«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ ХЫЯЛЫМДАҒЫ ӨФӨ
+  - 


Һәр кемдең күңелендә йылы хәтирәләр булып уйылған тыуған төйәк һәм... торған төйәк була. Баш ҡалабыҙ Өфө лә күп милләттәштәр өсөн хыялдарҙы ысын иткән, тормош маҡсаттарына өлгәштергән, ғүмер йылдары йомғағын тағатҡан, үҙ затының вариҫтарын ишәйткән торған төйәк булып әүерелгән. Өфөнө тыуған төйәктәренән яҡыныраҡ күреп төйәкләнгәндәрҙең уға фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәрҙән булыуы тураһында ла онотмайыҡ. Беҙ был юлы Көйөргәҙе һәм Илеш райондарында тыуып үҫкән, әммә ғүмерҙәрен Өфөбөҙҙө Башҡортостандың баш ҡалаһы статусына тап килтерергә, уның үҙ милли йөҙөн булдырырға тигән изге маҡсатҡа арнаған билдәле ижади шәхестәр - скульптор Өлфәт ҠОБАҒОШОВ һәм архитектор Рудоль АВСАХОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Өфөгә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан көнөгөҙҙө хәтерләйһегеҙме? Нимә аптыратты, һоҡландырҙы, ә нимә оҡшаманы?

Ө. Ҡобағошов:
Мин Өфөгә тәүге тапҡыр 1970 йылдарҙа килгәнемде ныҡ хәтерләйем. Иң һоҡландырғаны һәм ғорурландырғаны - ул Өфөгә ингән саҡта уҡ тауҙа, ҡаяла Салауат батырҙың атлы һыны ҡаршы алыуы булды. Аптыратҡаны ла шул булғандыр. Уның монументаллеге, масштабы һәм башҡорттоң бар булмышын сағылдырған бөркөт ҡарашлы һындың тап ҡаяла баҫып тороуы, әлбиттә, кемде генә һоҡландырмай, аптыратмай, ғорурлыҡ тойғоһо уятмайҙыр! Шул уҡ ваҡытта Өфөлә милли скульптураларҙың, милли архитектураның булмауы, милли мөхит юҡлығы, туған телендә, башҡортса һөйләшкән кешеләрҙең аҙ булыуы күңелгә ятып етмәне. Хәҙер Өфөлә йәшәүемә илле йылға яҡын ваҡыт уҙҙы. Был йүнәлештә барыбер ҙә күңел ҡыуаныр үҙгәрештәр бар, әлбиттә.
Р. Авсахов. Өфөгә тәүге тапҡыр 1964 йылдың июнь баштарында килеп эләктем. Яҡшы уҡыған һәм пионер эшендә әүҙем ҡатнашҡан балалар өсөн мәктәп баш ҡалабыҙға ана шундай сәйәхәт ойошторғайны. Мин әлеге сәфәр шатлығын ошоға тиклем онота алмайым. Яратҡан уҡытыусым, беҙҙең класс етәксеһе Бикә апай Вәлиуллина, төрлө йәштәге 15 баланан торған төркөмдөң етәксеһе итеп билдәләнгәйне. Әле булһа хәтерләйем: беҙ йәйге еңел кейемдә - ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәк кейгәнбеҙ, ҡара күкһел салбарҙа, галстуктар таҡҡанбыҙ - ашҡынып-илһамланып республикабыҙ баш ҡалаһына юл тоттоҡ. Өфөгә килеп төшкәс, беҙ ниндәйҙер юғары вольтлы электр линияһы һуҙылған урамдағы бер мәктәпкә урынлаштыҡ. Йоҡлап булманы: урамдан туҡтауһыҙ үтеп торған машиналар гөрһөлдәүенән бина дер һелкенеп тора ине. Иртәнге ҡояштың көлтә нурҙары яҡтыһында тәҙрәнән асылған матур күренештәр иҫтә ҡалған. Мәктәп урамынан бер яҡ ситтәрәк ябай ғына ауыл өйҙәре теҙелеп киткән. Быны күреп, бик тә күңелем ҡайтты: ошо микән ни Өфө ҡалаһы тигәндәре? Беҙҙең өсөн ҡала тормошо менән танышыу мәктәптәге йыуынғыс бүлмәһенән һәм ашхананан башланды. Шунан һуң сафҡа теҙелеп, трамвай юлы һуҙылған урамға табан киттек. Октябрь проспектының был өлөшөндә биш ҡатлы йорттарҙың нигеҙҙәре генә һалынып ята ине. Арыраҡ туғыҙ ҡатлы йорт. Был иҫ киткес бейек булып тойолған йорт үҙенең серлелеге менән ябай ауыл балаһының хәтеренә бик ныҡ уйылып ҡалды, әлбиттә. Ҡала Советы бинаһы шул саҡта уҡ бар ине, буғай, тик ул ни өсөндөр уратып кәртәләп алынғайны.
Шунан һуң трамвайға ултырып, ҡала үҙәгенә килеү мине елкендереп ебәрҙе, бында беҙҙе бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр көткәне аңлашылды. Күңелде тулҡынландырған иң иҫтәлекле хәтирәләрҙең береһе - В.И. Ленин менән Н.К.Крупскаяның йорт-музейын барып күреү булды. Өфөлә шундай бөйөк кешеләрҙең булыуы беҙҙең күҙ алдында баш ҡалабыҙ абруйын тағы ла күтәреп ебәрҙе. Революцион урамында булған тағы бер ҡыҙыҡлы осраҡ тураһында ла һөйләп үтәйем. Әлегесә, сафҡа теҙелеп, тротуар буйлап китеп барғанда ҡаршыбыҙға олпат һәм бөтәһе лә костюм кейгән дүрт ир осраны. Беҙҙең Бикә апайыбыҙ уларҙы ҡыйыу ғына туҡтатты ла, үҙе һәм беҙҙең менән таныштырҙы. Былар танылған шағир һәм яҙыусылар Әнғәм Атнабаев, Ҡадир Даян, Баязит Бикбай, Динис Исламовтар булып сыҡты. Уларҙы "Башгражданпроект" ойошмаһы урынлашҡан бина янында осратҡайныҡ. Яҙмыш тигәнең ҡыҙыҡ шул: миңә аҙаҡ тап ошо проект институтында ябай архитекторҙан алып директорға тиклем 15 йыл буйы эшләргә тура килде.
Ул саҡтағы Өфө былай яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы, йәшеллектең күп булыуы ла оҡшаны. Тик был йәшеллектән ҡала урамдарының ап-аҡ тирәк мамығына сорналыуы ғына оҡшап етмәгәйне. Тағы ла ул саҡтағы торлаҡ йорт биналарының күбеһе бик иҫке һәм уларҙан ниндәйҙер яман еҫтәр аңҡый ине, яңы йорттар бик аҙ һәм уларҙың архитектураһы эс бошорғос ябай, бер төрлө булыуы менән хәтерҙә ҡалған.

Ауылда тыуып үҫкән егеттәргә ҡала төҙөлөшөнә, уны биҙәүсе төрлө сәнғәт объекттарына ҡағылышлы һөнәр үҙләштереү еңел бирелмәгәндер?

Ө. Ҡобағошов:
Эйе, тап шулай. Мин ауыл мәктәбендә рәсем һәм йыр уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң ғына Өфө сәнғәт училищеһына документтарымды бирҙем. Үҙем менән күп кенә эштәр алып килдем. Сөнки эштәрҙе ҡарағандан һуң ғына документтарҙы ҡабул итә инеләр. Ул ваҡытта иң ҙур конкурс художество бүлегенә була торғайны, бер урынға ун-ун биш кеше дәғүә итә ине. Ҡалала үҫеп, махсус художество мәктәптәрендә тәрбиә алған абитуриенттар менән бер үк талап, бер үк конкурс аша үтергә тейеш инек. Барлыҡ имтихандарҙы ла биреп, һөҙөмтәләр билдәле булғас, ҡабул итеү тураһында бойороҡ элеп ҡуйҙылар. Килеп ҡараһам, минең фамилиям юҡ. Күңелгә ҡыйын булып китте, әлбиттә. Шул саҡ бер абитуриент ҡыҙ: "Өлфәт, уҡырға кереүең менән ҡотлайым!" - ти. "Мин бит исемлектә юҡ", - тим. Ә ул: "Әйҙә, кил әле бында", - тип икенсе бойороҡто күрһәтә. Ысынлап та, беҙҙе - ике егетте икенсе курсҡа ҡабул иткәндәр икән! Шулай итеп, декоратив сәнғәт бүлегендә дүрт йыллыҡ программаны өс йылда уҡып сығырға тура килде. Декоратив сәнғәт бүлегендә уҡыһам да, уҡытыусыбыҙ скульптор Ғүмәр ағай Мөхәмәтшин булғас, скульптура һөнәре менән уның йоғонтоһо аша таныштым. Ул саҡта Өфөлә скульптор һөнәренә әҙерләмәйҙәр ине. Союздаш республикаларҙа монументаль скульптура, милли архитектура, кино сәнғәте ныҡ үҫешкәйне. Автономиялы республикаларҙа был йүнәлеш "тыйылған" булып сыҡты. Сәнғәт училищеһын тамамлағас та бер иптәшем менән Балтик буйы республикаларына йәки Ленинградҡа монументаль скульптура буйынса уҡырға йүнәлтмә һорап, мәҙәниәт министрына керҙек. Ул: "Ана, сәнғәт институты асылды бит, живопись буйынса уҡығыҙ!" - тип сығарып ебәрҙе. Сит республика вуздарына документтарҙы йүнәлтмәһеҙ бөтөнләй ҡабул итмәйҙәр ине шул.
"Ниңә беҙҙә Салауат һәйкәленән башҡа милли скульптуралар юҡ, башҡорттар араһынан ниңә скульпторҙар юҡ", тигән уй күңелде өйкәүҙән туҡтаманы. Бына шуның өсөн генә лә хатта, һис шикһеҙ, скульптор булырға кәрәк, тигән сәм мине ошо йүнәлешкә әйҙәне. Исмаһам, бер генә милли монументаль скульптура эшләп ҡалдыра алһам, был донъяла юҡҡа йәшәмәгәнмен икән, тип әйтерлек булһын, тигән уй һәр саҡ рухи көс, ҡеүәт биреп торҙо. Мин үҙаллы, бик ҡатмарлы профессия - скульптура һөнәрен үҙләштереүемде дауам иттем, технологияларын өйрәндем. Өйрәтеүсе кеше булманы. Бәхеткә күрә, Өфө дәүләт сәнғәт институтында скульптура бүлеге астылар. Скульптура бүлегенә әҙерлекле абитуриенттар кәрәк ине. Мине художество факультетының деканы Э.Сәйетов һәм кафедра етәксеһе Р.Зәйнетдинов ағайҙар үҙҙәре саҡырып алды. Скульптура бүлеге үҙенсәлекле, йыл да түгел, ике-өс йылға бер тапҡыр, ике йәки ҡайһы саҡта өс студент ҡына ҡабул итәләр. Шулай ҙа скульптураға ҡарата булған бирелгәнлек, алға ҡуйылған маҡсат үҙенекен итте. Алты йыл буйына күренекле скульптор, педагог, профессор Н.Калинушкиндың оҫтаханаһында уҡыу мине тағы ла профессиональ бейеклеккә күтәрҙе, камиллаштырҙы. Шул йылдарҙа граниттан, мәрмәрҙән, металдан Ғ. Әлмөхәмәтовҡа, Д. Бураҡаевҡа, медиктарға һәм башҡа шәхестәргә бағышланған һәйкәлдәр ижад иттем. Ә "Зөһрә-Ҡыҙ" монументаль-декоратив скульптура композицияһы оригиналлеге менән дә, башҡа йәһәттән дә милләтенә ҡарамай бар кешегә лә оҡшаны.
Р. Авсахов: Мин алтынсы кластарҙа уҡ художество училищеһына инеп ҡарарға тип әҙерләнә башлағайным. Үкенескә күрә, художество училищеһына инергә тигән хыялым селпәрәмә килде: композициянан имтиханды бирә алманым. Өфө нефть институтына ингәс, миңә Мәскәү архитектура институтында белемемде һынап ҡарарға кәңәш иттеләр. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, мин ул ваҡытта уҡ әле элиталы иҫәпләнгән ошо институтта уҡый башланым, ләкин ни өсөндөр үҙ-үҙемә ышанысым юҡ ине. Әгәр булдыра алмаһам, Өфөгә кире ҡайтырмын, тип тынысландырҙым үҙемде. Уҡыуҙар башланыр алдынан Мәскәү өлкәһенең Руза районында бер ай буйы картуф уңышы йыйыу эшендә булыу иһә икеләнеүҙәремде юҡҡа сығарҙы: мин, ниһайәт, буласаҡ һабаҡташтарым менән яҡындан таныштым, русса телмәремде камиллаштырҙым. Аҡрынлап буласаҡ һөнәрем серҙәренә төшөнә башланым, ул миңә торған һайын ҡыҙыҡлыраҡ булып тойолдо. Һүрәт төшөрөү, живопись, проектлау нигеҙҙәрен яҡшы ғына үҙләштерҙем. Тора-бара дөйөм институт конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай башланым. Уҡытыусыларыбыҙ юғары мәҙәниле, үҙ һөнәрҙәре оҫталары, әҙәпле һәм киң белемле, ләкин бик ябай кешеләр ине. Уларҙың ярҙамы һәм абруйы арҡаһында беҙҙе өсөнсө курстан уҡ Мәскәү проект институттарына практикаға, ваҡытлыса эшкә ала башланылар, был беҙгә белемебеҙҙе ғәмәлдә һынап ҡарарға, унан кеҫә яғын да нығытырға ярҙам итте. Институтты уңышлы тамамланым: диплом эшем 1975 йылғы Бөтөн Союз диплом эштәре конкурсында алтын миҙалға лайыҡ булды. Өфөгә, "Башкиргражданпроект" институтына эшкә ҡайттым. Ауылда үҫеп нығынған характер шулай итеп уҡыуҙа ла, артабанғы тормош юлында ла бик ныҡ ярҙам итте...

Тәүге проекттарығыҙ менән ҡала йөҙөнә ниндәй яңылыҡ, үҙенсәлек индерергә теләнегеҙ?

Р. Авсахов:
Миңә тапшырылған беренсе объект Свердлов, Гоголь, Аксаков урамдары һыҙатындағы 1200 урынлыҡ кинотеатр булды. Иң тәүҙә уға дөрөҫ исем биреү мөһим ине. Әмәлгә ҡалғандай, бер көн кис Рәшит ағай Шәкүрҙе осраттым. Беҙ уның менән эскәмйәлә оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул үҙенә хас етдилек һәм төплөлөк менән миңә архитектура өлгөләренең дә, уларҙың исемдәре лә йәшәгән тәйәгебеҙгә бәйле булырға, милли колоритты сағылдырырға тейешлеге тураһында һөйләне. "Урал" атамаһында туҡталып, шуны әйткем килә: Рәшит ағай менән ошо осрашыу минең артабанғы ижадыма йүнәлеш бирҙе. Проект эшләнеп бөтөп, заказсыға тапшырылды, ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, ул саҡтағы республика кинофикация комитетының туҙанлы архивында ҡағыҙҙарға күмелеп ятып ҡалды... Хыялымдағы үҙенсәлекле был объекттың эргә-тирә биләмәһе лә ял өсөн матур фонтандар ҡуйылып биҙәлергә, төҙөкләндерелергә тейеш ине. Кинотеатр менән бер рәттән, ҡалала тәүге тәжрибә булған алты 16 ҡатлы торлаҡ йорт биналары проектын эшләй башланым. Был күп ҡатлы йорттар башҡа шундай уҡ йорттарҙан бер ни менән дә айырылмаһа ла, проектымдағы йорттарҙы планы һәм фасадтары буйынса бер ни тиклем яңылыҡ өҫтәп, уларҙың формаһын "йомшартырға " булдым. Төп элементтар йортҡа төкәтелеп төҙөлгән ике-өс ҡатлы өлөштәренә ҡағыласаҡ ине. Уларҙың алғы өлөшө эс яҡтан күсмәнселәр тирмәһенме, әллә уларҙың баш кейеменме, хәрби шлем рәүешенме хәтерләтеп торорға тейеш ине. Әгәр ул заманда беҙҙең власть әһелдәре бер иш йорттар төҙөү яҡлы булмай, яңылыҡтан ҡурҡмай, әҙер проекттарҙы оҙаҡ йылдар буйы өҫтәл тартмаһында тотмай, тиҙерәк ғәмәлгә ашырырға тырышһа, бөгөнгө көндә Менделеев урамы бөтөнләй икенсе күренештә булыр ине һәм миңә лә бөгөн был урамдан оялышымдан ҡараштарымды аҫҡа төбәп үтергә тура килмәҫ ине...
Ө. Ҡобағошов: Тәүге эштәремдә үк мин халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле милли колоритын күрһәтергә тырыштым. Ул хыял тормошҡа аша барып, ғүмерем буйы ижадымда оҙатып бара. Был композицияларҙы мин үҙемдең төп эшемдән тыш, эштән һуң ҡалып, ял көндәрендә һәм күбеһен бушлай башҡара инем. Ул саҡта уҡ монументаль скульптураға, милли архитектураға иғтибар бөтөнләй булманы. "Зөһрә-Ҡыҙ" декоратив скульптураһын баш ҡалабыҙға кергән ергә, күренгән урынға ҡуйыу кәрәклеген күренекле режиссер Әмир ағай Абдразаҡов, журналистар, йәмәғәтселек матбуғат биттәрендә күтәреп сыҡты. Бынан егерме йылдан ашыу йылдар элек, баш ҡалабыҙҙың юбилейын байрам итер алдынан, мине Өфө ҡала Советына саҡырып алдылар һәм "Зөһрә-Ҡыҙ" композицияһын ҡалабыҙҙың бер күркәм урынына урынлаштырыу тураһында һүҙ күтәрҙеләр. Архитекторҙар менән өс-дүрт ерҙе ҡарап, урын да һайлап сыҡтыҡ. Шунан һуң ҡала Советының гуманитар бүлеге мөдире миңә: "Бағыусы таба алаһыңмы? Тапһаң, ҡуябыҙ", - тип мине аптыратты. Мин: "Бағыусы таба алһам, һеҙһеҙ ҙә ҡуя алыр инек", - тип сығып киттем. Бына ошондай етәкселәр менән ниндәй милли скульптура, архитектура булдырып була! Монументаль йүнәлештәге бөтөн эш етәкселәр тарафынан ойошторолоп тормошҡа ашырыла бит. Ә был жанр күп сығымдар талап итә. Уны ойоштороусылар монументаль сәнғәтте аңлаған, алдан күрә белеү һәләтенә лә эйә булырға тейештер шул.

Рудоль Рәйес улы, киң мәғәнәлә аңлатҡанда милли арихитектураның үҙенсәлеге ниҙә ул?

Р. Авсахов:
Күптәр милли орнаменттарҙы белеп ҡулланыу - ул милли архитектура тип уйлай. Был иң ябай вариант, мәсьәләгә тышҡы яҡтан ҡарау. Әгәр төпкәрәк күҙ һалһаң, шуны аңларға була: архитектура, әгәр теләһәгеҙ, уны ҡабул итеү шарттарына ла, йәғни урынлаштырыу ысулдары һәм йолаларына ла бәйле. Беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ торлағы, мәҫәлән, уларҙың баш хакимы торлағын уртаға ҡуйып - түңәрәк эсенә һаҡҡа алып урынлаштырылған булған, сөнки улар йәшәйешенең күп мәсьәләләре башлыҡтың именлегенән торған. Рус мәҙәниәте менән бергә торлаҡты бүрәнәнән бурап һалыу ысулы үҙләштерелгән, ниндәйҙер геометрик формалар, теҙем төрҙәре, урамдар, майҙандар барлыҡҡа килгән һәм уларҙы төрлөсә урынлаштырыу варианттары булған. Петр Беренсе батшанан һуң урамдар ҡәтғи сик тәртибен ала башлай. Ләкин беҙҙең ата-бабалар күпселек осраҡта урамдарының бер яҡ осон йылғаға, тау итәгенә йә ҡаяға табан йүнәлтеүҙе хуп күргән. Әгәр ауыл тау итәгендә ултыра икән, урамдар һәр йорттан йылға, күл йәки берәй тәбиғәт күренешен күҙәтә алырлыҡ бер яҡлы рәткә теҙелгән. Башҡорт этносына хас бындай ауыл төҙөлөшөн беҙҙән алдараҡ йәшәгән белгестәр күптән асыҡлаған булған. Башҡорттарҙың торлаҡ төҙөлөшө үҙенсәлектәрен анализлау планлаштырыуҙа һәм уның эстетик яғы һәләтенән байтаҡ ҡына ҡыҙыҡлы элементтарҙы асыҡларға булышлыҡ иткән. Бынан сығып, уларҙы бөгөнгө ҡала төҙөлөшөндә лә уңышлы файҙаланып булыр ине, тип әйтмәксемен, сөнки ул беҙҙең этносҡа хас традицияларҙы ғына сағылдырып ҡалмай, уның ҡасандыр рустарҙан үҙләштерелгән элементтары ла байтаҡ. Заманса торлаҡтың эске яғын ойоштороуға килгәндә, уны традицион планда хәл итеү, шул уҡ стилдәге йыһаз һәм көнкүреш әйберҙәре ҡулланыу урынлы булыр ине.

Башҡортостандың баш ҡалаһына ниндәй милли төҫ, колорит етешмәй?

Ө. Ҡобағошов:
Баш ҡалабыҙ Өфө - Уфа - Ува -Уба һүҙенән килеп сыҡҡанлығын күренекле ғалим, топонимист Рәшит Шәкүр ғилми яҡтан нигеҙләп күптән асып бирҙе. Ысынлап та баш ҡалабыҙ бик күп убалыҡтарҙа урынлашҡан һәм уникаль ландшафтты хасил итә. Уның панорамаһы бигерәк тә көньяҡтан, аэропорт яғынан килгәндә бик отошло асыла. Тағы ла Салауат һәйкәленә әйләнеп ҡайтайыҡ. Автор, һәйкәлдең Ағиҙелдең яр буйындағы ҡалҡыу урында, ҡаяла урынлаштырырға кәрәклеген һәр яҡлап нигеҙләп, уға ҡаршы сығыусы төрлө кимәлдәге етәкселәргә иҫбатлап, үҙенең хаҡ булыуын яҡлай алған. Өфө ҡалаһының милли йөҙөн, панорамаһын булдырыуҙа С. Тавасиевтың ныҡышмалығы ифрат ҙур. Ләкин ошо башланғысты дауам иттереүселәр булманы. Мин утыҙ өс йыл Дим ҡасабаһында эшләнем. Эштән ҡайтҡан һайын көн дә Ағиҙел күпере аша үтергә тура килә. Йыш ҡына Өфөнөң панорамаһын, силуэтын күҙәтәм һәм киләсәктә баш ҡалабыҙҙың милли йөҙөн билдәләрҙәй ниндәй архитектура, монументтар кәрәклеген күҙ алдына килтереп, ҡағыҙға һыҙғылап ҡуя инем. Ҡалабыҙға кергән саҡта уң яҡтағы бейек нөктәгә Урал батырҙың һынын ҡуйғанда уның образына бик ныҡ тура килер, Өфөгә ҡабатланмаҫ бер сағыу милли һыҙат өҫтәлер ине. Бына был урында ҡурайға монумент, ә бында башҡорт халыҡ эпостары буйынса композициялар, милли колорит менән эшләнгән фонтандар ҡуйғанда баш ҡалабыҙҙың үҙ йөҙө булыр ине, тип төрлө проекттар эшләнем. Уларҙы архитекторҙарға ла, төрлө кимәлдәге етәкселәргә лә күрһәтеп ҡараным, тик яҡлаусы табылманы. Ул проекттарҙың күбеһе әле лә һаҡлана.
Шул уҡ ваҡытта тарихи Өфө биләмәһе урындарына күп фатирлы бейек йорттар бер-бер артлы төҙөлә башланы. Ул бигерәк тә күперҙән ингәс уң яҡ тарафта, панораманы, офоҡто боҙоп ҡалҡып сыҡты. Иң ҡалҡыу, ҡаланың архитектура доминантаһы булған ландшафтар ошондай шөҡәтһеҙ бер иш йорттар менән тулды. Был тирәләге төҙөлөштө алып барыусылар барыһы ла Мәскәү кешеләре. Шулай ҙа бер-ике йыл элек уң яҡтағы иң ҡалҡыу урындарҙы ҡарап йөрөгәндә төрлө ойошмаларҙың складтары, башҡа иҫке биналар урындары әлегә төҙөлөш майҙанына әйләнмәгән ине. Һорашып белешкәс, был биләмәләрҙе лә Мәскәү хужалары һатып алып бөткән булып сыҡты. Бына нисек, беҙ милли архитектура, скульптура тип хәбәр һөйләйбеҙ, ә үҙ еребеҙҙә, архитектура йәһәтенән иң отошло урындарға проекттарыбыҙҙы ла урынлаштыра алмайбыҙ. Бөтә нәмәне аҡса хәл итә, шуға ҡоролған. Ә ҡаланың архитектура идаралығы генплан эшләгәндә ҡаланың үҙенсәлекле ландшафтын иҫәпкә алмай, баш ҡаланың силуэты, панорама күренеше тураһында бөтөнләй уйламай, концепцияһын эшләмәй, Мәскәү архитекторҙарының проекттары буйынса күп фатирлы йорттарҙы теҙеү, төҙөү менән мәшғүл. Йорттар төҙөгән саҡта ла, совет осорондағы кеүек, милли биҙәктәр, орнаменттар ҡулланылмай. Архитектура факультетында уҡыған студенттарға башҡорт орнаменты, башҡорт халыҡ декоратив сәнғәте өйрәтелмәй. Хатта архитектор һөнәренә уҡып сығыусыларҙың күптәре "ҡусҡар" орнаментын да белмәй.
Р. Авсахов: Әгәр беҙҙең цивилизация ултыраҡ тормошто өҫтөн күреп, капиталь ҡоролмалар һәм комплекстар төҙөүгә иртәрәк тотонған булһа, һирәгерәк баш күтәреп, донъя һуғыштарында ла аҙыраҡ ҡатнашҡан булһа, төҙөлөш технологияларын үҙләштергән булыр ине. Урал төбәге бит теләһә ниндәй архитектура өлгөләре ижад итерлек бөтөн төр төҙөлөш материалдарына, конструкцияларға иҫ киткес бай. Был эшкәртеүгә еңел бирелә торған һарғылт аҡ төҫтәге эзбизташ, төрлө төҫтәге һәм төрҙәге мәрмәр таш, төрлө төҫтәге, ҡатылыҡтағы һәм фактуралағы гранит, ул йәшмә үҙе генә ни тора, диориттар, доломиттар... Йәйғор төҫөндәге сағылыштар палитраһы... Ә беҙҙең ата-бабалар гармонияның ни икәнен яҡшы белгән: ҡиммәт тә булмаған төп материал итеп улар эзбизташ, мәрмәр, ҡомташты алыр ине, моғайын. Колорит ярайһы күңелгә ятышлы: алтынһыу аҡ төҫтөң ҡара ҡыҙғылт, көрән төҫтәр менән туҡылышы. Ырымбурҙағы Каруанһарай бинаһы тап ана шундай төҫтәргә бай. Ошо уҡ төҫтәр гаммаһы Бохара, Сәмәрҡәнд, Әзербайжан, Дағстан архитектура өлгөләренә лә хас. Ошо уҡ төбәктәрҙәге заман архитектураһына иғтибар итеү ҙә етә. Ҡаҙағстан тәжрибәһен генә алып ҡарайыҡ. Улар бөтөн донъянан билдәле архитекторҙар саҡыртып, бөгөнгө ҡаҙаҡ архитектураһы өлгөләрен тергеҙә. Уларҙың үҙенсәлеге нимәлә һуң? Иркен яҫылыҡтарҙа урынлаштырылыу, асыҡ һәм киң пространстволар, колоритлы биналар, үҙенсәлекле рәсем сәнғәтен ҡабатлаусы силуэттар һәм формалар...
Ләкин беҙгә уларҙың хатаһын ҡабатларға ярамай. Тигеҙлектәр өсөн күккә ашыусы бейек биналар тәбиғи ҡабул ителһә лә был тәжрибәләр Өфө ҡалаһына төҫ түгел, сөнки бында улар рельефты юҡҡа сығарасаҡ. Америка архитекторҙары тәҡдим иткәнсә, күккә олғашҡан күләмдәр Өфө ҡалҡыулығының киңлеген тарайтасаҡ, ә был урындағы үҙенсәлеклектең төп тәбиғи элементы булып тора. Көньяҡ Кореяның бөгөнгө архитектураһы нисек итеп тәбиғәт менән ярашып эшләү өлгөһө булһа, был йәһәттән финдарҙың ижад стиле шулай уҡ тәбиғәт әсәбеҙгә һөйөү тойғоһо һәм һаҡсыллығы менән беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тормош аҡылына һәм философик ҡараштарына ауаздаш. Ә бына шуны хәтеребеҙгә төшөрөү өсөн Лев Толстойҙың башҡорттар хаҡында яҙмаларын ҡабаттан уҡып сығыу бер ҙә артыҡ булмаҫ.

Өлфәт Миңлеәхмәт улы, ә милли монументаль скульптураны нисегерәк күҙаллап була?

Ө. Ҡобағошов:
Милли скульптурала халҡыбыҙҙың бар булмышы: рухы, уй-хыялдары, кисерештәре, боронғоһо, бөгөнгөһө, киләсәге сағылыш табырға тейеш. Ситтән ҡарағанда уҡ, силуэты, һыны менән кешене арбап, биләп алырға, эргәһенә килеп ҡарағанда һоҡланыу, ғорурланыу һәм башҡа ыңғай тойғолар уятырға тейеш. Ҡайҙа ғына, хатта сит ҡитғаларҙа йөрөһәң дә, күҙ алдына килтереүең менән үк уның образы Башҡортостанды, башҡорт халҡын хәтерләтергә, уның бер киҫәге булып һинең менән бергә йәшәргә тейеш! Сосланбәк Тавасиевтың Салауаты ана шундай! Әлбиттә, бындай әҫәрҙәр һирәк тыуа, ләкин беҙгә эйәрергә маяҡ, өлгө бар. Ул торған урыны - архитектураһы, композицияһы, трактовкалау ысулдары, башҡа төр алымдары менән юғары сәнғәт өлгөһө.
Ә урам мөйөшөндә, юл буйында саң йотоп торған, архитектура йәһәтенән бөтөнләй осраҡлы ҡуйылған скульптуралар, нисек кенә оҫта эшләнмәһен, ул кешелә әле әйтеп үткән хис-тойғоларҙы уята алмай, ҡаланың йөҙөн дә биҙәмәй. Бармы - бар, тип әйтеү өсөн генә эшләнгән кеүек ҡабул ителә. Ә профессиональ кимәлдә эшләнмәгән, һәүәҫкәр ярым-йорто скульптураларҙы әйтеп тә тормайым.
Шуныһы тағы борсой, монументаль скульптура жанрына бөтөнләй хас булмаған, графика, живопись алымдары ҡулланып, күп фигураларҙы бергә ҡуйып эшләгән композициялар күҙгә салына башланы. Улар скульптура жанрында композицияның бөтөнлөгөн тәьмин итмәй. Күп нәмә эшләп, бәлки, күп нәмә әйтергә теләү, киреһенсә, аҙ мәғәнә биреп, композицион яҡтан көнкүреш сәхнәһенә әйләнә. Хатта ҡайһы бер осраҡта "шарж" кеүек ҡабул ителә. Шуға күрә, монументаль сәнғәттең һүҙ менән әйтелмәгән талабының иң мөһимдәренең береһе - ул аҙ сығымдар аша тәрән мәғәнәгә өлгәшеү булып тора.

Ғөмүмән, һеҙҙең хыялығыҙҙағы Өфө ниндәй ул?

Р. Авсахов:
Кешелектең фәҡәт ҡулланыусы ролендә йәшәү осоро тиҙерәк үтеп китһен һәм ҡала халҡы, ниһайәт, бындай йәшәү рәүешен кире ҡаҡһын ине, тип хыялланам. Яҡшы, уңайлы һәм тауышһыҙ йәмәғәт транспорты барлыҡҡа килһен ине, тип теләйем. Ҡиммәтле һәм ҡеүәтле сит ил лимузиндарында йөрөү, уны йәйәүлеләр юлына арҡыры ҡуйып китеү йә газондарҙы тапатып, баштары һуҡҡан ерҙе туҡталҡа итеү модаһы тиҙерәк үтеп китеүен теләйем. Ҡала урамдарында бер заман велосипедтарҙа һәм йәйәү йөрөүҙең өҫтөнлөк алыуын көтәм. Ҡабаланған саҡта ваҡытты экономиялау өсөн такси менән файҙаланыу, был хеҙмәттең арзанлығы, хәүефһеҙлеге; торлаҡ йорт алдарының монстр-машиналарҙан ҡотолоп, бер заман иркенәйеүе; кешеләрҙең йылға, күл, быуа буйҙарында, парктарҙа йөрөгәндә әҙәпле булыуҙарын, ундағы ҡош-ҡорт, балыҡ, кейектәрҙе ҡулға төшөрөргә маташмауҙарын, шулай уҡ был йәнлектәр тәбиғәтенә яраҡлы булмаған аҙыҡ киҫәктәре һәм тәм-том менән һыйламауҙарын теләр инем. Ҡала халҡының ҡасан, ҡайҙа етте, шунда сүп-сар ташлап китеүен, йәшәгән ерен уйһыҙ-моңһоҙ рәүештә аяуһыҙ ҡыйлауын, бысратыуын аңлай һәм ҡабул итә алмайым, уның бер заман сиге булырмы тип көтәм. Кеше юҡ ерҙән үҙе булдырған сүп-сарын махсус пакеттарға айырып, тәртипле генә тейешле урынға сығарып һалһын ине, тип теләйем. Беҙҙең балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ таҙа, сүп-сарһыҙ урмандарҙа йөрөр, һәр үҫемлекте, һәр ағасты яратырға, ҡәҙерләргә өйрәнер, шишмәләрҙән таҙа һыу эсер, тип хыялланам.
Тағы ла ҡасан беҙҙең граждандар нәфсеһенә хужа була алыр һәм бер ниндәй кәрәге булмаған һарай кеүек йорттар, бай коттедждар төҙөүҙән туҡтар икән тип көтәм. Тиҙҙән былай ҙа ундай һарай-йорттарҙа йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаясаҡ, ә бер кешенең мөлкәтендә бер нисә фатиры булыу ҡомһоҙлоҡ, әҙәпһеҙлек тип баһаланасаҡ. Бөгөнгө менән боронғоно яраштырып көйләүсе яңы әхлаҡ системаһы барлыҡҡа килһен ине тип хыялланам. Яңы йорттоң бер ҡатында 8 кв.м үлсәмле 100 фатир, ә икенсе ҡатта ниндәйҙер бер "аристократ" өсөн 800 кв. метрлы ни бары бер фатир проектлауҙы әҙәм көлкөһө һәм оятһыҙлыҡ билдәһе тип ҡабул итәм. Бына шундай аҡыл зәғифлеге күренештәренән көлә белгән һәм уны ҡабул итмәгән саф һәм киң күңелле, мәрхәмәтле кешеләр менән бер ҡалала йәшәгем килә, ләкин беҙҙең быуынға уны күрергә яҙмаған. Шундай ҡалала минең - хыялый Дон Кихот, ғәҙеллек һәм законлылыҡ өсөн көрәшсенең - вариҫтары йәшәһен әйҙә... Ө. Ҡобағошов: Рудоль Рәйес улының ошо хыялдары минең өсөн дә ят түгел. Тағы бер хыялым- йәштәрҙе лә ылыҡтырырға ине ошо ижадҡа. Исмаһам, бер профессиональ скульпторға ярҙам итеп булһа ине, тим. Әммә… Өйрәнергә ризалашҡан йәштәр юҡ. Килеп, бер аҙ эргәлә уралғылап йөрөйҙәр ҙә, был минең эшем түгел, бысраҡ, ҡыйын эш, мин компьютер менән күберәк аҡса эшләй алам, тип тураһын әйтеп ҡайтып китәләр. Хәҙерге ваҡытта, минең кеүек йылдар буйы иртән сәғәт 9-ҙан төнгө сәғәт 1-гә тиклем, ҡайһы саҡта аҙналар буйы ҡуна ятып эшләргә әҙер йәштәр бармы? Юҡ! Шулай ҙа мин уларға ҡаты бәрелмәйем: "Бәлки, ижадҡа ҡарашың үҙгәрер, бәлки, күп нәмәне аңлап та еткермәйһеңдер, фекерең ыңғай яҡҡа үҙгәрә ҡалһа, теләгән ваҡытыңда кил, бер ҡасан да һуң түгел", - тип өмөтөн өҙҙөрмәй генә оҙатамын.
Беҙҙең быуын скульпторҙары араһында ла рухлы, милли колорит менән эшләгән ижадсылар юҡ кимәлендә. Мәүлит Хәлилов, тағы кемде әйтергә лә белмәйем, ошо йүнәлештә тырышлыҡ күрһәтәбеҙ. Милли рухты, милли колоритты тойоп, уны монументаль сәнғәт, үҙеңдең ижадың аша халыҡҡа күрһәтә, еткерә алһаң, ул саҡта беҙ әле һөйләшкән һорауҙарға яуап бирә алабыҙ. Әгәр ошо әйткәндәрҙе күрһәтә алмайбыҙ икән, тимәк, милли колорит та, милли скульптура ла булмай. Милли рухты, милли колоритты тойоу ул әсә һөтөнән, бишек йырынан уҡ башлана. Ғаилә, мәктәп, тыуған ауыл, тыуған тәбиғәт, һине уратып алған мөхит - барыһы ла, һинең киләсәктә кем булыуыңа ҡарамаҫтан, рухыңа йоғонто яһай. Кешенең үҙенән дә күп нәмә тора. Аңлы ғүмереңде ҡайһы яҡҡа йүнәлтәһең, шуға ҡарап шәхес булараҡ формалашаһың. Ошо әйткәндәргә ҡолаҡ һалһын ине йәштәр.
Р. Авсахов: Беҙҙән һуң килер быуындарҙың үҙ заманына ярашлы архитектура уйлап сығарырына икеләнмәйем. Ә бына уның ниндәйерәк үҙенсәлектәргә эйә булырын әйтеүе ҡыйын. Үҫеш процесының спираль рәүешендә килеүен иҫәпкә алып, беҙҙең хыялдағылар улар өсөн көнүҙәк булыр, моғайын, тип өмөтләнәм. Мәҫәлән, ейәнсәрем Ариаднаның "Франциялағы сәнәғәт зонаһын үҙгәртеп ҡороуҙы уртаса ҡатлы торлаҡ йорттарға яраҡлаштырыу" тип аталған курс эше проекты һайланма турҙан үтеп, Рәсәй буйынса 15 дәғүәсе иҫәбенә инеүе ошо өмөтөмдө нығыта төшә...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.20 | Ҡаралған: 504

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru