«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘЙГӘ ӘЙТМӘ, ЙӘКИ АТАЙ ЙОМШАҠЛЫҒЫ НАСАРМЫ?
+  - 


Күптән түгел Әхмәр Үтәбайҙың "Атай тәрбиәһе" һәм "Ҡартатай тәрбиәһе" тип аталған яҙмаларын уҡыным. "Атайҙар улдарын улар үҙҙәре белмәгәндә-һиҙмәгәндә, йоҡлап ятҡанында ғына һөйөргә тейеш", тигән яҙылмаған ҡағиҙәне телгә алған автор. Был хаҡта минең дә ишеткеләгәнем бар. Ике улым тыуып, шуҡ малайҙар булып үҫеп килгән дәүерҙә, артыҡ иркәләтеп, уларҙы "боҙоп" ҡуймаһын тип, бәғзе берәүҙәрҙең миңә - йәш атайға әйткән шундайыраҡ нәсихәте хәтеремдә. Эйе, тап ана шулай ти торғайнылар ҙа ул, тик, кемдер әйтмешләй, әйтеүе генә анһат икән...

Бала сағымдан хәтерләйем, минең атайым үҙе беҙгә - улдарына ҡарата ярайһы ғына ҡәтғи, хатта ҡайсаҡ һәүетемсә уҫал ғына булды. Дүрт малайҙы тәрбиәләү өсөн бер аҙ уҫаллыҡ та талап ителгәндер инде. Һәр хәлдә, өрлөк башына ҡыҫтырып ҡуйылған селек сыбыҡ ныҡ ҡына хәтеремдә ҡалған. Үҙ-ара бер аҙ ғына бәхәсләшә башлаһаҡ, беҙҙе татыулаштырыу өсөн атайымдың ана шул сыбыҡҡа ымлауы ғына ла етә торғайны. Ул өйҙә юҡ саҡта бер аҙ эш боҙғолағаныбыҙ хаҡында әсәйем атайыма өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Мин әле яҡты донъяға тыумаған саҡта ғаиләбеҙҙәге иң оло ағайым шырпы менән булышып, хатта өйҙө лә үртәп ебәргән булған икән. Өйөбөҙ бөтөнләйгә көлгә әйләнгән. Ағайымдың бәхетенә, атайым был саҡ ҡырҙа булған… Унһыҙ ҙа етешһеҙ йәшәгән ғаилә башына (һуғыштан һуңғы бер-ике йыл тирәһе осор) төшкән бындай бәлә-ҡазаның нисек ауыр нәтижәле булыуын күҙаллайым. Янғын бәләһенең ғәйеплеһе ана шул ағайым икәнен әсәйем хатта ғүмере буйы сер итеп һаҡлаған. Был хаҡта атайымдың вафатынан һуң ғына белдек. Егерме биш йылға яҡын офицер-ракетчик булып хеҙмәт итеп, хәҙерге ваҡытта үҙе һикһәнгә яҡынлашҡан отставкалағы ағайым үҙенең ана шул бала саҡ хәтирәләре менән хәҙер бүлешеп алғылай…
Атайым, ысынында иһә, тыштан ҡарағанда ғына шулай ҡәтғи тойолғандыр. Мин бала саҡта, таң менән яныма килеп, һаҡалы менән битемде сәнстерә-сәнстерә: "Малай, малай, малай", тип, арҡамдан һөйгөләп, юрғанымды төҙәтеп киткеләгәнен яҡшы хәтерләйем. Шул саҡ гел генә уяу булыуыма ҡарамаҫтан, йоҡлағанға һалышып, рәхәтләнеп ятып ҡалыуҙы хуп күрә торғайным. Бәләкәс ҡустымды ла атайымдың ана шулай итеп иркәләгәне хәтеремдә. Ә әсәйем, әлбиттә, үҙенең беҙгә ҡарата булған йылы хистәрен әллә ни йәшермәне. Уның йомшаҡ ҡулын һәр саҡ тойоп үҫтек.
Үҙебеҙ башлы-күҙле булып, балаларыбыҙ менән атай-әсәй янына ҡайта башлағас, нәҡ Әхмәр Үтәбай әйтмешләй, атайым (хәҙер инде ҡартатай ролендә) бөтөнләйгә икенсе тәрбиәсегә әйләнде. Әсәйем мәрхүмә әйтеүе буйынса, беҙ бәләкәй саҡта сәңгелдәк эргәһенә лә һирәк кенә барған булған икән атайым. Ә инде өйгә ейәндәрен алып килеү менән бар донъяһын онота, үҙе бала кешегә әүерелгәндәй була ине. Бәләкәстәрҙең артынан шыуышып, өҫтәл, хатта урындыҡ аҫтынаса инеп китә, улдарымды тотоп, икеһен алмаш-тилмәш һаҡал-мыйыҡтары менән сәнстергеләп, "ойпалап" ала торғайны. Һаман да әлеге "Малай, малай, малай", тигән һүҙҙәр менән. Атайым намаҙ уҡый башлаһа, ул сәждәгә киткән мәлендә ике йәшлек кенә Салауат улым уның артынса "әннә", тип йөҙтүбән "йығылып" китер ине.
Ә инде үҙемә килгәндә, балаларҙы йоҡлап ятҡан мәлендә генә һөйөү кәрәклеге хаҡындағы ҡағиҙәне йыш ҡына "боҙғоланым". Уйнап йөрөгән еренән йә Салауатымды, йә Азатымды тотоп ала килеп, атайым мәрхүмдең "Малай, малай, малай" һүҙҙәрен ҡабатлай-ҡабатлай, арҡаларынан тупылдатып ҡағып алғылай торғайным. Хәләл ефетем, ҡайсаҡ "Нимәгә иркәләтәһең малайҙарыңды, бер ҡасан башыңа менеп ултырһалар, күрерһең әле", тип иҫкәртеүенә лә ҡарамаҫтан. Бына шулай, хистәремде әллә ни йәшерә алмаған кешемендер инде мин үҙем. Хатта улдарым яңылыш ҡына берәй нәмә боҙа ҡалһа, әсәһенән йәшереп, миңә генә әйтә торғайнылар. "Әсәйгә өндәшмә", тиһәләр, мин уларҙың һүҙен тыңлай инем. Берәй бәләкәй генә йомошто үтәгәндән һуң малайҙарым: "Үәт, минең улым - шәп!" тип әйт инде, атай", - тиҙәр ҙә, минән үҙҙәре теләгән һүҙҙәрҙе ишеткәс, ифрат ҡәнәғәт булып китәләр.
Һәр саҡ малайҙарын һөйөп кенә йөрөгән икән был атай кеше, тип уйлаһағыҙ - яңылыштығыҙ. Кәрәк сағында уҫал ғына ла була белдем. Беҙҙең хәрби ҡаласыҡтың таш өйөнөң түбәһендә сыбыҡ ҡыҫтырып ҡуйырға өрлөк булманы бит инде. Селек сыбыҡ ролен ишек төбөндә эленеп торған портупея (офицерҙар билен быуып йөрөй торған яҫы ҡайыш) уйнағыланы шулай ҙа. Малай халҡына "аҡыл сыбығы" тигән нәмә лә бәғзе ваҡыт кәрәктер шул… Бер аҙ ғына "эләктереп" алыуҙы шәриғәт тә тыймай. Шулай уҡ улдарым тышта башҡа малайҙар менән һуғышып, күҙҙәренә "фонарь" алып килгеләгән хәлдә, уларҙы яҡлашып, балалар араһына барып ҡыҫылышып та йөрөмәнем. Малай кеше үҙен үҙе яҡлашып өйрәнергә тейеш, тигән инаныуҙа булдым һәр саҡ.
Тормош артабан дауам итә бит инде. Улдарым, әлхәмдүлиллаһ, иркә булып үҫмәне. Бер-бер артлы инде үҙҙәренең бәләкәстәрен алып килеп күрһәткеләй ҙә башланылар. Улдарын да, ҡыҙҙарын да. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәремә ҡарайым да, үҙемдең йәш сағымда ҡайһы берҙә "офицер портупеяһын" тамыҙғылаған малайҙарымдың бала сағын иҫләп, уларҙы ныҡ йәлләйем, ышанаһығыҙмы... Үҙем улдарыма инде: "Балаларығыҙҙы ҡаҡмай-һуҡмай ғына үҫтерегеҙ",- тип нәсихәттәр уҡып ҡына торам. Айырыуса, ҡыҙ балалар йәл. "Алтын ҡоштарым" тип һөйәм уларҙы һәр саҡ. Ейәнсәрҙәрем янына күстәнәсһеҙ ингән ваҡыттарым бик һирәктер. Һәр бер хәрәкәтен хуплап ҡына торорға тырышам ҡыҙҙарымдың. Дүрт йәшлек Сафия "Үәт, маладис", тип маҡтаһам: "Ҡартатай, һин урыҫса әйтмә, башҡортса әйт", - ти. "Һай, афарин, ҡыҙым!" "Улай ҙа түгел…" "Ә нисек итеп әйтәйем һуң?" "Үәт, минең ҡыҙым шә-ә-әп!", тип әйт… Нәҡ тә атаһының бала сағы. Хәләл ефеттәре менән берлектә, малайҙарым (улар инде әллә ни малай ҙа түгел, ҡырҡтан аша атлап уҙып баралар) үҙҙәренең ҡыҙҙарын сәскәләй наҙлап, ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтереп алып киләләр, әлхәмдүлиллаһ.
Иркә генә үҫкән балаларҙың да бынамын тигән кеше булып китеүе, шул уҡ ваҡытта ҡаты тәртип булдырылған ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрҙең дә артыҡ яҡшы булмай үҫеп етеү осраҡтары ла күп бит. Тирә-яҡҡа баҡһаң, шундай миҫалдарҙы ла күрергә була. Был ҡатмарлы тормошта балалар тәрбиәһен ниндәйҙер берәй ҡалыпҡа ғына һалып булмайҙыр тимәксемен. Минеңсә, иң мөһиме - балаларҙың имани рухта, ата-әсәгә, туғандарға, башҡа кешеләргә ҡарата миһырбанлы, ғәҙел, тәртипле, эшһөйәр кеше булып үҫеүе. Уларҙа милләтеңә, өммәтеңә хөрмәт тойғоһон тәрбиәләү, ошо процеста иң башта үҙеңдең өлгөлө атай, әсәй булыуың мотлаҡ. Һәр хәлдә, мин бына шундай фекерҙәмен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.20 | Ҡаралған: 637

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru