«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЙЛАП АЛҒАН ЯҘМЫШЫМ
+  - 


"Башҡара алмаҫлыҡ эш булмай, эшләй алмаған кешеләр генә була", тиҙәр. Әммә был һүҙҙәр уның тураһында түгел. Ни өсөн икәнен ошо әңгәмәне уҡығас аңларһығыҙ. Шулай итеп, танылған тележурналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән "Йөрәк", "Батыр", "Эльбрус", "Янсыҡ", "Мин үлмәнем, башҡорттар", "Ер ҡөҙрәте", "Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тыуған илгә оҙайлы юл" документаль фильмдары авторы, "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы БАТТАЛОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Алһыу бантик таҡҡан Гәүһәр тигән ҡыҙҙың бала сағында ниндәй хыялдары бар ине? Уның барлыҡ хыялдары ла тормошҡа аштымы? Зәңгәр томандар артындағы киләсәгенә барып етә алдымы ул?

- Беренсенән, бантик тағырға бөтөнләй яратманым. Уны тағыуҙы мин язаға тиңләнем. Бәләкәйҙән холҡом малайҙарҙыҡы һымағыраҡ ине. Атай-әсәйем уҡытыусы икән, мин тәртипле, барыһына ла үрнәк булырға тейеш булғанмындыр, һәр хәлдә, мине шулай күрергә теләнеләр. Шундай өгөтләү һүҙҙәрен яратмай, мин быларҙың киреһен эшләргә тырыштым. Уҡыуым былай гел "бишле"гә булды. Ә тәртипкә килгәндә, гел малайҙар менән һуғыштым, тәҙрәләр ҙә ваттым. Директорға ла саҡыра торғайнылар. Йәмәғәт эштәрендә гел ҡатнаштым. Мишәр менән Йәсин тигән бәләкәй ауылдарҙың уртаһынан йылға аға ине. Ул йылғаға бағышлап, әллә күпме шиғыр ҙа яҙҙым. Бер ваҡыт йылға ҡорой башланы. Тиҫтерҙәремде йыйып, шишмә башын эҙләп киттек. Таҙарттыҡ, һөҙөмтәлә ул йылға әле лә ағып ята. Класташтар осрашһаҡ, һәр ваҡыт ошо ваҡиғаны хәтерләргә яраталар.
Ул заманда һигеҙенсе кластан һуң малайҙар тракторсыға уҡыны, ҡыҙҙар һауынсылыҡҡа. Мин һыйыр һауырға яратмайым, шуға ла малайҙар менән тракторсыға уҡырға киттем. Уҡып сыҡтым, комбайнер ярҙамсыһы булып эшләп йөрөйбөҙ. Бер көн зәп-зәңгәр күк йөҙөнә, йәм-йәшел яланға иғтибар иттем дә, үҙемде алһыу бантиклы ҡыҙ итеп түгел, алһыу күлдәкле ҡыҙ - агроном итеп күҙ алдына килтерҙем. "Мин донъяны матурлаусы кешеләрҙең береһе булырға тейешмен", тип уйланым шул ваҡытта.

Һиндәге ул саҡтағы романтика барыбер ҙә сәнғәт кешеһенекенә оҡшаған булған бит, Гәүһәр, шулай түгелме? Һәр хәлдә, агрономдыҡы түгел...

- Нәҡ шулай. Сөнки бер ваҡыт ҡапыл актриса булғым килеп китте. Барҙым сәнғәт институтына. Унда мине Гөлли Мөбәрәкова менән Олег Ханов ҡаршы алды. Өс турҙы үтһәм дә, актерлыҡҡа барыбер үткәрмәнеләр. Ауыл хужалығы институтының агрофагына документ тапшырырға барҙым да, шунда уҡ һүрелдем. Күңелем тартманы. Шунан шиғыр яҙған кеше булараҡ мин ҡайҙа барам инде?

Башҡорт дәүләт университетынамы?

- Эйе, БДУ-ға, филология факультетына. Уҡыуҙан тыш, әҙәбиәт, бейеү түңәрәктәренә лә йөрөнөм. Бер саҡ шағирҙар бәйгеһе үтте. Унда Гөлли Мөбәрәкова менән Олег Ханов жюри ағзалары. Рәми Ғариповтың, Рәшит Назаровтың шиғырҙарын һөйләнем. Был бәйгелә өс йыл рәттән мин 1-се урынды алдым. Шунда Гөлли апай менән Олег ағай: "Нишләп һин актерлыҡҡа уҡырға килмәнең, һылыу?"- тинеләр. "Һеҙ бит мине үҙегеҙ алманығыҙ", - тип рәхәтләнеп көлдөм. Хәҙерге күҙлектән сығып, актриса булмағаныма шул тиклем ҡыуанам. Улар мине уҡырға алмай, дөрөҫ эшләгән. Актриса булһам да, уртаҡул булыр инем. Был донъяла уртаҡул актриса булғансы, үҙеңдең яратҡан һөнәрең менән шөғөлләнеү һәйбәтерәктер тип уйлайым.

Һинең журналистика менән әүҙем шөғөлләнгән сағың үткән быуаттың 90-сы йылдарына тура килә. Шул заманға ниндәй баһа бирәһең?

- Шул тиклем матур осор. Кемгә әле үҙ ғүмерендә Вәлиди эҙҙәре буйлап бөтә донъяны йөрөп сығыу бәхете тейҙе? Үзбәкстан, Төркиә, Австрия, Германия дәүләттәрендә булып, "Тыуған илгә оҙайлы юл" фильм төшөрөү бәхете. Рәшит ағай Назаровтың үҙе иҫән сағында уның хаҡында фильм төшөрөү бәхете кемгә тейә? Рәшит Назаров тик бер генә урында тере килеш таҫмала, ошо фильмда һаҡланып ҡалды. Күпме эҙләһәк тә, башҡа архивтарҙа беҙ уның тере һынын тапманыҡ.

Мәшһүр шағирыбыҙ Рәшит Назаров хаҡындағы "Йөрәк" фильмыңды күпме ҡараһаң да, тағы ла ҡарағы килә. Сере нимәлә тип уйлайһың?

- Ул минең генә хеҙмәт емешем түгел, ижади төркөмдән дә күп нәмә тора. 1989 йылда тәүге тапҡыр командировкаға Бөрйәнгә барҙыҡ. Ул ваҡытта Урал Ғатауллин яҡтыртыусы булып эшләй ине. Ул бөгөн Башҡортостан телевидениеһының баш операторы. Ижади дуҫлығыбыҙ әле лә дауам итә, барлыҡ фильмдарҙы уның менән төшөрәбеҙ. Минән һәр ваҡыт "стартап-менеджер" тип көләләр. Заманында Рәсәйҙәге тәүге "Юлдаш" телеканалын үҙебеҙҙә асҡан ваҡытта беребеҙ ҙә уның нисек булырын, концепцияһын белмәй инек. Күмәк көс менән йырып сыҡтыҡ.

Шулай ҙа нисек итеп "стартап-менеджер" булыуың гәзит уҡыусыға ҡыҙыҡ булыр ине...

- 2019 йылда һанлы телевидениеға күсеү башланғас, республика муниципаль телеканалдарға ябылыу ҡурҡынысы янай башланы. Республика етәкселеге уларҙы берләштереүсе кабель селтәрҙәрендәге телеканал зарурлығын белдерҙе. Яңы каналдың етәксеһе Рәмис Дәүләтбаев мине баш мөхәррир итеп эшкә саҡырҙы. Быйыл 11 октябрҙә беҙҙең эшләй башлағанға бер йыл тулды. Башлап ебәргән саҡта беҙҙең менән бергә 11 телестудия эшләһә, бөгөн уларҙың һаны утыҙға яҡын. Ошо юл менән беҙ республикалағы муниципаль телеканалдарҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Элек эфир өсөн телеканалдар үҙҙәре түләй торғайны, хәҙер беҙ түләйбеҙ. Әлегә продакшн юҡ, бер генә тапшырыу - ҡотлау программаһы ғына сығарабыҙ. Программалар араһындағы паузаны тултырыр өсөн нимәлер ҡуйырға кәрәк бит инде. Нимә ҡуйырға тип баш ватҡанда кәштәлә Рауил Бикбаевтың китабы күҙгә салынды. Китапты алдым да, тәүге шиғырҙы уҡыным. Ул "Башҡортостан бында башлана" тип атала ине. Идея шулай тыуҙы. Артабан һәр бер район тураһында режиссер Әлфиә Арыҫланова менән 2-3 минутлыҡ ролик эшләнек. Идеяның йөкмәткеһе - Башҡортостан ошо райондарҙың һәр береһендә башлана. Артабан нисек булһа ла телеканалды йәнләндерергә кәрәк бит инде. Беҙҙең республикала матур һәйкәлдәр күп. Салауат Юлаев та, Шәйехзада Бабич та, Аҡмулла ла, Мәжит Ғафури ҙа, Мостай Кәрим дә, Рәми Ғарипов та һ.б. шиғыр яҙған. Роликта шағирҙар һәйкәлдәре "телгә килеп", үҙ шиғырҙарын һөйләй башланы.

Әлеге эш урыныңа, "Өфө-II" ҡаласығы тарихи музейына нисек килеп юлыҡтың инде?

- 2010 йылда республикала етәкселәр алмашынғас, телевидениенан китеп торорға тура килде. Мин эшһеҙ тороп ҡалдым. Дүрт ай эшһеҙ яттым. Шунан һуң Мәҙәниәт министрлығына саҡырып алып, төҙөләсәк яңы музейға директор вазифаһын тәҡдим иттеләр. Музейҙың ул саҡта бер ярым ставкаһы, йылына 200 мең бюджеты бар ине. Ултырырға урыны ла, хатта ручкаһы ла, ҡағыҙ ҙа юҡ. Тракторсы булып, агроном һәм актриса була яҙып, журналист булған кешемен бит әле, ризамын, булам, тинем. Музейға бина мәсьәләһен Юлай Талха улы Ильясов биш минут эсендә хәл итте, уға әле лә рәхмәтлемен. Йөҙгә яҡын квадрат метрлы бинаны бер ай эсендә беҙгә документаль нигеҙҙә тапшырҙылар. Мостай Кәрим һәм Достоевский урамдарының киҫешкән урынында, Өфөнөң ҡап уртаһында "өйлө" булдыҡ. Бөгөн артҡа әйләнеп ҡарайым да, шөкөр итәм, хәҙер музей штатында 18 кеше бар.

Эште нимәнән башлап ебәрҙең? Нимә генә тимә, һин әлегә бындай эш менән таныш түгелһең...

- Тәүге эшем "Өфө-II" ҡаласығын популярлаштырыу булды. Уның әһәмиәте, ҡәҙере, ҡиммәте нимәнән ғибәрәт булыуын йәмәғәтселеккә алып барып еткермәйенсә тороп, бер нәмә лә эшләп булмаясағын баштан уҡ аңлап өлгөргәйнем. Мин эш башлағанда музей артефакттары БДУ-ның лабораторияһында һаҡлана ине. Музей эше буйынса тәжрибәм булмағас, нисек күҙаллайым, шул рәүешле эшләп алып китергә тура килде. Үҙ эшенә ныҡ бирелгән археологтар, тарихсылар бик һирәк ине, ул әле лә шулай. Археологтар табыуы тележурналистар табыуға ҡарағанда күпкә ауыр. Иң тәүҙә артефакттарҙы БДУ-нан музейға күсерҙек, шунан уларҙы йыуып, таҙартып, номерҙар ҡуйып сыҡҡайныҡ, беҙҙең күҙ алдында шундай матурлыҡ асылды. Урал Ғатауллин етәкселегендәге төркөм менән фотоға төшөрҙөк. "Өфө-II" ҡаласығын сағылдырған монографиялар бар, әммә киң ҡатлам уҡыусылар өсөн китаптар юҡ ине. Эште календарҙар эшләүҙән башланыҡ. Уларҙы күргәҙмәләр ваҡытында һалыуыбыҙ була, шундуҡ алып бөтәләр. Тағы эшләйбеҙ. Бер заман беҙҙең фотолар ике йөҙләп булып китте. 2018 йылда урыҫ һәм инглиз телдәрендә өс бүлектән торған китап итеп сығарҙыҡ. Ул китап һатыуҙа юҡ. Тап шул йылда Нияз Мәжитовҡа арналған халыҡ-ара симпозиум үтте. Шунда ҡатнашҡан барыһына ла беҙ ул китапты бүләк итеп бирҙек. Тәүге һөнәремә хыянат иткәнем юҡ, "Өфө-II" ҡаласығына арналған фильм төшөрөп өлгөрҙөм. Былар барыһы ла киләсәктә ҡаласыҡтың киләсәген дәлилләүгә ҙур аҙым.

Симпозиумға сит илдәрҙән килгәндәр, ә үҙебеҙҙекеләр нисек ҡабул итә һуң?

- Ҡаласыҡ буйынса барлығы ҡырҡтан ашыу күргәҙмә үткәрҙек. Кеше эркелеп килә. Тарих менән ҡыҙыҡһынмайҙар, тиҙәр, дөрөҫ түгел, тарих менән ҡыҙыҡһындыра белергә кәрәк. Һәр күргәҙмәнең бер ҡыҙыҡ фекере, экспонаты булырға тейеш. Береһендә беҙ, мәҫәлән, "Өфө-II" ҡаласығының макетын эшләнек. Нияз Абдулхаҡ улы иҫән ине ул саҡта. Ниндәй генә күргәҙмә булһа ла, шул макетты һорайҙар. Резеда исемле рәссамыбыҙ артефакттарҙы күрә лә, үҙенән-үҙе һүрәт төшөрә башлай. Яңыраҡ шулар нигеҙендә "Экспонаттартың йәнле тормошо" тигән күргәҙмә эшләнек. Өҫкә - рәсемде, аҫҡа экспонатты ҡуйҙыҡ. Халыҡ эркелеп килде. Халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе тарих менән ҡыҙыҡһындырыр өсөн гел генә нимәлер уйлап сығарырға кәрәк.
Әйткәндәй, ҡаласыҡта табылған алтынды беҙ "Пробирнадзор"ға бирҙек. Улар хәҙерге көндә донъяла булған иң таҙа алтындарҙың береһе булып сыҡты. "Хан" тигән экспонатыбыҙ төрки кешеһенең йөҙ-һыҙаттарын һүрәтләй, ул ташты мин ныҡ яратам. Тағы ла беҙҙең бәләкәй генә ат уйынсығыбыҙ бар. Шул тиклем матур. Бер заман миңә Илдар атлы рәссам ҡатыны менән килеп инделәр. Улар баяғы атты һигеҙ тапҡырға ҙурайтып эшләп бирҙеләр. Уны күргәҙмә залындағы быяла эсенә ҡуйҙыҡ та, янына бәләкәй атты һалып ҡуйҙыҡ. Кеше иҫе китеп ҡарай.

Ҡаласыҡ территорияһында йорт төҙөргә теләүселәр менән оҙайлы көрәш эпопеяһы нисек тамамланды? Бер нисә тапҡыр суд та булды шикелле...

- Эйе, Пушкин урамында туғыҙ ҡатлы йорт төҙөргә тейештәр ине. Беҙ ул йорт төҙөлөшөн туҡтаттыҡ. Юристар менән федераль закондарға таяндыҡ. Икенсенән, ул тирәлә бер туҡтауһыҙ һыу, газ торбалары шартлай, ҡайҙандыр һыу килеп сыға, ҡыҫҡаһы, ҡаланың аҫтында ниндәй процестар бара, шуларҙың күбеһе беҙҙең ҡаласыҡ биләмәһендә сағылыш таба. Авариялар осрағында тоталар ҙа техника менән килеп эшкә тотоналар ине. Сираттағы тапҡыр ҡаҙый башлағастар, егеттәр һәм ҡыҙҙар менән барып, ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡаршыларына тере сылбыр булып баҫтыҡ. Телевидение саҡырҙым. Экранға сыҡҡас, шау-шыу ҡупты ла, эштәрен туҡтаттылар. Икенсе юлы төҙөлөш ойошмаһын судҡа бирҙек. Судта беҙ еңеп сыҡтыҡ. Ҡайтанан улар беҙҙе Юғары судҡа бирҙе. Барыбер еңеп сыҡтыҡ. Шунан һуң төҙөлөш ойошмалары етәкселәре "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығының етди ойошма икәненә инанды. Беҙҙең менән һөйләшмәйенсә, кәңәшләшмәйенсә, ҡурсаулыҡ территорияһында бер бөртөк тә ҡом-балсыҡты урынынан күсерә алмайҙар. Минең турала шундай фекер ҙә тыуған икән: "Ул ҡатын йылмайып ҡына һөйләшә, ултыртһа, бик ҡаты ултырта..."

Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын билдәләүгә бәйле саралар планына Өфө-II ҡаласығы ингәнме?

- 2019 йылдың ғинуар айында "Боронғо Өфө" археологик паркын төҙөү тураһында" Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарар ҡабул итте. Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын билдәләү буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы ҡабул ителгән пландар проектында беҙҙең ҡаласыҡ тураһында һүҙ булмағас, беҙ был йәһәттән үҙебеҙҙең дәғүәбеҙҙе белдерҙек: ысынлап та, ни өсөн Өфөбөҙҙөң боронғолоғон, ҡалаларҙың күсәгилешлеген раҫлаған Өфө-II ҡаласығы унда инмәгән һуң? Ул бит туристарҙы үҙенә йәлеп итә торған урындарҙың береһе.
Ысынлап та, ул ерҙең ниндәйҙер бер сихри көсө бар. Унда барһам, минең ҡайтҡым килмәй. Үҙемдән-үҙем хыялдарға биреләм. Әлеге ваҡытта планға инер өсөн документтар әҙерләйбеҙ. Республика етәкселәре 2024 йылға Өфөлә ташландыҡ урындар булырға тейеш түгел, тине бит. Шундай ҡаласығыбыҙ бар икән, ул нишләп ташландыҡ булырға тейеш? Бөгөн беҙҙең иң төп бурысыбыҙ - музей комплексын төҙөү. Беҙ уның бинаһын, археологик тәҙрәләрен күҙ алдына килтерәбеҙ. Республикала археологик һәйкәлдәр күп, әммә артефакттарҙы һаҡлар өсөн махсус депозитарий юҡ. Беҙ әлегә үҙебеҙҙең экспонаттарҙы офистарҙа һаҡлайбыҙ. Закон буйынса алтын-көмөш әйберҙәр дүрт йоҙаҡ аҫтында һаҡлана. Депозитарий төҙөү республикабыҙ башлығының 310-сы указына ла ингән.
Дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа бар тигәндәй, бер заман тарихи музейҙың директорының, йәғни минең тарихи юғары белемем булмауы хаҡында яҙа башланылар. Ике йыл буйы яҙып туҡтамағастары, Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетына уҡырға индем. Яңы йыл алдынан, Хоҙай насип итһә, 3-сө юғары белемем хаҡындағы дипломым буласаҡ. Тәүгеһе - Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлау тураһындағы диплом, икенсеһе - Башҡортостан Башлығы янындағы идаралыҡ академияһын тамамлау хаҡындағы диплом. Миңә, уҡып арыманыңмы, тиҙәр. Юҡ, тием, кеше ғүмере буйы мәғлүмәт тупларға тейеш, уның мейеһе буш торорға тейеш түгел, тием. Шуға күрә минең ялдарым юҡ, байрамдарым юҡ тиерлек. Әгәр ҙә ял итә, байрам итә башлаһам, эштәремде эшләп өлгөрә алмаҫ инем. Әлеге ваҡытта музейҙа директор, "Сәләм" телеканалында ярты ставкаға баш мөхәррир булып эшләйем. Шул уҡ ваҡытта һаман да фильмдар төшөрөүҙән туҡтағаным юҡ.

Нияз Абдулхаҡ улы менән бик күп тапҡырҙар осрашып, гәзиткә мәҡәләләр эшләргә тура килде. Ул һәр ваҡыт бер мәсьәлә буйынса борсолоуын белдерә торғайны. Ул да булһа, урта быуат тарихсылары, Меркатор һәм башҡалар үҙҙәренең карталарында өс йылға (Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим) киҫешкән урында Башҡорт тигән ҡаланың булыуын иҫбатлаған саҡта, был фактты хәҙерге Рәсәй, донъя ғалимдары таныған саҡта тик үҙебеҙҙең республика йәмәғәтселеге, улай ғына ла түгел, Башҡортостан ғалимдарының быны ҡабул итмәүе. Хәҙер был фекер үҙгәрҙеме, үҙгәрмәһә, сәбәптәре нимәлә? Ә бына Ҡаҙандың мең йыллығын иҫбат итеү өсөн бер тәңкә лә еткән, тиҙәр.

- Был фекер үҙгәрмәне. Мин һинең был һорауыңа яуап та бирә алмайым. Нияз Абдулхаҡ улы менән аралашып, уның Башҡорт ҡалаһы хаҡындағы фекерҙәрен тыңлап өлгөрҙөм. Ул был хаҡта тыныс ҡына һөйләй алмай торғайны, һикереп-һикереп, дәртләнеп-дәртләнеп бәйән итер ине. Минең хыялым бар. Интернетта таралған Меркатор картаһының, Каталон атласының төп нөхсәләрен барып табып, төп нөхсәләге Башҡорт ҡалаһын видеоға төшөрөп алып ҡайтыу һәм халыҡҡа еткереү. Ҡыҙласов, Баталов, Атила Тюрк, Зәйнулла Самашев һәм башҡа ғалимдар раҫлауынса ла, Өфө-II - ул боронғо Башҡорт ҡалаһы. Был мәсьәләлә уларҙың береһенең дә шиге юҡ. Беҙгә хәҙер шуны кире ҡаҡҡыһыҙ итеп раҫларға ғына кәрәк. Бөгөн беҙҙең музей фондында 8 меңдән ашыу артефакт иҫәпләнә, фондты тулыландырыу эшенә бер 2 йыл элек ныҡлап тотондоҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы Өфө урынында боронғо ҡаласыҡтың булыуын раҫлай.

Сер булмаһа, әлегә күрһәтелеп өлгөрмәгән ниндәй фильмдарың менән киләсәктә беҙҙе ҡыуандырырға уйлайһың?

- Яңыраҡ ҡына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейына арналған 50 минутлыҡ фильм төшөрөп бөттөк. Беҙ уны бер йыл буйы төшөрҙөк. Уға тиклем уның тураһындағы 8 фильмды ҡарап сыҡтым. Сценарий яҙғанда үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: башҡаларҙы ғына түгел, үҙ-үҙеңде ҡабатламаҫҡа. Ноғман Мусин һымаҡ шәхес хаҡында фильм төшөрөргә тотоноу өсөн, Айҙар Хөсәйенов минең хаҡта яҙғанса, "дерзкая" булырға кәрәктер ул. Беҙ Назар Нәжми хаҡында "Ялҡындан һәм хистән ҡойолған" тигән фильм эшләгәйнек. Шуны февралдә күрһәттек. Йәй көнө Ноғман ағай миңә үҙе шылтыратты. Шундай шәхес үҙе миңә шылтыратһын әле, ултырған ерҙән һикереп торҙом. Уның китаптарын, "Мәңгелек урман"ы менән "Һайлап алған яҙмыш"ын илай-илай уҡыған кешеләр беҙ. Ең һыҙғанып яңы фильмға тотондоҡ. Тыуған яғына ла барҙыҡ. Фильмдың исемен "Һайлап алған яҙмыш" тип атаным. Тормош Ноғман ағайҙы бик күп ваҡыт ауыр һайлауҙар алдына ҡуйған. Мин уның ниндәй юлды нисек һайлауына баҫым яһаным. Мин үҙем дә белмәй инем, уны 4 тапҡыр Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итеп, һуңғыһында ла бирмәҫкә булғастар, комиссия ағзаларынан бер ағай тороп: "Һеҙгә оят түгелме, Ноғман Мусинға ла Салауат премияһын бирмәгәс, кем уға лайыҡ?" - тип әйткән. Шунан һуң бер премияны Ноғман ағайға һәм икенсе кешегә бүлеп бирәләр. Ноғман ағай, әлбиттә, тәүҙә шатлана, әммә ҡыпсаҡ ырыуы кешеһенең холҡо текә бит инде, премияны алырға бармай. Премияны ул ваҡытта мәҙәниәт министры булып эшләгән Тәлғәт Сәғитов Ишембайҙа ниндәйҙер бер тантанала Ноғман Мусиндың сәхнәгә сыҡҡан ваҡытын файҙаланып тапшыра. Ноғман ағай менән күпме аралашһам да, уның ауыҙынан зарланыу һүҙен ишеткәнем булманы. Ноғман ағайҙың ныҡлығы имәндәрҙән, мәңгелек урмандан килә.

Тағы ла ниндәйерәк ижади пландарың бар?

- Берәр тема йә кеше менән ҡыҙыҡһына башлаһам, ауырлы ҡатын һымаҡмын. Салауат Щербаков тураһында мәғлүмәт уҡығандан һуң шулай килеп сыҡты. Уның тураһында мәғлүмәт уҡығас, фильмға тотоноромдо аңланым. Ул Рәсәйҙә генә түгел, донъяла билдәле скульпторҙарҙың береһе. Уның Мәскәүҙә генә 40 һәйкәле ҡуйылған, шуларҙың өсөһө Ҡыҙыл Майҙан янында. Мәскәүгә әлеге лә баяғы операторҙар Урал Ғатауллин, Илгиз Нисипов менән командировкаға барып, бер аҙна буйына фильмға кадрҙар төшөрҙөк. Уның иҫ китмәле ябай, белемле, эшсәнлегенә хайран ҡалдыҡ. Ул үҙен "йәш башҡорт" тип атай. Уның үҙ тарихы, тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башлауы ғәжәйеп. Ул хәҙер тормошондағы бөтә нәмәне башҡорт кешеһе позицияһынан сығып баһалай. Мәскәү буйлап машинала китеп барабыҙ, Салауат ағай руль артында, камералар эшләй. Мин унан: "Салауат ағай, нишләп шәп бараһығыҙ, тиҙлек яратаһығыҙмы?" - тип һорайым. Ә ул: "Ниндәй башҡорт тиҙлек яратмай һуң?" - тип һорауыма һорау менән яуаплай. Ул эсендәгеһе тышында булған бик ҡыҙыҡлы кеше. Минең ҡарамаҡҡа Рәсәйҙә ике бөйөк скульптор бар. Береһе - Зураб Церетели, икенсеһе - Салауат Щербаков. Церетели беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уларҙың аралашыуына хайран ҡалдым. Кеше ни тиклем бөйөк булһа, шул тиклем ябай икән. Интервью бирергә күп билдәле шәхестәр ризалашты - Владимир Мединский, Рәшит Нурғәлиев, Василий Нестеренко һәм башҡалар. Улар Щербаков тураһында шул тиклем матур һүҙҙәр әйтте. Былар барыһы ла, тағы ла Салауат ағайҙың нисек итеп башҡортса һөйләшә башлауы ла фильмда бар. "Минең исемем Салауат", "Мин башҡорт халҡының улымын" тигән һүҙҙәрҙе ул үҙе әйтә. Фильмдың исеме "Минең исемем Салауат". Алдағы йыл башына тыуған көнөнә өлгөртһәк, шәп булыр ине.

Гәүһәр, мин һинең тағы бер мәлеңде - телевидениела тәүләп эшләй башлаған сағыңды яҡшы хәтерләйем. Уран ағай Кинйәбулатов менән үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар эшләй торғайнығыҙ. Ул ваҡытта барыбыҙ ҙа романтик инек. Хәҙерге көн күҙлегенән үткәнеңә ниндәй баһа бирәһең: был һинең һайлап алған яҙмышыңмы?

- Әлбиттә, һайлап алған яҙмышым. Уның башҡаса булыуы мөмкин түгел ине. Әле эшләнмәгән эштәрем дә шул тиклем күп. Беренсенән, Өфө-II ҡаласығының музей комплексын төҙөү, икенсенән, уның боронғолоғон иҫбат итеү өсөн Францияға барып фильм төшөрөү. Карталарҙың һаҡланыуын да, унда барыу күпмегә төшәсәген дә белештем.
Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында ла Европалағы шуға оҡшаш мәмерйәләр менән сағыштырып фильм эшләгем килә. Бәлки, был мәмерйәләрҙәге һүрәттәр йыһан менән бәйлелер. Башымда фекерем үҫә, әммә үҫешеп етмәгән. Әлегә ул фекер менән ауырлы була башланым ғына.

Һин үҙ алдыңа ҡуйған барлыҡ маҡсаттарыңа барып етә алырмын тип ышанаһыңмы?

- Һис шикһеҙ. Мин үҙемдең улыма ла быны өйрәтәм. Айбәк улыма 23 йәш. Мәскәүҙә идарасыға уҡып йөрөй, бакалаврҙы бында тамамланы. Ул бәләкәйҙән граффити менән шөғөлләнде. Башҡорт тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныуы булманы. Минең тәрбиәмде ишетмәнеме икән, тип уйлана башланым. Атайым вафат булғандан алып, әсәйем беҙҙә йәшәй. Шулай ҙа ҡартнәһе менән улым башҡортса һөйләшә. Бер ваҡыт эштән ҡайтһам, был "Урал" йырын тыңлап ултыра. Ҡулында "Урал батыр" эпосы, шуны уҡый. Шунда бер нәмәне аңланым: балаға һалынған тәрбиә, тел, моң бер ҡайҙа ла юғалмай икән. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс, ул башҡорт тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен әллә нисә тапҡыр уҡып сыҡты. Улар буйынса миңә һорауҙар бирә. "Башҡортомдоң йөҙ йыры" тигән китаптағы барлыҡ йырҙарҙы тыңлап сыҡты. Мәскәүҙә бергә уҡыған һабаҡташтарына ла тыңлата, башҡорт тарихын уларға ла һөйләй. Уның Мәскәүҙәге иптәштәре өсөн Башҡортостандан да яҡшыраҡ урын юҡ. Рәми Ғариповтың улы Азамат менән дә дуҫтар. Бала сағында һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡытҡайны уны Азамат Рәми улы. Уның аша Рәми Ғариповтың ижадына ла ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килде. Улым миңә ҡарағанда яҡшыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеп һөйләй. Хәҙерге йәштәрҙең хыялдары беҙҙекенән бөтөнләй айырыла. Уларҙа беҙҙәге һымаҡ комплекс юҡ, масштаблы уйлайҙар һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмайҙар. Улар икенсе замана башҡорттары.

Ихлас әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Гәүһәр. Барлыҡ маҡсаттарыңа барып етергә, хыялдарыңды тормошҡа ашырырға Хоҙай насип итһен! Тиҙҙән һиңә ике 5-ле туласаҡ. Уларҙы хеҙмәтең өсөн халҡыбыҙҙың, Хоҙай Тәғәләнең оло рәхмәте итеп ҡабул ит, иҫән-һау бул!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 925

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru