Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ЫҢҒАЙ ҠАРАШ БУЛДЫРЫУ ЖУРНАЛИСТАРҒА ЛА БӘЙЛЕ
|
Былтыр ил өсөн мөһим ваҡиға - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтергә тейеш ине. Мәғлүм булыуынса, ул һәр 10 йыл һайын уҙғарыла тип билдәләнһә лә, тормош үҙенең төҙәтеүҙәрен индереп тора - көтмәгәндә тотош илде ҡурсаланыуға мәжбүр иткән тажзәхмәт арҡаһында октябрҙә үткәреләсәк кампания киләһе йылдың апреленә күсерелде. Шулай булһа ла, ул "2020" тамғаһы менән үтәсәк, уның логотибы, эмблемаһы, девизы (слоган) ла үҙгәреш кисермәй, бары тик уҙғарыу датаһы ғына бер аҙ артҡа шылдырылды.
Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) ойошторған видеобәйләнеш форматындағы конференцияла ла ошо хаҡта һүҙ барҙы һәм мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Сарала республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ҡыҙыҡһыныусы яҡтар ҡатнашты. Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев иҫәп алыу яҡынайған һайын уның аныҡ сиктәре асыҡланыуы, башҡарыласаҡ эштәр күләменең төҫмөрләнеүе һәм онлайн уҡыуҙар, вебинарҙар ойошторолоуы хаҡында һөйләп үтте: "Бөгөнгө киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу йәмғиәтте ошо мөһим сараны ниндәй дәрәжәлә ыңғай ҡабул итеүгә бергәләп әҙерләүебеҙгә бәйле, сөнки коронавирус эпидемияһы аралашыуҙы, халыҡтың мөнәсәбәтен ҡатмарлаштыра. Ә халыҡ иҫәбен алыу - дәүләттең халыҡҡа туранан-тура мөрәжәғәт иткән һәм мәғлүмәтте уның үҙенән алған киң күләмле сараларҙың береһе. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәсьәләләре буйынса даими рәүештә ил һәм республика башлыҡтары, ҡыҙыҡһыныусы ведомстволар кимәлендә (муниципаль кимәлгә тиклем) фекер алышыуҙар үткәрелә, ә инде халыҡта ыңғай ҡараш тыуҙырыу бурысы - киң мәғлүмәт сараларының әүҙемлегенә һәм уларҙың был сараның зарурлығын аңлатыуына бәйле. Федераль мәғлүмәт саралары материалдары тотош илгә тәғәйенләнгән, әммә айырым биләмәләрҙә йәшәүселәр ошо территория буйынса мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһына. Шуға күрә республиканың һәр кешеһе, һәр бәләкәй ауыл гражданы үҙен ошо мөһим кампанияның мөһим звеноһы тип тойорға тейеш.
Күптәр халыҡ иҫәбен алыуҙы милләтте билдәләүгә генә ҡайтарып ҡалдырырға тырышһа ла, уның мәғлүмәттәре ҡиммәтерәк һәм һиммәтерәк, сөнки йомғаҡтар буйынса халыҡтың йәше, енесе, ғаилә мөнәсәбәттәре, иҡтисади хәле, белеме, йәшәү шарттары баһалана һәм шуның нигеҙендә илдә төрлө социаль-иҡтисади программалар булдырыла", - тине Әкрәм Мөхәмәт улы.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов республиканың киң мәғлүмәт сараларының ведомство-ара төҙөлгән медиаплан буйынса эшләүен белдерҙе. Бөгөн Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары алты телдә сыға. Әлеге ваҡытта уларға төп талап булып иҫәп алыу кампанияһының бурыстары һәм тезистары менән таныштырыу, уҡыусыларға ҡыҙыҡлы һәм оператив мәғлүмәт еткереү, аңлатыу эштәре алып барыу тора. Әйткәндәй, киң мәғлүмәт саралары редакциялары иҫәп алыу ваҡыты күсерелһә лә, мәғрифәтселек эшен планға ярашлы дауам итә, барлығы 2,5 мең самаһы материал донъя күргән һәм уларҙың һаны көндән-көн арта бара.
Башҡортостанстаттың һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ статистикаһы бүлеге начальнигы Римма Үтәшева Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп бурыстары һәм принциптары менән таныштырҙы: "Был сара - ул халыҡ иҫәбен генә алыу түгел, ул илдәге демографик, иҡтисади, социаль торошто асыҡлау булһа, сараның төп принциптарына барлыҡ халыҡтың иҫәбен, иҫәп бланкыларындағы һорауҙарға кешенең үҙенән туранан-тура яуап алыу, кешенең үҙбилдәләнешен асыҡлау, граждандар биргән мәғлүмәттең конфиденциаллеге һәм уның һаҡланыуы инә, - тине Римма Борисовна. - Сарала барлыҡ граждандар ҙа иҫәпкә алынырға тейеш. Бының өсөн методология эшләнгән. Ҡыҫҡаса ғына итеп әйткәндә, билдәле ваҡытта Рәсәй Федерацияһы территорияһында булған барлыҡ халыҡ, ваҡытлыса Рәсәйҙә булған сит ил граждандары һәм асарбаҡтар иҫәпкә индерелергә тейеш.
Иҫәп алыуҙа һәр кеше үҙенең йорт хужалығы аша иҫәпләнә. Йорт хужалығы тигәндә йорт, фатир, бүлмә, коммуналка, шулай уҡ коллектив йорт хужалыҡтары - социаль, медицина һәм башҡа шундай учреждениелар күҙ уңында тотола. Асарбаҡтар ҙа мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ, әммә айырым категория буйынса.
Иҫәп алыуҙы өс төрлө үтергә мөмкин: беренсеһе - Госуслуги порталы аша иҫәп алыу бланкыларын үҙең тултыраһың; икенсеһе - иҫәпсенең һәр бинаны шәхсән йөрөп, һорауҙарға яуап алыуы формаһында; өсөнсөһө - стационар иҫәп алыу участкаларында. Шулай уҡ иҫәп алыуҙы Күп функциялы үҙәктәрҙә үтергә мөмкин. Стационар участкаларҙа ла, МФЦ-ла ла иҫәп алыу шулай уҡ электрон форматта үткәрелә, һуңынан респондентҡа электрон код бирелә. Иҫәп алыусы килгән ваҡытта гражданин ошо кодты әйтеп йәки күрһәтеп үҙенең (ғаилә ағзаларының) иҫәп алыу үтеүен раҫлай.
Рәсәй территорияһы төрлө сәғәт һыҙаттарында урынлашҡанлыҡтан, халыҡ иҫәбен алыу унда 1 апрелдә 00.00 сәғәттә башлана. 1-25 апрелдә интернет иҫәп алыуы үтә, унда һәр кем үҙаллы ҡатнаша ала. 1-30 апрелдә төп иҫәп алыусылар эш башлай һәм улар интернет иҫәп алыуҙа ҡатнашмаған участкаларҙа һәм контроль тикшереүҙә йөрөйәсәк. Шулай уҡ ошо осорҙа стационар участкалар ҙа эшләй. Бөгөнгө пандемия шарттарында халыҡ өсөн интернет иҫәп алыуҙа ҡатнашыу уңайлыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә. Бының өсөн тәү сиратта Госуслуги порталында шәхси кабинет булдырырға кәрәк. Бер йорт хужалығынан бер кеше теркәлһә лә етә, сөнки бер иҫәп яҙмаһы булһа, ул бөтөн ғаилә ағзаларын иҫәпкә ҡуя. Әгәр бер бинала бер нисә ғаилә йәшәһә, мәҫәлән, коммуналь фатир, унда һәр ғаиләнең үҙенең иҫәп яҙмаһы булырға тейеш һәм ошо ғаиләнән бер кеше унда барлыҡ ғаилә ағзаларын иҫәпкә ҡуя. Стационар участкаларҙа иҫәп алыу үткән кеүек, интернетта үҙаллы иҫәп алыу үткәс тә килгән кодты һаҡларға йәки яҙып алырға кәрәк. Иҫәп алыусы килгәс, шул кодты күрһәтергә кәрәк. Әммә иҫәп алыусы ғаилә ағзаларының барыһы ла иҫәп алыу үткәнме икәнлеге тураһында белешә, быны асыҡлау өсөн һорауҙар бирә ала.
Бөгөнгә барлыҡ ойоштороу эштәре үтәлгән, ил территорияһы иҫәп алыу участкаларына бүленгән, уларҙың сиктәре билдәләнгән. Был карта-план иҫәпселәрҙең планшетына индерелгән. Иҫәп алыу кампанияһына ирекмәндәр ҙә йәлеп ителә. Росстат менән Росмолодежь араһында ошо турала килешеү төҙөлдө, февралдә ирекмәндәр йыйыла башлаясаҡ. Улар махсус уҡыу үткәс, стационар участкаларҙа эшләйәсәк, башҡа сараларға йәлеп ителәсәк.
Иҫәп алыуға өс иҫәп алыу бланкыһы раҫланған. Беренсеһе (Л формаһы) - РФ территорияһында йәшәгән һәр гражданға айырым тултырыла һәм ул үҙ эсенә 23 һорауҙы ала. Икенсеһе (П формаһы) - иҫәп алыу ваҡытында Рәсәйҙә ваҡытлыса булған сит ил граждандары өсөн. Был банкыла 7 һорау. Өсөнсөһө (В формаһы) - кеше йәшәгән һәр бинаға төҙөлә һәм халыҡтың йәшәү шарттарын сағылдырасаҡ. Бөгөнгә Башҡортостанда барлығы 1235 - иҫәп алыу, 7417 - иҫәп, 1237 стационар участкаһы ойошторолған. Барлығы 11377 кешене, шул иҫәптән 9894 - төп персоналды, 1483 резерв составын уҡытырға кәрәк. Иҫәп алыусы булып 18 йәше тулған, махсус уҡыу һәм халыҡ менән аралашыу курстары үткән, планшетта эшләй белгән гражданин эшләй ала".
Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин вебинарҙа ҡатнашыусыларҙы иҫәп алыуҙың махсус рәсми сайты, шулай уҡ Башҡортостанстаттың рәсми сайтындағы махсус бүлек, ундағы мәғлүмәттәр һәм уларҙы нисек ҡулланыу мөмкинлеге менән таныштырҙы. Әйткәндәй, киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән һәм интернет селтәренә (сайтҡа, социаль селтәрҙәргә) ҡуйылған материалдар, әгәр махсус рубрикала бирелһә, Башҡортостанстаттың махсус бүлегенә автоматик рәүештә эләгә, ә инде улар булмағанда, материалдарҙы grw@bashstat.ru; vpn_irr@bashstat.ru адрестарына һалырға мөмкин. Әгәр материалдарығыҙҙың Рәсәй сайтына эләгеүен йәки эҙләү системаһында табылыуын теләһәгеҙ, уға рус телендә "ВПН2020", кампания слоганы йәки социаль селтәрҙәрҙә махсус хештег ҡуйырға кәрәк.
Әйткәндәй, www.strana2020.ru сайтында мәғлүмәттәр ябай һәм аңлайышлы, иң мөһиме - ҡыҙыҡлы итеп бирелгән, шул уҡ ваҡытта унда төрлө конкурстар ҙа уҙғарыла. Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, мартҡа тиклем "Мин иҫәп алыуҙы һүрәтләйем" рәсемдәр конкурсы һәм викторина бара. Ә Госуслуги порталында электрон иҫәп алыу бланкыларын тултырып ҡарарға ла мөмкин.
Земфира ХӘБИРОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 461
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|