«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛДАРҘА НИҘӘР КӨТӘ?
+  - 


Юл-хәрәкәт һәләкәте бөгөнгө көндә коронавирус афәтенән кәм булмаған күләмдә ҡорбандар килтереүсе "автопандемия"ға әүерелде. Ул фажиғәләр көндән-көн аяныслыраҡ төҫ ала бара, автоһәләкәттәр юлаусыларҙы бер юлы күпләп, хатта бөтөн ғаиләләре менән алып китә башланы.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Һамар - Өфө - Силәбе автотрассаһының Башҡортостан биләмәһендә еңел автомобиль менән Мерседес йөк автомобиле йөҙгә-йөҙ бәрелешеп, Volkswagen Polo автомобиле рулендә килгән ҡатын һәм уның ике балаһы менән ире һәләк булғандар.13 ғинуарҙа Өфө - Яңауыл трассаһының Бөрө районы биләмәһендә бер автомобиль тайғаҡ юлдан ситкә тәкмәсләй һәм баштүбән әйләнеп барып төшә. Бәхеткә, ундағы юлаусылар иҫән ҡала. Ғинуар башынан алып ни бары ике аҙна эсендә генә лә республикала барлығы 76 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, унда 13 кешенең ғүмере өҙөлә, 50-нән ашыу юлаусы тән йәрәхәттәре ала. Бер яҡтан, был һауа һәм юлдар торошо менән аңлатылһа, икенсе яҡтан, кеше факторына бәйле: водителдәрҙә иғтибарлылыҡ һәм тиҙлеккә контролдең булмауы.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә йәйәүлегә аҙым һайын хәүеф янай. Өфө урамдарында былтыр булған һәм бер-береһенә оҡшаш ике юл-транспорт ваҡиғаһын алайыҡ. Тәүгеһендә 20 йәшлек кенә ҡыҙ үҙенең текә Тойотаһында рөхсәт ителгән урындан юл аша үтеп барған ауырлы ҡатынды һәм уның 6 йәшлек ҡыҙын бәрҙерә. Бәхеткә, улар иҫән ҡала, ләкин ҡатын тыумаған балаһын юғалта, ә ҡыҙы ауыр йәрәхәттәр ала. Тағы бер һауалы водитель - 39 йәшлек ханым Менделеев урамы тыҡрығында йәшел утҡа үтеп барған 13 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы бәрҙерә. Бындай күңелһеҙ хәбәрҙәр көндәлек яңылыҡтар шәлкеменең "традицион" өлөшөнә әүерелде. Әйткәндәй, күп һанлы күҙәтеүҙәр һәм һынауҙарҙан сығып әйтергә була: баш ҡалабыҙҙың ҡатын-ҡыҙ водителдәре ана шулай юл бирергә, көтөп торорға һис яратмай беҙҙә. Хәҙер хатта светофорҙың йәшел утына ла, махсус рөхсәт билдәһе һалынған урындарҙан үтеү ҙә хәүефле, сөнки руль артындағылар ҡайҙалыр бик ашыға - төрмә тарафына, күрәһең. Ләкин кеше тапатып та уның үлеменә сәбәпсе булған хәлдә лә беҙҙә төрмәгә бик ултырта һалып та бармайҙар: закон бигерәк кешелекле, әллә башҡа беҙ белмәгән сәбәптәр бар... Уның ҡарауы, Өфө водителдәренә кешелеклелек, тәрбиә етеңкерәмәй, уларҙың күбеһе йәйәүлегә ҡарата ихтирамды түбәнселеккә иҫәпләй. Ә иҫерек водителдәр хаҡында шунан ни әйтәһең? Улар биш тапҡырға агрессивыраҡ һәм хәүефлерәк. Бихисап саралар күрелеүгә, закондар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә юл һәләкәттәрендә үлем осраҡтары кәмемәй. Әйтеүҙәренсә, был күрһәткес беҙҙә Европа илдәренә ҡарағанда 3-4 тапҡырға күберәк тә хатта. Кеше факторы, тигәндән, юл-транспорт ваҡиғаларының 85 проценты водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаһында яһала.
Ошо мәсьәләләрҙе анализлаусы эксперттар фекеренсә, иң күп ҡорбандар килтереүсе һәләкәт урындары тип ҡалаларҙа тыҡрыҡ боролоштары, йәйәүлеләр өсөн юл аша сыға торған урындар; трассаларҙа иһә машиналарҙың төрлө сәбәптәр менән ҡаршы һыҙатҡа килеп сығыуы иҫәпләнә. Һәм был осраҡтарҙың бөтәһендә лә кеше факторы - водитель һәм йәйәүле ғәйепле булып сыға. Ләкин барыбер руль артындағыларҙан күберәк һорала, аныҡлабыраҡ әйткәндә, иғтибарлылыҡ, тиҙлекте кәметеү йәһәтенән, мәҫәлән, тип һығымта яһай эксперттар, бик күп авария мәленән төшөрөлгән видеороликтарҙы анализлағандан һуң. Тимәк, водителдәр менән күберәк эшләргә, бының өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен, психологтарҙы йәлеп итергә, кәрәк икән, имтихан, зачет тәртибен индерергә кәрәктер. Ниҙәр генә эшләнһә лә водителдәргә уларҙың руль артына ултырыуы ҙур яуаплылыҡ һәм потенциаль хәүеф сығанағы икәнен аңдарына һеңдереү кәрәк. Шунһыҙ аҙым һайын камералар ҡуйыуҙың да файҙаһы булмаясаҡ. Хатта бит ҙур ғына штраф күләмдәре лә, ҡайһы берәүҙәрҙе транспорт сараһы йөрөтөү хоҡуғынан һәм хатта иркенән мәхрүм итеү ҙә башҡалар өсөн һабаҡ булып етмәй.
Ахыр сиктә, Башҡортостан Башлығы Р.Хәбиров былтыр йыл аҙағында юл һәләкәттәрен кәметеү маҡсатында "кардиналь" сара күреү хаҡында юҡҡа ғына һүҙ ҡуҙғатманы. Тәү сиратта был иҫерек водителдәргә ҡағыла. Иҫерек килеш руль артына ултырырға баҙнат иткәндәрҙең машинаһын тартып алырға кәрәк тигән тәҡдим индерелде. Бик шәп булыр ине лә һуң! Ә әлегә Рәсәй закон сығарыусылары бары тик штрафтар һанын арттырыу менән мауыға. Йыл башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, был өлкәлә яңы штраф санкциялары теҙмәһе барлыҡҡа килә лә башланы. Уларҙың ҡайһылары юл-транспорт хәлдәрен яйлауға ҡағылмаһа ла тәртипкә саҡыра: тыйылған урындарҙа машиналарын йыуған өсөн 2 мең һумға тиклем, ә эшлектән сыҡҡан, боҙолған машиналарҙы ҡайҙа етте, шунда ташлап ҡалдырған өсөн 1-3 мең һум күләмендә, газонда (1,5-4 мең), балалар майҙансыҡтарында машина ҡуйған өсөн 2-5 мең һум күләмендә штраф түләтеү ҡарала. Быйыл шулай уҡ, Рәсәй Хөкүмәте вәғәҙәләүенсә, бөтә урындарҙа ла водителдәрҙе уңға йә һулға боролоштарҙа йәйәүлеләр юлы киҫелеше хаҡында иҫкәртеүсе яңы светофорҙар ҡуйыласаҡ, тиҙәр. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының "Водителдәргә мотлаҡ медицина тикшереүе үткәреү" хаҡында бойороғо нигеҙендә, әгәр нарколог теге йә был водителдә наркомания һәм алкоголизм билдәләре бар тип тапҡан хәлдә әлеге кеше махсус анализ тапшырырға бурыслы буласаҡ. Шулай уҡ дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн видеокамера күҙәтеүендә техосмотр үтеү һәм машина йөрөтөүгә хоҡуҡ биреүсе таныҡлыҡ өсөн яңы имтихан ҡағиҙәләре индерелеүен дә өҫтәргә кәрәк. Быйыл шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә үҙгәрештәр индереләсәк, тип көтөлә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.21 | Ҡаралған: 926

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru