«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮРЕЛӘР, АЙЫУҘАР АУЫЛДАРҒА ЯҠЫНЛАЙ
+  - 


Ҡайнап торған заманыбыҙ үҙе шундай көнгә килтерҙеме икән: хәҙер аттар, һыйырҙар ғына түгел, урман януарҙары ла техниканан һәм әҙәмдән ҡурҡыу белмәй, эргәбеҙҙә генә йөрөй.

Бер көндө Бөрйәндән сығып, Билән өҫтөнә ҡалҡҡайным, бер болан юл аша сыҡты, саҡ ҡына ҡалышып, артынан ике бүре эйәрҙе. Беҙ, ҡаршы килгән машиналағы иптәш менән, тиҙлектәребеҙҙе ҡырҡа кәметеп, тегеләргә юл биреп, аптырашып ултырып ҡалдыҡ.
Икенсе юлланғанда Монасип туҡталышына етәрәк ҙур булмаған айыу юл аша сығып, был яҡта минең йомошом бар, тигәндәй, яйлап ҡына ауыл яғына ыңғайланы. Унан бер мәл Айыуөңөн төшөп килһәм, юл ситендә төлкө ултыра хәйләкәр йылмайып, юлда барышлай фотоға төшөрөргә тырышҡайным, ағасҡа ышыҡланып, йәшенеп тороп ҡалды. Ныҡышып туҡтап торманым инде, сөнки төлкө танһыҡ түгел, Байназар арҡаһынан үткәндә ҙур яланда ураған һайын күрелә уларҙы.
Таңғы сәғәттәрҙә Яланғастүбә яғынан бүреләр олоуон ишетеү ғәҙәти хәл һымаҡ беҙҙең Һарағыла, арттырмай әйтәм: төлкөләр ҙә, бүреләр ҙә ныҡ яҡынланы ауылдарыбыҙға, ә уларҙан зыяндан башҡа нәмә юҡ: төнгөлөккә ныҡлап тыҡшырмаһаң, тауыҡтарға ла, һарыҡтарға ла көн бөттө, һәр яҙ һайын ҡолондарҙы бүреләр ашауы ла беҙҙә яңылыҡ түгел хәҙер.
Шуға күрә лә, һунарсыларҙың әүҙемлеге айырыуса мөһим бөгөн, халыҡ уларҙан мал-тыуарҙарын ҡурсалауҙы көтә. Тик ҡайҙа ул ҡурҡыу белмәҫ, тынғыһыҙ һәм сос һунарсылар? Союзда тороусылар, һунарсы исемен күтәреп йөрөүсөләр күп, тик йыртҡыстарға ҡаршы сығыусылар юҡ. Йөрәк эше шул ул бүрегә һунарға сығыу.
Шундай һирәк осрай торған йөрәкле һунарсыларҙың береһе беҙҙең Килдеғолда йәшәй, Исхаҡов Хәбир Әмир улы ул. Атаһының исемен телгә алыуым тигенгә түгел, Әмир ағай ҙа заманында данлыҡлы һунарсы булды, 60-лап айыу алды, бүреләренең, төлкөләренең иҫәбе-һаны юҡ. Ә Хәбир малай ғына сағынан атаһынан ҡалманы.
Бер саҡ Әмир ағайҙың дуҫтары - райондың атаҡлы һунарсыһы Бирғәле Бәҙәмшин менән райондың һунарсылар йәмғиәте етәксеһе, үҙе лә оҫта һунарсы Ғибат Йәғәфәров Әмир ағайҙарға килеп төшәләр ҙә, бергәләп һунарға сығып китәләр, бәләкәй Хәбирҙе лә эйәртәләр. Оҙонсал буйында шәшке аулайҙар былар. Шул ваҡытта Бирғәле: "Әмир, был улыңдан бына тигән һунарсы сығасаҡ", - ти боҙло һыуҙың аҫтын-өҫтөн ҡалдырмай шәшке баҫтырып, ҡамап, зыу килгән сос Хәбиргә ҡарап. "Мине Ғибат бабай һунарсылар союзына алды, - тип һөйләй хәҙер Хәбир. - 38 йыл союздамын, бөтә документтарым бар..."


Ысынлап та, һунарсы исемен аҡланы, иҫбатланы Хәбир, бөгөн ул районда ла, республикала ла таныулы. Теүәл бер йыл элек мин уның хаҡында матбуғатта мәҡәлә лә баҫтырып сығарғайным, дүрт бүре алды ул былтыр. Бына әле генә ике бүре алды. Бына нимә һөйләне Хәбир быйылғы һунары тураһында:
- Тик ятылмай бит, көн һайын тиерлек урмандамын. Яҙғыһын күптәрҙең ҡолонон ашаны бүреләр. Хәҙер, Мөнир ағай, малға таянып, мал көсө менән йәшәйбеҙ бит ауылда. Күптәр атҡа күсте, йылҡы көтөү менән ныҡлап мауыға башланы. Ҡолонло бейәһен аҫырап, яҙға иркенлеккә сығарһа, тота ла ҡолонон бүре ашай, шунан нисек сығырыңдан-сыҡмайһың! Йән көйөп, ауылдан алыҫ китмәй, Әүҙекте буйында тоҙаҡ ҡорғайным, бүреләрҙең юл-йөрөмөн аңғарам бит инде. Тик аттарым артынан йөрөп, тоҙағымды барып ҡарай алмай оҙаҡлап киттем. Мәғниттә эшләп йөрөгән улым Вәли ялға ҡайтҡайны, "Бар, улым, тоҙаҡтарҙы ҡарап ҡайт, тик ҡушкөбәктең икеһен дә яһап, аңғарып, әҙер бар тоҙаҡ тирәһенә", тип, урын-ерен өйрәтеп ебәрҙем. Бүренең береһе муйынынан эләгеп үлеп торған, икенсеһе тере икән, Вәлигә ажғырып ынтылған ыңғайы улым атып үлтергән тегене. Һуңынан ҡараһаҡ, аяғы өҙөлөп бөткән тиерлек, трос теткеләнгән, саҡ ҡына ныҡышһа, тоҙаҡтан ысҡыныу мөмкинлеге лә булған йыртҡыстың. Бүре бит тоҙаҡҡа эләккәс тә тик тормай, тыпырсынып, тулап, торған ерен ҡара ергә әйләндерә, ағас төбөндә булһа, ике-өс метрға тиклем ағас өҫтөнә һикереп, ботаҡтарҙы һындырып бөтә. Вәли улым урманды ярата, ялға ҡайтһа, күберәген урманда йөрөп китә.
Бүре аулау еңел түгел, Мөнир ағай, төлкөнө хәйләкәр тигән булалар, бүре төлкөгә ҡарағанда ла хәйләкәр, аҡыллы хәйләкәр. Унан, бик йыртҡыс хайуан, айыу, мәҫәлән, кешегә ташланмай, кеше айыуҙы күрмәй ҙә ҡалырға мөмкин, айыу кешене күреп тә, эргәләп, үҙ юлынан үтеп китә. Тап булһаң, бүре кешегә лә ташланырға тартынмаҫ, бүреләр бүрегә лә бүресә, тоҙаҡҡа эләккән бүрене өйөрө менән ашап киткән осраҡтар ҙа булғылай...
Хәбир тағы дауам итте:
- Бармай оҙаҡлаңҡырап йөрөгәс, әлеге бүремде ҡоҙғондар йолҡҡослаған, бер бөркөт йөрөй, ул да килгән булған емтеккә. Алған бүреләремдең һаны 45 булды, һау булһам, уларҙың һанын 70-кә тултырам да, һунарсылыҡты туҡтатырмын, тим. Быйыл 5-6 бүре алырға хыял ителә...
Мин дә шыпа һорауһыҙ түгел бит инде, "Ниңә башҡа һунарсылар бүре ауламай икән?" - тип һорайым Хәбирҙән.
- Егеттәрҙең бүрегә йөрөмәүенең ике сәбәбен әйтәм, - ти Хәбир.- Берҙән, был ҡурҡыныс һунар, икенсенән, был ҡурҡыныс һунарҙың хаҡы юҡ. Борон премияһы була торғайны, хәҙер һинең бүре алыуың менән ҡыҙыҡһынған кеше лә, дәртләндереү ҙә юҡ беҙҙең районда. Бүтән райондарҙа бүре алыусыға бүләккә хатта ат биреүҙәрен ишеттем. Ҡыҙыҡ өсөн йөрөлмәй бит инде. Бүреләр һуңғы йылдарҙа ныҡ үрсене, мал-тыуарға ла, кешегә лә ҡурҡыныс янай, шуны уйлап йөрөлә...
- Юл ыңғайы төлкө лә алғылайым, улар ҙа үрсемле, зыянлы, - ти Хәбир киргегә тартҡан төлкө тиреһен күрһәтеп. - Бер нисәүҙе алып, Миңнур апайымдан ҡолаҡсынлы итеп төлкө бүрек тектереп алам, тием әле, ҡышҡы һыуыҡта бик йылы була төлкө бүрек...
Шулай итеп, ҡош-ҡорт талағанлыҡтан, бүреһенең тиреһен тунау мөмкинлеге булмаған Хәбирҙең. Уны туңып ҡатҡан табышы менән бергә фотоға төшөрөп, артабан да уңышлы һунар, именлек-һаулыҡ теләп, ҡайтып киттем.

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.
Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.20 | Ҡаралған: 1386

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru