«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ТЕЛЕМӘ МӘҘХИӘ!
+  - 

Телдең матурлығы, илаһилығы йыр аша һәр кешенең күңеленә үтеп инә. Юҡҡамы ни әсәйҙәребеҙ беҙҙе сабый саҡта бишек йыры йырлап йоҡлатҡан, өләсәй-олатайҙарыбыҙ төрлө һамаҡтар менән яратҡан... Туған тел - ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Туған теле барҙың - туған рухы бар.

Башҡорт теле көнө уңайынан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән матур концерт рухи балҡышы менән хәтерҙә ҡалды. Сәхнәнән әйтелгән һәр һүҙ, яңғыраған һәр йыр, хатта музыканттарҙың һәр нотаһы ошо һалҡын көндә рухи аҙыҡ алырға теләп килгән тамашасының күңеленә үтеп инде. Концерттан һуң уларҙың бер ни тиклем таралышмай, афишалар ҡуйылған стенд эргәһендә фекер алышып, киләһе концерттарға килергә пландар төҙөп тороуы - һүҙҙәремдең хаҡлығын раҫлай. "Сәләм, дуҫ!" тип исемләнгән тамашаның сценарийы Миләүшә Ҡаһарманованыҡы, ул шул тиклем ябай ҙа, күңелгә ятышлы ла, һәр кем өсөн аңлайышлы ла булды. Бында һәр нәмә теүәл уйланып, еренә еткереп башҡарылған. Концерттың режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, йырсылар, музыканттар һәм бейеүселәргә ошо яҙылған сценарийға сағыу төҫтәр индергән.
Концерттың Рәми Ғарипов һүҙҙәренә Илшат Яхин ижад иткән "Туған тел" йыры менән башланыуы башта уҡ тамашаға ниндәйҙер бер илаһилыҡ, тылсымлылыҡ, рух бирҙе. Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры музыканттары тәүге нотаны алыу менән, солистарҙың тәүге һүҙе менән тәндәр сымбырлап китте. Бар кешегә таныш һүҙҙәр был юлы бөтөнләй башҡаса яңғырап, күңелдең иң төпкөл урындарына инеп, күҙ йәштәре аша бәреп сыҡты. Был йыр халыҡҡа оран да, ниндәйҙер доға ла булып яңғыраны.

Концерттың тәүге бүлеге тулыһынса оркестр биҙәлешендә барҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары Сәйҙә Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Дияна Ишниязова, халыҡ ара-конкурстар лауреаттары Рөстәм Шаһыбалов, Сабина Кучаева, Тимур Рамаҙанов, Рәфис Сирусин, Рифат Шәрәфетдинов, Искәндәр Ғәзизов башҡарған йырҙарҙың барыһы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Уларҙың һәр ҡайһыһын алҡыштарға күмделәр. Ә был инде үҙ сиратында Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының һәм филармония солистарының һөнәри кимәле юғары булыуын билдәләне.
Алып барыусылар Зилиә Сафиуллина менән Зөлфир Басиров тамашасылар менән бергә башҡорт телендәге иң мөһим бер нисә генә һүҙгә туҡталып китте. Һәм һүҙҙәрҙең ниндәйҙәре! Әсәй, мөхәббәт, бала, ҡояш, тыуған ил... Миңә ҡалһа, тап ошо һүҙҙәр бар булмышыбыҙҙы билдәләй. Филармония артистарының ошо темаларға йырҙар башҡарыуы тап ошо һүҙҙәрҙең матурлығын, илаһилығын тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Ғөмүмән концертта яңғыраған бер йыр ҙа артыҡ, йә иһә темаға тап килмәне, тип әйтеп булмай. Һәр ҡайһыһы урынлы. Әйткәндәй, кисәлә ҡурай моңо йыш яңғыраны. Талантлы музыканттар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Азат Биксурин менән Рушан Биктимеров был тылсымлы уйын ҡоралының башҡорт халыҡының бөтмәҫ хазинаһы, юйылмаҫ хәтере, мәңгелек намыҫы икәнен моң аша еткерҙе.

Концертта тағы ла шуға иғтибар иттем. Башҡорт теленең матурлығы беҙҙең бейеү сәнғәтенә лә һеңгән. Филармония бейеүселәре һәм "Салауат" балалар бейеү академияһы (етәкселәре Маргарита һәм Рөстәм Ғәндәлиповтар) тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең нәзәкәтле хәрәкәттәре менән, әйтерһең дә, халыҡҡа хикәйә, шиғыр, хатта роман һөйләне.
Билдәле ғалим Ғайса Хөсәйеновтың: "Туған тел - ул ата-әсәң теле, донъяла тәү ишеткән һүҙең, асылған телең, рухи моңоң" тигән һүҙҙәре бар. Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән тамаша һәр милләт өсөн дә үҙ туған теленең ниндәй ҡәҙерле булыуын күрһәтте. "Ниндәй бәхет үҙ телеңдә рәхәтләнеп сәләм биреү! "Сәләм, дуҫ!" тип өндәшеү. Үҙ телеңдә һөйгәнеңә мөхәббәтеңде аңлатыу, балаңа бишек йырын йырлау... Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән! Һәр милләт вәкиле ошоно аңлап үҙ туған теленә һаҡсыл ҡарашта булһын ине", - тигән теләктәрен белдерҙе тамашаның алып барыусыһы Зөлфир Басиров.
Телен һөйгән илен һөйөр, тигән әйтемде иҫтә тотоп, филармония ижади коллективы концертты Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге "Далан" эстрада төркөмө башҡарыуында тыуған илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ хаҡында йырҙар менән тамамланы.
Тел, ил, халыҡ яҙмышына битараф кеше сәхнәгә сығып һүҙ йөрөтә алмай. Телде һаҡлап ҡалыуҙа, йәғни илде һаҡлап ҡалыуҙа иң яуаплы бурыс - тап улар иңендә. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында телдең ҡәҙерен, бәҫен, матурлығын белгән егеттәр һәм ҡыҙҙар ижад итә. Бөгөн улар сәскән изге орлоҡтар киләсәктә шытып сығып, емештәрен биреренә иманым камил.

Иркә ӨМӨТБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 600

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru