«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙЛЫҠ ХӘЙЕРЛЕМЕ?
+  - 

Кеше йыш ҡына: "Ошо ауырлыҡтар үтһә, дингә килер инем; һауыҡһам, намаҙ уҡыр инем; байыҡһам, зәкәт түләр, байлығымды изге юлда сарыф итер инем", - тип вәғәҙә итә. Әммә Аллаһы Тәғәлә еңеллек, һаулыҡ, байлыҡ биргәндән һуң был вәғәҙәләрен онота. Түбәндәге хәҙис ана шундай хәл хаҡында бәйән итә.

Хәҙистәрҙең береһендә Сәғләбә ибн Хатиб әл-Ансари тигән кеше Мөхәммәт бәйғәмбәргә килә лә: "Аллаһы Тәғәләнән миңә байлыҡ бирһен тип һора әле", - тип мөрәжәғәт итә. "Хәсрәт һиңә, Сәғләбә. Бәләкәй генә байлыҡҡа шөкөр итеү күтәрә алмаҫлыҡ күп малдан хәйерлерәк бит", - тип яуаплай уға Аллаһ Рәсүле. Ләкин Сәғләбә тағы ла мөрәжәғәтен ҡабатлай. Бәйғәмбәр: "Аллаһ бәйғәмбәренә оҡшағың килмәйме ни? Әгәр ҙә теләһәм, миңә алтын һәм көмөш тауҙар бирелер ине", - ти. Әммә Сәғләбә: "Һине хәҡиҡәт менән ебәреүсе исеме менән һорайым. Әгәр ҙә доға менән мөрәжәғәт итһәң һәм Аллаһы Тәғәлә миңә байлыҡ бирһә, мотлаҡ һәр мохтажға уға тейешлене бирәсәкмен", - тип ныҡыша. Аллаһ Рәсүле Раббыһына: "Йә, Аллаһ, Сәғләбәгә байлыҡ бир", - тип доға ҡыла.
Ошо хәлдән һуң Сәғләбә ҡуйсылыҡ менән шөғөлләнә башлай һәм уның һарыҡтары селәүсен шикелле үрсей, күбәйеп китә. Мәҙинә ҡалаһы тығыҙ була башлай һәм Сәғләбә ҡала ситендәге бер далаға күсә. Элек йәмәғәт намаҙҙарының береһен дә ҡалдырмаһа, хәҙер инде өйлә һәм икенде намаҙҙарына ғына килә башлай. Бер аҙҙан уның һарыҡтары тағы ла артып китә һәм ул тағы йыраҡҡараҡ күсенә. Йәмәғәт менән тик йома намаҙын ғына уҡый. Тағы ла күпмелер ваҡыттан һуң уның ҡуй малы тағы ла арта, ул бер намаҙға ла йөрөмәй. Бәйғәмбәр юлсы-мосафирҙарҙан Сәғләбә менән нимә булыуы хаҡында белешә. Уға әлеге кешенең ҡуйҙары күбәйеүе, Мәҙинәлә йәшәүе тығыҙ булып, алыҫҡараҡ күсенеп китеүе, намаҙҙарға йөрөүҙе туҡтатыуы хаҡында һөйләйҙәр. Аллаһ рәсүле: "Хәсрәт һиңә, Сәғләбә! Хәсрәт һиңә!", - ти.
Бер аҙҙан Аллаһы Тәғәлә: "Эй, Мөхәммәт, мосолмандарҙың малдарынан (мәғлүм бер күләмдә) саҙаҡа ал...", - тигән аятты ебәрә. Мөхәммәт бәйғәмбәр ике кешене Сәғләбә һәм тағы ла берәүҙән зәкәт алырға ебәрә. Зәкәт йыйыусылар тәүҙә Сәғләбәгә килә. Уға Бәйғәмбәрҙең хатын уҡыйҙар һәм зәкәт биреүен һорайҙар. Сәғләбә: "Мин был турала хәбәрҙар түгел. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ, эшегеҙҙе тамамлағас, миңә килегеҙ. Ни хәл ҡылырымды әйтермен", - ти. Зәкәт йыйыусылар Бәйғәмбәр әйткән икенсе кешегә баралар. Ул иң яҡшы дөйәһен зәкәт итеп бирә. Эштәрен тамамлағас, ҡабаттан Сәғләбәгә киләләр. Ул Бәйғәмбәрҙең хатын ҡабаттан уҡыуҙарын һорай. Тыңлап бөткәс: "Барығыҙ, бер аҙ уйлармын да хәл итермен", - тип теге кешеләрҙе буш ҡул менән ҡайтарып ебәрә. Зәкәтселәр Бәйғәмбәр янына ҡайта. Ни булыуын ишетмәҫ элек үк Аллаһ Рәсүле: "Сәғләбәгә хәсрәт!", - тип әйтә. Һуңынан зәкәт йыйыусылар уға Сәғләбә хаҡында һөйләйҙәр. Шул ваҡыт Аллаһы Тәғәлә: "Улар араһында: "Әгәр Аллаһ беҙгә байлыҡ бирһә, һис шикһеҙ, саҙаҡа бирер инек һәм, әлбиттә, беҙ ҙә изгеләрҙән булыр инек, - тип, Аллаһ ҡаршыһында ант итеүселәр ҙә бар. Ләкин Аллаһ хазинаһынан уларға байлыҡ бирелгәс, һаранланып, Аллаһ әмеренән баш тартып, биргән анттарын боҙҙолар...", - тигән аяттар ебәрә ("Тәүбә" сүрәһе 75-76-сы аяттар).
Сәғләбәгә әлеге аяттар хаҡында еткерәләр. Ул Аллаһ рәсүле янына килеп, зәкәтен ҡабул итеүен һорай. Ләкин Бәйғәмбәр: "Аллаһы Тәғәлә һинең зәкәтеңде алыуҙы тыйҙы", - тип, уны алыуҙан баш тарта. Сәғләбә сыға ла башына тупраҡ ҡоя башлай. Бәйғәмбәр уға: "Был һинең ғәмәлең! Һораған саҡта һин баш тарттың", - ти. Сәғләбә шулай итеп өйөнә ҡайтып китә. Был донъянан киткәнсе Бәйғәмбәр уның зәкәтен алмай. Мөхәммәт бәйғәмбәр әхирәткә күскәндән һуң Сәғләбә зәкәтен хәлиф булған Әбү Бәкергә, унан һуң Ғүмәргә, аҙаҡ Ғосманға алып килә. Ләкин уларҙың береһе лә уның зәкәтен ҡабул итмәй.

Арыҫлан ИБРАҺИМОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 616

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru