«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИШАРАМЫ БЫЛ?
+  - 

Бына бит килде заман: яңыраҡ ҡына әле өләсәйҙәр һөйләп ҡурҡытҡан ахыр заман касафаттарының тәүге билдәләре беҙҙең өлөшкә төшмәксеме? Эйе, шул сир хаҡында инде, башҡа нимә борсой һуң бөгөн беҙҙе? Сир үҙе генә әллә ҡайҙа төпкә китә лә алмаҫ ине, бәлки, кешелек үҙе үк уға ярҙам итеп, үҙен ярҙан эткеләп тормаһа...

Сир, гигант спруттың аяуһыҙ һәрмәүестәре төҫлө, һаман да сигенергә уйлау түгел, ҡотора, төрлө сүрәткә инеп, йөҙөн йөҙ төрлөгә үҙгәртә генә бара, сөнки уға берҙәм, көслө һәм аҡыл менән уйланған ҡаршы тороу иммунитеты - элементар тәртип юҡ. Тәүҙә әҙәм балаһы иҫ китмәле битарафлығы менән уны ҡеүәтләне. Хәҙер, һәрмәүестәр араға килеп инә, таныш-тоноштарҙы алып китә башлағас, һуңлаған ғауға ығы-зығыһы күҙәтелә. Бер көн килеп, ил дауаханаларынан бөгөнгө көн өсөн кәрәкле дарыу препараттарының бер юлы юҡҡа сығыуын нисек аңлатырға башҡаса? Кәрәкме уға, юҡмы - һәр кем үҙ белдеге менән кемдәндер ишетеп ҡалған дарыуҙарҙы аптека кәштәләренән һыпырып алып бөтөрҙө. Антибиотиктар, гормональ препараттар, тромбҡа ҡаршы курантил һәм башҡа шундай дарыуҙар ятып үлһәң дә юҡ хәҙер. Шул арҡала аутоиммун сирле ауырыуҙар хәүефле хәлдә тороп ҡалды: көн дә кәрәкле ошо дарыуҙарҙы улар бер ҡайҙан да таба алмай. Иҫкәртеүһеҙ-ниһеҙ дарыуҙарға ниндәйҙер "маркировка" башланып китеү сәбәпле, яман шеш сирлеләр ҙә башҡа төрлө бер дарыу менән дә алмаштырып булмай торған 26 төр дарыуҙан мәхрүм ителде. Уларҙың да яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Был турала сирлеләрҙең туғандарынан, һәр төрлө мәрхәмәтлек фондтарынан Рәсәйҙең юғары властарына хат артынан хат, ялыу-мөрәжәғәттәр яуа торғас, ниһайәт, Кремль исеменән Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков яуап бирергә булды: "Хөкүмәттең һаулыҡ һаҡлау секторы был йәһәттән хәлде үҙгәртеү буйынса эшләй". Бына шундай яуап. Уның тел төбөнән аңлашылыуынса, бөгөн был нормаль күренеш. Барыһына ла пандемия ғәйепле.
Был нәмә, әллә "маркировка" процедураһы дарыуҙарға яңы хаҡтар сәпәйме? Булыр ҙа, дарыуҙар юғалып торғандан һуң ҡурҡышынан шаңҡыған халыҡ хәҙер "әжәлдән" дарыуҙарҙы ниндәй хаҡҡа ла алырға риза булыр... Дарыу ғына тиһең, ана, Ростов госпиталдәрендә ауыр сирлеләргә хатта кислородты япҡандар, тип яҙҙылар әле. Ысынмы-бушмы, уныһы мөһим түгел, ә бына шундай хәбәрҙәр, ишаралар менән халыҡтың ҡотон алыу күп кенә мөмкинлектәргә, хаҡтар күтәрелеүҙәргә бер ҡаршылыҡһыҙ юл асыуы бик тә ихтимал.
Тәртип тигәндән, Рәсәй халҡын өгөтләү, аңлатыу файҙаһыҙ ғәмәл икәне аңлашылғас та, ана, Ҡытайҙағыса ҡаты тыйыу, контроль саралары ғына һөҙөмтәле булмаҡсы ине лә, тик беҙҙә был йәһәттән кәрәкмәгәнсә "демократия уйыны" уйналды. Бөгөн шуның һөҙөмтәһен күрәбеҙ ҙә: Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүселәр һаны рекорд кимәленә яҡынлай. Ә һаулыҡ һаҡлау органдары, белгестәр әле иләнмәгән-һуғылмаған, организмға оҙайлы тәьҫире тулыһынса өйрәнелмәгән (сөнки уның өсөн ваҡыт кәрәк, ә сир мөйөшкә ҡыҫтай) вакцинаға өмөт итеүҙән башҡа сара күрмәй. Ә бит илдә хроник сирлеләр күп, уларға ябай гриптан да хатта прививка үлемесле хәүеф менән янай.
Пандемияның иң ҡыҙыу осоронда дарыуханаларҙан иң кәрәкле препараттарҙың бер юлы юғалыуы башҡа һыймаҫ хәл. Ғәжәп, шундай ваҡытта Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова, Рәсәйҙә был инфекцияға ҡаршы бөтә нәмә лә бар, тип рапорт бирҙе ошо көндәрҙә генә "Сәләмәт йәмғиәт" форумында. Күрәһең, ул Рәсәй дарыуханаларында барған ажиотаж менән хәбәрҙар түгел. Ә, бәлки, был хаҡта күп һанлы комменттар авторҙары яҙыуынса, был ханым ябай халыҡ хәлен түгел, ә элита тормошон күҙҙә тоталыр...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.20 | Ҡаралған: 727

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru