«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘХМӘТЛЕ КҮСТӘНӘС ТӘ РИШҮӘТ БУЛАМЫ?
+  - 

Был донъяның аптыраш тыуҙыра торған күренештәренә беҙ йылдар буйы күнегеп, ҡайһыларыбыҙ хатта был юҫыҡта оҫтарып, шымарып та китте һәм әлеге кире күренеш йәмәғәтселек аңында нормаға, ғәҙәти хәлгә әүерелде. Нимә тураһында һүҙ башлағанды хәҙер аңларһығыҙ.

Башҡортостан халҡының 18 проценты эш урынында бер тапҡыр булһа ла ришүәт алған йә үҙе биргән, тип хәбәр итә "hh.ru" сайты махсус тикшеренеү һөҙөмтәләрен. Эйе, бының нимәһенә аптырайһың? Шунһыҙ һиңә кәрәкле ишектәр ҙә, теге йәки был кимәлдәге власть эйәләренең йөҙө-күңеле лә асылмаясаҡ. Майлаһаң-яйлаһаң, шығырлап торған ишектәр ҙә шым ғына асылып китеүсән. Әлеге 18 проценттың биргән йә алған ришүәт күләме ни дәрәжәләлер, әммә улар хәллерәк, аҡсалыраҡ кешеләр йә эшҡыуарҙар, бизнесмендар ҡатламылыр, моғайын. Ләкин уларҙың да барыһы ла был хаҡта өндәшмәүҙе хуп күрә. Юғиһә, әлеге проценттар иҫәбе 18-ҙән күпкә ашып киткән булыр ине.
Ә инде ябай халыҡҡа килгәндә, улар ришүәтсегә нимә генә бирә ала инде? Бик кәрәк эшен йомошлағанда шулай ҙа бал, матур ҡаплы кәнфит, ҡиммәтле сәй, кофе кеүек күстәнәс биреү ғәҙәте барыбыҙға ла мәғлүм. Яңыраҡ ҡына шулай табип бүлмәһендә ултырғанда бындай хәлгә үҙем шаһит булдым. Тос ҡына шыптыр моҡсай тотҡан өлкән йәштәге бер апай килеп инде лә: "Яҡшы дауаланығыҙ, рәхмәт, ҡыҙым. Бына һеҙгә күстәнәс - ауыл ҡаҙы килтергән улым, беҙ ҡайтып китәбеҙ", - тип хушлашты ла тиҙ генә ишеккә ыңғайланы. "Что вы делаете?" тигән булып ҡыҙарынды ла табип, апай сығып киткәс, осло туфлийе менән төйөнсәк-күстәнәсте өҫтәл аҫтынараҡ шылдырып та ҡуйҙы. Ғәҙәти күренешме? Тик шуны әйтегеҙ: ришүәтме был, түгелме? Бер яҡтан, һауығып, аяғына баҫҡан кешенең ихлас рәхмәте был. Ә шул рәхмәтте һүҙ менән генә әйтеүҙе өнәмәй күптәр. Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, тиҙәрме? Унан һуң киләсәген дә ҡайғырталыр ауырыу кеше: ошо уҡ табипҡа тағы көнө төшөүе бар бит. Ә бына иғтибар итһәгеҙ, һәр бер медицина учреждениеһының мәғлүмәттәр мөйөшөндә һәр төрлө документтар, положениеларҙан өҙөктәр, һаулыҡ һаҡлау органдары телефондары менән бер рәттән, коррупцияға ҡаршы закондан да өҙөк-иҫкәрмә элеп ҡуйылған. Унда бүләктең суммаһы 3 меңдән артһа, ришүәт булып иҫәпләнеүе бәйән ителә. Ихлас рәхмәт тойғоһо менән бирелгән хәлдә лә, табиптарға, уҡытыусыларға һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренә бүләк биреүҙән тыйылырға, бары тик сәскә гөлләмәһе менән генә сикләнергә кәңәш итә юристар.
Гөлләмә тигәндәй, мәктәптәрҙә хәҙер уларҙан да баш тартырға ҡарар ителгәйне, буғай. Эш урынындағы коррупция күренештәренә килгәндә, Башҡортостан буйынса тикшеренеүсе һорауҙарына яуап биргән 67 процент кеше үҙҙәренең эш урынында коррупция осраҡтары хаҡында бер ни ҙә билдәле түгел, тип әйтһә, Рәсәй буйынса ундайҙар 65 процент. Ә инде республика буйынса 23 процент респондент вәкәләтлек һәм вазифалар менән файҙаланыу, тағы 23 проценты ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ осраҡтары хаҡында һөйләһә, 8 процент кеше аҡсаға һатылыу һәм 5 проценты ришүәт алыу һәм биреүселәр хаҡында белеүе тураһында әйткән. Тикшеренеү материалдарында әйтелеүенсә, ришүәтселек тураһында иң күп белеүселәр хәүефһеҙлек өлкәһе, юриспруденция һәм төҙөлөш компанияларында икән. Ә шулай ҙа был юҫыҡта медицина, фармацевтика һәм банк хеҙмәткәрҙәре өлөшө иң юғарыһы булып ҡала килә.
Коррупцияға ҡаршы көрәш сараларына килгәндә, Башҡортостан респонденттарының 59 проценты улар эшләгән компанияларҙа комплаенс системаһы ғәмәлдә булыуы хаҡында хәбәр итә. Был саралар иҫәбендә туған-тыумаса, ирле-ҡатынлыларҙың бер урында бергә эшләүҙәрен тыйыу тәүге урында тора. 18 процент хеҙмәткәр уларға клиенттарҙан билдәләнгән хаҡтан ҡиммәтерәк булған бүләктәр алыуҙы тыйыуҙарын белдерә. 8 процент хеҙмәткәр етәксе менән уның ҡул аҫтында эшләүселәр араһында романтик мөнәсәбәттәргә тыйыу барлығы һәм 3 процент кеше, ғөмүмән, хеҙмәткәрҙәр араһында ла ғишыҡ-мишыҡ хәлдәргә рөхсәт юҡлығы хаҡында хәбәр иткән.
Бына бит, теләһәләр - эшләйҙәр. Бындай тәжрибәне һәр бер хеҙмәт коллективына күсерергә күптән ваҡыт. Ә инде ҙур заманса компаниялар өсөн был сара уларҙың абруйы, имиджы менән бәйле. Сәләмәт хеҙмәт коллективында үҙ-ара эшлекле мөхит, бер-берең менән таҙа, саф, әхлаҡи мөнәсәбәттәр генә хакимлыҡ итергә тейеш. Бары шул саҡта ғына юғары эш һөҙөмтәләренә өлгәшергә мөмкин, тип иҫәпләй махсус тикшеренеүселәр.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 431

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru