Башҡорттар әүәл-әүәлдән бер-береһенә ярҙам итеп, дөйөм эште бер булып төптән ҡубып башҡарған. Бындай ирекмәнлекте улар өмә тигән матур исем менән атаған. Юҡҡа ғына "Һәр яҡшы нәмә - ул онотолған иҫкелек", тимәйҙәрҙер. Башҡортостанда ошо изге ҡиммәттәрҙе тергеҙеп, бер-береңә ярҙам итеүҙе системаға һалыу өсөн республика кимәлендә "Атайсал" проекты эш башлай.
Был проект идеяһын 2019 йылда үҙенең тыуған Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре ваҡытында Радий Хәбиров күтәргәйне. Ул бәләкәй ватанына ярҙам итеүсе меценаттар хаҡында һөйләргә, ауылдың ниндәй ихтыяжы булыуын асыҡларға кәрәклеге тураһында белдергәйне.
"Был халыҡ иңенә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы һалырға тырышыуҙы аңлатмай. Был - былай ҙа, бер ниндәй саҡырыуһыҙ тыуған ауылы, ҡалаһы, балалар баҡсалары, спорт секцияларына күңел ҡушыуы буйынса ярҙам һуҙған кешеләргә уңайлы шарттар булдырыу ул. Мин дә үҙемдең Һайраныма ярҙам итәм, уны тәртипкә килтерәм. Әгәр шундай мөмкинлек бар икән, ярҙам итергә кәрәк. Был үҙенә күрә күңел талабы, сауаплы эш", - тигәйне Радий Фәрит улы.
Проекттың "Атайсал" тип аталыуы ла нигеҙһеҙ түгел. Атайсал - ул бәләкәй ватан. Шуға ла проекттың асылы - үҙенең тыуған ауылы үҫешенә битараф булмаған кешеләрҙе табыу. Ул БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллиндың инициативаһы менән башланған "Тыуған ауыл" проектын да үҙ эсенә ала. Әлеге ваҡытта проекттың рәсми сайты (https://ataisal.ru/) эшләй башланы. Теләгән кеше унда инеп, үҙенең йәки үҙенә оҡшаған ауылды табып, ярҙамын йәки ниндәйҙер проектын, мәҫәлән, футбол йәки балалар майҙаны төҙөү, дөйөм территорияны, шишмәне, зыяратты һ.б. төҙөкләндереү тәҡдим итә ала. Шулай уҡ уртаҡ финанс ярҙамы күрһәтеү шарттарында республиканың ғәмәлдәге проекттарына йәки башҡа ҡатнашыусыларҙың проектына ҡушылырға мөмкин. Сайтта меценаттарҙың фотоларын, тыуған яғына ниндәй ярҙам күрһәтеүен, күпме сығым тотоноуын күҙәтеп барырға, ҡайһы муниципалитет әүҙемерәк икәнен асыҡларға мөмкин. Кемдер үҙенең шәхесен белдермәй, йәғни аноним ярҙам итергә теләһә, улай ҙа ярҙам ҡулы һуҙырға була.
Сайт уңышлы меценаттарға ауылдаштарына ҙур проектты бергәләшеп атҡарып сығыуҙы тәҡдим иткән краудфандинг майҙансыҡ та булып тора. Ҡатнашыусыларға төрлө инстанциялар, ниндәйҙер килешеүҙәр, комиссиялар тикшереүен үтергә кәрәкмәй. Сайт инициативаны автоматик рәүештә аныҡ биләмә етәкселегенә еткерә, ауыл, ҡала властары был проектҡа нисек ярҙам итә алыуын уйлай. Мәҫәлән, ҡайҙалыр ер бүлеп биреү йәки майҙансыҡ эшләү талап ителә. Хакимиәт был тәҡдим буйынса халыҡ менән фекер алыша. Ә инициатива менән сығыш яһаусы 10 көн эсендә яуап ала. Шулай уҡ ярҙам кәрәк булған ауыл үҙенең ихтыяжы тураһында яҙырға ла мөмкин. Әлбиттә, ул шунда уҡ тормошҡа ла ашмаҫ, әммә ярҙам итергә теләүселәр кемгә нисек ярҙам итеү тураһында баш ватмаясаҡ. Бер ыңғай властар ҙа ауыл ерендә халыҡҡа нимә кәрәк, нимә мөһим икәнен белеп-күреп торасаҡ.
Сайтта ярҙам һорап ғариза ҡалдырғанда уны аныҡ итеп яҙырға кәрәк. Мәҫәлән, шул-шул ауылда һәйкәлде реконструкциялау йәки спорт майҙансығы эшләүгә, мәктәпкә, балалар баҡсаһына ремонт йәки китап сығарыуға финанс ярҙамы кәрәк. Әммә дауаланыуға аҡса йыйыу, реклама, дини сара үткәреү, сәйәси эшмәкәрлек, мәғлүмәт һәм агитация компаниялары менән бәйле сараларҙы проект аша үткәреп булмай.
Урал КИЛСЕНБАЕВ, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары: Бик күп меценаттар тыуған ауылдарының тормошонда ҡатнашырға теләй, әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында быны эшләй алмай. Беҙҙең проект уларға, донъяның ҡайһы мөйөшөндә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, атайсалға ярҙам ҡулы һуҙырға булышлыҡ итәсәк. Проект бер нисә этапҡа бүленә. Март-апрелдә мәғлүмәт таратыла һәм ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә. Майҙан алып сентябргәсә проект ауылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Көҙгөһөн, "Яҡташлыҡ көсө - Сила землячества" тип аталған ҙур йомғаҡлау форумы уҙғарыласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн беҙ әүҙем меценаттарҙы - Башҡортостанда йәшәүселәрҙе лә, унан ситтә төпләнеүселәрҙе лә саҡырабыҙ. Уларға рәхмәттәребеҙҙе еткереп, бергәләшеп Башҡортостанды тағы ла нисегерәк яҡшыртыу тураһында фекер алышасаҡбыҙ.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: Бик кәрәкле һәм мөһим проект, сөнки ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә урында эшләһәк тә, йәшәүгә көстө, энергияны, илһамды беҙ тыуған еребеҙҙән алабыҙ, хатта күптән инде ауылынан айырылған кешеләр ҙә йылына бер-ике тапҡыр булһа ла тыуған яғына ҡайтып, шунда мәңгелек һыйыныу урыны тапҡан ата-олатайҙары рухына бағышлап аяттар уҡытып, уларҙың ҡәберен таҙартып булһа ла китә һәм быны үҙенең изге бурысы тип һанай. Шул уҡ ваҡытта беҙ атай-олатайҙарҙың төйәген һаҡлап йәшәгән ауылдаштар алдында ла бурыслы, сөнки тап улар булғанда ҡайтыр еребеҙ, баш эйер тупрағыбыҙ бар. Шуға һәр кеше тыуып үҫкән төйәге мәнфәғәтендә хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлайым. Әлбиттә, быға тиклем республикала Урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһы эшләп килде һәм халыҡ файҙалы эштәрҙе бергәләшеп атҡарырға була икәнен аңланы. Хәҙер был программаға тағы яңы проект өҫтәлһә, ауылдарыбыҙға икенсе һулыш биреү мөмкинлеге киңерәк асылыр, моғайын. "Ил төкөрһә - күл була", тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡым. Был проектта ниндәйҙер ауылдан, райондан сығыусылар ҙа, шул уҡ ауыл кешеләре лә, бөтөнләй был районға йәки ауылға ҡатнашлығы булмаған граждандар ҙа ҡатнаша, ниндәйҙер изге эш башҡарыуҙа үҙенең өлөшөн индерә ала. Әлбиттә, проектҡа уйланылған, ныҡлы фекер алышынған, ысынлап ихтыяж кисерелгән темалар буйынса ғаризалар бирергә кәрәк, ә ауыл халҡы үҙ көсө менән атҡарып сыға алырлыҡ ваҡ эштәрҙе кемдер килеп эшләр тип көтөп ултырырға ярамай.
Байрас АЗАМАТОВ, Юғары математика мәктәбе магистранты: Беҙҙең, йәштәрҙең, ҡарашынса, был бик һәйбәт проект, сөнки тыуған ауылыбыҙға, районыбыҙға һәр саҡ ярҙам иттек һәм итәбеҙ. Әммә быға тиклем йәштәр, күпселек остаздар үҙҙәренең бәләкәй ватанына ниндәйҙер ярҙам күрһәтергә теләк белдерһә лә, уларҙы берләштергән портал юҡ ине. Шуға күрә ярҙам булды, әммә ул бәләкәй күләмдә йәки һәр кемдең мөмкинлегенән сығып күрһәтелде. Хәҙер бергәләшеп, ҡушылып, бер ҙур проектты тормошҡа ашырырға мөмкин. Барыһы ла бергә тупланһын өсөн мәғлүмәтте ныҡлап таратырға, реклама эшләргә, халыҡҡа аныҡ итеп еткерергә кәрәк. Шулай уҡ порталдың мөмкинлектәрен киңәйтеп, унда быға тиклем башҡарған эштәр тураһында һөйләргә мөмкин булһа, тағы ла яҡшы булыр ине тип уйлайым. Сөнки быға тиклем дә үҙенең тыуған яғына, тыуған ауылына ярҙам итеүселәр, ауылдарында балалар майҙансыҡтары, спорт майҙансыҡтары һ.б. төҙөтөүселәр булды, шуға проект башланғанға тиклем тормошҡа ашырылған эштәрҙе лә күрһәтергә кәрәк. Был үҙе үк матур өлгө булып торор ине. Нисек кенә булһа ла, беҙ, йәштәр ҙә, был проектҡа ҡушылып китербеҙ тип уйлайым.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА