«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҒАИЛӘ ТЕЛЕ СТАТУСЫН ДА НЫҒЫТАЙЫҠ!
+  - 


Былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми указы менән Аҡмулланың тыуған көнө - 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Бындай даталарҙы махсус рәүештә телде пропагандалаусы, уны данлаусы һәм бөйөклөккә күтәреүсе ниндәйҙер билдәле шәхестең тыуған көнө менән бәйләү датаһы инде традицияға әүерелеп бара. Мәҫәлән, "Урыҫ теле көнө" Пушкиндың тыуған көнө менән бергә үткәрелә. Шулай уҡ Рәсәйҙә алтай (20 октябрь), адыгей (14 март), бүрәт (6 октябрь), коми-пермяк (17 февраль), муҡшы һәм эрзя (16 апрель), сыуаш (25 апрель), татар (26 апрель), урыҫ (6 июнь), черкес (14 март), чечен (25 апрель) телдәре көнө рәсмиләштерелгән. Быйыл Башҡорт теле көнө рәсми рәүештә икенсе тапҡыр үткәрелә һәм ошо уңайҙан редакцияға БР Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия САФИУЛЛИНАны, "162-се "СМАРТ" полилингваль күп профилле мәктәбе" директоры Наил ӘМИНЕВты, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ ӘХМӘҘИЕВАны, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлнара ХАЖИЕВАны саҡырҙыҡ.

2020 йыл, рәсми булмаһа ла, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Президиумы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Уның республика мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуға, телдең абруйын күтәреүгә йоғонтоһо, тәьҫире, файҙаһы булдымы?

Гөлнара Хажиева:
Минеңсә, файҙаһы бик ҙур булды, сөнки бынан бер нисә йыл элек башҡорт телен ныҡлап ҡыҫыу башланғайны. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусыларға дәрестәр бирмәй интектерҙеләр, уҡыусылар башҡорт телен уҡыуҙы һайламаған осраҡтар ҙа булды. Был махсус рәүештә эшләнмәне, шулай ҙа бындай күренештәрҙе булдырмау сараһы ла күрелмәне. Ә бына быйыл, киреһенсә, республика етәкселеге яғынан хуплау тапҡан уҡытыусылар үҙ эшмәкәрлеген тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Хатта шундай ҡатмарлы ваҡытта яҡлау, хуплау, телдән генә әйтелһә лә, ҙур ярҙам булып тора.
Наил Әминев: Эйе, бына ошо һуңғы ике йылды ғына алһаҡ та, республика Башлығы Радий Фәрит улы тарафынан башҡорт телен уҡытыу, үҫтереү буйынса күп эштәр эшләнде һәм беҙгә мәғариф өлкәһендә эшләүе, башҡорт телен предмет булараҡ ҡына түгел, дәүләт теле булараҡ уҡытыуы ла, ата-әсәләр менән эшләүе лә еңелләште, сөнки етәкселектән яңы йүнәлеш билдәләнде, яңы һулыш алынды.
Гөлназ Әхмәҙиева: Йылды беҙҙең йәмғиәттең, йәмәғәтселектең, Хөкүмәттең, етәкселектең башҡорт теленә ыңғай йөҙ менән боролғанлығын иҫбатлаусы тағы ла бер этап тип иҫәпләйем, сөнки башланғыс ике йыл, йыл ярым элек һалынһа, ошо осорҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлөүе, программалар яҙылыуы, гранттар менән эшләй башлауыбыҙҙы ыңғай елдәр иҫә башлауына бәйләйем. Ҡыҫҡаһы,йыл башҡорт теленең бәҫен, әһәмиәтен, уның урынын, дәрәжәһен күтәреү өсөн бик мөһим булды.

Ысынлап та, хәлдәрҙең ниндәй ҡатмарлы, ҡырҡыу төҫ алыуына барыбыҙ ҙа шаһит. Юғарылағы етәкселәрҙең башҡорт теленә мөнәсәбәте үҙгәргәндән һуң ата-әсәләрҙең ҡарашы үҙгәрҙеме, әллә һаман да кемделер өгөтләргә, маҡтап-хуплап ебәрергә, һалпы яғына һалам ҡыҫтырыға кәрәкме? Ата-әсәләр менән эш нисек алып барыла?

Гөлнара Хажиева:
Беҙҙең гимназияла элек-электән башланғыс кластарҙа башҡортса ғына уҡытыла ине. Шуның өсөн беҙгә башҡорт телен белмәгән атай-әсәйҙәр, уҡыусылар килмәй. Балаларҙы уҡыуға ҡабул иткәндә шартлы рәүештә өс төркөмгә бүләбеҙ. Беренсеһе - башҡортса һәйбәт һөйләшә, аңлай һәм башҡортса уйлай, фекерләй. Икенсе төркөм - уйлай, аңлай, ләкин һөйләшмәй. Өсөнсө төркөм башҡортса һөйләшә белмәй, уйлауы ла насарыраҡ. Шундай балалар менән нығыраҡ эшләйбеҙ, ләкин атай-әсәйҙәргә килгәндә, һәр ваҡыт иҫкәртеп ҡуябыҙ: беҙ башҡорт телен өйрәнмәйбеҙ, ә башҡортса уҡыйбыҙ, уҡытабыҙ. Шуның өсөн беҙҙең гимназияла атай-әсәйҙәр менән эш элекке кимәлдә ҡалды тип уйлайым, элегерәк ҡайһы бер атай-әсәйҙәр, нишләп һеҙ математиканы, башҡа фәндәрҙе балаларға русса уҡытмайһығыҙ, уларға ауыр бит, тип әйткән осраҡтар булды. Хәҙер инде улай тиеүселәр юҡ. Гимназия уставында башланғыс кластарҙы тулыһынса бөтә предметтарҙан да башҡортса ғына уҡытыу тураһында яҙылған.
Наил Әминев: 2017 йылда мине Өфөнөң 23-сө мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр. Июль айында эш башланым, августа атай-әсәйҙәр башҡорт теленә ҡаршы баш күтәрҙе. Шунда коллегаларымды, ата-әсәләрҙе йыйып, аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, йәғни башҡорт телен яңы йүнәлештә уҡыйбыҙ, диктанттар яҙмайбыҙ, грамматикаға ныҡ иғтибар бирмәйбеҙ, беҙ балаларҙы иң элек башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәбеҙ, тип, маҡсатты аңлатҡандан һуң, уларҙың 100 проценты ла, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытырға ризабыҙ, тип ғариза яҙҙы. Ике йыл директор булған осорҙа прокуратурағамы, башҡа хоҡуҡ органдарынамы ялыу яҙып йөрөгән атай-әсәйҙәр булманы.
Былтыр яңы 162-се полилингваль мәктәп асылғас, шул уҡ сәйәсәт, яңы методика ҡулланып, иң яҡшы уҡытыусылар менән ошо йүнәлеште дауам итеп, атай-әсәйҙәргә матур итеп аңлатыу эштәре алып барҙыҡ һәм икенсе йыл инде 1-11-се кластарҙа 801 бала аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡый.Башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыусылар күбеһенсә башҡорт балалары һәм теләге булған башҡа милләт балалары ла бар (былтыр 120 бала булһа, быйыл 150 самаһы бала).
Гөлназ Әхмәҙиева: Беҙҙә Устав буйынса башланғыс синыфтарҙа уҡытыу башҡортса булырға тейеш тип билдәләнгән, ләкин беҙҙең социум, тирә-яҡта йәшәгән йәмғиәт, атай-әсәйҙәр, балалар бөтә предметтарҙы ла тотош башҡорт телендә уҡытыуға әҙер түгел. Шуға күрә башланғыс кластарҙа бер нисә предмет башҡорт телендә уҡытыла, мотлаҡ рәүештә туған тел булараҡ башҡорт теле, ә барлыҡ коммуникатив мәлдәр, үҙ-ара аралашыу, өҫтәмә саралар барыһы ла башҡорт телендә бара.
Гимназия проект буйынса 900 балаға иҫәпләнгән, ғәмәлдә 1179 бала уҡый. Улар араһынан башҡортса һөйләшеп, башҡортса уҡырға әҙер булып килгәндәр бик күп түгел. Ә инде башҡорт телен өйрәнергә теләп, ата-әсәһе, минең балам туған телемде белергә тейеш, тип етәкләп алып килгән балалар күп. Шуға күрә, беҙ шундай ысынбарлыҡ шарттарында адаптив ҡараш, адаптив ысулдар ҡулланып эшләйбеҙ. Бөтә предметтар буйынса ла башҡортса дәреслектәр юҡ. Методик баҫмалар, дәреслектәр әҙер булһа, ул ваҡытта инде милли мәғарифтың яңы бите асылыр тип уйлайым, сөнки беҙҙең кеүек урталыҡта торған лицей-гимназиялар күп.
Мәктәптәрҙе территорияға беркетеү ҙә үҙ ролен уйнай, сөнки ул белем биреү ойошмаларының мөмкинлеген сикләй. Ҡанундың, балалар бушлай белем алырға тейеш, тигән пункты үтәлә, әммә һәр бала туған телендә белем алырға, үҙенең туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы, тигән пунктҡа ҡарата ҡаршылыҡ килеп сыға. Мин был турала йыш һөйләйем, һәр бер трибунанан әйтергә тырышам, шул проблеманы хәл итергә кәрәк, сөнки башҡорт телен тәрән итеп өйрәнергә теләгән балалар күп, улар баш ҡаланың төрлө райондарында йәшәй. Мәҫәлән, беҙгә Һупайлынан, Октябрь проспектынан киләләр. Уларҙы беҙҙең ҡабул итмәҫкә хоҡуғыбыҙ юҡ, шуның өсөн милли мәктәптәрҙең территорияға беркетелеүе айырым райондарҙы түгел, ҡаланы бер территория итеп күҙалларға тейеш, минеңсә.

Гөлназ Ғафир ҡыҙы, бер мәлде генә асыҡлап китәйек: Ҡоролтайҙың бер ултырышында, Уставҡа үҙгәрештәр индермәйенсә, йәғни бер типтағы Уставҡа тап килтермәйенсә, уны раҫлатып, ғәмәлгә индереп булмай, тигәйнегеҙ. Ул проблема һаман торамы, әллә башҡорт гимназияһы булғас, Уставығыҙҙы башҡа төр мәктәптәрҙән айырмалы итеп эшләү мөмкинлеге бирелдеме?

Гөлназ Әхмәҙиева:
Йылы елдәр иҫте тип әйтеп китеүем бушҡа түгел, башҡорт теленең көндәре аяҙая башланы, шуға күрә был проблема әле хәл ителеү өҫтөндә. Мәғариф министрлығының Милли мәғариф бүлеге эшсе төркөм булдырып, барлыҡ норматив документтарҙы тикшереүгә алды. Улар өйрәнелә һәм бөтә мәғариф учреждениеларына, милли гимназияларға һәм лицейҙарға туған телдә белем алыуға һәм телдәрҙе өйрәнеүҙә уҡыусыларҙың хоҡуғын тәьмин итеүҙе булдырған устав эшләү өсөн тәҡдимдәр биреләсәк. Әле комплекслы комиссия (унда йәмәғәтселек тә, ата-әсәләр комиссияһы ла, мәғариф идаралығы, Обрнадзор вәкилдәре лә бар) эш алып бара, милли белем усаҡтарының норматив, матди базаһын, тын алышын, кадрҙар, контингент мәсьәләләрен, ниндәй проблемалары бар - төрлө яҡлап тикшерәләр, өйрәнәләр. Ниһайәт, беҙҙең хәлебеҙҙе һорашып, киләсәкте уңышлы итеп күреүгә маҡсат ҡуйып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ, тип ҡыуанабыҙ.

Хәҙер беҙҙә лә полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа килде, улар милли мәктәп йәки гимназиянан нимәһе менән айырыла? Саҡ ҡына асыҡлыҡ та индереп китәйек...

Розалия Сафиуллина:
Бөгөнгө милли мәктәп ниндәй ул? Ваҡытында милли мәктәптәрҙә күбеһенсә тик бер телдә генә уҡытылды. Үҙебеҙ уҡып сыҡҡан милли мәктәптәрҙә рус теленән башҡа бөтөн предметтар ҙа башҡортса уҡытылды, тиһәң дә була. Бөгөнгө шарттарҙа белем биреүҙе тулыһынса тик туған телдә генә алып барыу Рәсәй мәғарифы өлкәһендәге талаптарға яуап бирмәҫкә мөмкин, сөнки законға ярашлы уҡытыу Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле статусына эйә булған рус телендә ойошторола һәм рус телендә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта мәғариф һәм тел сәйәсәте өлкәһендәге закондар граждандарҙың теләген иҫәпкә алып, туған телдә белем һәм тәрбиә алыу хоҡуғын бирә. Тимәк, ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың фекерен асыҡлап, уларҙың теләген иҫәпкә алып, дөйөм белем биреү программаларын туған телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә алып барырға мөмкин. Мәктәп етәкселеге барлыҡ фекерҙәрҙе иҫәпкә алып, алтын урталыҡты табырға тырыша. Сөнки, берҙән, закон талаптарын үтәргә кәрәк, икенсенән, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары бар. Улар бығаса 9-сы класҡа тиклем генә булһа, быйыл 10-сы класҡа тиклем индерелде. Шул яҡтан ҡарағанда, беҙ ысынбарлыҡтан сығып, бер генә телдә түгел, бер нисә телдә уҡытыуға киләбеҙ.
Бөгөн республикала полилингваль мәктәптәр системаһы булдырыу ошо беҙҙең милли мәктәптәрҙең йүнәлешен ысынбарлыҡ талаптарынан сығып үҙгәртеү тип баһаларға мөмкин, сөнки, мәҫәлән, 158-се йәки 20-се гимназияла ҡайһы бер предметтар тик башҡорт телендә уҡытылһа ла, ниндәйҙер предметтар рус телендә алып барыла. Әгәр ҙә билингваль уҡытыу булһа, ул предмет ике телдә уҡытыла ала. Быға ҡабул ителгән стандарттар ҙа рөхсәт итә, улар буйынса, белем биреүҙең баҫҡыстарына ҡарап, башланғыс кластарҙа һәр бер предметтың йөкмәткеһендә 80 процент федераль компонент булһа (хатта ул рус теле, математика, тәбиғәтте өйрәнеүме, физкультура булһынмы), ҡалған 20 проценты мәктәп компонентын күҙ уңында тота. Ана шул мәктәп компоненты тигәндә, республиканың тел, милләт үҙенсәлектәре, ерле материал ҡулланылырға тейеш. Әгәр уҡытыусы дәрестең дүрттән бер өлөшөн генә булһа ла башҡорт телендә алып бара алһа, бик яҡшы. Ләкин бында тағы ла бер яғы бар: уҡытыусылар дәреслек юҡ, уныһы юҡ, быныһы юҡ, тип, рус теленә күсеп китәләр йәки тәржемә ителгән дәреслектәр көтөп ултыралар. Дәреслек әҙерләү тиҙ башҡарыла торған эш түгел, уның үҙенең нормативтары бар. Әммә шуны әйтер инем: беҙҙең уҡытыусылар, бигерәк тә башҡорт мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусылар - милләте буйынса башҡорт. Уларҙың күбеһе милли мәктәптәрҙе тамамлаған, телде белә. Шул уҡ ваҡытта бөтә өлкәләр буйынса ла терминологик һүҙлектәрҙе күп сығарабыҙ, улар баҫма форматта ла, электрон форматта ла бар. Уҡытыусыға методик яҡтан ниндәйҙер кимәлдә ярҙам күрһәтелә. Тимәк, ул, үҙенең теләге булғанда, ниндәйҙер бирелмәләрҙе, күнегеүҙәрҙе ерле компоненттарҙы иҫәпкә алып эшләргә тейеш. Урындағы етәкселәр, ата-әсәләр программала шуға иғтибар итеп, шуны талап итһәләр, эшләргә була. Ҡабатлап әйтәм: башланғыс кластарҙа төбәк компоненты - 20, урта кластарҙа (5-9-сы) - 30, юғары кластарҙа (10-11-се) 40 процент тәшкил итергә мөмкин.
Ә бына полилингваль мәктәптәргә килгәндә, уларҙа дәрестең ниндәйҙер өлөшөн генә алып барыу тураһында һүҙ бармай, беренсе этапта улар яҡшы итеп телдәрҙе өйрәнергә тейеш, икенсе - полилингваль белем биреүгә күскәндә, бер нисә телдә уҡытыуҙы индерәләр, өсөнсө этапта - тулыһынса бер генә (мәҫәлән, инглиз) телдә уҡытыу ҡарала. Полилингваль мәктәптең милли мәктәптәрҙән айырмаһы шунда - унда уҡыусылар составы күп милләтле. 20-се гимназияны, 136-сы лицейҙы алһаҡ та, унда күбеһенсә башҡорттар. Ләкин 158-се гимназияны алһаҡ, унда тик башҡорттар ғына тип әйтеп булмай. Бына ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алырға тура килә һәм шунан сығып уҡыу-уҡытыу ойошторола.

Һеҙҙең ҡарашҡа, "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" федераль закон милли мәктәптәрҙе ҡурсалаймы?

Розалия Сафиуллина:
Сентябрҙә БР Башлығы ҡатнашлығында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара уҡытыусылар форумы үтте, уның йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар, күбеһенсә яҡын арала - быйыл һәм киләһе йылдарҙа эшләй торған эш планы. Ҡарарҙарҙың бер пункты тап милли мәктәптәргә ҡағыла. 2019 йылдан "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Уның бер пункты булып милли мәғарифты үҫтереү концепцияһын эшләү тора ине. Былтыр ул концепция эшләнде. Концепцияла милли мәктәптәр, туған телдә уҡытыу үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алынды. Былтыр уҙған 1-се Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ошо һорауҙар күтәрелде. Улар даими рәүештә күтәрелә килә һәм дәүләт органдары был һорауҙарға системалы рәүештә иғтибар бирә. Һөҙөмтәлә бөгөн БДБҠ Башҡарма комитеты, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән берлектә милли мәктәптәрҙең проблемаларын билдәләп, уларҙың статусын асыҡлау буйынса РФ Дәүләт Думаһына закон проекты инициативаһы менән сығырға уйлайбыҙ. Мәҫәлән, 273-сө федераль закондың 14-се статьяһында Рәсәй Федерацияһында йәшәгән һәр бер гражданин үҙенең туған телендә белем ала ала, үҙенең туған телен өйрәнә ала һәм республикаларҙың дәүләт телен өйрәнә һәм был уларҙың ғаризаһы буйынса башҡарыла, тиелгән. Граждандарҙың ошо хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн мәғариф системаһы мәктәптәр, кластар һәм төркөмдәр аса ала. Мәктәптәр аса ала, тигән юлдар милли мәктәптәр асыуға нигеҙ булып тора. Ләкин артабан законда милли мәктәп нисек булырға тейешлеге күрһәтелмәгән. Уға ниндәй талаптар булырға тейеш, уны нисегерәк күҙ алдына килтерергә, ниндәй күләмдә булырға тейеш - ошолар барыһы ла законда билдәләнһә, асыҡланһа, Рәсәйҙә булған 22 милли республикаға һәм башҡа субъекттарға мәктәп асмаған хәлдә лә, кластар, төркөмдәр асыуға мөмкинлектәр, шул мөмкинлекте тормошҡа ашырырға шарттар булдырылыр ине. Быға инде телде белгән кадрҙар, дәреслектәр, программалар әҙерләү мәсьәләһе һәм мәктәптә булдырылырға тейешле шарттар: кабинеттар, финанстар һ.б. барыһы ла инә. Әле фекер алышыу бара, әгәр ҙә Башҡортостан Республикаһының инициативаһын башҡа субъекттар күтәреп алһа, федераль законға үҙгәрештәр индерергә мөмкин булыр тип уйлайбыҙ. Әгәр ошо законға үҙгәрештәр индереп булһа, уға ярашлы бөтә норматив документтар ҙа үҙгәрәсәк.

Уҡытыусылар съезы, уҡытыусылар Форумы үткәрелеүе, әлбиттә, уҡытыусыларға ҡанат ҡуйҙы, уларға иғтибарҙы арттырҙы, иңдәрен турайтып ебәрҙе, тиергә мөмкин. Унда республиканан һәм күрше өлкәләрҙән үҙҙәренең алдынғы методикалары, проекттары, ысулдары буйынса эшләгән иң яҡшы уҡытыусылар йыйылды. Беҙҙә, ысынлап та, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар бик күп, ә уларҙың ошо ысулдары, алымдары бөтә республика һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә таратыламы? Ошо сараларҙың һөҙөмтәлелеген билдәләгән анализ эшләнәме?

Розалия Сафиуллина:
Әлбиттә, ниндәйҙер сара үткәрҙек тә таралыштыҡ түгел. Съезд, мәҫәлән, былтыр апрелдә үтте, һуңынан беҙ сентябргә тиклем 10 зона, күрше өлкәләр буйынса йөрөп, шундағы матур тәжрибәләр менән уртаҡлаштыҡ, ошондағы һөйләшеүҙе һәр береһенә еткерергә тырыштыҡ, һәр бер уҡытыусыға барып еттек, тип әйтә алам. Быйыл үткән Форум буйынса ла шундай уҡ схема буйынса эшләйбеҙ - Яңы йылға тиклем онлайн-семинарҙар үткәрәбеҙ. Аралашыу һөҙөмтәлерәк булһын өсөн төбәктәргә бүлгәнбеҙ, сөнки кеше күп булһа, аралашыу килеп сыҡмай, ә беҙгә аралашыу, уларҙың фекерҙәрен, тәҡдимдәрен белеү мөһим.
Статистикаға килгәндә, ундай мониторингты йыл да үткәрәбеҙ. Беҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте өс линия буйынса өйрәнелә. Беренсе линия - башҡорт мәктәптәре. Уларҙа, әлбиттә, сәғәттәр һаны күпкә күберәк, иғтибар етдиерәк, программалары ла айырылып тора. Икенсе линия - ниндәй генә мәктәптә уҡыһалар ҙа, туған телде предмет булараҡ өйрәнәләр. Бөгөн, ғаризаларға ярашлы, башҡорт теле туған тел булараҡ республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә өйрәнелә. Өсөнсө линия - башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү. Был система ниндәйҙер кимәлдә ҡатмарлыраҡ та, сөнки беҙ бөтә категория уҡыусыларҙы ла күҙ уңында тоторға, һәр уҡыусының хоҡуғын тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Әйтәйек, бөтә милли республикаларҙа йәки башҡа субъекттарҙа ундай шарттар бар тип әйтеп булмай. Күп субъекттар үҙенең теленә генә иғтибар итә, әммә был бит унда тик бер генә милләт йәшәй тигәнде аңлатмай. Әгәр ҙә уҡырға теләге булған балалар булһа, барыһының да теләге иҫәпкә алынырға тейеш. Бына Силәбе өлкәһендә башҡорт телен мәктәп системаһында дәрес булараҡ уҡытыуҙы булдырыу миҫалдары бар, әммә бөтә ерҙә лә ундай ҡараш юҡ. Һарытауҙа, мәҫәлән, туған телде дәрестән һуң факультатив булараҡ ҡына уҡыйҙар, әммә үҙҙәренсә тырышалар.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһы башҡорттар йәшәгән төбәктәргә ярҙам итергә тырыша. Мәғариф һәм фән министрлығы, мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яңы федераль исемлектәге дәреслектәр менән тәьмин итә, башҡорт теле уҡытыусыларына курстар үткәрә, семинарҙар һәм осрашыуҙар ойоштора. Бөгөнгө көндә Силәбе һәм Ҡурған, Ырымбур өлкәләре башҡорт теле уҡытыусыларының ассоциациялары бар, улар республиканың алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән даими аралаша, тәжрибә уртаҡлаша.
Гөлнара Хажиева: Беҙ бына БР Мәғарифты үҫтереү институты менән тәжрибә майҙансығы астыҡ һәм унда Башҡортостандағы барлыҡ алдынғы уҡытыусылар (тьюторҙар) йыйылышып, тәжрибә уртаҡлашыу ойошторҙоҡ. Мин, мәҫәлән, уларға асыҡ дәрес күрһәттем. Улар үҙҙәренең ниндәйҙер тәжрибәһен беҙҙең балалар менән ҡулланып ҡараны. Әле каникул алдынан, моғайын да, республикала беренсе тапҡырҙыр, "Тирә-яҡ мөхит", "Математика", "Әлифба" дәрестәрен нисек итеп башҡортса ғына уҡытыуыбыҙҙы онлайн-асыҡ дәрестәрҙә күрһәттек. Онлайн форматты ҡулланып, яңы алым, яңы формат ярҙамында дәрес күрһәтеү мөмкинлеге булыуы ла яҡшы.

Ноябрҙә Сколково Мәскәү идара итеү идаралығы менән берлектә үткәрелгән Башҡортостандың полилингваль мәктәптәренең үҫеш йүнәлешен билдәләү буйынса стратегик сессияла уның етәксеһе Андрей Шаронов, балалар башҡорт телен өйрәнһен өсөн уларҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, мәҫәлән, башҡорт телен белгәндә 150 төрки телендә һөйләшергә һәм аңлашырға мөмкин, тигән миҫал килтерҙе. Әммә бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда бының менән генә балаларҙы ҡыҙыҡһындырып булмай, уларҙың ҡыҙыҡһыныуы төрлө. Шундай киң ҡырлы булған тормошта нисек итеп баланың ҡыҙыҡһыныуын табырға? Беҙ тәҡдим иткән нәмәләр, улар күбеһенсә беҙҙең ҡараштан, беҙҙең быуын күҙлегенән, дөрөҫөн әйткәндә, уҙған быуат балалар күҙлегенән эшләнгән. Үҙебеҙ теләгәнде, балаларҙың теләген дә иҫәпкә алып, нисек артыҡ баҫым яһамай ғына һеңдерергә?

Наил Әминев:
Беренсенән, мәктәптә эшләгәс, кадрҙар барыһын да хәл итә, тип әйтергә лә була. Тәү сиратта, бында бөтә нәмә педагогтан тора. Педагог дәресен ни тиклем ҡыҙыҡ итеп алып бара - балаларҙы ул дәрескә, үҙенә ылыҡтыра. Көнө-төнө инша-диктанттар яҙып, башҡорт телен өйрәнһәләр, әлбиттә, был осраҡта балаларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә, нимәгә миңә башҡорт теле, тигән һорау тыуыуы мөмкин. Шуға күрә, бында көслө, белемле, методиканы яҡшы белгән, яңы һулыш менән эшләгән кеше кәрәк. Ул эш биреп кенә ултыртып ҡуйырға түгел, күберәген балалар менән аралашырға тейеш. Бөгөн беҙҙең бурыс - балаларҙы башҡорт теленә телмәр аша өйрәтеү. Был шулай уҡ башҡа туған телдәргә лә, сит телдәргә лә ҡағыла. Бала дәрестә матур итеп һөйләшергә өйрәнергә тейеш. Мин уҡытыусыларыма һәр саҡ әйтәм: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытаһығыҙ, бергә ултырып һөйләшә-һөйләшә сәй эсәһегеҙме, уйнайһығыҙмы - башҡорт теле дәресе матур үтергә, бала унда ҡыуанып, теләп, дәресте һағынып барырға тейеш.
Беҙҙә, мәҫәлән, Мөнир Ҡарабаев уҡыта, ул башланғыс класс уҡыусылары өсөн дәреслек авторы ла. Стәрлетамаҡтан Гүзәл Фазылованы саҡырып алдыҡ. Улар балалар менән аралашып, дәрестәрҙе уйын формаһында ойоштора. Мөнир Иҙел улы матур итеп гитарала уйнай, матур итеп йырлай, шуға балалар менән гитарала башҡорт көйҙәрен уйнап, башҡорт йырҙарын йырлап, башҡорт телен туған тел булараҡ алып бара. Гүзәл Раил ҡыҙы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыта. Дәрестәрен яңы, матур формаларҙа үткәрәләр. Шуға күрә, мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыусыларҙың 100 проценты ла уҡый икән, бында күп нәмә уҡытыусынан тора. Әйткәндәй, башҡа мәктәптәрҙә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ 2-се кластан уҡытылһа, беҙҙә 1-се кластан уҡыйҙар. 10-11-се кластарҙа ла башҡорт теле дәресе бар.
Гөлназ Әхмәҙиева: Эйе, был йүнәлештә ниндәйҙер аҙымдар эшләнә, сөнки мәғлүмәт мөхите киңәйгәс, үҙгәргәс, баланың ҡабул итеү каналдары тап шул йүнәлештә тормошҡа ашырылырға тейеш. Туған тел дәрестәрендә башҡортса видеолар, башҡортса уйындар ҡулланыу кәрәк, сөнки бөгөн баланың аңын, йәшәүен, тәүлеген интернет уйындар биләп алды. Тимәк, проблеманы шул уйындар аша хәл итергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың менталитетынан сығып ҡарағанда, әлбиттә, ул уйындар гуманлы, кешелекле, мәрхәмәтле булырға тейеш. Былар барыһы ла ижади ҡарашлы уҡытыусыларҙан, ғалимдарҙан, программистарҙан, актив шәхестәрҙән тора. Беҙҙең гимназия уҡытыусылары һәр береһе алтынға бәрәбәр, сөнки нимәлер етмәгән ваҡытта улар үҙҙәре булдыра, тулмағанды тулыландыра. Мәҫәлән, башҡорт теле уҡытыусыһы Фәйрүзә Үтәбәева үҙ предметы буйынса ике йыл рәттән республика уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Тағы бер уҡытыусыбыҙ Айгөл Игелекова урта класс балалары менән эшләгәс, интерактив уйындар уйлап сығарҙы. Шунда уҡ ул цифрлаштырыуҙы ла ҡушып ебәрҙе. Ләйсән Мәмбәтҡолова тигән уҡытыусыбыҙ фәннилек, сығанаҡтарҙы өйрәнеү йүнәлешендә эшләй. Уның бүлмәһендә һүҙлектәр туп-тулы, балаларҙы тикшереү эшенә - телдең нигеҙенә, легендалар, эпостарға, үҙенсәлектәрен, әҫәрҙәрҙе анализлауға ылыҡтыра. Фәриҙә Миһранова балаларға телде лингвомәҙәни аспект аша өйрәтә, практик ҡараш менән эш итә, сөнки хәҙерге тормошта телдең практик ҡулланылышы бик мөһим.
Хәҙерге заман шундай ҡыҙыҡ, мөмкинлектәр киң, бары тик теләк һәм ижади ҡараш ҡына булһын. Баланы тәрбиәләү, уҡытыу өсөн бары тик шарттар ғына кәрәк. Ул шарттарҙы Федераль дәүләт мәғариф стандарттары сиктәрендә лә рәхәтләнеп тормошҡа ашырырға мөмкин. Ә телде (ниндәй генә тел булмаһын) белеү өсөн төп шарт - ул мөхит. Мөхит булғанда балаға телдәрҙе өйрәнеү еңел бирелә. Икенсе шарт - мотив (дәртләндереү). Рекламаны сауҙаны хәрәкәткә килтереүсе көс тиһәләр, мин дәртләндереүҙе телдәрҙе уҡыу һәм өйрәнеүҙең хәрәкәткә килтереүсе көсө, тиер инем. Дәрте булмаһа, бала телде лә өйрәнмәй, уҡымай ҙа, үҫешмәй ҙә. Был бурыс ата-әсәнән тора. Баланың, ниндәй генә милләттән булыуына ҡарамаҫтан, күңеленә дәрт һалынған икән, ул ниндәй генә мәктәптә булһа ла телде өйрәнә. Шуның өсөн йәмғиәттең дөрөҫ ҡарашы кәрәк. Республикала шарттар бар, улар йылдан-йыл тулылана, киңәйә бара. Телебеҙҙең һүнеп барған торошо хәҙер яңы амплитуда менән яңы бейеклеккә күтәрелә башланы. Башҡорт телен үҫтереү өсөн нимә генә уйлап сығармайҙар, балаларға бәләкәйҙән мотив һалалар. "Балалар" тигән проект, йәнһүрәттәр, анимациялар... Уларҙың авторҙары - 90-сы йылдарҙа асылған гимназияларҙың сығарылыш уҡыусылары. Шул гимназияларҙың, уларҙағы белем биреү һәм тәрбиә өлгөһөнөң емештәрен тирәбеҙ бөгөн. Ә бөгөн эшләгән яңы йүнәлешле милли гимназия-лицей-мәктәптәрҙең һөҙөмтәһе 15-20 йылдан күренә башлаясаҡ.
Гөлнара Хажиева: Балаларҙың үҙҙәрен дә ошо уҡ процесҡа йәлеп итергә кәрәк. Мәҫәлән, йәнһүрәттәр эшләүгә. Бер бала йәнһүрәт эшләй, тауышын да үҙе яҙҙыра икән, быны уның иптәштәре лә күрә һәм уларҙың да ошондай ижадҡа теләге тыуа. Мәғлүмәт технологиялары, программалау кеүек ҡыҙыҡлы форматтар бик күп. Һәр уҡытыусы кемдәндер нимәлер көтөп ятырға тейеш түгел. Бына дәреслектәр, ниндәйҙер ҡулланма материалдар етешмәй, тибеҙ. Ошо йүнәлештә уҡытыусылар ҙа күберәк эшләһен ине, тигән теләктә ҡалам, сөнки 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы уҡытыусылары исеменән ғорурланып әйтә алам, башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу китаптары беҙҙең гимназия нигеҙендә сыҡты, педагогия фәндәре кандидаттары Фәниә Сынбулатова, Әлфиә Мәүлийәрова, Мәрхәбә Дәүләтшина кеүек авторҙар китаптарына йүгерешеп йөрөп апробация эшләгән практик-уҡытыусылар беҙ булдыҡ. Беҙ, дүрт уҡытыусы, телмәр үҫтереү программаһын үҙебеҙ яҙҙыҡ. Шулай уҡ математиканан да үҙебеҙ яҙған программа бар. Ата-әсәләр, әлбиттә, аптырай, нишләп һеҙ, мәҫәлән, Петерсондың китабын алдыртып эшләмәйһегеҙ, нишләп һәр бер эште ксерокс аша сығарып таратаһығыҙ, тиҙәр. Ә беҙ тап үҙебеҙҙең программаға ярашлы, телде ата-әсәйҙәр ярҙамында эҙмә-эҙлекле өйрәнергә була тип эшләйбеҙ.
Розалия Сафиуллина: Ҡыҙыҡһындырыуға килгәндә, әлбиттә, интернет мөмкинлектәрен дә файҙаланырға кәрәк, беҙ бик күп конкурстар, интернет-викториналар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, Башҡорт теле көнөнә ҡарата интернетта балаларҙың башҡортса яҙышыуын популярлаштырыу өсөн "Башҡорт интернет блогы" тигән яңы конкурс үткәрәбеҙ. Сөнки улар Бәйләнештә селтәрендә лә, Фейсбукта ла, инстаграмда ла күп ултыра һәм башҡорт теленә иғтибар биреп, шунда телде, үҙебеҙҙең тыуған ерҙе популярлаштырыуға, исмаһам, үҙҙәре күргәндәр тураһында фотолар ҡуйып, башҡортса үҙҙәренең фекерҙәрен яҙалар икән, бер ҙә насар түгел.

Башҡорт телен ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә нисек итеп пропагандалау, нисек итеп уның өҫтөнлөклө яҡтарын күрһәтеү тураһында һөйләйбеҙ, шул йүнәлештә эштәр алып барыла, әммә мәктәптән һуң был эштәр туҡталып ҡалған кеүек. Хәҙер ыңғай күренештәр күренә башланы: республика Башлығы ла башҡортса сығыш яһай, унан күреп, башҡалар ҙа эйәрә, әммә артыҡ энтузиазм тойолмай. Хатта райондарҙа башҡорт ауылдарына барған район хакимиәте вәкилдәре лә халыҡтың әйткәнен ҡолағына ла элмәйенсә, русса ғына аралаша. Мәктәптә балаларға башҡорт теленең әһәмиәте тураһында күпме генә тылҡыһаҡ та, улар бит ысынбарлыҡтағы ошо күренештәрҙе лә күреп, һеңдереп, үҙенсә һығымта яһап йөрөй...

Наил Әминев:
Әлеге ваҡытта республикала өс полилингваль мәктәп эшләп килә, икеһе Өфөлә, береһе - Стәрлетамаҡта. Республика етәкселегенең күҙаллауы буйынса, улар башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса төп үҙәктәр булырға тейеш һәм ундағы бөтә саралар, иғландар башҡорт-рус-инглиз теле аша башҡарыла. Туған телде, беҙҙең осраҡта башҡорт телен белеү - ул нигеҙ, сит телдәрҙе белеү - ул беҙгә ҡанат ҡуя. Йәғни үҙ телебеҙҙе белеп, тағы сит телдәрҙе лә өйрәнһәк, беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һ.б. киң донъяға алып сығабыҙ. Шул ваҡытта 15-20 йылдан әле һеҙ әйткән проблема ла юғаласаҡ, сөнки йылдан-йыл полилингваль мәктәптәр һаны артасаҡ, тимәк, мәктәп тамамлағанда уҡ күп телдәргә эйә шәхестәр сығасаҡ.
Розалия Сафиуллина: Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 35 йылға яҡын төбәк-ара олимпиада үткәрелеп килә. Беҙ уны былтырғы уҡыу йылынан Рәсәй Мәғариф министрлығы саралары исемлегенә индереүгә өлгәштек. Был ҙур аҙым булды. Беренсенән, олимпиаданың статусы күтәрелде, икенсенән, махсус талаптарға яуап биргәс, олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына Башҡортостандың барлыҡ вуздарына, хатта техник вуздарға ингәндә лә өҫтәмә мәрәйҙәр ҡуйыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был хаҡта БР Башлығы уҡытыусылар съезында ла әйткәйне. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары ректорҙары уның тәҡдимен хуплап, хатта 10 балға тиклем өҫтәмә балл ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә шунда уҡ олимпиадала ҡатнашырға теләүселәр һаны һәм сифат артты.
Бөгөн тел буйынса белемде имтихандар биреп билдәләйҙәр. БДУ, БДПУ-ла рус теленән һәм сит телдәр буйынса тестлау үҙәге бар. Хатта 2014 йылдан алып татар теленән халыҡ-ара сертификация үҙәге бар. Ә беҙ Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе урында торабыҙ, тимәк, телебеҙ ҙә донъяуи кимәлдә булырға тейеш. Әле кәңәшләшеү йәһәтенән саралар үткәрҙек, белгестәр менән фекер алыштыҡ, билдәле аҙымдар эшләнә. Һәм һәр кем үҙенең телде ниндәй кимәлдә белгәнен аңларға, шуның өсөн имтихан-сертификация үтергә, уның һөҙөмтәһе буйынса ҡулына ниндәйҙер таныҡлыҡ та алырға, ул таныҡлыҡ артабан ҡайҙалыр танылырға ла тейеш. Мәҫәлән, министр булып эшләргә теләйһең икән - ҡулыңдағы телде белеү кимәлең тураһында таныҡлығың барыһын да аңлатып тора, йәки республиканың дәүләт органында эшләргә теләйһең икән, тимәк, дәүләт телдәрен һ.б. яҡшы белергә бурыслыһың кеүек килеп сыға инде. Ғөмүмән әйткәндә, был эш алып барыла тип уйлайым. Иғтибар итегеҙ: республика Башлығы сайты, башҡа рәсми сайттар ике телдә алып барыла. Һуңғы ваҡытта барлыҡ министрлыҡтарҙың сайттары ике телдә булмаған хәлдә лә, яңылыҡтар таҫмаһында башҡортса мәғлүмәттәр ҙә күренә башланы. Кәңәшмәләрҙә, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырыштарында, оперативкаларҙа башҡортса сығыштар яңғырай. Дәүләт органдарында тағы бер яңылыҡ: башҡорт теле буйынса курстар ойошторола башланы. Былтыр Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәренә башҡорт теленән курстар үткәрҙек.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2022-2032 йылдарҙы Ерле халыҡтар телдәре ун йыллығы тип иғлан итте, шуға, Башҡорт теле йылы иғлан ителеүен репетиция тип кенә ҡараһаҡ, ошо ун йыллыҡты үҙ файҙабыҙҙа ҡулланып, тағы ниндәй пландарҙы, идеяларҙы тормошҡа ашыра алабыҙ? Тағы нимәләр эшләргә мөмкин?
Гөлназ Әхмәҙиева: Ун йыллыҡҡа план төҙөүе шул тиклем ҡыйын, сөнки тормош үҙенең үҙгәрештәрен индерә. Бына быйыл Башҡорт теле йылында берәү ҙә барлыҡ сараларҙы онлайн үткәрербеҙ тип уйламағайны. Ысынлап та, боҙ ҡуҙғалды, ҡуҙғалған боҙ - ул бик ҙур көс, шуны ҡулланып, эш барышында килеп тыуған идея-фекерҙәр менән тулыландырып, бер аҙ төҙәтеүҙәр индереп, алға барырға, башланған эштәргә өҫтәлмәләр индереп, артабан дауам итергә кәрәк, тип уйлайым.
Розалия Сафиуллина: Эшебеҙҙең стратегик йүнәлеше бар. 2030 йылға тиклем Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы эшләнде. Беҙ уны туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен уҡытыу концепцияһы тип алдыҡ, сөнки Рәсәй буйынса был концепция шулай атала. Рус теле, башҡа предметтар буйынса бындай бар ине, әммә туған телдәр буйынса Рәсәй кимәлендә юҡ ине. Хәҙер бөтә система шул концепцияға ярашлы эш алып бара.
Әйтергә кәрәк, республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә туған телдәргә иғтибар артты. 2019 йылда Туған телдәрҙе үҫтереү буйынса федераль фонд булдырылды. Уның төп эшмәкәрлеге - дәреслектәр менән тәьмин итеү. Был мәсьәлә беҙҙең республика буйынса ла еңел түгел, ә Рәсәй буйынса ҡараниһәң, 90-ға яҡын туған тел өйрәнелә, ләкин уларҙың барыһының да методик яҡтан эшләнелеше һәйбәт тип әйтеп булмай. Рәсәй буйынса туған телдәрҙең үҫеше төрлө кимәлдә. Шуға хәҙер ошо федераль фонд дәреслектәр эшләү өсөн миллион һумдар тотона. Законға ярашлы, дәреслектәргә экспертизаны ла РФ Мәғариф министрлығы үҙе түләп үҙе үткәртә, элек субъекттар үҙҙәре түләй һәм мөмкинлек булмағанлыҡтан, тиҙ генә федераль исемлеккә инеү ҙә тотҡарлана ине.
Икенсе аҙым, былтырҙан Рәсәйҙә РФ халыҡтарының туған телдәрен үҫтереү институты тигән структура барлыҡҡа килде. Быға тиклем туған телдәр менән махсус шөғөлләнгән подразделение юҡ ине. Хәҙер ул эшләй, уларҙың ябай хеҙмәткәрҙәре, әйҙәүсе белгестәре - фән докторҙары. Улар субъекттарҙан вәкилдәрҙе даими йыялар, семинарҙар, конференциялар үткәрәләр, етәкселәрҙе саҡыралар йәғни беҙгә проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә, хәл итергә майҙан бирәләр.

Бөгөнгө һөйләшеүҙе йомғаҡлап, башҡорт теленә мөнәсәбәт, башҡорт телендә уҡытыуға ҡараш, уның үҫешенә, ҡулланылышы буйынса дөйөмләштереп нимә тип әйтә алаһығыҙ?

Розалия Сафиуллина:
1999 йылда "БР халыҡтары телдәре тураһында" закон ҡабул ителгәндән һуң, вуз тамамлап, эшләй башланым. Төрлө этаптарҙы күрҙем. Беҙ мәктәпкә килгән ваҡытта хатта элементар программа дәреслектәр ҙә юҡ ине. Ә бөгөн беҙҙә закондар бар, программалар бар, дәреслектәр бар, кадрҙарыбыҙ бар, мәктәптәребеҙ бар! Башҡорт теле бөтөп бара, башҡортса һөйләшеүселәр кәмей, юғалыу ҡурҡынысы янай, тиһәләр ҙә, мин бының менән килешмәйем. Башҡорт теле ике башҡорттоң һөйләшеү теле булып ҡала икән, ул юғалмаясаҡ. Шуның өсөн уны үҫтерергә, балаларға өйрәтергә, күсәгилешлек булдырырға кәрәк. Нимә генә тиһәк тә, мәғариф системаһы ла үҙенең эшен эшләргә тейеш, әммә бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Балалар русса һөйләшә тип, руссаға күсеп китергә түгел, ә киреһенсә, башҡортса һөйләшеүҙе төп ҡағиҙә итергә кәрәк. Балалар олатай-өләсәй янында ғына түгел, атай-әсәй янында ла башҡортса һөйләшергә кәрәклеген һеңдереп үҫһен. Башҡорт теленә тағы бер статус кәрәк - уның ғаилә теле статусы булған ваҡытта, тел һаҡланыр тип уйлайым.
Гөлназ Әхмәҙиева: Мин дә ҡушылам, сөнки әлеге көндә туған телде уҡытыу буйынса бөтә шарттар ҙа бар. Түбәндәрәк, муниципаль кимәлдә, мәҫәлән, норматив база ентекле эшләнергә тейеш. Шунан тағы ла аҫҡараҡ төшөп - гимназиялар, лицейҙар, мәктәптәр кимәлендә эште дөрөҫ ойоштороу зарур. Һәм ғаилә кимәленән ҡарағанда ла эш, тәрбиә дөрөҫ итеп ойошторолорға тейеш. Сөнки күптәр үҙеңдең донъялағы ниндәй алтын бөртөк икәнеңде иҫбатлау өсөн тамырыңдан сыҡҡан телде, мәҙәниәтте белергә, тамырҙан сыҡҡан терәк кәрәк икәнен аңланы. Хәҙер инде һәр кемдең үҙенән тора. Тыуған илеңә, туған телеңә булған һөйөүҙе лозунг итеп ҡысҡырып йөрөп түгел, ә күңелеңдә йөрөтөп, шуның өсөн аҙымлап эшләргә тейешһең.
Наил Әминев: Беҙ Төньяҡ Осетияла семинарҙа булғанда унда "туған телде дәүләт бирергә тейеш", тигән һүҙҙәр яңғыраны, сөнки уларҙа ғаиләлә йә атаһы осетин телен белмәй, йә әсәһе. Беҙҙә лә шундай проблема бар, әммә беҙ ике йүнәлештә лә эшләргә: дәүләт биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланып, телде ғаиләлә өйрәтергә тейешбеҙ. Йәғни Розалия Рәсих ҡыҙы әйткәнсә, башҡорт теленең ғаиләлә лә статусы булырға тейеш. Минең әсәйем дә, мин дә ҡала башҡорттары. Әсәйем телде белмәһә лә, улым башҡортса белһен, тип, мине башҡортса өйрәтте, минең менән һөйләшеп, үҙе лә башҡортса өйрәнде. Хәҙер минең ғаиләмдә ике йәшлек ҡыҙым үҫә, уның менән тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Ғаилә план-проекты төҙөнөк: өс йәшкә тиклем саф башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, өс йәштән биш йәшкә тиклем - башҡорт теле аша инглиз телен өйрәнәбеҙ, биш йәштән уға рус телен үҙләштерер өсөн ни бары ике аҙна кәрәк була. Сөнки әле лә ул балалар майҙансығында балалар менән аралашҡанда уларҙың русса әйткәнен аңлап, беҙгә башҡортса тәржемә итә. Шуға күрә бала бәләкәй саҡта уҡ башҡорт телен ғаиләлә өйрәнһә, тел дә, милләт тә киләһе ун йылда ғына түгел, артабан да йәшәр. Шулай уҡ алдынғы ҡараш менән өлгө булып торорға тейешбеҙ, сөнки беҙ - уҡытыусылар, киләсәк орлоғон сәсәбеҙ, киләсәкте төҙөйбөҙ, тип әйтер инем.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.20 | Ҡаралған: 1238

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru