Башҡортостанда Covid-19 менән көрәш дауам итә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми иғландарынан күренеүенсә, һуңғы ваҡытта был сирҙе көн дә йөҙҙән ашыу кеше йоҡтора. Төбәктә тотороҡлоҡ һаҡлау өсөн бер юлы бер нисә яңылыҡ индерелде: 16 ноябрҙән амбулатор дауаланыусыларға кәрәкле дарыуҙар бушлай таратыла башланы һәм Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Covid-19 менән сирләүе раҫланған һәм өйҙә дауаланған кешеләр өсөн республика дауаханаларына бушлай дарыуҙар бүлә. Дарыуҙар исемлеге федераль кимәлдә ҡабул ителгән һәм ҡәтғи теркәлгән. Был йыйылмаға антибиотиктар, вирустарға ҡаршы, температураны төшөрөүсе һәм башҡа кәрәкле дарыуҙар инә. Үткән ялдарҙа 1100 ауырыуға тәғәйенләнгән ҡан ҡуйылығына тәьҫир итеүсе һәм вирусҡа ҡаршы дарыуҙар "Башфармация" складына килтерелгән, бактерияларға ҡаршы 2000 кешелек препараттар алынған. Шулай уҡ температураны төшөрөүсе, "Интерферон" дарыуының тәүге партияһы бар. "Әле Рәсәй Хөкүмәтенең һаҡлыҡ фондынан 19 меңдән ашыу ауырыуға ярҙам күрһәтеүгә 151 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ауырыуҙар һанын иҫәпкә алып, беҙ дарыуҙарҙы ай һайын 5 меңдән артығыраҡ сирлегә таратырға ниәтләйбеҙ", - ти был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Дарыуҙарҙы Covid-19 менән сирләүе билдәле һәм сирләй тип иҫәпләнгән ауырыуҙар аласаҡ. Хәле уртаса һәм ауыр сирлеләргә өҫтөнлөк бирелә, шул иҫәптән вируслы пневмония менән ауырығандарға ла. Дарыуҙы дауалаусы табип тәғәйенләй һәм поликлиника, дауаханалар нигеҙендә булдырылған махсус бәйләнеш үҙәге бүлеп бирә. Ә пандемия осоронда медицина учреждениеларының эше ҡатмарланыу сәбәпле, дарыуҙарҙы ауырыуҙар өйөнә ташыуҙа "Берҙәм Рәсәй" ирекмәндәре булышлыҡ итә. Фирҡәнең төбәктәге башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, әлеге көндә 300 ирекмән эшләргә теләк белдергән, республика буйынса көн һайын 200 тирәһе кешегә дарыу алып барыу планлаштырыла.
Республикала медицина учреждениеларына, тиҙ ярҙам саҡыртыу станцияларына мөрәжәғәт итеүселәр һаны көндән-көн арта бара. Шуға күрә бығаса шылтыратыуҙы ҡабул итеүҙәрен оҙаҡ көттөрөүҙәр, коронавирусҡа бәйле генә түгел, башҡа төрлө мәғлүмәти ярҙам алыу ҙа ауырлашыуы күҙәтелде. Быны иҫәпкә алып, Башҡортостанда Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды. Уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева етәкләй. Үҙәк "Торатау" Конгресс-холында урынлашҡан, унда үҙәк медицина ойошмаларына ярҙамға халыҡҡа оператив консультация биреү ойошторола. "Шылтыратыуҙар ҡабул иткән операторҙарҙан тыш, структурала медицина эксперттары бар. Улар - оператив рәүештә профессиональ кимәлдә шылтыратыу ҡабул итеп, эшкәртә һәм тейешле ярҙам күрһәтә алған Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, доценттар, ассистенттар, федераль медицина ойошмалары, Роспотребнадзор, Росздравнадзор, Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре", - тине Римма Үтәшева.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Тәнәфес һәм ял көнө юҡ. Республиканың барлыҡ райондары өсөн берҙәм телефон номеры - 8 (347) 218-19-19.
Башҡа хеҙмәттәрҙең ҡыҙыу элемтә номерҙары ла эшләй:
- 1301 - табипты өйгә саҡыртыу;
- 103 - ашығыс ярҙам саҡыртыу;
- 8 (347) 286-58-27; 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә) - коронавирус инфекцияһы һорауҙары буйынса;
- 8-800-201-89-03 - изоляцияла ултырған 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирлеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтереү.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|