Һуңғы йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙарының ижад кисәләре, китап туйҙары ғәжәп аһәңле һәм дәррәү үтә. Башҡорт актеры ижадына арналған тәрән эстәлекле күркәм сифатлы баҫмалар нәшер ителә: Гөлли Мөбәрәкова, Таңсулпан Бабичева, Заһир Вәлитов китаптары күҙ алдында. Театрыбыҙҙың йөҙ йыллығы уңайынан рус һәм башҡорт телдәрендә ифрат ҙур күләмле мәҡәләләр, ижади портреттар йыйынтығы хатта Рәсәй күләмендә ҙур баһа алды. Айһылыу Сәғитова менән Гөлсәсәк Саламатова яҙған "Башҡорт академия драма театры. 100 йыл" китабы илебеҙҙә "Йыл китабы" дәрәжәһен яуланы.
Хөрмәтулла Үтәшевтың яңы китабының исем туйы була, тигән саҡырыу килеп еткәнгә хәтле мин күңелем менән ул китапты байҡай инем. Ни өсөн тигәндә, бер нисә йыл элек Хөрмәтулланың бер туған апаһы Фәриғә Күсәкованың бәләкәй генә китабы ҡулыма килеп эләкте. Йотлоғоп уҡып сыҡтым уны, сарсап барған ерҙән саф шишмә һыуы уртлап, терелеп киткәндәй булдым. Түҙмәнем, ул китапты яҙған Фәриғә апайҙың үҙен барып күрәйем, тип, Таштуғай ауылын эҙләп киттем. Ер менән күкте тоташтырған бейек һырттар аша барҙым, Әҙел ауылына илтә торған тау боролмаһын үттем, Баҡал тигән ауылдың ҡоро үҙәнен аша сыҡтым. Йәнен ялмаған һағышын дүрт тарафҡа таратып, йөрәгенән үлемһеҙ моң һарҡытып йырлаған ҡыҙҙың яҙмышын уйланым. Шул йыр алыҫ офоҡтарҙан ҡаҡлығып, кире күңелгә тулды. Сихри күренеш! Үҙенә әйҙәп йымылдап көлөп ятҡан Таналыҡ һыуы үҙәненә килеп төштөм. Таштуғай ауылына илткән юл мине хыялымда күптән саҡырған һәм ғүмеремдә лә онотолмаҫ бер юл ине. Ҡиссалар һәм доғалар юлы... Хөрмәтулла Үтәшев ошо юл буйында булған донъяуи һәм бәндәүи хәлдәрҙе китабына теркәгән булырға тейеш бит. Бары тик шулай!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй залында серле тынлыҡ. Тамашасылар араһында билдәле шәхестәр күп, барыһынан бигерәк арҙаҡлы башҡорт актерҙары һәм актрисалары сәхнәгә төбәлгән. Һәм был ғәжәйеп кисәне башлап, быуаттар аша килгән бер тарих бәйән ителә.
Йылайыр яғы Һаҡмар йылғаһы буйындағы Юлдыбай тирәһендә донъя көткән түңгәүер ырыуы ҡартының бер өйөр йылҡыһы ҡайҙалыр ғәйеп була. Эҙләп-эҙләп тә төңөлөп бөткәс, өйөрҙө Таналыҡ йылғаһы буйында, түңгәүерҙәрҙең аҫаба ерҙәрендә күреп ҡалалар. Йылҡыларҙы әйҙәп алып ҡайталар, әммә бер аҙҙан малҡайҙар Таштуғай далаһына кире китә. Уларҙы кире борорға ниәтләгән кешеләр был төбәктең хозур тәбиғәтен, үләне һутлы, һыуы тәмле икәнен күреп, үҙҙәре ошо яҡҡа күсенеп килә. Таштуғай ауылына нигеҙ һалына.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөр-мәтулла Ғаззали улы Үтәшев үҙенең түңгәүер ырыуы тамырҙарына баш эйеп, оло ихтирам менән үҙе тураһында тарихты төптән башлай. Ысынлап та, шәжәрәне тарбаҡланып үҫкән ағас менән сағыштыралар. "Әҙәм тамыры ағасҡа миҫал, әҙәм күңеле һауаға миҫал", ти башҡорт әйтеме. Шул тамырҙың ҡеүәтен, тынын тойоу ниндәй ғәжәйеп тойғо икәнен уны танығандар, өйрәнгәндәр һәм белгәндәр генә аңлайҙыр. Башҡорт кешеһе өсөн мотлаҡ ҡанун булған "шәжәрәңде белеү" бөгөн айырыуса мөһим кеүек.
Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәлә үҙенсәлекле ҡәлғәме, тәхетме ҡорған - тиҫтәнән ашыу ҡалын кирбестәй тарихи китаптар уны уратып теҙелгән: "Түңгәүер" ырыуы китаптары. Таш төҫөндәге был баҫмалар янында сәскә атҡан гөл кеүек, өр-яңы китаптары балҡып тора. Ысынлап та, был кисәлә тарих һәм хәтер сәскә атҡандай була. Күренекле актерҙың үҙе уҡыуында уның хикәйәттәре яңғырай. Бала саҡ ваҡиғалары телгә килә: актерға йәштәр ярҙам итә. "Илай белмәгән малай" сәме өсөн көрәшкән ир баланың кисерештәре уға тәүге тормош һабағы биргән туғандары менән бергә тасуирлана. Характер - ул яҙмыш. Тотороҡло холоҡ нисек нығына, нимә кешегә көрәш ҡыҙған майҙанға сығыр тәүәккәллек һәм сәхнәгә менеп баҫыр ажарлы дәрт бирә?
Атай рухы менән һуғарылған балаға яҙмыш тап ошо тәүәккәллекте һәм дәртте бүләк итә. Атай фатихаһының изгелеге әҙәм балаһын утҡа янмаҫ, һыуға батмаҫ сыныҡмыш итә.
Хөрмәтулла Үтәшевтың атаһы - арҙаҡлы Ғаззали батыр, бил бирмәҫ көрәшсе, Бөйөк Ватан һуғышын Башҡорт атлы дивизияһында үткән яугир, күренекле эшсән ер кешеһе. Һигеҙ балаһы - дүрт улы менән дүрт ҡыҙы Ғаззали батырҙың данын арттырып, бөгөн уға рәхмәт уҡый, ата рухына тәсбих әйтә-әйтә ил эшен үтәй. Хөрмәтулланың китабы ла атаһы рухына бер доға, атаһы һәм уның улы тураһында ҡиссалар шәлкеме...
Таштуғайға барығыҙ. Һәр бер башҡорт үҙ ғүмерендә "Таштуғай" моңона - тарихи йырыбыҙ ауазына эйәреп, ошо ҡиссалар һәм доғалар юлынан үтергә тейеш. Хөрмәтулланың яңы китабы һеҙгә асҡыс булыр. Ул баҫманы беҙ Башҡорт китабының быйылғы иң яҡшы ҡаҙанышы, тип әйтә алабыҙ.
Сәрүәр СУРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА