Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
НИНДӘЙ ҠАНУНДАР ЭШЛӘЙ БАШЛАНЫ?
|
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай былтырғы йылға йомғаҡ яһап, 2020 йылда республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән иң мөһим закондарҙы билдәләне.
Февралдә "Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында" БР Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында" Закон ҡабул ителеп, унда 13 ноябрь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип нарыҡланды. "Был яңы иҫтәлекле дата тарихи ғәҙеллекте нығытып, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә төшөрөп торасаҡ һәм тарихи хәҡиҡәтте һаҡларға булышлыҡ итәсәк", - тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Июнь. "БР Ғаилә кодексының 54-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Закон ҡабул ителде, шуға ярашлы ике һәм унан да күберәк балалы ғаиләләр, йәшәгән урындарына ҡарамайынса, кесе йәштәге балаларын мәктәпкә ҡабул итеүҙә өҫтөнлөклө хоҡуҡ менән файҙаланасаҡ. "Мәктәпкә ҡабул итеү теркәлгән адрес буйынса алып барыла, ләкин күп балалы ғаиләләрҙәге өлкән бала уҡып йөрөгәндә ғаилә икенсе урынға күсеп киткән осраҡтар була. Һөҙөмтәлә беренсе класҡа төшкән кесе бала менән уның өлкән туғаны бер-береһенән айырыла, ә уларҙың ата-әсәләре балаларҙы төрлө мәктәптәргә йөрөтөргә мәжбүр ине. Әлеге Закон бына ошо мәсьәләне хәл итте", - тине К.Толкачев.
Июндә шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһында хайуандарға ҡарата яуаплы мөғәмәлә тураһында" Закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, хайуандарға ҡарата кешелекле мөнәсәбәт булдырыу, эйәһеҙҙәрен мәжбүри үлтертеүгә юл ҡуймау, уларға вакцина яһатып, иреккә ебәреү йә махсус приютҡа тапшырыу ҡарала.
"Беҙҙә тәмәке тартмайҙар". Шулай уҡ июндә ҡабул ителгән "Башҡортостан Республикаһында граждандар һаулығын тирә-йүндәге тәмәке төтөнөнән һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында"ғы Закон буйынса тәмәке тартыу тыйылған өҫтәмә урындар, шул иҫәптән парктар, скверҙар, майҙандар, яр буйҙары, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, ер аҫты үткәүелдәре, гараждар, шулай уҡ ял, туризм, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн биләмәләр, кеше күп йыйыла торған асыҡ һауала үткәрелеүсе театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси тамаша майҙандары билдәләнде. Хәҙер был урындарҙа тәмәке тартҡан өсөн штраф күләме - 500 һум, ҡабат закон боҙған өсөн 1000 һум тәшкил итә.
Сентябрҙә "Граждандарҙың шәхси һәм көнкүреш ҡулланыуында кәрәкле составында шыйыҡландырылған углеводородлы газ булған тауарҙарҙы ваҡлап һатыуҙы сикләү тураһында" ҡабул ителгән Закон шул уҡ ваҡытта балиғ булмаған үҫмерҙәрҙе һуңғы ваҡыт улар араһында киң тарала башлаған сниффинг, йәғни углеводород газын һулап ағыуланыу фажиғәләренән һаҡлап ҡалыу маҡсатын ҡуя, тип аңлатма бирә был закон хаҡында парламент рәйесе. Һуңғы ике йылда ғына ла ошо сниффинг һөҙөмтәһендә 12-15 йәштәге 360 үҫмер һәләк булған.
Сентябрҙәге "Башҡортостан Республикаһында ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы тағы бер Закон күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙа, ятаҡ биналарында сәғәт көндөҙгө 1-ҙән 3-кә тиклем шаулы ремонт эштәрен тыйыу һәм йәш балалар, өлкән йәштәге граждандар тыныслығын һәм һаулығын ҡурсалау маҡсатында ҡабул ителде.
Октябрь. "Башҡортостан Республикаһында ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Закон ер биреүҙең яңы тәртиптәрен нигеҙләй, дәүләт милке булараҡ сикләнмәгән ер участкаларын биреү буйынса вәкәләттәрҙе бүлә. Бындай участкалар менән идара итеү вәкәләттәре муниципалитеттарҙан Ер һәм милек мөнәсәбәттәре буйынса министрлыҡҡа күсерелде. Закон ҡабул ителгәндән һуң ошо тәртип буйынса ер биреү системаһы асыҡлана төштө һәм ошоға ҡағылышлы бөтөн эштәр бер урында тупланды. Хужалыҡ эштәре алып барыу, йорт һалыу, бизнес асыу өсөн ер алыу проблемаһы хәҙер еңелләштерелде. Иң мөһиме, коррупция ихтималлығы кәметелде. Закон 2021 йылдың ғинуарынан көсөнә инде.
Апрель-декабрь. Был осорҙа парламент коронавирус пандемияһының зарарлы эҙемтәләре шарттарында граждандарға һәм бизнесҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бер нисә закон ҡабул итте. Константин Толкачев һөйләүенсә, ҡабул ителгән закондарға ярашлы, 50 тармаҡ милеккә һалымдан азат ителде. Ошондай уҡ саралар эре сауҙа үҙәктәре буйынса ла күрелде. Үҙмәшғүлдәргә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ҡарата күрелгән ярҙам сараларына хоҡуҡ биреүсе закон барлыҡҡа килде. Бында һүҙ ташламалы кредиттар, субсидиялар хаҡында бара. Парламент шулай уҡ "Алға" айырым иҡтисади зона предприятиеларын биш йылға килемдән һалым һәм транспорт һалымынан азат итеү буйынса һалым ташламалары билдәләне. Бының, әлбиттә, республика бюджетына һиҙелерлек көсөргәнеш килтереүенә ҡарамаҫтан, предприятиеларҙы һаҡлап ҡалыу, эшһеҙлек проблемаһына юл ҡуймау йәһәтенән ауыр осорҙо сағыштырмаса еңелерәк үткәреүгә ярҙамы тейәсәк.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 19.03.21 | Ҡаралған: 390
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|