«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛ ДАУАҺЫ ӨЛӘШКӘН ҠОТ ҺӘМ БӘРӘКӘТ БИТ УЛАР
+  - 

Хәтеремдә, бер саҡ өйгә ҡайтып инһәм, әсәйем менән атайым икәүләшеп өләсәйҙән ҡалған сулпыларҙы сүкеп, йәтешләп, яңыртып ултыра. Уларҙың ошо кәсебе миңә ул саҡта сәйер генә тойолғайны.

Хәҙер генә аңлайым: ҡомартҡы әйберҙәрҙә ифрат ҡеүәтле йәшәү көсө, йәме һаҡлана. Зат-ырыуҙы ҡурсалаған, ырыҫ арттырған, үҙебеҙҙе мөхәббәтле иткән ҡомартҡылар сикһеҙ байлыҡ та ул. Ҡомартҡы әйберҙәр нурға мансылып, күңел дауаһы өләшкән ғәжәйеп ҡот та ул. Шатлыҡ һәм ҡыуаныс бөркөп, ғәилә һәм донъя бәрәкәтен үҫтергән илаһи көс тә улар.
Ҡомартҡыны мотлаҡ һаҡларға кәрәк, ти торғайны ололар. Һаҡламаһаң, бәрәкәт бөтә, ҡот китә, тип тылҡығандары ла иҫемдә. Әсәйем заманында башына, үҙе әйтмешләй, ҡаҡ түбәгә батмус ултыртып бейеп, дан яуланы. Башҡорттар көн дә тотонған, аш-һыу бүлмәһенән сығышмаған алюмин батмустар һәр өйҙә булды. Әсәйемдең батмусы ҙур ине, алты пар сынаяҡ теҙеп, башына нисектер йәтешләп ултырта ла, ипле генә, талғын елпеү хәрәкәттәр башҡарып, ҡулдары менән батмусын сиртеп, бейергә төшөп китер ине, тип һөйләй ололар. Мин бәләкәй инем әле, уның сәхнәлә сығыштарын күрмәнем, әммә олоғайғас бер бейетеп, камераға төшөрөп алдым. Өләсәйемдең бейеүе башҡасараҡ булған, ул башына һыу тултырылған стакандар ултыртып бейегән. Һыуы берҙә генә сайпылмауына кеше хайран ҡалыр булған. "Советская Башкирия" гәзитенә баҫтырып сығаралар өләсәйҙең бейеүе тураһында мәҡәләне. Етмешенсе йылдар башында әсәйем Фатима Сөләймәнованы Өфөнән килеп, телевидениеға төшөрөп алалар. Ошондай хәтирә-ҡомартҡылар ҙа бар ғаиләбеҙҙә.

Ә матди ҡомартҡыға килгәндә, әсәйем дүрт-биш тапҡыр яңыртып эшләгән шау мәрйенле селтәрен миңә ҡалдырҙы. Ҡабатлап йүнәтеп, һүтелгән урындарын тегеп торҙо. Ошо мәрйендәрҙе һыйпаһам, күңелем йүнәлеп, тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойола, ти торғайны. Бейеүсе булғанғамы икән, йыш ҡына башҡорт күлдәге тектереп ала ине. Камзул тектереп, тәңкәләр баҫып, күңелен шуның менән йыуатты. Хәҙер мин әсәйемдең башҡорт милли кейемдәрен кейеп, улым менән фотосессия үткәрәм. Ете аҡыҡлы беләҙеген үтә лә ныҡ оҡшатам, минең беләктәр өсөн киң, тағып йөрөрлөк түгел, юғалтырмын тип ҡурҡам. Әммә йыш ҡына тотоп, ҡараштырып алам. Йәнгә йәм һирпкәндәй тойола. Ни тиһәң дә, әсәйем таҡҡан, атайым нығытып сүкеп биргән биҙәүестәр бит. Селтәрҙең һәр мәрйенендә әсәйемдең күҙ нуры һаҡланғайдай тойола. Тәсбих әсәйемдең атаһы Хәлфетдин олатайымдыҡы, Ҡөрьән китабы ла унан ҡалған ҡәҙерле ҡомартҡы. Әсәйемдән тағы ҙур тәңкә мираҫ булып ҡалды, бер яғына алтын ялатылған. Ул 1732 йылғы. Түшемдә оҙаҡ тағып йөрөй торғайным, йоҡара икән, ололар әйтеүенсә, көмөшө кәмей.
Һуңғы йылдарҙа ҡытын-ҡыҙҙарыбыҙ шул өләсәйҙәр, әсәйҙәр таҡҡан селтәр, һаҡал, яғаларҙы тергеҙә. Башҡортҡа улар бик ҡәҙерле. Беҙҙең яҡтарҙа һандыҡ төптәрендә һаҡланып ятҡан бик боронғолары ла бар был биҙәүестәрҙең. Бик үк кешегә күрһәтеп тә бармайҙар. Улар был ҡомартҡының ҡот һәм бәрәкәт икәнен аңлай. Ҡомарҡы биҙәүестәр миңә әлеге тажзәхмәт ҡоторған ваҡытта ла ныҡ ярҙам итте, тиһәм дә хата булмаҫ. Улар менән яҡынлаштым, ҡомартҡы һандыҡтан оҙаҡ һаҡланып ятҡан әйберҙәрҙе сығарып-сығарып ҡарап алыу ысынында күңелгә дауа булды.
Әсәйемдең һүҙҙәре күңелемә уйылған: "Намыҫың булһа, бер биҙәүесте лә һатма һәм юғалтма. Һуғыш йылдарында халыҡ ас ултырһа ла иҙән аҫтында шау мәрйенле, көмөш тәңкәле селтәрен һаҡланы. Кемдең һыйыры бар, шулар астан үлмәне. Кемдең селтәре бар, шуларҙың рухы һынманы", - ти торғайны. Һәр ҡомартҡы биҙәүестең йорт нигеҙенә бәрәкәт һәм ҡот биреп торғанына һис тә шигем юҡ....
Әйткәндәй, бер бөртөк ысын диңгеҙ ҡортбашы ла ҡәҙерле ҡомартҡы, уны мин гелән аҡса янсығымда йөрөтәм. Яңыраҡ уҡығайным: ҡортбаш борон аҡса урынына йөрөгән икән, әйтәм, күҙ теймәһен, янсығымда аҡса бөтмәй...

Редакциянан: Ғаиләгеҙҙә ниндәй ҡомартҡылар һаҡлана? Әйҙәгеҙ, шулар тураһында яҙып ебәрегеҙ. Ҡомартҡылар тарих һөйләп кенә ҡалмай, улар ғаиләгә ҡот һәм бәрәкәт тә бирә, ти бит әлеге мәҡәләнең авторы. Ә һеҙ ҡомартҡыларҙы нисегерәк баһалайһығыҙ һәм һаҡлайһығыҙ?

Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 735

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru