«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИҒЫРЫН ДА, КӨЙӨН ДӘ ҮҘЕМ ЯҘАМ, ЙӘКИ БАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 


Бөгөн башҡорт эстрадаһы еңел булмаған осор кисерә. Шоу-бизнесҡа ҡоролған йыр сәнғәте мәҙәниәт сиктәренән алыҫлашып, бары бизнес ыҙанында ғына ҡалмаҡсы. Әммә мәҙәниәт, милли мәҙәниәт шоу-бизнесҡа тиклем дә йәшәгән һәм йәшәргә тейеш ҡиммәттәр. Һәм уны йәшәтеүҙең ниндәй юлдары, алымдары, мөмкинлектәре бар? Ошо хаҡта һөйләшеү өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы, музыкант, концертмейстер Ғәли АЛТЫНБАЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Сулпан АСҠАРОВА һәм реклама бүлеге етәксеһе Ирина ЗАХАРОВАны саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

Хөрмәтле сәнғәт әһелдәре, бөгөнгө башҡорт эстрадаһына байҡау яһап китәйек әле. Нисек уның бөгөнгө хәле?

Ғәли Алтынбаев:
Мин үҙемде белә-белгәндән алып башҡорт моңо эсендә йәшәйем. Дүрт-биш йәштә үк гармун менән ҡуша алып йөрөйҙәр һәм уйнаталар ине. Ошо алтмыш йылдан ашыу ваҡыт эсендә күпме көйҙәр башҡарғанмындыр, күпме моң ишеткәнмендер - әйтә лә алмайым. Совет осоронда Башҡорт дәүләт филармонияһы Советтар Союзының иң көслө коллективтарының береһе булды. Ә ниндәй йолалар йәшәй ине унда!
Әле күптән түгел генә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында опера йырсыһы Сәлих Хөснийәров тураһында тапшырыу күрһәттеләр. Аҡ-ҡара төҫтәге лентала, архив материалы. Ә ниндәй замансалыҡ ул кадрҙарҙа! Сөнки был иҫкермәй, ҡартаймай торған классик ҡомартҡылар. Ул тауыш, ул башҡарыу һәләте, ул артислыҡ, ул хислелек... Бына филармония, дәүләт филармонияһы кимәле ошолай була. Профессионаллек кимәле ошолай була. Шулай итеп, яҡшы көй (йыр) бар, яҡшы булмаған ("насар" һүҙен музыкаға ҡарата ҡулланмайыҡ) көй (йыр) бар. Яҡшы башҡарыусы бар, бар яҡшы булмаған башҡарыусы. Мин музыка һәм йыр өлкәһен шулай ғына бүләм. Ашыҡ-бошоҡ сыймаҡланған йырҙарға сәхнәлә урын булырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Бына һеҙҙән һорайым әле: берәй билдәле йәш композиторҙың исемен ҡапыл ғына хәтерләй алаһығыҙмы? Берәй ысын шағирҙың шиғырҙарына көй яҙған һәм йырҙары хит була алған һәләтле кешене беләһегеҙме? Йырға тип махсус шиғыр яҙа күптәр. Беренсе куплет менән өсөнсөһө араһында бәйләнеш юҡ. Сюжеты юҡ шиғырҙың, композиция ҡоролошо юҡ әҫәрҙә. Хис бар, һүҙҙәр, рифма һәм ритм бар, йәғни был шиғырҙа материалдар (һүҙҙәр) техник яҡтан ғына ҡоролған. Шиғырҙың йәне лә, рухы ла юҡ. Бындай йырҙарҙа алыш-биреш, аҡса мәғәнәһе генә ята, ә ижад тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Ирина Захарова: Тамашасы булараҡ әйтәйем әле. Иртәнсәк интернетты асып ебәрһәм, Айгиз Ханов Рим Хәсәновтың "Ҡышҡы романс"ын башҡара. Рәхәтләнеп тыңланым. Ул йырҙы нисә йылдар ишетһәм дә, ятлап бөткән булһам да, күңелдә бер генә лә кире тойғо уянманы, киреһенсә, таныш моңдарҙан кәйефем күтәрелеп китте. Нимәгә һөйләйем быны? Бына ошондай профессионалдар тарафынан тыуҙырылып, һәләтлеләр тарафынан башҡарылған йырҙар ғына ыңғай хистәр булдыра. Р.Хәсәнов, Х.Әхмәтов, С.Низаметдинов, З.Исмәғилев кеүек композиторҙарҙың йырҙарында нисәмә быуын үҫкәнбеҙ һәм һаман да шуларҙы алмаштырыр, исмаһам, шуларға етерлек ижад итә алғандарҙы таба алмайбыҙ.
Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән йырсылар - улар башҡорт эстрада классикаһын һаҡлаусы йәштәр. Улар ғүмерҙәрен тап ошо изге миссияға бағышлағандар. Аҡса эшләүгә, дан ҡаҙаныуға һәм башҡа ялтырауыҡтарға арбалмайынса, халыҡтың йыр-моңон ололарҙан өйрәнеп алып, киләһе быуындарға тапшырып ҡалдыра торған команда улар. Филармония бит модалар яһаусы, яңылыҡтар индереүсе түгел, ә халыҡ ижадын, классик әҫәрҙәребеҙҙе һаҡлап йәшәтеүсе ойошма. Сәнғәттең архивы, уставы, ҡомартҡылар һандығы булырға тейеш филармониялар. Шуның өсөн дә был ойошмалар дәүләт тарафынан ҡаралырға, яҡланырға тейеш.
Сулпан Асҡарова: Үкенескә ҡаршы, хәҙерге заман эстрадаһындағы йәш йырсыларҙың күбеһе үҙ репертуарына халыҡ йырҙарын алмай. Ә бит элегерәк йырсы халыҡ йырҙарын һәм классик әҫәрҙәрҙе башҡарһа ғына үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп һанала ине. Репертуарыңда был теҙмә юҡ икән, тимәк, һин әле профессионалдар кимәленә үҫеп етмәгәнһең. Бөгөн иһә шоу эстрадаһында ундай универсалдарҙы бик һирәк осратаһың. Бөгөн, бәлки, үткән менән хәҙергене сағыштырыу ҙа кәрәкмәйҙер, сөнки элекке сәхнәлә бары тик профессионалдар ғына булған һәм улар үҙ кимәлдәрендәге мәҙәниәтте тотоп торған да инде. Үҙешмәкәрҙәр тап ана шул кимәлгә етеү өсөн уҡыған, өйрәнгән, күпте белергә ынтылған. Бөгөн бының киреһе... Оло сәхнә шоу-концерттар менән күтәрелгәндәр өсөн генә тәғәйенләнгән һымаҡ. Ауыҙыңды асырға өйрәнгәнһең икән, дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме, йырсы була алаһың, тигән ялған һеңдерелә. Бына шулай хаталар ебәреү ҙә, ялғанлау модаға әүерелде. Продюсер табып алаһың да, заман технологиялары менән тауышыңды үҙгәртеп, ике-өс нотанан торған йырҙар менән концерттар бирәһең. Йыр ундай башҡарыусыларҙа сәнғәт өлгөһө түгел, ә һатып алынған тауар ғына. Интервьюларын тыңлағанда ла хатта күберәк шәхси тормоштары, машиналары, йорт-ҡаралтылары тураһында һөйләйҙәр. Ә йырҙы кем яҙҙы? Үҙем яҙҙым. Шиғырын да, көйөн дә үҙем яҙҙым да, үҙем башҡарам. Бына шундай "профессионалдар" күбәйгәндән-күбәйә бара бөгөн.
Беҙҙең филармония эстрадаһы Рәсәйҙәге, бәлки, донъялағылыр әле, берҙән-бер милли эстрада. Профессионал кимәлдәге бындай эстрада башҡа бер ерҙә лә юҡ. Республикабыҙҙа заманында уны һаҡлап ҡала алғандар, башҡорт мәҙәни ижадын, боронғо мираҫты, йыр-моң күсәгилешлеген үҙгәртмәй, боҙмай, башҡаларҙыҡы менән бутамайынса, ошо көндәргәсә йәшәтә алғандар. Был бит тиккә генә түгел.
Филармонияның бәҫе төшөп китте, тиҙәр. Ә кем төшөрә ул бәҫте? Филармонияла эшләүҙең ҡатмарлы хеҙмәт икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Алһыҙ-ялһыҙ гастролдәр, иң төпкөл ауылдарҙы хеҙмәтләндереү, сит өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙҙе лә йыр-моңға һыуһатмау. Барып аҡса йыйыу өсөн концерт биреү түгел, ә башҡорт моңон, халыҡ ижадын, милли эстраданы оноттормау, халыҡты үҙ асылына яҡынайтыу өсөн тырышыу ул филармонияларҙың маҡсаты. Концерттарға ла теләгәндә сыҡтың, теләмәгәндә юҡ түгел, хөкүмәт учреждениеһы булараҡ, план, аныҡ мәсьәләләр һәм үтәләһе эштәр бар. Төрлө даталарға, байрамдарға, хәл-ваҡиғаларға ҡағылышлы яңы программалар сығарыу, репетициялар, репертуарҙы үҫтереү һәм башҡалар ҙа ваҡытты, көстө ала. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көн талабына ла яраҡлашырға кәрәк. Тамашасы еңел-елпегә, уйын-көлкөгә, йәғни шоу концерттарға өйрәнеп китте. Әммә бындай концерттарҙың үҙҙәренә лә, киләсәк быуындарына ла дөрөҫ, профессиональ, ысын сәхнә мәҙәниәтен бирә алмаҫын онотто.
Филармония сәхнәһендә йырсылар ғына түгел, нәфис һүҙ оҫталары ла, хореографтар ҙа, йәғни төрлө йүнәлеш оҫталары ла бар. Әйткәндәй, бөгөн яңғыҙ бейеү башҡарыусылар юҡ иҫәбендә. Үҙешмәкәрҙәр араһында килеп сыға ул ундай бейеүселәр, тик белемдәре булмау сәбәпле, эшкә алып булмай, ә уҡырға теләмәйҙәр. Нәфис һүҙ оҫталары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ бөгөн. Бөтөн алып барыусылар тамадаға әүерелеп бөттө. Юмор жанры юҡҡа сыҡты, тип әйтергә лә була. Сикләнгән һәм әҙәпһеҙ темаларҙағы стендаптарҙы мәҙәниәттең бер өлөшө тип әйтһәң, бөтөнләй мәғәнәһеҙлек булыр. Ундайҙы беҙҙең халыҡ аңлап та етмәй, ҡабул да итмәй, тип уйлайым.
Нимә әйтергә теләйем? Профессиональ милли эстраданы ошоғаса һаҡлап ҡала алғанбыҙ икән, тимәк, уға хөкүмәт тарафынан тейешле иғтибар ҙа булырға тейеш. Уның бөгөнгө эстрада сығышы оҡшамай икән, тимәк, был мәсьәләне ҡулға алып хәл итергә кәрәк. Әммә бында маҡсат үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш: филармония эстрадаһы эстрада нигеҙе, уның мейеһе, эталоны булһын. Бында мәҙәниәт һәм сәнғәт йәшәй. Ә йәш проекттар, шоу-программалар икенсе урында торһон. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә бөтөнләй икенсе йүнәлештәрҙе күтәреп сығалар, киләсәк быуындарға бирә алмаҫтайҙы, мираҫ итеп тапшырып булмаҫтайҙы... Былай барһа, берәй егерме йылдан һуң йәштәребеҙ "Нимәгә ул халыҡ йырҙары, ҡурай кемгә кәрәк, композиторҙар, шағирҙар нимәгә ул, нимәгә беҙгә музыкаль белем!" тиәсәктәр. Унан инде сәнғәт-музыка мәктәптәренең дә, филармонияларҙың да, институттарҙың да кәрәге ҡалмаҫ. Шул саҡ башыбыҙға йәбешербеҙ ҙә, һуң булыр. Профессионализм менән энтузиазмды бутау бәләһе буласаҡ был.

Ысын сәнғәт һәм шоу-бизнесты нисек айыра ала тамашасы?

Ғәли Алтынбаев:
Шоу-бизнес тураһында һүҙ алып барғанда уның эсендә мәҙәниәтте, ысын сәнғәтте эҙләү урынһыҙ. Классик эстрада һәм шоу йырҙары икеһе ике урында йәшәй. Бына беҙ, профессионалдар, нисек эшләйбеҙ? Аккомпаниаторҙарымдың бер нисәүһен генә һанап китәм: Радик Гәрәев, Флүрә Килдейәрова, Вәхит Хызыров, Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадырова. Мин был кешеләрҙең йырҙарҙы нисек итеп донъяға яралтҡандарын беләм. Композитор ижад иткән көйҙө улар үҙ моңдарына, тауыштарына ултыртыу өсөн дә айҙар буйына эшләй. Йырҙың һәр һүҙен, һәр нотаһын үҙҙәренә һеңдереп, уның менән бер бөтөн булғас ҡына тамашасыға сығаралар. Ә бөгөн ҡайһы берәүҙәр элекке йырҙарҙы алып, ноталарын алмаштырып, араларына шау-шыу ҡушып, үҙ ҡалыптарына һалып алалар ҙа - әйҙә инде! Ошо тәңгәлдә классик йырҙарҙың хоҡуғын һаҡлай торған бер генә хеҙмәт тә булмауы үкенесле. Ниндәй намыҫ менән классик йырҙарҙы әхәзләй ала улар? Кем уларға ундай хоҡуҡ биргән?
Совет киноларына ни өсөн урайбыҙ ҙа әйләнеп ҡайтабыҙ. Сөнки улар кино сәнғәтенең алтын өлгөләре. Беҙ уларҙы атамалары менән беләбеҙ һәм уларҙан алынған цитаталарҙы ҡабатларға яратабыҙ, шулай бит? Ә замана сериалдарын иҫләйбеҙме? Юҡ, сөнки улар сәнғәт өлгөләре түгел, улар әҫәрҙәргә ҡоролмаған, улар артында роман авторҙары, профессиональ режиссерҙар, һәләтле артистар тормай. Йырҙа ла шулай уҡ. Исеме лә билдәле булмаған уртаҡул шағир тарафынан йәки илһам килгәндә кемдер сыймаҡлағандан яһалған шиғырға шундай уҡ һәләтһеҙ композитор ишараты көй яҙа ла, уны тауышһыҙ йырсы башҡара. Музыка, йыр сәнғәтендә былай булмай. Шоу-бизнеста була - эйе, тик ысын сәнғәттә йыр тыуҙырыу процесы үтә лә яуаплы һәм юғары кимәлдәге оҫталыҡ талап иткән ижади хеҙмәт.

Сериалдар артында көн үткәргән, шоу-тапшырыуҙар менән йәшәгән һәм меңәрләгән һумдарға шоу-концерттарға билет алған халыҡ та күп кенә бит. Кешеләр ваҡыттарын һәм аҡсаларын иллюзион, яһалма, алдаҡ, ялтырауыҡ донъяға исрафлауға йәлләмәй. Был нимәнән килә?

Ирина Захарова:
Миҫал өсөн һөйләйем: берәй район үҙәгенә барабыҙ, филармония артистарының иҫ киткес бай классик концертын тәҡдим итәбеҙ, билет хаҡы 100 һум. Таныштарға шылтыратам, юҡ, беҙ Илсөйәр Бәҙретдиноваға билет алдыҡ, тиҙәр. Күпмегә алдығыҙ? Иң осһоҙон 800 һумға. Классиканы, халыҡсанлыҡты, юғары мәҙәнилекте бер сәғәтлек даңғыр-доңғорға һәм билдән түбән шаярыуҙарға алмаштырған әҙәмдәргә ни әйтерһең? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдарҙы бихисап килтерергә була.

Эстрадаға килеп ингән йәш кешегә ниндәйҙер талаптар ҡуйыусы берәй орган бармы беҙҙә? Мәҫәлән, берәү эстрада йырсыһы булырға теләне икән, ул ниндәй шарттарҙы үтәргә тейеш?

Сулпан Асҡарова:
Ундай тикшереүсе орган юҡ, әммә беҙ дәүләттә йәшәгән йәмғиәт, беҙҙә Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм башҡа яуаплы органдар бар. "Йәштәр нимә йырлай?" тигәнде генә түгел, ә иң беренсе "Йәштәр ниндәй юл менән бара?" тигән һорауҙар өҫтөндә лә уйларға кәрәктер.
Һәр кемдең шәхси мәҙәниәтен күҙ уңында тотҡанда, ул кешегә ғаиләлә һалына. Һәм ғаиләлә нимәгәлер өлгәшеү өсөн шул тәңгәлдә хеҙмәт итергә, шул тәңгәлдә үҫешергә тейеш булыу өйрәтелә. Алайыҡ, йырсы йә музыкант булыуҙы. Мәҙәни кимәле булған ата-әсә балаһын ошо өлкәлә шөғөлләндерә, ошо өлкәнең белгесе итергә тырыша. Быны ул балаһының һәләтенә ҡарап билдәләй. Йәғни, аҙаҡ үҫеп етеп, сәхнәгә менеп баҫҡан кеше үҙе эшләгән өлкәлә белемле һәм һәләтле булырға тейеш. Уның хеҙмәте тамашасыға файҙалы һәм фәһемле булырға тейеш. Бына шундай белем, энергия, эмоция тулҡындары менән алмашыу ул йыр-моң тыңлау.
Эстрадаға аяҡ баҫыусы йәштәрҙең дә мәҙәни кимәле уларға ғаиләһенән эйәреп килгән, улар шунан юғарыраҡ та, кәмерәк тә була алмай. Әгәр халыҡ йырҙарын, классик музыканы, ретро көйҙәрҙе тыңлап үҫкәндәр йәки шундай концерттарға йөрөгәндәр, йырсыларға эйәреп йырлағандар икән, улар еңел-елпегә эйәрә алмаясаҡ. Ә инде сәнғәт донъяһына осраҡлы ғына килеп ингәндәр һәм аңдарына, ҡандарына йыр сәнғәтенә ҡарата һөйөү һәм хөрмәт һалынмаған икән, уларға ул төшөнсәләрҙе бер ниндәй ҙә орган һеңдерә алмаясаҡ.
Ирина Захарова: Йыр бит ул тулы әҫәр, драматургияһы, конфликты, кульминацияһы бар. Башҡарыусы уның бөтөн ошо эстәлеген күрһәтә белһен. Әсәй тураһында йырлап, "бум-бум-бум" ыңғайына сәхнәлә һикерә икән, мөхәббәт тураһында "иртәнге биштә мин һиңә ҡуна киләм" тип йырлай икән йәки "Башҡорт сәй эсә" тигән һөйләмдән генә тотош йыр була ала тип уйлай икән, был мәҙәниәтһеҙлек, наҙанлыҡ, белемһеҙлек. Ә беҙ күмәкләп шул мәғәнәһеҙлеккә ауыҙ йырып ҡарап торабыҙ, күптәребеҙ битараф, күптәребеҙ ҡул ғына һелтәй. "Халыҡҡа оҡшай" тип уйлай йәштәр. Юҡ, асылда, мәҙәни кимәле булған халыҡҡа оҡшамай улар. Бындай йыр һәм көйҙәр башҡорт сәнғәтен күрһәтер өлгөләр түгел, бындай йырҙар йәшәмәйәсәк. Шуның өсөн йәштәрҙе йүнәлтер органдар, уларҙың ижадын дөрөҫ юҫыҡҡа ыңғайлатыр остаздар булырға тейеш.

Йәштәрҙең классик концерттарға йөрөмәүенең сәбәптәрен һанап китәйек...

Сулпан Асҡарова:
Йәштәр хәҙер телевизорҙан да ситләшеп, гаджеттарға, интернет донъяһына инеп батты. Унда ла иғтибарҙары файҙалы нәмәләлер тип уйламайым мин. Йәштәр интернет зомбиҙарына әйләнгән. Ундағы ҡыҫҡа текстарҙы, бер ниндәй тәртиптәргә һәм ҡанундарға һалынмаған телмәрҙәрҙе, кем нисек теләй, шулай төшөп һалынған фотолар теҙмәһен ҡарап-ҡабул итеп кенә өйрәнгән. Бер нәмә уйларға, фекерләп ултырырға кәрәкмәй. Ҡараның, күрҙең - һәм бөттө.
Әммә йәштәргә артыҡ ҡаты бәрелмәҫ инем мин. Уларға бөгөн донъя шар асыҡ, бер ниндәй сикләүҙәр юҡ. Беҙҙең заманда тыйыулы нәмәләр күп ине һәм шул иҫәптән попса, рок, рэп кеүек музыка жанрҙары ла илебеҙгә килеп инеп, таралып китеүенә бер быуын ғүмер генә үткән әле. Көнбайышта утыҙынсы-ҡырҡынсы, илленсе-алтмышынсы йылдарҙа йәштәр төркөмдәре ойошоп, тамашасыны геү килтергән, матурлыҡ конкурстары үтеп, шау-шыу ҡуптарған, беҙҙә шул хәл бөгөн бара. Юҡҡамы ни, һәр икенсе башҡорт егете йырсы булырға маташа, һәр икенсе башҡорт ҡыҙы һылыуҡай бәйгеһендә ҡатнаша. Тик улар был тәңгәлдә лә оло хеҙмәт һәм тырышлыҡ кәрәк икәнде аңлап етмәй.
Иң беренсе сәбәптәрҙең береһе интернет һәм заманға эйәреп маташыу, минеңсә. Әммә былар барыһы ла ваҡыт үтеү менән үҙгәрер ул. Тик урта йәшкә еткәндә шул виртуаль интернет донъяһында формалашҡан йәш башҡорт йәмғиәтенең үҙ асылын онотоп ҡуйыуына ғына хәүефләнәм.
Ғәли Алтынбаев: Тормошта мәғәнә, мәғәнәлек тигән бер йөкмәткеле төшөнсә бар. Бөгөнгө йәштәргә бына ошо етешмәй. Улар хәҙер шоу ярата. Концерт та шоу булһын, кино ла шоу булһын, кисә лә шоу булһын. Шоу эсендә, әлбиттә, мәғәнәгә урын ҡалмай. Өфө филармонияһы концерттарында берәү ҙә сығып мәғәнәһеҙ йыр йырламаясаҡ. Йәштәргә кәрәк булған "клево" йырҙарҙың һәр юлын тикшереп сыҡҡанда ғына ла мәғәнәһеҙлектән ҡолап китергә була. Юҡ, мин йәштәрҙе әрләмәйем, әммә асылында мәғәнәлеккә урын булмағандарҙан был донъяның төрлө ҡатмарлы ҡатламдарын, боролоштарын, бөгәрҙәрен аңлауҙы көтөү ҙә мөмкин булмаясаҡ. Йәш саҡта кеше аҡылһыҙ була ла, олоғая бара аҡыллана, тигән хәбәр дөрөҫ түгел ул. Йәшлектә аңһыҙ булған ҡартайғансы ла шулай ҡала. Шунлыҡтан йәштән үк белемгә, аңға, ысын мәҙәниәткә, мәғәнәлеккә ынтылырға кәрәк.
Ирина Захарова: Ҡапыл килеп, ҡапыл юғала торған эмоцияларға мохтаж бөгөн кеше. Беҙ ысынлап та тыйылып, баҫылып үҫкән быуындар, халыҡтар. Хис-тойғоларыбыҙҙы шарран асып өйрәнмәгәнбеҙ. Һәм ҡапыл тормоштар үҙгәреп, шоу тапшырыуҙар, концерттар, шоумендар барлыҡҡа килде. Улар беҙҙең йәмғиәткә яҙғы ташҡын булып бәреп инде. Был шоуҙарҙа хистәрҙе ҡапыл сығарып, теләһәң - йырлап, теләһәң - бейеп, теләһәң - һыҙғырып, теләһәң ни эшләп ҡайтырға була. Көслө музыка, дәртле ритмика, төҫлө уттар, сағыулыҡ һәм башҡа шоу факторҙары кеше мейеһен ҡуҙғыта, унда рәхәтлек, күңеллелек тойғоһон уята. Бына шуға алдана ла халыҡ. Шул ваҡытлы эйфорияға мохтажлыҡ кисерә. Тик был тойғоларҙың, яуапһыҙ хистәр кеүек, бары уларҙың ғына энергияһын һура икәнен аңламай. Тимәк, концерт ҡарау өсөн дә, йыр менән йырҙы айыра белеү өсөн дә аҡыл кәрәк.
Икенсенән, туған телде белеп, аңлап етмәү ҙә ҡамасаулай бөгөнгө быуынға. Телде белһә, улар мәғәнәһеҙ йырҙарҙы башҡармаҫ та ине. Әҙәбиәтте аңлаһа, үҙҙәренең шағир түгеллеген дә, музыка өлкәһен төшөнһә, көй яҙа белмәүҙәрен дә, тауыштары юҡлығын да аңғарыр ине. Был өлкәгә мин һәләтле, белемле йырсыларыбыҙҙы индермәйем. Хаталар хаҡында ғына һүҙ йөрөтәм.

Филармонияларҙың һәм филармония артистарының роле, тимәк, ниндәй? Йәғни, улар популяр артистар булыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуймай, улар рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлаусы һәм киләсәккә тапшырыусы булып тора. Дөрөҫ аңлайбыҙмы?

Ирина Захарова:
Дөрөҫ. Шуның өсөн дә филармония артистарын шоу артистары менән сағыштырыу урынһыҙ. Был икеһе ике донъя халҡы. Филармониялар, театрҙар милли мәҙәниәтте, донъя мәҙәниәтен һуғарыусы усаҡтар. Улар дәүләт тарафы ҡарамағында булырға һәм тулыһынса ҡурсаланырға тейеш. Миҫал өсөн генә алам, филармония артистары иркенләп телевидениеға ла үтә алмай. Бер үк йырсылар көнө-төнө экранда. Халыҡҡа тап ана шул аҡсаһы менән алға сығыусылар ғына тәҡдим ителә.
Икенсе мәсьәләне лә әйтеп китәм. Ҡатыраҡ булыр, әммә тура һүҙ. Татарстанда, мәҫәлән, үҙен хөрмәт иткән бер түрә лә, бер хөкүмәт етәксеһе лә, йәмәғәт ойошмалары башлыҡтары ла саҡырыу ҡағыҙы тотоп концертҡа килмәй. Улар билетты һатып ала. Беҙҙә иһә, ярты зал саҡырыуға килгән кешеләр менән тула. Был бит артистарҙың хеҙмәтен, филармония эшмәкәрлеген хөрмәт итмәү тигәнде күрһәтә. Кемдәрҙер кемдәрҙер өсөн бушлай эшләй булып сыға. Ябай завод эшсеһе билет һатып ала ала, ә етәксе ала алмай, тимәк. Был да мәҙәнилек күрһәткесе, һәр кемдең әхлаҡи кимәле ул.
Сулпан Асҡарова: Башҡорт йәмғиәтенең йөҙө булған күп етәкселәр һәм шәхестәр башҡорт эстрадаһын белмәй ҙә хатта. Сөнки улар филармония һәм театрҙарға йөрөмәй. Минән хатта: "Нәзифә Ҡадырова йырлаймы ни әле?" - тип һораған билдәле кешеләр бар. Улар бөгөнгө көн Нәзифә апайыбыҙҙың бер бөртөк фонограммаһыҙ һәм микрофонһыҙ ҙа "эх" тә итмәйенсә икешәр сәғәтлек концерттар биргәнен белмәй. Халыҡ йырын да, романстарҙы ла, классик әҫәрҙәрҙе лә, заман эстрадаһын да юғары кимәлдә башҡарыусы примабыҙҙы ла күрмәгәс, уларҙан нимә көтөргә? Беҙҙә бит шулай, кеше үҙе барҙа ҡәҙерләмәйбеҙ, хөрмәтләмәйбеҙ, ижадын тейешле баһаламайбыҙ, ә арабыҙҙан китһә - барабан һуға башлайбыҙ. Беҙ иң ҙур, юғары концерттарыбыҙҙа тап ана шул сәхнә таланттарын, бөйөк йырсыларыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Йәштәр уларҙы күрһен, ысын сәнғәт өлгөһө ниндәй икәнен белһен өсөн...
Филармонияның эстрада художество етәксеһе, баш режиссеры булараҡ, хәҙер ҡул аҫтымдағы теләһә ниндәй артисҡа теләһә ниндәй жанрҙы биреп, ошоно эшләргә кәрәк, тип әйтә алам һәм уның быны башҡара алырына иманым камил. Ә шоу артистарының был мөмкинлегенә шикләнәм. Бына ошо айырманы аңлаһын ине йәмғиәт һәм етәкселек. Профессионалдарҙы хөрмәт итә һәм баһалай белһен ине. Минең теләгем шул ғына.

Профессиональ йырсыларға шоу-бизнестан өҫкәрәк күтәрелеү йәки тамашасыны яулап алыу өсөн нимәләр етмәй?

Ғәли Алтынбаев:
Беҙҙең йәмғиәттә быуындар бәйләнеше тигән нәмә өҙөлөп ҡалды. Йәғни, атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә күп кенә рухи ҡиммәттәрҙе тапшырып өлгөрә алмай ҡалды. Ят музыка, ят йырҙар тыңланыҡ, ят мәҙәниәтте һеңдереп маташтыҡ, ят телде өйрәндек һәм башҡалар. Ошо арауыҡта милли мәҙәниәткә булған бәйләнеш тә юйыла яҙҙы. Был юҡлыҡты, бушлыҡты ана шул яһалма, ситтән килгән, алдаҡ нәмәләр тултырҙы ла инде. Бөгөн шул юғалтыуҙарҙы кире тергеҙеп, ҡоршап, ялғап маташабыҙ. Был, әлбиттә, еңел түгел. Тик мөмкин булмаған хәл дә түгел. Шоу-бизнесты бер ҡайҙа ла итеп булмай бөгөн. Ул үҙенең урынын алып нығынған. Әммә беҙҙең тормош асылы икенсегә нигеҙләнгән. Мин, мәҫәлән, юғары сәнғәт өлгөләрен башҡарыу өсөн яратылғанмын һәм шул юлыма тоғромон. Минең эргәмдә шундайҙар күп. Беҙ бар икән, тимәк, беҙҙе тыңлаусылар, яратыусылар ҙа етерлек. Һәм шоу-бизнес менән ярышыу беҙҙең маҡсат та түгел. Беҙ мәңгелек өсөн эшләйбеҙ, шул ғына.
Беҙҙең заманда йәштәр йыры йәки ололар йыры тигән айырмалар булманы, йәштәр концерты тигәне лә юҡ ине. Ауылға концерт килһә, иң алда балалар иҙәндә ултырҙы, унан ололар теҙелер ине, иң артта йәштәр булды. Концерт төрлө быуындарҙы ла берләштереп, бер моң менән сорнай ине. Асылда, ошолай булырға тейеш тә.
Сулпан Асҡарова: Был хаҡта мин йыш уйланам. Үҙ-үҙемә һорауҙар бирәм, ғәйеплеләрҙе эҙләйем... Әммә аңлай алмайым. Ваҡыттар, заманалар үҙгәрҙе, тип кенә лә әйткем килмәй. Был хаҡта күп кенә тамашасылар менән дә һөйләшәбеҙ. Асылда, күп халыҡ филармония артисының шоу концертта һикереп йөрөүселәрҙән һәм тауышһыҙ, моңһоҙ "йондоҙҙарҙан" күпкә юғарыраҡ икәнен аңлай. Ҡайһы бер концерттарҙан һуң "Ни өсөн бындай матурлыҡты, бөйөклөктө бөтә ерҙә лә күрһәтмәйегеҙ?" тип әйтеп китәләр. Ә бит бөтөн концерттарҙа ла тигәндәй, гастролдәрҙә, ауыл клубтарында, ҡала майҙандарында сығыш яһай улар. Тамашасы уларға "Браво" ҡысҡыра! Ә һөҙөмтәлә шоу йырсылары күренә, ә профессионалдар юҡ. Бөгөнгө шоу-бизнес менән продюсерҙар етәкселек итә. Артисын күберәк ишеттереү, күрһәтеү өсөн йүгереп йөрөй улар. Финанс ярҙамын да, башҡаһын да таба. Телевидение, реклама, роликтар, клиптар, матбуғат конференциялары, сәхнә костюмдары... Һанай китһәң, уңыштың һикһән процентын ошо хеҙмәттәр алып килә шоу бизнеста. Ә беҙҙең осраҡта профессиональ башҡорт эстрадаһының продюсеры кем? Һәм ни өсөн уны милли мәҙәниәттең үҫеше ҡыҙыҡһындырмай?

Шулай итеп...
Бына шундай ҡатмарлы һәм үткер мәсьәләләр борсой бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселеген, артистарын. Милли башҡорт эстрадаһын йәшәтеү һәм заманға ярашлы тейешле кимәлдә тотоу өсөн көрәшә улар. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ, "Киске Өфө" гәзите коллективы, барлыҡ башҡорт халҡын профессиональ башҡорт эстрадаһының тамашасыһы булырға, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе тейешенсә баһаларға һәм уның үҫешенә булышлыҡ итергә саҡырабыҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 551

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru