«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ИРӘКТЕ - ЯУГИР БАШҠОРТ ЙӨРӘКЛЕ
+  - 


Алтын Урҙа дәүләтенең бер өлөшө булған Ҡаҙан ханлығы хандары, башҡа монгол ханлыҡтарында ҡабул ителгән традицияларҙы дауам итеп, ошо территорияла һәм яҡын-тирәлә йәшәүсе яугир халыҡ вәкилдәрен хәрби хеҙмәткә яллап, үҙ ғәскәре составына ала торған була. Хеҙмәтттәре өсөн быларына айырым привилегиялар ҡаралған була: тарханлыҡ дәрәжәләре бирелә, билдәле бер территорияла уларға ғына тәғәйенләнгән ер биләмәләре бүлеп бирелә (русса - ленные владения). Тап шул замандарҙа, атап әйткәндә, XVI быуаттың тәүге сирегендә, Ыҡ йылғаһы үҙәне буйҙарында көнсығыш (Себер даруғаһы) һәм көньяҡ (Нуғай даруғаһы) башҡорт олоҫтарының дубликаттары барлыҡҡа килә. Был кесе олоҫтар, күрәһең, XVIII быуатҡа тиклем һаҡланып ҡалған: 1730 йылда Өфө канцелярияһы чиновниктары тарафынан төҙөлгән бер документта Ыҡ буйындағы Бөрйән, Табын, Түңгәүер, Әй, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Һеңрән, ә Уса даруғаһынан Ирәкте һәм Ғәйнә олоҫтары теркәлгән.br> Башҡорт тархандары араһында Ирәкте ырыуы вәкилдәре лә була. Мәҫәлән, 1523 йылда Ҡаҙан ханы Сәхиб-Гәрәй тарафынан Шәйех-Әхмәткә (был кешенең Ирәкте шәжәрәһендәге Әхмәтшәйех баба булыуы ихтимал) һәм уның иптәштәренә тарханлыҡ бирелеү хаҡындағы ярлыҡта ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "…Шейх Ахмед сын Мухаммеда, и сын Шейх Ахмеда Абдал, и еще Сейид Ахмед, и его младший брат Муса сын Махмутека, сын Сейида Якуб, и его младший брат Буланс, и еще младший брат его Нур Сейид, эти семеро явились к нам и били челом; они, оказывается, являются людьми, которые стали тарханами от наших прежних господ ханов; и мы также пожаловали, этих упомянутых лиц и, дабы доволен был всевышний бог и еще ради заступничества Мухаммеда - посланника Аллаха, произвели тарханами".
Күрәһең, ирәкте этнонимының килеп сығышы башҡорт яугирҙарының Ҡаҙан ханлығына хәрби хеҙмәткә ялланыуы менән бәйле була. Ошо заманға ҡараған ҡайһы бер сығанаҡтарҙа "ирәк" тигән боронғо төрки һүҙе осрай. Ул "ҡәлғә", "нығытма", "кремль" мәғәнәләрендә ҡулланылған. Тимәк, ирәкте һүҙенең тамыры "ирәк" булһа, уға башҡорт теленең көнсығыш диалекты һөйләштәренә ярашлы -те эйәлек суффиксы ҡушылған. Яңы һүҙҙең мәғәнәһе - ҡәлғә хеҙмәтен үтәүсе. Ирәкте атамаһын алыусыларҙың күпселеге ҡара-табындар булһа ла, ошондай хәрби хеҙмәткә төрлө сығышлы башҡорт яугирҙары килеп урынлаша. Ирәктеләрҙең ата-бабалары, йәғни ҡара-табындар, Ҡаҙан ханы Сәхиб-Гәрәй Ыҡ йылғаһы буйында биргән ерҙәргә күсеп килгәнгә ҡәҙәр, Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң "Тәзкирәт ли-ль-ихван ва-ль-ахбаб" ("Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү") исемле әҫәрендә яҙылғанса, тәүҙә Барда һәм Галич йылғалары буйында көн иткән. Йәнә, бына тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: тарихи Ҡасимов ханлығында (ул Ока йылғаһы үҙәнен биләй) Ирәкте һәм Ҡаршын бейлектәре (русса - беляктары) булған. Күрәһең, хәрби хеҙмәт менән көн итеү юлын һайлаған ирәкте һәм ҡаршын тархандары (бей-кенәздәре) Мәскәү һәм Ҡасимов ханлыҡтарына тиклем үк барып сығып, күрһәткән хеҙмәттәре өсөн улар иҫәбенә бирелгән ерҙәр менән тәьмин ителгән.
Иҫән-баба (сығанаҡтарҙа: Асан бей) заманында ирәктеләр Ыҡ буйҙарын ҡалдырып, Танып үҙәнендәге ерҙәргә күсеп китә. Р.Ғ. Кузеев яҙып алған риүәйәттәргә ярашлы, Иҫән-баба һунар итергә яратҡан була. Бер мәл ул үҙенең улдары менән Танып буйҙарына килеп сыға, сөнки был яҡтар төрлө кейеккә бай була. Ул бында Таҙлар ырыуы аҡһаҡалы Таҙ-баба менән осрашып, дуҫлашып китә. Шунан инде Таҙ-баба Иҫән-бабаны үҙ ҡәүеме биләгән ерҙәргә бергәләшеп көн итергә саҡыра. Ә икенсе шәжәрәлә һәм Ғәли Соҡоройҙоң "Тәзкирәт"ендә ирәкте халҡының Ыҡ буйҙарын ташлап китеүе сәбәбен башҡасараҡ аңлата. Иҫән бей Ҡаҙан ханы илсеһе Суртмаҡ менән конфликтҡа инә, сөнки быныһы ирәктеләрҙе ханға ярҙамға килмәүҙә ғәйепләй: "Әммә беҙҙең бабабыҙ Иҫәндең, күрәһең, Ҡаҙан ханына ярҙам итергә аҡсаһы һәм дә, күрәһең, Ҡаҙанға ебәрерлек ғәскәре булмаған. Шунан улар урыҫ ғәскәренең Ҡаҙанды ҡамауы һәм уны алыуы хаҡында ишетте. Шул саҡта был килмешәк Суртмаҡ, урыҫтарҙан ҡурҡып, Иҫән ғәскәрен ебәрмәне, тип уйлап, Иҫән менән ыҙғыша һәм әрләшә башланы, уны ҡурҡытырға теләне: "Бына, Ҡаҙандан ғәскәр менән килербеҙ һәм бында барығыҙҙы ла ҡырып бөтөрөрбөҙ!" - һәм, асыуы ҡабарып, Иҫәндән икенсе ергә киткән, тип әйтәләр... Был батша Иван Васильевич заманында булған имеш, ҡыш көнө. Иҫән хан ҡама бүреген кейгән, аяҡтарына ҡама тиреһе менән ҡапланған саңғыларын бәйләп алған, һәм яңғыҙы сығып киткән. Мәскәүгә килгәс, ул был тарафтар хандарының баш эйеүҙәрен еткергән, үҙенең буйһоноуы билдәһе итеп үҙ имзаһын ҡуйған һәм йортона кире ҡайтҡан". Әлбиттә, бында хәл иткес тарихи ваҡиға фольклор сығанаҡтарына хас булғанса тасуирлана. Шулай ҙа XVI быуат урталарында яҡын күршеләре - ғәйнә һәм уран тархандарының аҡ батшаға баш һалыуы хаҡында ирәкте юлбашсылары хәбәрҙар булып, үҙҙәре лә ошо юлды һайлай. Тик уларҙың иң яҡын ҡәрҙәштәре - табын башҡорттары, шулай уҡ терһәк, әйле, һеңрән, ҡошсо, һарт ырыуҙары аҡһаҡалдары Шибанидтар нәҫеленән булған Себер хандарына - Мортаза ханға, һуңынан уның улы Күсем ханға тоғро ҡалып, Рус дәүләте составына XVII быуат баштарында ғына ҡушыла.
Нуғай хандары ҡыҫымы аҫтында ҡалған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары яу ҡайтарыу яғынан маһир булған ирәктеләр менән бер төптән сығыш яһауҙы хуп күрә. Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой "Тәзкирәт" әҫәрендә ошондай мәғлүмәт теркәп ҡалдырған: "Беҙҙең төп бабабыҙ Иҫән үҙ заманында үтә бай кеше булып, тирә-яҡта киң танылыу тапҡан. Буласаҡ Бөрө өйәҙе ерҙәрендә ул барса башҡортто яҡындан белә, ирәкте халҡының башлығы була. Әгәр ҙә ки ҡайпан, һәм дә гәрәй, һәм дә таҙлар, һәм дә байҡы, һәм балыҡсы башҡорттары, әгәр ҙә ки ошо башҡорттар өҫтөндә үҙ түрәләре булған хәлдә лә, ошо түбәләр башлыҡтарының барыһы ла уны үҙ башлығы итеп таный һәм үҙҙәре өҫтөндә торған хан тип белә". Ғалим Р.Ғ. Кузеев хәрби яҡтан башҡаларҙан күпкә өҫтөн булған ирәктеләрҙең Танып үҙәненә килеп, әүәлерәк ошонда йәшәгән таҙлар ырыуы биләмәләренә хужа булып китеүен ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләй. Риүәйәттәрҙәге Таҙ-бабаның ирәктеләргә үҙ ерҙәрен бүлеп биреүе хаҡындағы мәғлүмәтте ике башҡорт ырыуы араһында хасил булған, һуңғараҡ осорға ҡараған дипломатик мөнәсәбәт рәүешендә ҡабул итергә кәрәктер.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар. Башы 10-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 363

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru