«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - ТАНЫП, СЫҒЫШЫБЫҘ - ҠАРА-ТАБЫН
+  - 


Танып ырыуы төньяҡ башҡорттары төркөмөнә ҡарай, уның атамаһы Танып йылғаһы менән бәйле: был башҡорт ырыуының аҫаба ерҙәре ошо йылға үҙәненә ҡарай. Танып ырыуы ауылдары хәҙерге Асҡын (36 ауыл), Тәтешле (20 ауыл), Балтас (16 ауыл), Ҡариҙел (4 ауыл) райондарында урынлашҡан.

Рус дәүләте документтарында Танып олоҫо XVII быуат башынан бирле осрай башлай. Әммә, ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса, был ырыу башҡорт этник кландары араһында XV - XVI быуаттарҙан уҡ билдәле булған, тип әйтергә була. Өфө провинциаль канцелярияһы чиновниктары тарафынан 1730 йылда төҙөлгән "Башҡорт олоҫтары реестры"нда ошондай мәғлүмәт бар: "Волость Таныпская в Таныпских вершинах, и близ Уфы реки, леса и поля; от Уфы тележного пути нет, разве только с нуждой".
Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев билдәләүенсә, башҡорттарҙың Танып берләшмәһенә "ике ысын танып ырыуы (Ҡыр- йәки Ҡара-Танып һәм Һыу (Су)-Танып), шулай уҡ элегерәк үҙаллы ырыуҙарҙан булып, һуңғараҡ, ҡыпсаҡ осоронда, уларҙың урманлы төньяҡҡа табан хәрәкәте барышында таныптар менән берләшкән ҡаҙансылар һәм ҡайпандар инә".
Хәҙерге тарихсы Салауат Хәмиҙуллин ошо мәғлүмәттәрҙе бер ни тиклем кимәлдә корректировкалау кәрәк, тип иҫәпләй, сөнки Р.Ғ. Кузеев үҙенә билдәле булмаған ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙы ҡулланмаған. Бында һүҙ Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейековтарҙың әҫәрҙәрендә булған мәғлүмәттәр хаҡында бара.
Күренекле башҡорт шағиры, яҙыусы, суфый шәйехе Ғәли Соҡорой (Мөхәммәд-`Али бен `Абд Аллах бен Шәриф бен Кийик әл Чукури әл Гари (1826 - 1889) - байтаҡ ҡына поэтик һәм дини әҫәрҙәр авторы, үҙ нәҫеленең шиғри шәжәрәһен яҙа, Ҡара-Табын ырыуы тарихын да ҡағыҙға күсерә. Немец тикшеренеүсеһе Михаэль Кемпер Ғәли Соҡоройҙоң боронғо һәм затлы Ирәкте ырыуы башҡорто булыуы хаҡында яҙа. Уның егерменсе быуын бабаһы Майҡы бей Сыңғыҙ хан идараһы даирәһендә күренекле вәзирҙәрҙән була. Был фаразды ғалим Р.Ғ. Кузеев та раҫлай. Уныңса, ирәкте башҡорттары XV быуат аҙаҡтарында - XVI быуат баштарында Ҡаҙан ханлығы сиктәренә хан хеҙмәтенә инеү маҡсатында күсеп килгән ҡара-табын һәм көнбайыш табындарҙың вариҫтары була. Уларҙың яңы атамаһы ирәкте "ҡала һаҡсыһы" тигәнде аңлатып, ваҡыттар үтеү менән этнонимға әйләнеп киткән. Ғәли Соҡорой, риүәйәттәргә ярашлы, өс айырым башҡорт нәҫеленә нигеҙ һалыусы Ҡара Табын, Байҡы һәм Балыҡсы бейҙәрҙе тарихи шәхес булған Майҡы бей уландары итеп күрһәтһә, уның улы Ғарифулла Кейеков 1913 йылда "Шура" журналында баҫылып сыҡҡан "Иҫке шәжәрәнән" тигән мәҡәләһендә Ҡара Табын ҡушаматлы Ҡарағәзиздең Балыҡсы тигән тәүге улының Танып, Уннар, Йәлдәк һәм Йәнсәйет исемле улдары булыуы хаҡында бәйән итә. Ә Таныптан Ҡайпан һәм Янапай исемле улдар тыуа.
Был әҫәрҙәрҙә төньяҡ башҡорттары - ирәкте, балыҡсы, байҡы, танып, ҡайпан, йәлдәк, унлар ырыуҙарының бер этник тамырҙан яралған булыуын раҫлап, ошо нигеҙҙә уларҙы берҙәмлеккә өндәү идеяһы асыҡ белдерелә. Танып башҡорттарының ҡасандыр ҡеүәтле табын вариҫтары булыуы хаҡындағы мәғлүмәт ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙа ла сағылыш тапҡан. Өфө воеводаһы И.И. Чичериндың Танып олоҫо башҡорттары Аҡбирҙе Чичканов һәм Йәнсуба Йәнбәковтың ергә хоҡуҡтары буйынса бәхәсе айҡанлы 1627 йылдың 8 авгусында төҙөлгән "наказная память" тип аталған документына XVIII быуатта ошондай өҫтәлмә яҙыу теркәлгән: "Табын олоҫтары һәм ерҙәре". Тимәк, батша чиновниктары ла Танып олоҫо ерҙәренең ҡасандыр Табын олоҫоноң бер өлөшө булып, ошо ике олоҫ башҡорттарының ҡәрҙәшлеген таныған.
Башҡорт тарихында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙырған тағы ла бер билдәле шәхес - күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан, батша властары тарафынан юғары баһалар алып, наградаларға лайыҡ булған Ҡолой Балтасов ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Ҡара Табын олоҫо старшинаһы, тип аталһа, икенселәрендә Ҡыр-Танып һәм Һыу (Су)-Танып етәксеһе рәүешендә теркәлә. Тимәк, Танып олоҫо ҡасандыр Табын олоҫо ерҙәренең төньяҡ-көнбайыш өлөшөн тәшкил итеп, ваҡыттар үтеү менән тамам айырымланып, унда көн итеүсе башҡорттар үҙаллы этник төркөмдө - Танып йылғаһы атамаһы менән исемләнә башлаған ырыуҙы хасил иткән. Ул ғына ла түгел, Балыҡсы һәм Ирәкте олоҫтары ла шул уҡ Ҡара-Табын олоҫо башҡорттарынан айырылып сыҡҡан этник төркөм-кландарҙың административ-территориаль берәмеге булып тора. Был халыҡ ижады өлгөләрендә айырым-асыҡ сағылыш тапҡан:

"Ҡара Танып та ер вирде,
Ҡара Табын - атам дирде,
Ирәктәне ағам дирде,
Былар - бер зат бары, сарпай".

Ғәли Соҡоройҙоң шиғри шәжәрәһендә лә ошоға бәйле юлдар бар: "Асыл бабам Тубыл, Иртыш кәнарында ирмеш…" Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, төркиҙәрҙең уйшын (усунь) этник берләшмәһе (Майҡы - Байку бей ҙә ошо ҡәүем юлбашсыларының береһе булараҡ билдәле тарихи шәхес) ерҙәре Иртыш йылғаһының үрге ағымына тиклем барып етә. Биш төркөмдән хасил булған Майҡы бей олоҫо яугирҙары монголдарҙың Урта Азиялағы һәм Көнсығыш Европалағы походтарында ҡатнаша. Ошо дәүер ваҡиғалары сағылдырылған бер шәжәрәлә былай тип әйтелә: "Сыңғыҙ хан заманында Майҡы бей, Урал тауҙарының Мейәдәк тигән ерендә йәшәп, Мейәс йылғаһы үҙәнендә күсеп йөрөй". Тимәк, таныптарҙың ата-бабалары булған табындар (ҡара-табындар) XIII-XIV быуаттарҙан бирле Көньяҡ Уралда башҡорт исеме менән билдәле булған иң ҡеүәтле халыҡ составына ҡушылып йәшәй башлай. Ул замандарҙа Башҡорт иленең Табын яғы Урал аръяғындағы икһеҙ-сикһеҙ урманлы-далалы ерҙәрҙә йәйрәп ята, был территория хәҙерге Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренә ҡарай. Силәбе ҡалаһына ла Ҡара-Табын олоҫо тарханы Таймаҫ Шаимов ерендә нигеҙ һалынған.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 455

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru