«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫ ШУЛАЙ
+  - 


XVIII быуат урталары - XIX быуат башында Петр Беренсенең әүҙем тышҡы һәм эске сәйәсәте күп финанс сығымдарына килтереүе һөҙөмтәһендә илдә һалым системаһы ҡабаттан ҡаралып, Рәсәй йән башынан һалым түләтеүгә күсә. Был үҙ сиратында яңы төр берәмекте - "йән башын ревизиялауҙы", йәғни йән иҫәбен алыуҙы талап итә, Рәсәй дәүләтенең барлыҡ халҡын һалым һалыныусы һәм һалым һалынмаусы өлөштәргә бүлә. Беренсе категорияға крәҫтиәндәр, мещандар, цех һөнәрмәндәре, сауҙагәрҙәр инә. Икенсеһенә - дворяндар, диндарҙар, чиновниктар. Күпме икәнлектәрен асыҡлау өсөн "йән башына ревизия" тип аталған процедурала һалым һалынырға тейешле ҡатламдың ир заттары иҫәбе алынған. Улар йән башына һалым түләп, рекрут хеҙмәтен үтергә тейеш була. Йән иҫәбен алыуҙың беренсе өлгө материалдарын күрһәтеүсе ревизия сказкалары өйәҙ, губерна, дөйөм Рәсәй йомғаҡтары булып дөйөмләштерелә. Һөҙөмтә мәғлүмәттәре "оклад кенәгәләре", "иҫәп алыу кенәгәләре", "исемлек ведомостары" исемен ала. Ревизиялар шулай уҡ һалым түләмәгән кешеләрҙе лә дөйөм иҫәп өсөн иҫәпкә ала. Һалым түләүмәүселәрҙең бер өлөшө (дворяндар, чиновниктар) күпселек ревизияларҙа иҫәпкә алынмай, икенсе өлөшө (регуляр армия һәм флот, сит ил кешеләре) бөтөнөһөндә лә иҫәпкә алына. Бынан тыш, 1, 2, 6-сы ревизиялар ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпләмәй. Яңы ревизияға тиклем тәбиғи үҫештәге бөтөн үҙгәрештәр (тыуым, үлем) иғтибарға алынмай. 1718 - 1859 йылдар осоронда барлығы 10 ревизия уҙғарыла. Иҫәп алыу үҙе бер-ике йылға һуҙыла, һуңынан икенсе иҫәп алыуға тиклем ревизиялар үткәрелә. Уның барышында тәүҙә алынған мәғлүмәттәр тикшерелеп, тулыландырыла. Оҙайлы тикшереүҙәр шуны күрһәтә: һалым түләргә тейешле халыҡтың аҙына ғына ҡасып ҡалырға насип була.

Ун тапҡыр...

Беренсе ревизия.
Ул 1718 йылдың 26 ноябрендә "Ревизия үткәреү тураһында"ғы указға һәм 1719 йылдың 22 ғинуарында Сенаттың "Һалым түләүсе ҡатлам кешеләренең дөйөм иҫәбен алыу, ревизия сказкаларын биреү, кешеләрҙе йәшереп алып ҡалған өсөн яза тураһында" указы буйынса үткәрелә. Ревизия "армия полктарында бөтөн дәүләттең крәҫтиәндәрен урынлаштырыу маҡсатын" алға һөрә. Ул ете йылдан ашыу (1727 йылға тиклем) бара. Беренсе ревизия Мәскәү, Петербург, Түбәнге Новгород, Ҡаҙан, Архангел, Смоленск, Себер, Аҙау, Киев губерналарында уҙа. Лифляндия (Рига губернаһы), Эстландия (Ревель губернаһы), Малороссия, Слобода Украинаһы был саранан ситтә ҡала. Яулап алынған ҡалаларға, Әстерхан һәм Өфө башҡорттары менән татарҙарына, Себерҙең яһаҡ түләүсе халҡына ревизия үткәрелмәй. Беренсе ревизия күпселек ҡатламдарға йә өлөшләтә, йә тотошлай ҡағыла. Һөҙөмтәлә, ул тәүге һалым түләүселәрҙе иҫәпкә алыу, финанс сиктәрен үтеп, һалым түләүсе һәм түләмәүселәрҙең барыһын да иҫәпкә ала башлай.
Икенсе ревизия. 1743 йылдың 16 декабрендәге "Генераль ревизия тураһында"ғы указға ярашлы үткәрелә. Ул 1743-1747 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Алдағы халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң һәм ошо ревизия һөҙөмтәһендә түләнмәгән бурысты ҡаплатыу юлы аша армияны тотоу өсөн кәрәк булған 5 миллион һумдан ашыу аҡса табыла. Икенсе ревизияны үткәргәндә лә беренсе равизияны үткәреү һөҙөмтәһендә билдәләнгән сказкалар формуляры һаҡлана. Шулай уҡ, беренсе ревизиялағы кеүек, Малороссия, Балтик буйы террриториялары инмәй, яулап алынған ҡалалар халҡы, Әстерхан һәм Өфө башҡорттары менән татарҙары, Себерҙең "яһаҡ түләүсе сит кешеләре" иҫәпкә алынмай.
Өсөнсө ревизия. 1761 йылдың 28 ноябрендә "Яңы ревизия үткәреү тураһында"ғы Сенат указына ярашлы ойошторола. Уның маҡсаты артабан да йән башына һалым йыйыуҙы дауам итеү була. Алдағы указ буйынса ревизияларҙы һәр 15 йыл һайын үткәреү ҡаралһа ла, өсөнсө ревизия 17 йыл үткәс, 1761 йылдан 1767 йылғаса уҙғарыла. Унда ревизия сказкаларының берҙәм баҫма формаһы индерелә, формуляры үҙгәрә. Был үҙгәрештәрҙе индереү һалым түләүсе йән башына ҡағылышлы һорауҙарға яуап алыу маҡсатынан индерелә. Ревизия сказкаларына һалым түләмәүсе ҡайһы бер ҡатламдарҙы индереү туҡтатыла. Был форма бер ниндәй үҙгәрешһеҙ икенсе ревизияға тиклем йәшәй. Уның төп өлөшөндә сказканы биреүҙең сәбәбе аңлатыла һәм мәғлүмәтте йәшереп ҡалдырғанда ҡаты яза бирергә әҙерлек белдерелә. Был иҫәп алыуҙа ла башҡорттар, Өфө һәм Әстерхан татарҙары, Архангелогород губернаһы саамиҙары иҫәпкә алынмай. Һалым түләмәүсе ҡатламдан регуляр армия һәм флот, диндарҙар, дворяндар, чиновниктар иҫәпләнмәй.
Дүртенсе ревизияны үткәреү 1781 йылдың 16 ноябрендәге "Бөтөн империяла яңы ревизия ойоштороу тураһында"ғы манифестҡа ярашлы иғлан ителә. Уны 1783 йылғаса үткәреү күҙаллана. Маҡсат шул уҡ - һалым түләүсе ҡатлам хаҡында мәғлүмәт туплау. Дүртенсе ревизиянан һуң Рәсәй империяһының бөтә территорияһы ревизиялар менән солғап алына. Бары тик Финляндия, Польша һәм 19-сы быуаттың беренсе яртыһында ғына Рәсәйгә ҡушылған Кавказ аръяғы террриторияһы ташламаға дусар була. Уларҙың халҡы башҡа юл менән иҫәпләнә. 4-10-сы ревизияларҙа дворяндар, сит ил кешеләре, чиновниктар, регуляр армия һәм флот иҫәпкә алынмай.
Бишенсе ревизия. 1794 йылдың 23 июнендә "Дәүләттә яңы ревизия үткәреү тураһында"ғы указға ярашлы башлана. Уның маҡсаты ла алдағыларыныҡына ауаздаш була. Ревизияны 1796 йылда тамамлау күҙаллана. 1794 йылдың 21 сентябрендә Сенаттың "О напечатании формы ревизской сказки и перечневой ведомости и о рассылке оныхъ во все Губернии для продажи сказо-подателямъ" указы ҡабул ителә. Сказка формаһы дүртенсе ревизияныҡына оҡшаш була. Рәсәйҙең барлыҡ территорияһы солғап алына.
Алтынсы ревизия.1811 йылдың 18 майындағы манифест менән иғлан ителә. Уның 1812 йылдың 1 ғинуарына тамамланыуы күҙаллана. Был ревизияның айырмаһы шунда - ул тик ир заттарын ғына иҫәпкә ала. Сказка биреү формаһы ла шуның менән айырыла. Яңы йылға инде йән башынан аҡса йыйыу яңы һөҙөмтәләр буйынса атҡарыла.
Етенсе ревизия 1815 йылдың 20 июнендәге манифест менән иғлан ителә. Маҡсаты - 1812 йылғы Ватан һуғышы һөҙөмтәһендә кисерелгән юғалтыуҙарҙан һуң халыҡтың хәлен яҡшыртыу. Ревизия шул уҡ территорияла үткәрелә, яңы ҡушылған территориялар ғына ситтә ҡала.
Һигеҙенсе ревизия 1833 йылдың 16 июнендәге манифест буйынса үткәрелә. Ул өс йыл самаһына һуҙыла. Иҫәп алыуға һалым түләүсе һәр кеше йәлеп ителә. Ғөмүмән, Рәсәй империяһы халҡы өс ҙур төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә бөтөн һалым түләүсе ҡатлам инә. Икенсеһенә иҫәп өсөн генә кәрәкле төркөм халҡы (руханиҙар, ямщиктар) инә. Өсөнсө төркөмдө ревизияға бөтөнләй индерелмәгән ҡатлам (дворяндар, хәрби хеҙмәткәрҙәр) тәшкил итә. Перепись Финляндия, Польша, Кавказ аръяғынан тыш, бөтөн территорияны солғап ала.
Туғыҙынсы ревизия 1850 йылдың 11 ғинуарындағы манифест буйынса уҙғарыла. Ул ике йылға һуҙыла, халыҡ иҫәбен алыу тәртибе үҙгәрешһеҙ ҡала.
Унынсы ревизияны үткәреү тураһындағы манифест 1856 йылдың 26 авгусында сығарыла. Әммә ревизия 1857 йылдың 3 июнендә, уның ентекле уставы баҫылып сыҡҡас, башлана. Ҡырым һуғышы һөҙөмтәһендә халыҡ иҫәбендә һәм составында ҙур үҙгәрештәр була. Туғыҙынсы ревизия мәғлүмәттәре һалым йыйыуға ярашлы булмай сыға. Ревизия тик 1862 йылда ғына тамамлана. Ул Польша, Финляндия, Кавказ аръяғы һәм Көньяҡ Бессарабия (1856 йылда ул Румынияға күсә) территорияларынан тыш, илдең бөтөн территорияһында ла үтә.

Рәсәй империяһының беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу

Рәсәй империяһында 28 ғинуарҙа беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1895 йылдың 5 июнендә раҫланған ҡарар нигеҙендә үткәрелә. Ул, Финляндиянан тыш, бөтөн территорияны ялмап ала. Өфө губернаһында ла уҙғарыла. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу халыҡ-ара статистика ойошмаларының күрһәтмәләренә һәм башҡа илдәр тәжрибәһенә таянып үткәрелә. Халыҡ иҫәбен алыуға П. П. Семенов-Тянь-Шаньский етәкселегендәге Үҙәк статистика комитеты алып барған ҙур күләмле ойоштороу эштәре этәргес бирә. 1870 йылда уның инициативаһы буйынса Бөтә Рәсәй статистика съезы уҙа, унда халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү мәсьәләләре ҡарала. 1874 йылда уның тарафынан "Халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү тураһында положение проекты" әҙерләнеп, Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу буйынса комиссияға тапшырыла. 1895 йылда был документ раҫлана.
Кампания башында эске эштәр министры етәкләгән Баш перепись комиссияһы тора. Урындарҙа губернаторҙар йәки дворянлыҡтың өйәҙ етәкселәре торған перепись комиссиялары ойошторола. Программа үҙ эсенә 14 һорауҙы ала: 1. Фамилия, исем, атаһының исеме. 2. Енес. 3. Яҙылған кеше хужалыҡ башлығына һәм үҙ ғаиләһенең башлығына кем була. 4. Йәше. 5. Ғаилә хәле. 6. Ҡатламы. 7. Тыуған ере. 8. Теркәлеү урыны. 9. Йәшәгән урыны. 10. Урында булмауы, ҡайҙалыр китеүе йәки ваҡытлыса йәшәүе тураһында билдә. 11. Тотҡан дине. 12. Туған теле. 13. Белеме. 14. Шөғөлө.
Халыҡ иҫәбен алыу өс төрлө иҫәп ҡағыҙҙарында алып барыла: 1. А формаһы - крәҫтиән хужалыҡтары өсөн. 2. Б формаһы - биләмә башлыҡтары өсөн. 3. В формаһы - ҡала халҡы өсөн. Был формалар беренсе биттең йөкмәткеһе буйынса ғына айырыла, ә эске биттәрҙең барыһы ла бер төрлө була.
Ауыл ерҙәрендә халыҡ иҫәбен алыу айырым хужалыҡтар буйынса үткәрелә, йәғни һәр хужалыҡҡа бер иҫәп ҡағыҙы тултырыла. Уға хужалыҡ составына ингән кешеләр ҙә, иҫәп алыу ваҡытында унда ваҡытлыса булғандар ҙа теркәлә. Һәр айырым хужалыҡта ғаиләнең бөтөн ағзалары ла, шулай уҡ туғандары һәм хужаға буйһоноулы булған һәм уның менән йәшәгән башҡа кешеләр ҙә инә. Яңғыҙаҡтарға айырым иҫәп ҡағыҙы тултырыла.
Ҡалаларҙа иҫәп алыу айырым фатирҙар буйынса үткәрелә.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре 1897 йылдың 28 ғинуарына билдәләнә. Был переписта иҫәпсе ике тапҡыр йөрөп сыға: беренсеһе билдәле датаға тиклем, икенсеһе - унан һуң. Беренсе тапҡыр йөрөп сыҡҡанда ул формулярҙар тултыра, икенсеһендә ошо осор эсендә булған үҙгәрештәрҙе индереп, иҫәп ҡағыҙына төҙәтеүҙәр индерә.
1897 йылғы иҫәп алыуҙың маҡсаты өс категория - бөтөн булған, даими йәшәүсе, теркәлеүсе - халыҡты иҫәпләү. Уның етешһеҙлектәре лә була. Программала милләтте һәм синыфты (социаль сығыш) билдәләүсе һорауҙар булмай, ә инде белем тураһындағы һорау уҡыу урынын асыҡлаусы һорау менән берләштерелә. Халыҡ иҫәбен алыу Рәсәйҙең ситендәге халыҡтарҙы тулыһынса теркәмәй. Статистиктарҙың иҫәпләүенсә, Себерҙең ҡайһы бер халыҡтары 30 процентҡа тиклем иҫәпкә алынып бөтмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй тарихында халыҡтың дөйөм иҫәбен алыуҙың, һис һүҙһеҙ, әһәмиәте ҙур. Уның һөҙөмтәләре губерналар буйынса 119 томда, дөйөм империя һөҙөмтәләре 2 томда баҫылып сыға. Өфө губернаһы буйынса 1901 һәм 1904 йылдарҙа Н. А. Тройницкий редакторлығында "Эске эштәр министрлығының Үҙәк статистика комитеты дәфтәрҙәре" нәшер ителә. Унда тел принцибы буйынса халыҡтың бүленеше хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар.
Өфө губернаһында туған теле тип:
Башҡорт телен - 454361 ир-ат, 445549 ҡатын-ҡыҙ;
Урыҫ телен - 402312 ир-ат, 431823 ҡатын-ҡыҙ;
Татар телен - 94642 ир-ат, 90175 ҡатын-ҡыҙ;
Мишәр телен - 10414 ир-ат, 10543 ҡатын-ҡыҙ;
Типтәр телен - 20352 ир-ат, 19603 ҡатын-ҡыҙ;
Мордва телен - 18224 ир-ат, 19065 ҡатын-ҡыҙ;
Сирмеш телен - 39618 ир-ат, 40990 ҡатын-ҡыҙ;
Сыуаш телен - 30248 ир-ат, 30368 ҡатын-ҡыҙ;
Вотяк телен 11451 ир-ат, 11050 ҡатын-ҡыҙ атаған.
Абсолют халыҡ һаны буйынса Өфө губернаһы империяла күп халыҡлылар рәтенә инә. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса унда ике енестәге 2196642 кеше йәшәгән.

Архив мәғлүмәттәре буйынса.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.20 | Ҡаралған: 455

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru