«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫҠ АУЫЛ - 2020
+  - 


Республикабыҙ ауылдары быйыл да "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсына дәррәү ҡушылды. Уның ниндәйҙер һөҙөмтәләре һиҙеләме, эскелек кәмейме?

Илһам БАЙГИЛДИН, хеҙмәт ветераны:
Был эпидемия бөтөн хыялдарыбыҙҙы, уй-ниәттәребеҙҙе бутап, йәшәйешебеҙгә үҙ режимын индерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, шөкөр, тормош дауам итә, шулай булырға тейеш тә. Улай ғына ла түгел, ер йөҙөнөң сирҙән арыныуы, тиҙерәк сәләмәтләнеүе уға ҡаршы тороусы көс менән үлсәнәсәк. Сиргә ҡаршы тороу ни тиклем ҡеүәтлерәк, берҙәмерәк булһа, ул шул тиклем тиҙерәк сигенәсәк. Тап бына ошондай киҫкен көрәш барған заманда халҡыбыҙҙан сәләмәт тормош рәүешенә ылығыуы талап ителә лә инде. Шуға күрә лә быйыл иғлан ителгән "Айыҡ ауыл - 2020" республика конкурсы һауыҡтырыуҙың бик урынлы сараларының береһе булараҡ ҡабул ителә. Тәүҙәрәк интернет буйлап, йәнәһе, тартҡан-эскән кешегә таж-зәхмәт ҡағылмай, имеш, тигән фейк сығарылды. Көлкө, тип әйтер инем, был ҡайғылы хәл булмаһа. Төптө буш һүҙ, был кешене өмөтһөҙлөккә, сараһыҙлыҡҡа, күрәләтә эскелеккә этәрә түгелме? Нисек инде ул тартҡан-эскән кешенең былай ҙа яртылаш сереп-ҡоромланып бөткән үпкәһе зәһәр зәхмәткә ҡаршы тора ала? Улар бит былай ҙа саҡҡа шыйылдап тын алып йөрөй. Ә эскән кешенең иммунитеты бөтөнләй көсһөҙләнгән була, улар араҡынан башҡа бер ни ҙә ҡабул итә алмаҫ хәлдә. Бындай провокацион хәбәрҙәргә ышанырға ярамай. Эт өрөр, бүре йөрөр, тигән кеүек, сир ни тиклем генә ҡотормаһын, бәхеткә, күпселек ауылдарыбыҙҙа "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсына әҙерлек эштәре туҡталғаны юҡ. Киреһенсә, ауылдарыбыҙ йәнләнә, төҙөкләндерелә, тигән хәбәрҙәр генә уҡыйым мин матбуғат һәм интернет баҫмаларынан. Ысынлап та, был конкурстың маҡсаты ныҡлы уйланылған, ул дөйөм милләт һаулығын ҡайғыртыу, халыҡтың рухын күтәреү маҡсатында үткәрелә. Конкурс физик сәләмәтлек өсөн генә түгел, ә рухи-әхлаҡи ныҡлыҡ тәрбиәләүе менән дә ҡиммәт, минеңсә. Ә бит күптәр раҫлауынса, ауылдарыбыҙҙа эскелек бермә-бер кәмене, быны мин үҙемдең күҙәтеүҙәрҙән дә сығып әйтәм. Республика Башлығының тыйылған арзанлы алкоголь эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүселәр хаҡында мәғлүмәт еткереүселәргә премия биреү хаҡындағы тәҡдиме лә үҙ эшен эшләне, буғай: элек асыҡтан-асыҡ һатыу итеүселәрҙең ҡомһоҙлоғо баҫыла төшкәндәй. Быйылғы конкурс сиктәрендә бик күп файҙалы ойоштороу саралары үткәрелә. Ауылдарҙың тышҡы күренешен төҙөкләндереүҙән тыш та байтаҡ файҙалы ғәмәлдәр башҡарыла. Мәҫәлән, ошо конкурс сиктәрендә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренең район ауылдарына сығып, ҡабул итеүҙәр ойоштороуы маҡтауға лайыҡ, тип иҫәпләйем. Республикабыҙҙың көнбайыш, көнсығыш, төньяҡ, көньяҡ биләмәләре, шулай уҡ Урал аръяғы мәшғүллек үҙәктәренең кешеләрҙе эшкә йәлеп итеүе, төрлө һөнәрҙәр буйынса вакансиялар хаҡында мәғлүмәттәр биреп, һәр теләгән кешегә яраҡлы эш эҙләшеүе ошоға тиклем күҙәтелгән нәмә түгел ине. Хәбәр ителеүенсә, был үҙәктәр хеҙмәтенә йөҙәрләгән кеше мөрәжәғәт иткән, кәңәштәр алған, байтағы эшкә урынлашҡан. Дөрөҫ ойошторолған был сара, сөнки мәшғүллек - үҙе үк айыҡлыҡ, тигән һүҙ, эш кешеһенең эсеп йөрөргә ваҡыты ла, теләге лә булмаҫҡа тейеш, сөнки һәр кемгә үҙенең эш урыны ҡиммәт, айырыуса бөгөнгө көндә. Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйылғы конкурстың приздар фонды былтырғыға ҡарағанда 10 тапҡырға арттырылыуы айырыуса ҡыуаныслы. Проект кураторы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева белдереүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйҙе, унда ҡатнашыусылар һанын тағы ла арттырыу ҡарала. Аҡсалата дәртләндереү төп еңеүселәргә генә түгел, финалға сығыусыларға ла, әүҙем йәмәғәтселәргә, ойоштороусыларға ла ҡаралған. Ә инде еңеүсе булған 5 ауыл ауылдарҙы үҫтереү буйынса комплекслы программаға индереләсәк. Шәп бит был!

Венера ҠАСҠЫНОВА, Баймаҡ районы Ишей ауылы йәмәғәтсеһе, уҡытыусы: Ауылыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрә, төҙөкләнә. Ишей - быйылғы "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсында ҡатнашыусылар исемлегендә. Әлеге ыңғай үҙгәрештәргә тап ошо ҡарар сәбәпсе булды ла инде. Ысынлап та, ауылдаштарым үҙгәрештәр көтә, элеккесә йәшәргә теләмәй ине. Үҙгәрештәр иң тәүҙә ауылыбыҙҙың тышҡы йөҙөндә күренде: ағастар ултыртылды, ҡайһы бер объекттар кәртәләп алынды, ҡоймалар буялды, һәр урамда ҡоҙоҡтар тәртипкә килтерелде. Уҡытыусы булараҡ, минең өсөн иң ҡыуаныслыһы балалар майҙансығы булды. Был хаҡта беҙ бик күптән хыяллана инек инде. Беҙҙең бала саҡҡа ундай нәмә тәтемәне, исмаһам, балаларыбыҙ өсөн шуны эшләйек, тип, мин уҡыусыларым менән ҡайҙарға ғына үтенес хаттары яҙманыҡ! Ниһайәт, һорауыбыҙ ҡәнәғәтләндерелде: бына тигән балалар уйын майҙансығы төҙөлдө. Тышҡы күренеш тә бик мөһим, шул уҡ ваҡытта кешеләр күңелендә лә үҙгәрештәр кәрәк. Ауылдаштарыма рәхмәтлемен: бер тауыштан дәррәү айыҡлыҡ конкурсына ҡушылдыҡ. Ауылыбыҙҙа быға тиклем ир-егеттәр ҡоро юҡ ине, ул ойошторолдо һәм законһыҙ алкоголь менән сауҙа итеү урындарына рейд менән эшен башлап та ебәрҙе. Ир-егеттәрсә һөйләшеү үҙенекен итте: ошоғаса арзан араҡы менән сауҙа итеп, әҙәм аңын ағыулаусылар шөғөлдәрен туҡтатырға һүҙ бирҙе. Артабан улар үҙҙәрен нисек тотор - был мәсьәлә хәҙер ныҡлы контролгә алынды. Ауылыбыҙҙағы ни бары 81 йортта 200-ҙән ашыу кеше йәшәй, был улар менән күҙмә-күҙ аралашыу-аңлашыуҙарҙы байтаҡҡа еңеләйтә, унан һуң кемдең ни ҡылғаны, нисек йәшәгәне лә ус төбөндәгеләй күренеп тора. Ә ғөмүмән, конкурсҡа әҙерлек эштәрен беҙ август аҙаҡтарында уҡ башлап ебәргәйнек инде. Тәүҙә ойоштороу мәсьәләләре, план һәм маҡсаттар билдәләнһә, сентябрь аҙаҡтары, ауыл хужалығы эштәре тамамланыуға, оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ матур көн - ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға арнап, байрам ойошторҙоҡ. Уңған хужабикәләребеҙ аш-һыу оҫталыҡтарын, үҙҙәре эшләгән милли биҙәүестәрен күрһәтте, район үҙәгенән саҡырылған парикмахер, визажист, маникюр оҫталары хеҙмәтенән файҙаланды, матур концерт күрһәтте. Ә был кисәнең иң мөһим маҡсаты былтырғы айыҡ ауыл конкурсында икенсе урын яулаған райондаштарыбыҙ - Йылым ауылынан саҡырылған ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ менән аралашыу ине. Улар ошо конкурс буйынса үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты, бик күп файҙалы кәңәштәрен бирҙе. Матур төйәгебеҙҙе тағы ла йәмлерәк һәм һәр ваҡыт айыҡ итеп күрергә теләгән ауылдаштарымдың бер төптән булып, конкурста урын алайыҡ, тип тырышып, дәртләнеп эшләүҙәрен күреп, күңелем күтәрелә, яңынан-яңы пландар тыуа. Урын алыу почетлы булһа ла, уныһы, минеңсә, әллә ни мөһим дә түгел. Ә бына ауылыбыҙҙың ошо ваҡыт эсендә танығыһыҙ булып үҙгәрә барыуы - үҙе ҙур еңеү. Шуныһы мәртәбә - эскелек кәмене. Элекке кеүек магазин алдарында, аулаҡ урындарҙа төркөмләшеп эсеп торған кеше хәҙер, шөкөр, ҡалманы. Йәшерене юҡ: бар ине ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла шым-шым ҡыҙмаса "байрам" итеп алыусылар. Ундай хәлдәр ҙә үҙенән-үҙе бөттө. Төйәгебеҙҙе күтәрәбеҙ, матурлайбыҙ, беҙ кемдән кәм - үҙебеҙгә бит йәшәргә бында, тип, һәммәһе бер төптән тырышып йөрөйҙәр, рәхмәтлемен уларға.

Резеда ХӨСӘЙЕНОВА, "Әлшәй хәбәрҙәре" гәзите хеҙмәткәре: Август айында республикала "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсына старт бирелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл бәйгенең муниципаль этабында Әлшәйҙән 57 ауыл ҡатнаша.
Районыбыҙҙың боронғо башҡорт ауылдарының береһе булған Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа йәшәүселәр ҙә айыҡ тормош өсөн иғлан ителгән акцияны хуплап, заман сиренә ҡаршы дәррәү көрәшкә берҙәм ҡушылды. Ошо уңайҙан ауыл Советы хакимиәтендә йыйылыш уҙҙы, унда ауыл активистары, дин әһелдәре, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, депутаттар ҡатнашты. Конкурс шарттары менән танышып, һәр кем үҙ тәҡдимен еткергәндән һуң, саралар планы ҡабул ителде, уға ярашлы, төрлө спорт ярыштары, милли байрамдар, тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса өмәләр, эскелеккә ҡаршы акциялар, рейдтар үткәреү күҙаллана. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфәрит Йосопов: "Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы ваҡытта эскелек һаҙлығына батыусылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбәйгәндән-күбәйә. Бигерәк тә, был афәттең ҡатын-ҡыҙҙар араһында таралыуы - аяныслы хәл. Шуға ла дөрөҫ аңларға кәрәк, әгәр беҙ быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашабыҙ икән, был әле Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа эскелек юҡ, тигәнде аңлатмай. Төрлө саралар үткәреп, уңған, тырыш ғаиләләрҙе өлгө итеп ҡуйып, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау менән бер рәттән, киләсәк быуынға сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн дә күрһәтергә тейешбеҙ",- тип билдәләне.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто директоры, "Айыҡ ауыл" конкурсын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Фәнзилә Әхмәтова әйтеүенсә, һәр кесаҙна ауылда Сәләмәтлек көндәре уҙа, халыҡ Дим буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса иғлан ителгән "Таҙа яр" акцияһын да дәррәү күтәреп алған. Шулай уҡ ағинәйҙәр, ауыл старостаһы һәм участка инспекторы менән берлектә имен булмаған ғаиләләргә рейд ойошторғандар. Шуны ла әйтергә кәрәк, ауылдағы өс сауҙа нөктәһенең икеһендә бөгөн алкоголле эсемлектәр һатылмай. Күптән түгел үткән "Мәргән уҡсы" бәйгеһе лә ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың күңелендә бик күркәм сара булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Унда ҡатнашыусылар сағыу милли кейемдәрҙә ҙур ихласлыҡ менән уҡ атып, мәргәнлектә, йылғырлыҡта үҙ көсөн һынап ҡараны. Ауыл старостаһы Рәшит Ғәлимуллин бәйгеселәрҙе уҡ атыу ысулдары менән таныштырған.
Эйе, күмәкләшеп, бер уйҙан изге эшкә тотондо ҡыпсаҡ-асҡарҙар. Ә берҙәм булғанда әллә ниндәй эштәр атҡарырға, шул иҫәптән "йәшел йылан"ды ла еңеп сығырға мөмкин. Теләк кенә булһын.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 1045

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru