтәрелгәнгә тиклем үк татар-монгол ҡәбиләләренә үҙҙәренең исемен ҡалдырып, татар ҡәбиләһе шулай һәләк булды. Һәм ошо һуйыштан һуң егерме-утыҙ йыл үтеүгә көнбайыштағы йыраҡ ауыл һәм тораҡтарҙа "Татарҙар!" тигән хәүефле тауыштар яңғыраған саҡта етеп килеүсе баҫҡынсылар араһында ысын татарҙар аҙ ине, уларҙың тик дәшһәтле исеме генә ҡалды, ә улар үҙҙәре, монгол ҡылыстарынан тураҡланып, күптән инде тыуған олоҫтары ерҙәрендә ята ине". Эйе, тарихта шулай ҙа була: ҡасандыр ҡеүәтле, ғәйрәтле булған халыҡ һәләкәткә осрап, юҡҡа сыға, ә уның исеме, башҡалар тарафынан үҙләштерелеп, үҙенең яңы тормошо менән йәшәй башлай.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 39-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.20 | Ҡаралған: 545

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru