29 октябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары республиканың ер тураһындағы законына үҙгәрештәр индерҙе. Уға ярашлы, милке сикләнгәмән ерҙәр БР Ер һәм мөлкәт министрлығы ҡарамағына тапшырыла. Был документ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәндән һуң йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы, шуға ла ул икенсе һәм өсөнсө уҡыуға парламентарийҙарҙың, халыҡтың һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәренең фекерҙәрен иҫәпкә алып эшләнде. Һөҙөмтәлә был төҙәтеүҙәр асыҡ электрон документ әйләнешен индерергә һәм ер участкаларын алыуҙы ябайлаштырырға, коррупцияны бөтөрөргә ярҙам итәсәк, ерҙе контролләү һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ һәм инвестиция климатын яҡшыртасаҡ, тип билдәләнде. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә һәм 5 йыл ғына ғәмәлдә буласаҡ.
Һүҙ ниндәй ер тураһында бара?
Һәр ер участкаһының үҙ хужаһы бар. Мәҫәлән, бар урман - Рәсәй Федерацияһыныҡы. Әгәр һеҙ ҡала ситендә йәки ауылда ер участкаһы алһағыҙ - ул тик һеҙҙең шәхси милкегеҙ һәм бер кем дә уға тейергә тейеш түгел. Шулай уҡ республика йәки аныҡ ҡала һәм район милкендәге ерҙәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта "милек хоҡуғы сикләнмәгән" ерҙәр ҙә бик күп. Был нимәне аңлата? Тимәк, ер участкаһы дәүләттеке, тик ул шәхсән бер кемдеке лә түгел. Башҡортостанда бындай ерҙәр республиканың урман булмаған өлөшөнөң 90 процентын алып тора. Яңы законда тик ошо ерҙәр хаҡында һүҙ бара.
Хәҙерге ҡағиҙәләрҙең нимәһе насар?
Хәҙерге ваҡытта милек хоҡуғы булмаған ерҙәр менән хакимиәттәр идара итә. Бының ыңғай һәм кире яҡтары бар. Ыңғай яғы - урындағы власть халыҡтың ихтыяжын яҡшы белә һәм, мәҫәлән, торлаҡ йорттар төҙөлә торған йәки быуаттар дауамында көтөү йөрөгән ерҙәрҙә нефть торбаларын һалдырмаясаҡ. Кире яғы - ерҙе рәсмиләштереү ҡағиҙәләре төрлө ерҙә төрлөсә. Ҡайһы бер хакимиәткә - 15, икенсеһенә 20 документ йыйырға, бер районда ҡарар ҡабул итеүҙәрен - бер ай, икенсеһендә өс ай көтөргә кәрәк. Кешеләр ҡайһы саҡта йылдар дауамында ер ала алмай.
Яңыса нисек буласаҡ?
Яңы закон буйынса республикала ер биреүҙең берҙәм тәртибе индереләсәк. Барыһы өсөн дөйөм һәм ҡыҫҡа документтар теҙмәһе ҡабул ителәсәк. Шунан артыҡ документты бер кем талап итә алмаясаҡ. Ер бүлеү 10 көн эсендә хәл ителергә тейеш. Кешегә ҡарап ер бүлеү күренеше лә булмаясаҡ. Киҫкен мәсьәләләр мотлаҡ район хакимиәте башлығы менән бергә хәл ителәсәк. Башлыҡтарҙың ниндәйҙер ер участкаһын биреүҙе тыйыу хоҡуғы буласаҡ. Сөнки нәҡ район хакимиәте башлыҡтары кешеләрҙең проблемалары менән яҡшы һәм яҡындан таныш. Шуға күрә кисә генә көтөү йөрөгән ерҙә ниндәйҙер фабриканың ҡалҡып сығыуы мөмкин түгел.
Ер участкаһын алыу өсөн Өфөгә килеү мотлаҡмы?
Юҡ, ер алыу өсөн ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса идаралыҡҡа, йә күп функциялы үҙәккә, шулай уҡ "Гоуслуги" порталына мөрәжәғәт итергә генә кәрәк буласаҡ. Тимәк, участка алыу өсөн ғаризаны өйҙән сыҡмайынса ғына ла бирергә мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ республиканың икенсе районында ер алырға уйланығыҙ. Бар документтарығыҙҙы онлайн ебәрәһегеҙ һәм 10 көндән яуап та алаһығыҙ.
Мәғлүмәтте ҡайҙан ҡарарға?
Хужаһыҙ ер участкалары тураһында мәғлүмәт йыйыла. Тиҙҙән ул БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының сайтына ҡуйыласаҡ. Буш участкалар исемлеге яңыртылып торасаҡ.
Нимәһе менән отошло?
Бюрократия булмаясаҡ. Кешеләр ғәҙел һәм аңлайышлы ҡағиҙәләр буйынса 10 көн эсендә ер бүлеме алыу мәсьәләһен хәл итә аласаҡ.
Республика буш ятҡан ерҙәрҙе әйләнешкә индереүе һөҙөмтәһендә бизнес үҫешәсәк, өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ, йәш ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителәсәк. Ерҙе һатыуҙан, ҡуртымға биреүҙән килгән аҡса ҡала, райондарҙың бюджетында ҡала. Республика был аҡсаның бер тиненә лә теймәй.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|