«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘҮЛӘТ СТАТУСЫНДА ИКӘН УНЫ ҒӘМӘЛГӘ АШЫРЫУ ҘА ФАРЫЗ
+  - 

Мин совет осоронда тыуып үҫкәнмен. Ул ваҡыттағы Советтар Союзын тәшкил иткән күп республикаларҙа булырға тура килде. Урындағы халыҡтың үҙ телендә иркенләп, кинәнеп һөйләшкәнен күреп шатлана ла, бер аҙ көнләшеп тә ҡарай торғайным.

Шулай бер Ташкентта саҡта магазинда урыҫсалап таҫтамал һораным. Үзбәк һатыусыһы асыуланып: "Һин - ҡара кеше, үҙ телеңдә һорай алмайһыңмы ни?"- тине. Мин башҡортса "таҫтамал" тигәс, һатыусы: "Таҫтамал сөлге була", - тине лә мин һорағанды ҡулыма тотторҙо. Шунан Ташкентта булғанда аҙна буйы башҡортса һөйләшеп йөрөнөм.
Бер йылдан Литвала командировкала булдыҡ. Петров фамилиялы иптәш менән магазинға инһәк, минең размерҙан бәләкәйерәк иҫ китмәле матур тегелешле арзан ғына костюм элеүле тора. "Ҙурырағы юҡмы?" тип һорағайным, мине ишетеүсе булманы. Шул саҡ хеҙмәттәшем сыуашса ниҙер өндәште. Мин башҡортса яуап бирҙем. Һатыусы йүгереп килеп беҙҙән ниндәй костюм кәрәген һорашты, кейеп ҡарашырға ярҙам итте, һуңынан матур итеп төрөп бирҙе.
Бының менән шуны әйтергә теләйем: телебеҙҙең зарурлығын һәр ерҙә раҫлай йөрөһәк, уны башҡорттар ғына түгел, ә башҡа милләт вәкилдәре лә теләп өйрәнәсәк.
Күптән түгел республикабыҙ Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 30 йыллығын билдәләне. Ул осорҙа әүҙем йәмәғәт тормошо алып барғандар яҡшы хәтерләй. Документ ҡабул иткәндә башҡорт теленә лә дәүләт статусы биреүгә депутаттарҙың 70 проценты ҡаршы сыҡты. Тик туғыҙ йылдан һуң ғына был хыял тормошҡа ашты.
Закон булыу менән генә мәсьәлә хәл ителмәй әле ул. Уны тормошҡа ашырыу механизмы ла булырға тейеш. Ә беҙҙең телде белмәгән технократ депутаттар был проблеманы белмәй йә белмәмешкә һалыша. Республикала дәүләт телдәрен ғәмәлгә ашырыуҙы күҙәтеп барыусы орган юҡ. Ниңә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йылына бер генә тапҡыр булһа ла үҙе ҡабул иткән закон үтәлешен ҡарамай? Мин заманында прокуратура органдарына ошо турала мөрәжәғәт итеп ҡараным. Яуап бер булды: беҙ федераль ойошма, шуға күрә федераль закондар үтәлешен генә күҙәтеп барабыҙ. Тимәк, Башҡортостан прокуратураһын булдырырға кәрәк. Ә быныһы инде Дәүләт Йыйылышы депутаттары бурысы.
Йәки бына икенсе юл. 2000 йылдар башында Өфөлә дәүләт телдәре буйынса ҙур кәңәшмә үтте. Уның эшендә әүҙем ҡатнашҡан билдәле тел белгесе Рәшит Шәкүр Башҡортостан Хөкүмәте составында ошо йүнәлештә бүлек, һәр ҡала, район хакимиәтендә тел белгестәре булдырырға кәрәк, тип сығыш яһаны. Кәңәшмәне ойоштороусылар тәҡдимде ишетмәмешкә һалышты. Бәлки, шуғалыр ҙа, беҙ йылдың-йылы был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтабыҙ. Ҡайтабыҙ ғына түгел, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары тарафынан әҙерләнеп сығарылған урыҫса-башҡортса һүҙлектәрҙе һанға һуҡмайбыҙ. Һәр кем үҙ яғында ҡулланған терминды әҙәби тел нормаһына тура килә тип яҡлап сыға. Мәктәптәрҙә беҙҙең телебеҙҙе башҡа милләт вәкилдәре лә өйрәнә. Ул күп осраҡта аптырап ҡала - кемгә ышанырға? Калининградтан Владивостокка тиклем урыҫтар төрлө диалектта һөйләшә, ләкин улар бер ҡасан да әҙәби тел нормаларын үҙгәртергә тип сығыш яһамай бит.
Дәүләт телдәре нормаларын (Рәсәй Федерацияһының Төп законында нығытылған) күҙәтеүсе органдың юҡлығына бына бер ғәмһеҙ миҫал. Мәләүез ҡалаһында "Ағиҙел" исемле ҡунаҡхана бар. Бынан бер 40 йыл элек уның өҫтөнә ат башындай "Ағиҙел" ҡунаҡтар йорто" тип яҙғайнылыр. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнем, хатта 1986 йылда "Совет Башҡортостаны"нда ике яҙмам донъя күрҙе. Ә йөк, бөйөк мәҫәлсе Иван Крылов әйтмешләй, һаман да урынында. Һәм киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ. Кәмендә Башҡортостанда, сөнки бына егерме бер йыл инде проблеманы йәмәғәт башланғысында ғына тормошҡа ашырырға маташалар. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының хәл итергә тырышҡан бер йүнәлеше генә был. Уныһы өҫтән күрһәтмә алыу менән мәсьәләгә ҡуш ҡуллап тотона һәм бер йыллап ваҡыт уҙғас һыуына. Һәр осорҙа проблеманы хәл итергә тырышыу урамдағы алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтеүҙән башлана.
Ошо уңайҙан бер риүәйәт иҫкә төшә. Бер сауҙагәр магазинының алтаҡтаһын хаталы итеп яҙып элеп ҡуя. Быны күреп ҡалған танышы, инеп, уға был хаҡта еткерә. Сауҙагәр: "Беләм хаталы икәнен, ләкин мәсьәләнең икенсе яғы ла бар бит. Алтаҡталағы хатаны күргән кеше мине наҙан тип уйлай һәм быны алдап була бит тип магазинға инә. Ә мин уның алдарға маташҡанын белеп, көтөп торам", - ти. Бына шулай, республикала тел мәсьәләһендә иҫәп әлегә сауҙагәрҙәр файҙаһына...

Сәйфулла ӘМИРОВ,
хеҙмәт ветераны.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.20 | Ҡаралған: 421

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru