«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕВИЗОРЫҢ БОҘОЛМАҺЫН ИКӘН УЛ...
+  - 


Гәзитебеҙҙең үткән һанында ғына тормошобоҙға үтеп итеп, ышаныслы тамыр йәйә башлаған алдыҡ һәм кешеләрҙе төп башына ултыртыусы мошенниктар хаҡында "Әйт,тиһәгеҙ..." рубрикаһында яҙып сыҡҡайныҡ. Шунан һуң даими уҡыусыбыҙ С. исемле (тулы исемен атамауҙы үтенгән) ханымдан минең бәйләнешкә күләмле генә хәбәр килеп төштө. Автор "Киске Өфө" гәзитенә бындай материал баҫҡан өсөн рәхмәтен белдерә, кешеләргә аңлатыу, уларҙы алданыуҙан аралауҙың бик тә кәрәкле булыуы тураһында яҙа һәм күптән түгел генә үҙе менән булған хәлде бәйән итә. Артабан һүҙ уның исеменән бара.

"Бер заман яҡшы ғына эшләп торған телевизорым "гөлт" итеп һүнде лә ҡабат тоҡанманы. Тауышы бар, элеккесә һөйләп тора, ә экран - дөм-ҡара. Ток үткәргес һәм кабель төҙөк, урынында, күҙгә күренеп торған сәбәп юҡ. Бер көн үтте, ике... Бәлки, эшләп китер, тигән өмөттәрем дә һүнде, әйтерһең, донъям ҡараңғыланды: халыҡ-ара хәлдәрҙе, яңылыҡтарҙы белмәй ултырыу яйһыҙ икән бигерәк. Әлдә почта йәшнигемә "Киске Өфө"нө төшөрөп китә рәхмәт яуғыр почтальоныбыҙ. Тик ул да бик һағындырып, аҙнаға бер генә килә, ә миңә көн дә хәбәрҙар булыу кәрәк. Шулай өйрәнелгән: бер көн яңылыҡтарҙан мәхрүм ҡалһаң да, донъяла әллә ниҙәр булып яталыр төҫлө. Иғлан буйынса бер шәхси эшҡыуар-оҫтаға шылтыратыуыма ул әлеге билдәләргә ҡарап, "эш яҡтыртҡыста" (улар телендә "подсветка" була икән) тигән ҡарар сығарҙы һәм өйгә килеп төҙәтергә теләк белдерҙе, ремонт хаҡының 500 һумдан алып, иң күп тигәндә (әгәр башҡа сәбәптәр ҙә була ҡалһа) 3 меңдән дә артмаясағын белдерҙе. Мин уйларға булып, трубканы һалдым. Ни эшләргә? Бынауы ҡырғын ҡоторған мәлдә нисек итеп күрәләтә өйөңә таныш түгел кеше саҡыртмаҡ кәрәк? Әллә кем булып сыға әле ул. Яңғыҙ ҡарт-ҡороно иҫәңгерәтә һуғып, бар аҡсаһын талап сығыусылар аҙ булдымы инде? Йыйған аҡсам юҡ юҡлыҡҡа, был айлыҡ пенсиянан коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндән, ашарға ул-был һатып алғандан ҡалғаны ғына инде... 10 мең пенсияны нимәгә еткерәһең? Өйгә оҫта саҡыртҡы килмәне шулай ҙа. Юҡмы икән ни элекке кеүек көнкүреш техникаһы төҙәтеүсе оҫтаханалар? Күп йылдар инде улар хеҙмәте менән файҙаланырғы тура килгәне юҡ ине, бармы улар бөгөн, эшләйҙәрме - бер ни белмәйем. Телефонымдан ҡарап, шуларҙы барлай башланым. Әәә, хәҙер бит улар икенсе төрлө атала: сервис үҙәк. Ышаныслыраҡ булыр, тип, шундайҙарҙың береһенә - ҙурырағына (тышҡы яҡтан офистарының фотоһын да элгәндәр хатта сайттарына) туҡталам һәм "Нова" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт - сервис үҙәгенең телефон һандарын йыям. Яғымлы ғына йәш ҡыҙ тауышы күңелде тынысландырып ебәрҙе. Диспетчер-оператор тип таныштырҙы үҙен. Өйгә саҡыртыу кәрәкмәй, телевизорығыҙҙы барып алабыҙ (курьер), төҙәткәс, килтереп ҡуябыҙ, ти был. Хаҡтары ла баяғы шәхси оҫта әйткәндән артыҡ түгел. Мин инде риза ҡуш ҡуллап, тик төҙәтһендәр генә. Ҡыҙыҡай мастер менән тоташтыра. Ул да эш ниҙәлекте һөйләтеп алғас, ике-өс көндә әҙер була, тип күңелде күтәреп ебәрә. Мин заявка бирәм һәм курьер килеп, телевизорымды алып та китә.
Ике-өс көндән әлеге мастер шылтырата һәм телевизорҙың әҙер булыуын әйтә. О, юҡ, шатланырға бер сәбәп тә юҡ икән шул. Беләһегеҙме, шул саҡ ни хаҡҡа миңә иҫәп-хисап белдерә был? Тәүҙә үҙҙәре атаған 3 меңде теүәл генә 5-кә ҡабатлағандар - 15 мең! Баҫып торған еремдән, хәлһеҙләнеп, ултыра төштөм, бер ни ҙә әйтә алмайым, тел көрмәлде лә ҡуйҙы. Хәлемде хатта ки "теге яҡта" ла асыҡ самаланылар, ахыры, миңә тынысланырға кәңәш биреп, йыуата башланылар, баяғы ҡәтғи тауыштарының ҡәҙимге йомшарғанын һиҙеп, хәҙер мин "бөйөргә таянырға" ашыҡтым: хәҙер тиҙ ярҙам саҡырам, тейем быларға, минең һаулыҡ өсөн зыянды ҡапларға әҙер булығыҙ, тик ул 15 мең менән генә сикләнмәҫ, тип ебәргән булам. "Туҡтағыҙ, валерьянка эсеп алығыҙ, мин һеҙгә ташлама яһай алам", - ти теге тауыш һәм 15-тән 2 меңде шундуҡ алып ташлай. Үҙегеҙ шаһит: был да минең өсөн бик ҙур сумма. "Мин был хаҡҡа яңы телевизор һатып алам", - тием. "Алығыҙ, тик ул барыбер 5-6 йылдан тағы боҙоласаҡ, хәҙер шулай эшләйҙәр", - булды яуап. Тағы һатыулашырға, был юлы инде һалым инспекцияһын, прокуратураны, Роспотребнадзорҙы телгә алып һөйләшергә тура килде. Һөҙөмтәлә тағы бер меңгә еңдем быларҙы! Шул нөктәлә һүҙҙе йомғаҡларға булды былар һәм башҡаса бер ниндәй сигенеүҙәргә лә бара алмауҙарын белдереп, яйлап түләргә өгөтләй башланылар. Тик мин инде һуңлап булһа ла интернеттан уҡып белгәйнем: аҡса туплап, телевизорыңды ҡайтарып алғансы, уны үҙҙәрендә тотҡан өсөн көн дә күпмелер процент иҫәпләү ихтималлыҡтары ла бар икәнен, шуға, күршемдән бурысҡа алып булһа ла әлеге 12 меңде түләргә мәжбүр булдым... Телевизорымды былай, вәғәҙә итеүҙәренсә, килтереп киттеләр, әлегә ул һәйбәт кенә эшләй, тик күпмегә сыҙар икән - әйтә алмайым. Сервис-үҙәк былай, килешеүҙә теркәлеүенсә, ни өсөндөр тотош 3 йыл гарантия бирә. Шуныһына ла рәхмәт инде..."
Эйе, авторыбыҙ һаман да кешелеклегенә барып, рәхмәтен йәлләмәһә лә, бындай үҙәктәр, асыҡланыуынса, бөгөн - бар, иртәгә - юҡ. Күпмелер капитал туплайҙар ҙа "йөҙҙәрен" йә исемдәрен, адрестарын алмаштырып, икенсе сүрәткә керәләр, имеш, тип тә яҙалар. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: көнкүреш приборҙарығыҙ, ноутбук йә телевизорҙарығыҙ берүк төҙөк була күрһен, ипле файҙаланығыҙ, юғиһә, уларҙы ремонтлатыу мажаралары ана шулай ҡиммәткә төшөүе бар. Иң тәүҙә шулай ҙа беҙҙең әлеге авторыбыҙ - С-ның хатаһынан һабаҡ алығыҙ: ремонтлатыр алдынан ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итерегеҙҙе ныҡлап асыҡлағыҙ, туғандарығыҙ, дуҫ-таныштарығыҙҙан белешегеҙ, был турала мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт туплағыҙ. Сер түгел, бөгөн тоталь алдыҡ заманы, һәр өлкәлә мошенниклыҡ күкрәп "сәскә ата". Элеккесә берҡатлылыҡ, сафлыҡ, ышаныусанлыҡ ғәҙәттәрегеҙҙе онотоғоҙ. Һәр тәҡдим, сәйер шылтыратыуҙарға шикләнеп ҡарарға, дөрөҫлөгөн тикшерергә өйрәнегеҙ. Үҙегеҙ һайлаған сервис объекты хаҡында интернеттан, таныштарығыҙҙан тулы мәғлүмәт алырға тырышығыҙ. Әлеге кешеләрҙе төп башына ултыртыусы Яуаплылыҡтары сикләнгән ойошмалар, йәнәһе, ошондай сервис үҙәктәр байтаҡ ҡына икән: "Акцент", "Эдельвейс", "FixService 24", "Remlab" һәм башҡа шундайҙарҙы Picabu социаль селтәре фашлап яҙып сыҡты: "Бындай сервистарҙа махсус өйрәтелгән, фантазияға бай, таҫма телле кешеләр эшләй, улар ремонтҡа алған ҡорамалды баштарынан сығарып диагностикалай, булмаған, башҡарылмаған хеҙмәттәр өсөн аҡса өҫтәп алалар. Улар Рәсәйҙең егермеләгән ҙур ҡалаларында 5-6 йыл эшләйҙәр ҙә унан исем-атамаларын, урын-адрестарын үҙгәртәләр. Улар тоҙағына эләгә ҡалһағыҙ, бойондороҡһоҙ экспертизаға мөрәжәғәт итегеҙ, алданған клиенттар берләшеп, прокуратура, һалым органдарына коллектив хаттар яҙығыҙ, киң мәғлүмәт саралары, журналистарға мөрәжәғәт итегеҙ: улар мошенниктарҙы фашлаусы материалдар яҙып, телетапшырыуҙар эшләй ала. Сайттарҙа был "яуаплылыҡтары сикләнгән" ойошмалар хаҡында күберәк дөрөҫөн яҙығыҙ, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға һәм таныш-тоноштарығыҙға һөйләгеҙ, хәбәр таратығыҙ".
Бына шундай хәлдәр. Шуныһы ғәжәп итә: кеше алдауҙарға, мошенниктарға ҡаршы бер ниндәй власть органы ла ҡаршы көрәшеү түгел, һуңлап булһа ла берәй сара күрергә лә тырышмай, бер кемдең унда эше лә юҡ, әйтерһең дә, был нормаль күренеш. Мәҡәл теле менән әйткәндә, "Батып барыусыны ҡотҡарыу батып барыусының үҙ эше" булып ҡала килә. Бөгөнгө ҡырғын мәлендә, йәшәү менән үлемесле сир араһында көрәш барғанда ла ҡайһы берәүҙәрҙең ана шулай үҙ файҙаһын ҡайғыртып, кеше кеҫәһенә сат йәбешеп ятыуҙары, кеше ғүмере, һаулыҡ, мәрхәмәтлектән башҡа барлыҡ ҡиммәттәрҙең дә мәғәнәһен юғалтыуы ла туҡтата алмай мошенниктарҙы. Кеше рәнйеше лә, сир хәүефе лә сик түгел ундайҙарға. Аң булығыҙ!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 542

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru