«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕТРӘНЕҮҘӘР ФӘҺЕМ-ҺАБАҠ БУЛҺЫН КЕШЕЛЕККӘ
+  - 

Һәр Яңы йылға матур теләктәр, зәңгәр хыялдар артмаҡлап, тормошобоҙға ниндәйҙер үҙгәрештәр килеренә, мөғжизәләр ысынбарлыҡҡа әүерелеренә ышанып аяҡ баҫабыҙ. Ләкин... Көткәндәр тормошҡа ашһын өсөн үҙебеҙ ниндәй һынауҙар аша аҡыл төйнәйбеҙ һуң?

Мәҫәлән, бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа кешелеккә көтмәгәндә ябырылған сир афәтенән нисек, ҡасан ҡотолорбоҙ, тигән һорау алдындабыҙ. Әммә таж-зәхмәт биргән һабаҡтарҙан аҡыл алдыҡмы? Эйе, Ер йөҙөндә, әйләнә-тирәлә иманлы әҙәмдәрҙе һуңғы сиккә еткергән кире күренештәр бихисап. Хоҙайҙың ошо сир менән иҫкәртеүе фәһем-һабаҡ ҡына булһын ине лә, йәнде әрнеткән, ҡулды һәлендергән, бөтә ғәйрәтте ҡайтарған ғәҙелһеҙлектәр, йәмһеҙ күренештәр һис юғы кәмей төшһөн ине - был күптәрҙең хыял-теләгелер бөгөн.
Һис һүҙһеҙ, күптәр күңелен үҙгәртте был сир. Иң мөһиме, йәшәүҙең, тормоштоң, яҡындарыңдың, хәләл көсөң менән йыйылған мал-мөлкәтеңдең - булғандың ҡәҙерен белергә, нәфсеңде, асыуыңды, туйып һикереп шашыныуҙарҙы ауыҙлыҡларға өйрәтте. Күрәһең, йәшәү ҡәҙерен белеү өсөн, артыҡ уҙынып китмәҫ өсөн ошондай тетрәнеүҙәр кәрәктер кешегә. Шул тетрәнеүҙәрҙән һабаҡ алып, таҙарынып, изгерәк, мәрхәмәтлерәк, ғәҙелерәк булып йәшәй башлаһаҡ ине. Былар иң яҡшы Яңы йыл теләге булып яңғырай, шулай бит?
Ошо тажзәхмәт пандемияһынан һуң тағы шундай һығымталар яһала һәм улар ҙа Яңы йыл теләге булып ҡабул ителә: бынан ары кешеләр үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булыр, уны һаҡлауҙың, нығытыуҙың төрлө сараларына мөрәжәғәт итер; эске тауышҡа ҡолаҡ һалып, ундағы "табип"тың изгелектәр ҡыл, рәхмәтле бул, уйҙарыңды яҡтырт, асыуыңды, үпкәләүҙәреңде онот, барыһын да ғәфү ит, йөрәгеңде мөхәббәт хисе менән тултыр, тигән бик тә мөһим талаптарын үтәй башлар... Халыҡ, моғайын, медиктарҙы, уҡытыусыларҙы әрләүҙән туҡтар... Уҡыуға, белем алыуға ынтылыш көсәйер... Себерҙәрҙә йөрөгән ир-егеттәребеҙ ғаиләләренә ҡайтыр, үҙе йәшәгән ерҙә эш табыр... Ауылдарҙың абруйы күтәрелер, уларҙа төпләнеп ҡалыусылар күбәйер... Кешеләр үҙ ҡулдары менән етештергән, үҫтергән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә башлар... Күктәрҙә яралған никахтар тығы ла нығый бирер, ялған тойғолар менән ҡоролғандары емерелер... Нисек кенә булмаһын, аңлылар, иманлылар алған һабаҡтарҙан барыбер үҙгәрер ул... Ә яман уйлылар, бысраҡ эслеләр, көнсөлдәр, ғәйбәтселәр, дан артынан, вазифа артынан ҡыуыусылар, битарафтар үҙгәрмәҫ, ахры. Ана бит, ҡалай бысрағын сәсәләр ундайҙар интернет донъяһында. Ошо сир афәтен еңеү өсөн быға саҡлы башҡа ла килмәгән саралар күрелә. Беҙгә бары тик өйҙә ултырыу, ситтән тороп эшләү, булғанына шөкөр итеп, билде ҡыҫып быуып булһа ла түҙемлек күрһәтеү генә кәрәк. Түҙмәйҙәр. Бысраҡтарын эстәрендә тотоп тыя алмайҙар. Эйе, ундайҙар үҙгәрмәҫ...
...Ә беҙ, милли баҫмаларҙа ижад итеүселәр, уҡыусыларыбыҙҙы һаман яҡты уйҙарға, изге эштәргә әйҙәйбеҙ, тормошобоҙҙа булып ятҡан һәр ваҡиғаны, ишеткән һәр хәбәрҙе дөрөҫ ҡабул итергә, дөрөҫ һығымталар яһарға кәрәк, тигән саҡырыуҙар, иҫкәртеүҙәр ташлайбыҙ. Әммә бөгөн беҙҙе бик аҙҙар ишетә. Башлаған һүҙемдең әрәсәһе лә шул ине ул: ниңә беҙҙе уҡымайҙар, ниңә тираждарыбыҙ кәмей, ниңә гәзит-журналдарға яҙылыусылар кәмегәндән кәмей бара? Бына әле лә яҙылыу кампанияһы тамамланды, әммә ул беҙгә әллә ни шатлыҡ килтермәне. Аҡ ҡағыҙ битенә хеҙмәткәрҙәребеҙ, авторҙарыбыҙ ҡәләме менән күпме йылылыҡ, халҡыбыҙҙың йәшәйеш һәм тәрбиә мәктәбе ҡанундары, рухы, сәме, ғәме күсерелә, тик улар һәр милләттәшкә барып етмәй. Аҡ ҡағыҙ битенән уҡымағанға ла әҙәмдәр һайыға, наҙанлана, фекер йөрөтөү һәләтенән яҙа бара түгелме икән, тип тә уйланыла әле...
Бөгөн ҡағыҙ баҫмаларҙы интернет сығанаҡтарға алыштырыу тураһында хәбәр ҡуйыртыусылар ҙа бар ул. Әммә был яҡшы идея түгел. Кешелеккә әленән-әле үткәндәргә әйләнеп бағыу, ата-бабалары яулаған ҡиммәттәрҙе, хазиналарҙы, тәжрибәне кире ҡайтарыу кеүек ғәҙәт тә ят түгел. Мәҫәлән, әгәр ҙә беҙ бөгөн тарихи тамырҙарыбыҙҙы барлайбыҙ, милли кейемдәребеҙгә, милли һөнәрҙәребеҙгә ҡайтабыҙ икән, был быны раҫлай түгелме? Шуның һымаҡ, ҡағыҙ баҫмаларҙы уҡыусылар кәмеүенең дә ваҡытлы күренеш булырына инанып йәшәлә. Ә бөгөн иһә ошо инаныуҙы нығытыусы, беҙҙән айырылмаусы, "Киске Өфө" баҫмаһындағы аҫыл һүҙҙе һанлаусы аңлы уҡыусыларыбыҙға, тоғро авторҙарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әйткәндәй, Әхмәр Үтәбай, Бәҙри Әхмәтов, Хәлил Һөйөндөков, Әғләм Шәрипов кеүек иң әүҙем авторҙарыбыҙ беҙҙең икеләтә, өсләтә рәхмәт һүҙҙәребеҙгә һәм бүләктәребеҙгә лайыҡ икәнен дә билдәләп ҡуяйыҡ. Яңы йыл менән!

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.20 | Ҡаралған: 586

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru