16 декабрҙә Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында депутаттарға ҡала мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы кандидатураһы тәҡдим ителде.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин йыйылыусыларҙы быға тиклем Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән Сергей Греков менән таныштырып: "Сергей Николаевич Ишембайҙа тыуһа ла, бөтә ғүмере Өфө менән бәйле. Уның ете бала атаһы булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ҡала алдында ҙур бурыстар тора. Улар ағымдағы коммуналь мәсьәләләр, 2024 йылда Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү. Ваҡыт аҙ, ә юбилей пландары бик күп. Шуға ла ҡалала етәксе булырға тейеш. Беҙ ҡаланың яңы етәксеһенә идара итеү командабыҙҙа эшләү һәм бай тормош тәжрибәһе заман һынауҙарын лайыҡлы үтергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ", - тине.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына тиклем Сергей Греков республиканың нефть химияһы тармағында эшләгән. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад академияһын тамамлаған. "Газтехресурс" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт ойоштороп, уның етәксеһе булған. Нефть табыу һәм быраулау өлкәһендә ҡорамалдар һәм технологиялар эшләү һәм уларҙы ҡулланылышҡа индереү менән шөғөлләнгән "Пилот" техник системалар фәнни-тикшеренеү институтын ойоштороусыларҙың береһе. Шул уҡ системала эшләүсе "Ойл-Автоматика" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт нигеҙләгән. Был предприятиеларҙың барыһы ла Өфөлә теркәлгән.
Үҙенең сығышында Өфө ҡалаһы хакимиәте вазифаһына ваҡытлыса тәғәйенләнгән Сергей Греков өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне, аныҡлап әйткәндә, ҡала халҡы үҙен уңайлы тойһон өсөн Өфөнө тағы ла матурыраҡ итеү, тине. Шулай уҡ матбуғат саралары журналистары менән осрашҡанда ла ул төп мәлдәргә иғтибар йүнәлтте һәм транспорт менән тәьмин итеү, Дәүләт циркы, Рус драма һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кеүек социаль һәм йәмәғәт әһәмиәтендәге инфраструктура проекттарын һәм башҡа эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙы тәү сиратта билдәләне. Бынан тыш, башҡа проблемалар ҙа етерлек һәм улар ҙа планға ярашлы хәл ителәсәк. Был маҡсаттар - Сергей Николаевичтың мэр вазифаһына кандидатура һайлау буйынса үткәрелгән конкурста еңеү яулаған осраҡта башҡарыласаҡ пландарының бер өлөшө. Ә инде вазифаның "ваҡытлыса башҡарыусы" тигән өлөшө алып ташланғас, ул үҙен ғәҙел һәм һөҙөмтәле етәксе итеп күрһәтергә ниәтләй. Шулай уҡ тотош команда һөҙөмтә өсөн эшләүгә йүнәлеш аласаҡ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|