«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСМАНҒА АШЫУ ӨСӨН СИТ ИЛДӘ ЙӘШӘҮ КӘРӘКМЕ?
+  - 


Башҡорт әҙәбиәтенә баштан уҡ үҙенсәлекле ижади йөк менән килеп ингәйне Фәниҙә Исхаҡова. Башҡортостанда түгел, сит илдә - Америкала йәшәһә лә, ул яҡташтарын үҙенең ана шул үҙенсәлекле ижад емештәре менән таныштырыуҙы дауам итә. Быйыл октябрь айында Рәсәйҙең иң ҙур нәшриәте ЭКСМО уның "Аcманға ашыу" ("Прикосновение к Раю") исемле китабын баҫып сығарҙы. Бөгөн башҡорт яҙыусыларына Рәсәй нәшриәттәренә үтеп инеүе бигүк еңелдән түгел, шуға күрә лә был күренеш әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн матур бер яңылыҡ булды. Ошо ҡыуаныслы хәл уңайынан беҙ әҙибәне океан аша ла табып алдыҡ.

Сит илдә йәшәп, башҡорт йәмғиәте, башҡорт уҡыусылары өсөн яҙышыу ауыр түгелме? Һеҙ бөгөнгө башҡорт уҡыусыһы менән бер тулҡындамы?

- "Асманға ашыу" романы быйыл ғинуар айында "Ағиҙел" журналында баҫыла башлағас, уҡыусыларҙың уны нисек яратып уҡыуҙарын аңланым. Тимәк, беҙ бер тулҡындабыҙ...
Икенсенән, башҡорт халҡы ябыҡ йәмғиәттә йәшәмәй бит. Ул бар донъя халҡы менән бергә тын ала һәм бергә үҫешә. Океан аръяғына хас булған нәмәләр уға ла ят түгел. Мин быйыл донъяның үҫешенә бөтөнләй битараф булған халыҡ - амиш коммуналарының көнкүреше менән танышҡайным. Улар йәшәгән төбәктәрҙә ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек, сөнки улар үҙҙәрен уратып алған донъянан айырымланған һәм тотошлайы менән ябылғандар, тиерлек. Был коммуналар үҙ кешеләрен ситкә сығармаҫҡа тырыша, әгәр ҙә инде ситкә китһәләр, ҡабат индермәйҙәр. Үҙ ҡәүемдәренән тыш, бер кемде лә йәмғиәттәренә яҡын ебәрмәйҙәр, шул иҫәптән донъя ҡаҙаныштарын да. Быларҙы миҫалға килтереп, мин, шундай бикле һәм үҙ эсендә генә ҡайнаған йәмғиәт булмайыҡ, тип әйтергә теләйем. Ул саҡта бер яҡтан да үҫеш булмаясаҡ. Яҙыусыға уҡыусыһы менән бер тулҡында булыу өсөн донъя ағышынан артта ҡалмау кәрәк һәм хатта уҡыусыһынан бер аҙым алда барырға ла тейеш ул.

Фантастика жанры тураһында ниндәй ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтер инегеҙ? Бөгөн был жанр кино сәнғәтен баҫып алды, әҙәбиәткә лә үтеп инә бара. Фантастик әҫәрҙәр беҙҙе тәрбиәләйме, нимәгәлер өйрәтәме, әллә ысынбарлыҡтан ситкә алып китәме?

- Бар жанрҙарҙың да йәшәүгә хоҡуғы бар. Тәҡдимде лә бит һорау тыуҙыра. Ундай фильмдарҙың рейтингы бик юғары, тимәк, тамашасы өсөн кәрәк, юғиһә, кинотелеиндустрия күптән бөлгөнлөккә төшөр ине.
Аҡмулла үҙ заманында "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән бик хаҡлы һүҙҙәр әйткән. Ләкин бит хәҙер инде XXI быуатта йәшәйбеҙ, һәм яҙыусы уҡыусыһына өҫтән генә ҡарап, мин һине нисек йәшәргә өйрәтәйем икән, тип әйтә алмай. Уҡыусының бәғзе берҙә әҙиптәргә ҡарағанда ла уҡымышлыраҡ һәм аҡыллыраҡ булыуы ла бар бит әле, һәм ул ниндәй әҫәрҙәр уҡырға теләүен дә үҙе һайлай.
Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыһын ауылда тыуып үҫкән һәм донъя күрмәгән үҫмер малайҙай итеп өйрәтергә яраталар. Ул жанр еңел-елпе, быныһын уҡы, тегеһенә ҡарама. Ә, бәлки, ул барыһын да үҙе асыҡларға теләйҙер? Башҡорт әҙәбиәте лә донъя стандарттарына яраҡлаша алһа ғына үҙ уҡыусыһын тота аласаҡ. Әлеге үҫмер алдында балитәкле күлдәктәребеҙҙе кейеп, сулпыларыбыҙҙы сылтыратып, күпме бейемәйек, йәиһә оялтырға маташмайыҡ, уҡырға ҡыҙыҡлы нәмәләр тапмаһа, ул барыбер ситкә ҡарап торасаҡ, йәиһә бөтөнләй зимагурланып ситкә сығып тайыуы ла бар.
Фантастика жанры тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы ла бер фактты иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Инглиз яҙыусыһы Джоан Роулингтың "Гарри Поттер" романдар серияһының сираттағы китабы һатыла башлағанын көтөп, төндә үк сиратҡа теҙелә башлайҙар, һәм ул романдар 500 миллиондан ашыу тираж менән бөтә донъя буйлап таралған. Бәлки, шул да булдымы тема, тип боролоп ултыраһы урынға, уның уңышының сәбәбен асыҡлау урынлылыр? Аҡыллы эшҡыуар менән аҡылһыҙының араһындағы айырма нимәлә? Аҡыллыһы үҙе кеүек үк күршеһе уңышҡа өлгәшһә, уның уңышының серҙәрен асыҡларға тырыша һәм үҙ улын уға бушлай хеҙмәткә биреүҙән дә баш тартмай. "Эшләгәнең уның өсөн булһа ла, өйрәнгәнең үҙең өсөн", - ти (Әйткәндәй, был минең әсәйемдең һүҙҙәре). Аҡылһыҙы, был әҙәм минең бар килемде алып китте, тип үс алыу юлдарын эҙләй башлай. Ахыр килеп, улын күршеһенең йортон яндырырға ебәрә. Әлеге ялҡындың үҙ йортон ялмап алыу ихтималлығы уның башына ла инеп сыҡмай.
Фантастика жанрында мин үткән быуаттың аҙағында - был быуаттың башында ныҡлы ғына эшләп алдым. Унда ла балалар өсөн яҙылған тиҫтәнән ашыу повесты ғына ышаныслы рәүештә был жанрға индерергә булалыр. Башҡорт әҙәбиәтендәге фантастика жанрының үҙәгендә торған "Кеше-күсермә" романында мин, мәҫәлән, иҫ китерлек бер ниндәй ҙә уйҙырма күрмәйем. Мин уның жанрын билдәләгәндә лә "Кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә" принцибынан сығып эш иттем. Тибет монахтары ихтыяр көсө ярҙамында үҙҙәренең астраль игеҙәктәрен физик кәүҙәләренән айыра ала. Көслө шамандар ҙа был алымды йыш ҡуллана. Ләкин астраль игеҙәк реаль кәүҙәнән айырылған ваҡытта кемдер ул кешене ситкә күсереп һалһа, Рух үҙ кәүҙәһенә әйләнеп ҡайта алмай. Ҡайһы бер шамандарҙың көтмәгәндә китеп барыуының нигеҙендә ошо сәбәп ята. Икенсе донъя һуғышы мәлендә Сталиндан ярҙам һорап, Мәскәүгә килергә мәжбүр булған Европаның атаҡлы гипнозсыһы Вольф Мессинг бер үк ваҡытта бер үк мәлдә тиҫтәләгән урында күренә алған. Кеше, асылда, Йыһанды өйрәнә, ә үҙ мөмкинлектәре хаҡында күп нәмәне белеп бөтмәй.

Повестарығыҙ нигеҙендә Человек-паук, Бэтмен, Халк кеүек супергеройҙар тураһында тарихтар сюжеты ята, шулай бит? Һеҙ был теманы башҡорт донъяһына индергәндә нимәне маҡсат итеп ҡуйҙығыҙ?

- Әгәр ҙә ул Человек-паук, Бэтмен, Халктарҙы арабыҙҙа йөрөп ятҡан берәй ҡәләмдәшебеҙ ижад итһә һәм шуның менән башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә күтәрһә, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булмаҫ ине. Был персонаждарҙы бигерәк тә үҫмерҙәр ярата, сөнки үҙҙәренең дә улар кеүек үк ҡыйыу һәм көслө булғылары килә. Шул уҡ үҫмерҙең "шулай булма ла былай булма" тигән өгөт-нәсихәткә ҡоролған "аҡыллы" әҫәрҙәрҙе уҡып ултырырға теләге булыр инеме икән? Элегерәк Компартияның Өлкә комитеты "ошо тема хаҡында яҙырға ярай, ә быныһы хаҡында яҙмағыҙ" тип өйрәтеп ултыра торғайны. Шундай һорауҙар тыуа башлаһа, әллә ул обком тап беҙҙең башҡорт ерлегендә һаман да күҙгә күренмәй генә йәшәп ятамы икән, тигән һорау барлыҡҡа килә.
Башҡорт әҙәбиәтенең милли ерлектә генә булыуы Икенсе донъя һуғышына тиклемге осорға ғына хас тиерлек. Һуғыштан һуң уға рус әҙәбиәте менән дә ярышырға тура килә, сөнки сәйәсәт тә үҙгәрә. Ә хәҙер иһә башҡорт әҙәбиәтенә донъяның бар әҙәбиәттәре лә конкурент. Йәштәр хәҙер уҡымышлы, бер нисә телдә аралаша ала. Әгәр ҙә мин ҡытайса белмәйем икән, был телде береһе лә белмәй, тигән һүҙ түгел бит әле.
"Кеше-күсермә" романына килгәндә иһә, ул үҙ заманында башҡорт әҙәбиәтендә бик матур бер күренеш булды. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар. Уның донъя күргәненә егерме йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, һаман да үҙ фекерҙәрен белдереп, рәхмәт әйтеүҙәрен дауам итәләр. Хатта ул романдың икешәр-өсәр тапҡыр уҡып сыҡҡан фанаттары бар. Был роман башҡорт әҙәбиәте ғилеменең иғтибар үҙәгендә булды. Ғалимдар Ғайса Хөсәйенов, Гөлфирә Гәрәева, Рафаэль Аҙнағолов, Зәки Әлибаев, Флүр Сибәғәтов, Зәкиә Мырҙағолова, ҡәләмдәштәрем Әхмәр Үтәбай, Илдус Тимерханов, Ринат Камалов ҙур-ҙур мәҡәләләр менән матбуғат биттәрендә сығыш яһаны, һәм мин уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен.

"Асманға ашыу" әҫәрендәге йәндәрҙең ҡабат-ҡабат донъяға килеүе ниндәйҙер фәлсәфәүи уҡыуҙарға нигеҙләнгәнме, әллә автор фантазияһымы? Һеҙ был теманы ниндәй кимәлдә өйрәндегеҙ?

- Реинкарнация идеяһы (әҙәм йәндәренең ҡабат-ҡабат донъяға килеүе) бөтә донъя диндәрендә лә ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтә. "Ҡөрьән"дә әҙәм балалары был донъяға 777 ҡат тыуа, шуның 40-ы тәбиғи булмаған үлем менән тамамлана, тип яҙылған. Донъялағы иң боронғо диндәрҙең береһе буддизмдың үҙәгендә ана шул реинкарнация идеяһы ята. Сағыштырмаса йәшерәк дини тәғлимәттәрҙә уның үҙәктә тормауын инҡар иткәндән түгел, бында бөтөнләй башҡа сәбәп: ислам, христианлыҡ, буддизм, йәһүдилек һ.б. - бер үк йорттоң төрлө ишектәре. Улар эҙмә-эҙлекле рәүештә Ергә төшөрөлгән һәм тәүмаҡсаттары бер-береһен тулыландырыу булған. Донъя диндәренең үҙ-ара ығы-зығы килеүе уларҙың хакимлыҡ һәм йоғонто өсөн көрәше һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан.
Елена Блаватскаяның "Серле Доктрина" китабында реинкарнация идеяһы бик тәфсирләп бирелгән. Ләкин ябай уҡыусыға был хеҙмәтте аңлау еңелдән түгел, уны төшөнөү өсөн ниндәйҙер кимәлдә әҙерлек кәрәк.
Минең тәүге проза әҫәрем "Таң алдынан ҡайтырмын" повесы тап ана шул темаға арналғайны. "Асманға ашыу" роман-балладаһында мин уны икенсе яҡтан яҡтырттым. Бында үҙәктә бер-береһе өсөн инселәнгән мәңгелек йәндәрҙең ҡабат-ҡабат донъяға яралыуы тора. Романда алты төп персонаж: XXI быуатта Өфөлә йәшәүсе Байрас һәм Инесса, Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы Смоленск өлкәһендә самолеты янып әсирлеккә эләккән хәрби осоусы Маргарита һәм немец офицеры Герберт Шульц, ахыр килеп, XVIII быуатта Америкалағы Граждандар һуғышы мәлендә араларында мөхәббәт уты тоҡанған француз аристократы Поль де Бернар һәм фермер ҡыҙы Эмилия. Был бер үк мәңгелек йәндәр төрлө быуаттарҙа һәм төрлө халыҡтар араһында бер-береһен эҙләп табыу бурысы менән донъяға яралған. Ғөмүмән алғанда, һәр кешелә үҙенең икенсе яртыһы булыуы хаҡында эске тойомлау йәшәй. Романды уҡыған кеше был ҡатмарлы һорауға, бәлки, үҙе өсөн яуап та таба алыр. 2017-2019 йылдарҙа "Ағиҙел" журналында баҫылған "Аҡ һәм Ҡара", "Юғалтылған ожмах" һәм "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр..." роман-хикмәттәренән торған трилогияла реинкарнация темаһы асыҡтан-асыҡ юҡ. Романдарҙа өс тема - донъяның барлыҡҡа килеүе, Әҙәм менән Һауаның ожмахтан ҡыуылыуы һәм уларҙың Ерҙәге Яҙмышы яҡтыртыла. "Кеше-күсермә" һәм "Асманға ашыу" романдары айырым әҫәрҙәр булһа ла, асылда, мозаикалағы һүрәт өлөштәре кеүек, трилогиялағы төп идеяны тулыландыра. Минең өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәремдең барыһында ла дөйөм алғанда тулы бер фәлсәфәүи концепция ята.

Рәсәй кимәлендәге яҙыусы булыу өсөн глобаль, донъя кимәлендә уйлау һәм яҙыу мотлаҡмы? Милли темалар менән мөмкинме улай күтәрелеү?

- Шунһыҙ мөмкин дә түгелдер, унда талаптар юғары һәм конкуренция бик ҙур. Рәсәй нәшриәттәренә үтеп инеүҙе улай уҡ өмөтһөҙ эш тип тә әйтеп булмайҙыр, сөнки улар тәүге сиратта әҫәрҙең кимәленә ҡарай. Беҙҙәге кеүек түрә-ғараға ярау һәм күк мисәт һуғылған ҡағыҙ тотоп йөрөүҙең һис тә хәжәте юҡ.
"Асманға ашыу" (русса сыҡҡан исеме "Прикосновение к Раю") романының ҡулъяҙмаһын ЭКСМО нәшриәтенә ебәргәндән һуң мин бер ай үтеү менән үк уларҙан ыңғай яуап алдым. Улар шунда уҡ ҡултамға ҡуйыу өсөн контракт та ебәргәйне. Рәхмәттән башҡа тағы ни әйтәһең инде? Артабан да шулай уҡыусыларҙы һәм яҙыусыларҙы ҡыуандырып торһондар.
Милли тема менән дә, бәлки, Рәсәй кимәленә сығып булалыр, ләкин һәр нәмәне, француздар әйтмешләй, аппетитлы итеп бирә белеү мөһим.
Беҙ быйыл Миссисипи штатында булып ҡайтҡайныҡ. Билдәле булыуынса, был төбәк үҙенең аллигаторҙар мыжғышып торған быуалары менән дан тота. Юл эргәһендәге кафеларҙа ла әлеге крокодил ите менән шаярғылайҙар. Менюла ҡабымлыҡ (appetizer) исемлегендә крокодил итен күреп, башҡа йүләр уй килде бит бер заман. Ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алмай, тәмләп ҡараныҡ шулай ҙа. Уныһы эрзинкә кеүек ҡаты бер нәмә булып сыҡты. Әллә 100 йәшен саҡ тултырған аллигатор заты ҡасып ҡотолорға өлгөрә алмаған да, уны тотоп алып ҡаҙанға һикерткәндәр - бына быныһы инде аңлашылманы.
Икенсе блюдо ла экзотик ине. Ләкин соусы бик күңелгә ятты һәм, тәбиғи, уны һайлауыбыҙға бик тә шат һәм риза ҡалдыҡ. Әйтергә теләгәнем: милли теманы Рәсәй кимәленә сығарғанда ана шул соус тураһында ла уйларға кәрәк.

Башҡорт әҙәбиәтен күҙәтеп бараһығыҙмы? Нисек баһалар инегеҙ бөгөнгө көн әҙәбиәтен?

- Беҙ әҙәбиәткә килгән ваҡытта яҙыусылар һәм шағирҙар кумир булды, улар менән һоҡландылар һәм уларға оҡшарға тырыштылар. Мәгәр уларға эләккән иғтибар бөгөнгө көн башҡорт әҙибенең төшөнә генә инһә инәлер. Аҡыл менән эш иткәндә, уларҙа булған потенциалды, уҡымышлылыҡты һәм һәләтте бына тигән итеп файҙаланырға була ла бит...
Шулай ҙа әҙәбиәткә тулҡын-тулҡын булмаһа ла, берәмләп яңы көстәр өҫтәлә тора. БДУ-ла бергә уҡыған төркөмдәштәрем Ғәлиә Кәлимуллина менән Миңзәлә Хәлилованың һуңғы аралағы уңыштарына һөйөнәм. Бар булмышынан шиғриәткә мөкиббәнлек бөркөлөп торған Рәйес Түләкте лә иҫкә төшөргәндә, беҙҙең төркөм әҙәбиәткә дүрт Яҙыусылар союзы ағзаһын бирҙе. Ғөмүмән алғанда, төркөмөбөҙ аҡыллы һәм затлы булды. Һабаҡташтарым Рәшиҙә Мәһәҙиева, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Әнисә Муллағолова, Фирҙәүес Әхмәтйәнова, Фирҙәүес Ҡотлогилдина, Таһинур Бәҙретдинова, Клара Шәрипова, Фәнилә Яруллина, Фирүзә Абдуллина, Нәжибә Низамова, Әнүзә Сираева һ.б. төрлө өлкәләрҙә эшләһә лә, уларҙың хеҙмәт юлының башында бер һөйөү - әҙәбиәтте яратыу ята.
Әҙәбиәт ул - күңел бальзамы. Башҡорт әҙиптәренә рус һәм донъя әҙәбиәте үҫешендәге тенденцияларға иғтибар итеү зарур. Шунһыҙ, уҡыусыны тотоуы еңелдән булмаясаҡ, сөнки уның һайлау һәм сағыштырыу мөмкинлектәре бынан ун йыл элеккегә ҡарағанда ла күберәк. Хәҙер ил сиктәре һәм алыҫлыҡ та бит бик сағыштырмаса төшөнсә.

Ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ? Бөгөн нимәләр яҙаһығыҙ?

- Һуңғы арала мин сәйәхәттәр хаҡындағы яҙмаларымды ҡағыҙға төшөрөү менән мәшғүлмен. Төрлө ҡыҙыҡлы урындарға әленән-әле барып ҡайтҡылайбыҙ, һәм сәйәхәтнамәләремә яңы бүлектәр өҫтәлә тора. Тәьҫораттар юғалмаҫ элек уларҙы ҡағыҙға төшөрөп ҡуйырға тырышам.
Пландарға килгәндә, улар һәр кемдеке шәхси булырға тейеш. Бүлешә башлаһаң, улар һинеке булыуҙан туҡтай. Ә гәзит уҡыусыларға иһә бар пландарының да үтәлеүен һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.

Шулай итеп...
Бына шундай ҡыҙыҡлы ла, серле лә һөйләшеү булды. Әҙибә башҡорт яҙыусыларына саҡырыу яһаны кеүек был яуаптары менән. Һәр хәлдә, беҙ милләттәшебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның асманға ашыуын бергәләп күҙәтәбеҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.20 | Ҡаралған: 658

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru