«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛ ТЫНЫСЛЫҒЫ НИМӘЛӘ?
+  - 


Был ваҡиғаға байтаҡ ваҡыт үтһә лә, йыл һайын Яңы йыл алдынан иҫкә төшмәй ҡалғаны юҡ.

Байрам алды көндәре - һәр кемдең күңелле мәшәҡәтле осоро. Яҡындарға бүләк әҙерләү, табынға - һый, ҡунаҡтарға күстәнәс алыу кеүек хәстәр менән йүгергеләгән ваҡыт. Сиратта тороу күптән онотолһа ла, халыҡ артыҡ ығы-зығыһыҙ ғына ҡулындағы һатып алынасаҡ әйберҙәрҙең исемлеген барлай.
Шул саҡ сираттағыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, ишекте шар асып, йылҡылдап торған ҡара төлкө тиреһенән тегелгән тун кейгән сибәр ханым килеп инде. Кешенең күплеген күреп, кире сығырға уҡталғайны, мине күреп, туҡталды. Күптәнге таныштарбыҙ беҙ. Бер ваҡытта институтта уҡыныҡ. Мәктәптә оҙаҡ тотҡарланманы ул. Тормош иптәше менән үҙ эшен асып, тиҙ арала алып-һатыу эшенең яйына төшөнөп, киң ҡолас йәйеп эшләне лә китте юғары белемле педагог. Ең һыҙғанып эшләргә бәләкәйерәк типме, бер нисә йылдан ҙурыраҡ ҡалаға күскәйнеләр. Әле әсәһен күрергә, байрам менән ҡотларға килеүе икән, магазинға күстәнәс алырға ғына һуғылған.
Тәүҙә ул бизнес өлкәһендәге уңыш-ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Эшһөйәр, әүҙем, егәрле кешенең эше ҡайҙа ла алға бара инде: баш ҡалала бер нисә сауҙа нөктәһе асҡан, тиҫтәнән ашыу кешегә эш урыны булдырған.
- Тик үҙебеҙҙең милләттәштәрҙе генә эшкә алдым. Улар ышаныслы. Алдашыу, мутлашыуҙы ла белмәй, - ти ул. - Кеше менән дә ипле, итәғәтле.
Аҡса кешене боҙа, тиһәләр ҙә, танышымдың телһөйәр, илһөйәр булып ҡалыуы һоҡландырҙы. Бала-сағаһы имен, хәләле лә эшендә лә, өйөндә лә ярҙам итергә ашыҡынып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтәһе лә ал да гөл! Шулай ҙа бизнес-вумендың күңелен ниҙер өйкәгән кеүек, үҙен тынысһыҙ тота, һөйләгән һүҙе лә ашыҡ-бошоҡ...
- Әсәйегеҙ янында булаһығыҙҙыр әле, - тим магазиндан сыҡҡан ыңғайы.
- Дөрөҫөн әйткәндә, бер, күп тигәндә, ике сәғәткә генә килдем. Бынан бер нисә йыл элек йортҡа бурҙар төшкәйне. Шунан ҡурҡып ҡалдым шикелле. Ҡот ҡойҙормайынса булмаҫ, ахырыһы, - тип шаяртырға тырышты ул, әммә ысынтылап хафаланғаны асыҡ күренә ине. - Әсәйҙе генә түгел, ирҙе лә, балаларҙы ла күргән юҡ хәҙер. Һәр беребеҙ төрлө ерҙә сабабыҙ ҙа сабабыҙ. Шөкөр, теләгәнем бөтәһе лә алдыма килде: диңгеҙҙә лә ял иттем, сит илдә лә булдым, ике ҡатлы йортом да бар. Тик күңелгә нимәлер етмәй барыбер. Ҡартаям, ахыры, һуңғы ваҡытта ошолай йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы тураһында уйға биреләм дә китәм...
Кинәт кенә урыҫ яҙыусыһы Лев Толстойҙың "Ильяс"ы иҫкә төштө. Бизнес-ледиҙың ваҡыты самалы булыуға ҡарамаҫтан, уның да хәтеренә төшөрөргә маташтым.
...Ҡасандыр етеш, мул тормошта йәшәгән герой ғүмер ҡояшы офоҡҡа яҡынлашҡан мәлдә байлығы юҡҡа сығып, башын ялсылыҡҡа һалғас ҡына бәхетен таба. Был бәхетте хикәйә геройы Ильяс һәм уның ҡатыны бына нимә тип аңлата: "Беҙ бай инек, әммә тынғылыҡ белмәнек. Һөйләшергә лә, намаҙ уҡырға ла, йән тураһында уйланырға ла ваҡытыбыҙ булманы. Берәй нәмәбеҙ юҡҡа сығып ҡуймаһын тип, йоҡо белмәнек, шик-шөбһәгә төшөп, гөнаһлы булдыҡ. Ә хәҙер һөйләшергә лә, йән тураһында уйланырға ла, ғибәҙәт ҡылырға ла ваҡыт бар".
Бәхет төшөнсәһен нисек аңлағандарын, ә иң мөһиме, был ике бәндәнең бәхетте нисек табыуҙарын аңлатырға тырышҡан яҙыусы. Һуңғы һүҙҙәремде танышым ишеттеме-юҡмы, һаубуллашыуын белдереп, ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ашығыс аҙымдар менән машинаһына ыңғайланы...

Лена БАРЫЕВА.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...


КЕШЕЛЕК ЮЛДАН ЯҘА...

Шайтан ендәрҙе саҡырып алған да: "Беҙ кешеләрҙе камиллашыуҙан тыя алмайбыҙ. Уларға уҡырға, белем эстәргә, атай-олатайҙары аҡылына таянырға ла ҡамасаулап булмай. Ырыу-ара бәйләнештәре барлыҡҡа килгәс, беҙ улар менән идара итә алмаясаҡбыҙ. Әммә беҙ уларҙың ваҡытын урлай алабыҙ. Бының өсөн улар һәр ваҡыт нимә менән булһа ла мәшғүл булырға тейеш. Шул ваҡытта улар артабан камиллаша алмаҫ", - тигән.

- Бының өсөн нимә эшләргә тейешбеҙ? - тип һораған ендәр.
- Аңын, уйын, бар булмышын ваҡ-төйәк менән тултырыу өсөн төрлө ысул уйлап табығыҙ. Иң мөһиме, матди байлыҡҡа ынтылырға кәрәклегенә ышандырығыҙ. Кешене күп аҡса эшләргә, ҙур килем алыу хыялы менән йәшәргә, машина, фатир һатып алырға ҡотортоғоҙ. Ресторанға, кафеға йөрөр, ҡиммәтле кейем һатып алыр, йортона зиннәтле ремонт яһар, уны модалы мебель менән йыһазландырыр өсөн ҙур эш хаҡы алырға икәнлеккә инандырығыҙ. Матди байлыҡҡа ынтылыштары булғанда инде уларға атай-олатайҙар белеме лә кәрәкмәй, камиллашыу теләге лә булмаясаҡ.
Балаларын тәрбиәләргә ваҡыттары булмаһын өсөн ҡатындарын эшкә йөрөргә, ә ирҙәрен аҙнаһына 6-7 көн, көнөнә 10-12 сәғәт эшләргә кәрәклегенә ышандырығыҙ. Балаларының иртәнән кискә тиклем урамда насар компания менән йөрөүенә булышлыҡ итегеҙ. Шул саҡта уларҙың уҡығылары ла килмәҫ, изгелек көтөргә лә кәрәкмәҫ. Һөҙөмтәлә ғаилә тарҡалыр, ә беҙ уларға ҡайғыһын "йыуырға" булышлыҡ итербеҙ.
Телевизор, компьютер артында күберәк ултырһындар өсөн төрлө ысул уйлап табығыҙ, көнө буйы эшләп торһон улар. Һәр магазинда, ресторанда ныҡ тауышлы, мәғәнәһеҙ, һүҙе иҫтә ҡалмаҫлыҡ йырҙар яңғырап торһон. Был уларҙың аңына блок-кәртә ҡуйыр һәм ырыу менән берҙәмлеген емерер. Кафе өҫтәлдәренә күп итеп журнал-гәзит һалығыҙ. Тәүлек әйләнәһенә уларҙың мейеһенә һәр төрлө яңылыҡ һәм реклама менән һөжүм итегеҙ. Почта йәшниктәрен реклама, почта буйынса тауар яҙҙырып алыу өсөн каталогтар һәм бушлай тауар, хеҙмәт, ялған өмөт тәҡдим иткән башҡа төрлө мәғлүмәт менән тултырығыҙ.
Ирҙәрҙе тышҡы матурлыҡ - иң мөһиме, икәнлегенә ышандырыр, үҙ ҡатындарынан ҡәнәғәт булмаһын өсөн журналдарҙа, телевизорҙа ябыҡ, матур моделдәрҙе күрһәтегеҙ. Ирҙәрен яратырға ваҡыты ҡалмаһын өсөн ҡатындарының һәр ваҡыт арып йөрөүенә булышлыҡ итегеҙ. Әгәр улар иренә һөйөүен бүләк итмәһә, улар уны ситтән табасаҡ. Был инде ғаилә емерелеүгә килтерәсәк!
Дини байрамдарында уларҙы байрам мәшәҡәте менән арбағыҙ. Балаларына уларҙың әһәмиәтен аңлатмаһын өсөн телевидениенан концерттар, иҫерек мәжлестәр күрһәтегеҙ. Хатта отпускынан да арып ҡайтһындар... Тәбиғәткә сығып, уның матурлығын күрмәһен, ҡоштар, йылғалар тауышын тыңламаһын өсөн уларҙың иғтибарын һәр ваҡыт нимәгә булһа ла йәлеп итегеҙ. Күңел асыу урындарына, паркка, спорт сараларына, уйынға, концертҡа, киноға ебәрегеҙ! Йыһандан көс алырға ваҡыттары булмаһын өсөн уларҙың тормошон ығы-зығы менән тултырығыҙ. Тиҙҙән улар, аҡса һәм эше арҡаһында һаулығын, ғаиләһен юғалтып, тик үҙенә генә ышанып эш итә башлаясаҡ. Был мотлаҡ шулай буласаҡ!" - тип аңлатҡан шайтан. Ендәр, ҡыуанышып, ҡушҡандарҙы үтәргә керешкән. Шайтандың ниәте бойомға аштымы икән? Был хаҡта үҙегеҙ уйланығыҙ!..

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.20 | Ҡаралған: 1185

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru