«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХОҘАЙ БИРГӘН МАЛАЙ
+  - 


* * *

Кәрим көн аша тиерлек ҡалалағы машиналар һатыла торған үҙәккә барып, үҙе һатып аласаҡ машинаның хаҡын һорашып белешеп торҙо. Бер көн барғанында уға үҙәктәге дилерҙар ике айҙан машинаға хаҡтың ун процентҡа, өс айҙан утыҙ процентҡа артасағы хаҡында хәбәр итте. Кәрим йығылып китә яҙҙы. Машинаға аҡсаһын тултырыр өсөн, бик теләмәһә лә, кредитҡа алырға тура киләсәк уға. Банкҡа йүгереп барҙы. Унда ла ажиотаж. Офисҡа яҡын барырлыҡ түгел. Ярты көн буйы сиратта торҙо. Көтөүе бушҡа ғына булды. Дефолт алдынан ниндәй банк кредит өләшһен инде? Уға ике-өс айҙан, йәғни һумдар нисбәте кинәт һикереш яһағас ҡына килергә ҡуштылар.
Кәрим булған барлыҡ аҡсаһының яртыһын долларға, яртыһын евроға алыштырып алды ла, ауылына ашыҡты. Юлда ла, ҡайтҡас сәй эскәндә ҡатыны менән һөйләшкәндә лә, ҡайҙан аҡса табырға, тигән уй уның башынан сыҡманы. Ауылдағы барлыҡ туғандарын, дуҫтарын күҙ уңынан үткәреп сыҡтылар. Тик ауыл кешеһенә тотош капитал булып тойолған байтаҡ ҡына сумманы һорап алып торор кешене генә иҫләй алманылар. Дефолт алдынан кем кемгә аҡса биреп торһон инде? Барыһы ла барлы-юҡлы аҡсаларына нимәлер алып ҡалырға, күсемһеҙ милеккә әйләндерергә тырыша.
Теге саҡта ҡатынының ауырлы икәнен тәүләп ишеткән көндө Кәрим көтмәгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, Зөләйханан "Ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?" тип һорауы юҡтан ғына түгел ине. Ысынлап та, әгәр ҙә ҡатыны тап ошо көндәрҙә бала тапҡан булһа, машина өсөн ҡалған аҡса мәсьәләһен Әсәлек капиталы менән хәл итерҙәр ине. Ошо хаҡта уйлауы булды, Кәрим ултырған еренән һикереп торҙо.
- Әсәһе, миңә мул ғына итеп күстәнәс әҙерләп бир әле. Бер сирек бал, ике ҡаҙ һал. Мин иртәгә үҙем менән алып китәм...
- Ярар, әҙерләрмен. Сер булмаһа, кемгә ул күстәнәс?..
- Әлегә сер. Килеп сыҡһа, үҙеңә генә әйтермен...
- Бигерәк ҡыҙыҡһың да инде һин, Кәрим...
- Ҡыҙыҡмын шул. Алла бойорһа, иртәгә "Крузак" менән ҡайтып төшһәм, тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр...
Үҙе менән бер бригадала эшләүсе Ғәлләмгә таң һарыһынан китте Кәрим. Ул район үҙәгендә йәшәй ине. Бик ярҙамсыл хеҙмәттәше. Таңнамаҙҙан йортона килеп, тәҙрә аша ҡул иҙәүе менән тышҡа сығырға өндәгән бригадиры Кәримде күргәс, тиҙ генә кейенеп сыҡты. Кәримгә йомошон аңлатырға бер минут ваҡыт етте.
Ғәлләмдең бер туған ағаһы Ғәлим Сынбулатов район дауаханаһында баш табип булып эшләй ине. Кәримдең йомошо тап унда ине. Сынбулатовтың йортона киттеләр. Ғәлләм ағаһының йортона үҙе инеп китте. Ингән ыңғайы кире килеп тә сыҡты. Ағаһы иртүк эшенә киткән икән. Дауаханаға йүнәлделәр. Кәрим хеҙмәттәшенә ағаһына тигән күстәнәсте тотторҙо ла, коридорҙа ултырып ҡалды, Ғәлләм баш табиптың бүлмәһенә инде. Оҙаҡ ҡына һөйләштеләр. Балҡып килеп сыҡты Ғәлләм. Кәримдең ҡулын ҡыҫты ла:
- Ағайымды көскә күндерҙем. Тик ул һинең үҙең менән һөйләшкеһе килә. Бар...
Ғәлләм ағаһына оҡшаған икән дә. Тик баш табиптың саллана башлаған сәстәрен, маңлайындағы һырҙарын күрмәмешкә һалышҡанда, бүлмәлә Ғәлләм ултыра ине. Ул Кәрим менән урынынан тороп күреште. Шунан кире барып, креслоһына ултырғас: - Ғәлләм, һиңә был справка эш урыныңда процентһыҙ кредит алыр өсөн генә кәрәк тине. Шулаймы?
- Эйе, тап шулай...
- Башҡа кеше һораһа, иғтибар ҙа итмәҫ инем. Ҡустым үтенгәс, баш тарта алманым. Беҙ туғандар ғына түгел, дуҫтар ҙа...
- Беҙ ҙә уның менән дуҫтар. Ҡустығыҙ ныҡ ярҙамсыл. Кеше йәнле кеше. Ундайҙар донъяла һирәк...
- Йәш саҡта минең улым бөйөр өйәнәге менән йығылғас, донор кәрәк булды. Үҙемдең дә бөйөрҙәр насар. Шул саҡта мин унан үтенгәйнем. Оҙаҡ уйлап та тормайынса, бер бөйөрөн улыма бирҙе. Улым бөгөн Мәскәүҙә медицина университетында профессор...
- Һеҙ бер-берегеҙгә оҡшағанһығыҙ...
- Әле яныма инеп йомошон әйткәс, шундуҡ ҡаршы төштөм. Ә ул малайымды иҫемә төшөрҙө. Тап шул арҡала ғына справка бирергә риза булдым. Ә һиңә нимәгә ул шул тиклем аҡса?
- Машина алырға ине, Ғәлим...
- Аңлашылды. Тик был справканы тотоп, Әсәлек капиталы юлларға барып ҡуйма. Шундуҡ эләктерәсәктәр. Әгәр ҙә берәр хәл була ҡалһа, һин мине, мин һине белмәйбеҙ. Был справканы һин үҙең компьютерҙа әтмәләп алдың. Булдымы?
- Булды. Аңланым. Рәхмәт...
- Ҡыҙығыҙҙың имен-аман тыуыуын теләйем...
Баш табип уның алдына мисәтле документ сығарып һалды ла, минән бурыс төштө, тигән ҡиәфәттә телефонға йәбеште.
Ғәлләм менән ҡала буйлап елдерҙеләр. Төҙөлөш тресының офисына барып, йомошон аңлатҡайны, унан шундуҡ балаһы тыуыу тураһында справка, сабыйҙың "Тыуыу тураһында танытма"һын һоранылар. Бындай хәлдең килеп тыуырын көтмәгәйне Кәрим. Әммә уға сигенергә түгел хәҙер. ЗАГС бүлегенә барып, танытма алырға тура килде Кәримгә. Ярай әле, хеҙмәттәше Ғәлләм уны дәртләндереп торҙо. Бик күпте белә булып сыҡты хеҙмәттәше. Баҡтиһәң, бөтөнләй тыумаған да, булмаған да балалары өсөн был фани донъяла пособие, Әсәлек капиталы алып ятыусылар ҙа бар икән. Ундай хәлдәр булғанмылыр-юҡмылыр, быларҙы Ғәлләм коллегаһының күңелендәге уңайһыҙланыу тойғоһон алып ташлар өсөн һөйләне булһа кәрәк. Танытма әҙер булғас, тағы ла офисҡа елдереп барып еттеләр. Ҡалғаны, кем берәү әйтмешләй, "техника эше". Кәримгә предприятиеның Уставына ярашлы, бер йыллыҡ эш хаҡын процентһыҙ кредит итеп бирҙеләр. Ун минуттан шығырлап торған өс йөҙ мең һум аҡса Кәримдең ҡулына күскәйне инде. Ул усына аҡсаһын йомарлап тотҡан килеш, автоүҙәккә шылтыратты. Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй икән.
Иҫке машинаһын Кәрим Ғәлләмдәрҙә ҡалдырып торҙо. Ауылға ялтырап торған ап-аҡ "Крузак" менән ҡайтты. Өйҙәгеләр өсөн был көтөлмәгән байрам булды. Ҙур еңеү ине Кәримгә был көн. Ҡатыны табын әҙерләп, тиҙ арала ауылдағы туғандарын йыйып алдылар. Әйҙә, улар ҙа шатланһын, тинеләр. Әлегә тик район түрәләре, завод етәкселәре, эре-эре эшҡыуарҙар атланып йөрөгән машинала ауыл балаһы Кәримдең эйә булыуы күптәр өсөн шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа күренеш булды. Кемдер Кәримгә, уның ҡатынына, ҡыҙҙарына ҡушылып, ихластан шатланды, кемдеңдер эсе көтөрләне.
Ҡунаҡтар таралышҡас, Зөләйха иренең ниҙер әйтеүен көттө. Әгәр ҙә машина алып ҡайтһам, һиңә генә һөйләрмен, тигәнде һәр саҡ иҫендә тотҡас, түҙемһеҙләнеүен көскә тыйҙы. Ҡыҙҙары йоҡлап киткәс, Кәрим түш кеҫәһенән танытманы сығарып һалды. Зөләйха документты ҡулына алып, оҙаҡ ҡына текәлеп торҙо. Тәүҙә унда яҙылғандарҙың айышына төшөнә алмайынса торҙо ла, барып еткәс, документты ипләп кенә кире урынына ҡуйҙы. Бер ни ҙә өндәшмәне. Тынлыҡты Кәрим емерҙе. - Нимә, әсәһе, документта ҡыҙыбыҙҙың исеме дөрөҫ яҙылмағанмы әллә?
- Дөрөҫ тә. Тик, атаһы, әллә нисек бит әле. "Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һиңә бер ыштан", тигән һымаҡ килеп сыҡмаймы? Ҡыҙыбыҙ тыумаған бит әле...
- Бишәүҙе тапҡасың, алтынсыһын да табырһың инде. Бик тырыш булып сыҡты Заринабыҙ. Тап ошо документ ярҙамында беҙҙең эштән процентһыҙ кредит бирҙеләр. Йыллыҡ эш хаҡы иҫәбенә. Машинаға аҡсаны шуның менән тултырҙыҡ...
- Шулай ҙа...
Был хәл-ваҡиғаға халыҡтың меңәр йылдар буйына аҡыл-тәжрибәһенән сығып, ниндәй баһа бирергә мөмкин булыр ине икән? Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙмы? Бәлки, ысул маҡсатты аҡлайҙыр? Ә бит ҡыл да ҡыбырҙатмайынса ла, арҡыры ятҡан таяҡты буйға һалмайынса ла, миллион-миллион долларҙарға эйә булыусылар менән сағыштырғанда Кәримдең был алдағы бөтөнләй күҙгә лә эленмәй кеүек. Был ваҡиғаның аҙағы ла яҡшы бөтөр ине. Әгәр ҙә Кәрим машина алып ҡайтҡандан һуң ай ярым үтеүгә Зөләйхаһы йоп-йоморо ҡара малай тапмаһа...

(Дауамы бар. Башы 43-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.20 | Ҡаралған: 2077

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru