Бер аҙ өҫкә ҡарап тын ултырҙы. Үҙенсә шулай тынысланырға тырышты.
- Әйҙә, әйҙә, һикер, һикер, әле, Зөбәйер! - тип үҙен дәртләндерергә тырышты. - Ҡара, ҡара, әллә менеп булмаймы шул, инәңдең ҡара сәйе. Эһе-һей. - Сәмләнеп маташты. Тағы, тағы ынтылып ҡараны. Һикереп нимәгәлер йәбешергә маташты. Тирләп сыҡты, еңе менән генә маңлайын, күҙ-ҡашын һөртөп, тағы өҫкә ынтылды. - Ҡара әле, ысынлап та менеп булмай, эт талағыр нәмә. Эһе-һей!
Шашып һикерергә тотондо, күҙен алартып өҫкә ҡараны.
- Ҡотҡарығыҙ! - әсе итеп ҡысҡырҙы. Аяғын тотоп яңынан ултырҙы. - Әллә быныһы ҡаймыҡҡан, ней менеп булмай.
"Ҡара, ысынлап та менеп булмай. Тә-әк. Был ваҡытта кеше ни эшләргә тейеш әле? Иң тәүҙә... паникаға бирелергә ярамай. - күҙҙәрен йомоп, ҡулдарын алға һуҙҙы. - Мин тыныс, мин үҙ өйөмдә, мин тыныс.
Шул рәүешле әҙерәк ултыра бирҙе лә ҡапыл һикереп торҙо.
- Ниндәй өйөмдә булайым. Мин - йәһәннәм соҡоронда, эһе-һей, кем бар бында, ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ, тим. - Тырнаҡ аҫтарында ауыртыуҙы ла тоймай, стенаны тырнаны, шулай өҫкә тартылырға уйланы, шикелле. Бер нисә тапҡыр һикергәс, һул аяғын тотоп, яңынан ултырҙы.
- Уф, әллә ҡаймыҡҡан быныһы, ой, һыҙлай. Тынысланырға кәрәк. - Был юлы аяҡтарын сәнсеп ултырып ҡараны, тик һыҙлаған аяҡ ыҡҡа килмәне, уларҙы һуҙып стенаға терәлде. Шунан үҙенә хас булмаған яғымлы, нәҙек тауыш менән:
- Ҡотҡары-ғыҙ, мин бында, мин бик һәйбәт кеше, - тине лә тынып ҡалды. Шылт иткән тауыш та юҡ. Йәне көйөп китте. Ҡалын тауышы соҡор эсен генә түгел, бар тирә-яҡты яңғыратты. - Шайтан алғыры нәмәкәйҙәр, ҡотҡарығыҙ тим, сыҡһам, барығыҙҙы ла ҡырам, ишеттегеҙме, хөрәм тигәс хөрәм...
Тик уны ишетеүсе булманы. Бер кем дә соҡор янына килмәне, ҡотҡарырға ла, хөрөлөргә лә.
- Тыныслан, тим. Үҙеңде ҡулға ал әҙерәк. Му-ужи-ик! - биштәрен ҡулына алғас ҡына бар тәненең ҡалтыранғанын тойҙо. Ҡапыл йөҙөнә йылмайыу хасил булды. Тик ҡурҡыу аша тыуған йылмайыу күҙендә лә, йөҙөндә лә нур уята алманы шикелле. - Һуң телефон бар ҙаһа, нимәгә шул тиклем бәргеләнергә!
Һаҡ ҡына кеҫәһенән телефонын сығарҙы. Ҡулы уның юҡҡа ҡалтырамай ине. Насар, юҡ, дөрөҫөрәге, ысынбарлыҡтағы уйын бахыр йылмайыу аша юҡҡа сығарырға тырышҡанын ул үҙе генә белә ине. Эйе, эйе, телефонының көсө автобуста килгәндә үк бөткәйне. Өйөндә белә-күрә зарядкаға ҡуймағайны. Өйҙә ятҡанда етәксеһе лә, башҡаһы ла теңкәгә тейеп шылтыратмаһын өсөн, сығып киткәс бисәһе теңкәгә теймәһен, тип. Ул бөгөн ирекле... булырға тейеш ине бит. Баҡса ҡарау һылтауы менән ер күрергә, көҙгө япраҡ өҫтөнән ҡыштыр-ҡыштыр килеп йөрөргә тип сыҡты. Һәм телефонһыҙ. Бер кем дә борсомаһын, Әминә лә, эштәгеләр ҙә... Диуана. Кеше үҙенсә уйлай, Хоҙай үҙенсә йүнләй, тигәндәре ошолор. Ул ҡалтыранған ҡулдары менән телефонын тоҡандырырға тырышты, үҙе диуана кеүек бер туҡтауһыҙ йылмайҙы. Ошо ҡыҫыр һәм сәйер йылмайыуы аша үҙендә өмөт уятырға тырыша ул.
- Был донъяның ике килмәгәнен диуаналар ғына белмәйҙер, - телефонында яҡтылыҡ пәйҙә булғас, йырлап та маташты. Тауышы ҡалтырап-ҡалтырап сыҡты. - Әһә-һә, әҙерәк көсө бармы әллә? Ба-ар, ур-ра!
Кемгә шылтыратырға, тип уйлап торманы, тәүҙә үк әллә өйрәнеш буйынса, әллә... ҡыҫҡаһы, тиҙ генә бисәһенең телефон номерына баҫты. "Вне зоны действия", - татлы ғына тауышлы ҡатындың хәбәрен ишеткәс, телефонын күтәреп бәрерҙәй булды. "Тиҙерәк, тиҙерәк нимәлер эшләргә кәрәк", - тип уйланы.
- Тотмай, нисек? - аяғына баҫты. Һул аяғының һыҙлағанын да тойманы. "Тә-әк, иң мөһиме - тыныслыҡ, паникаға бирелмәҫкә. Батарея бөтмәҫ борон хәбәр яҙып, күккә ырғытырға кәрәк, бәлки, тотор".
Ҡалтыранған ҡулдары тыңлашмай бер булды. "Шулай ҙа ҡул ҡалтырай. Нимә тип яҙырға? Тиҙ генә, тиҙ... Батарея ултырмаҫ борон".
"Ҡотҡар, бисәкәй. Мин соҡорҙа, 37 участок", - тип яҙҙы ла телефонды өҫкә ырғытты һәм төшөп килгән ыңғай тотоп алды. Экранға күҙ һалды.
- Б... китмәгән. - Был юлы көсәнеберәк һелтәне. Тағы ла тотоп алды. - Батарея бөтә, тиҙерәк кит! - тип бойорҙо. Телефонына күҙ һалып өлгөрҙө, уныһы "пип-пип" тине лә һүнде. Тик ир унда "Сообщение отправлено" тигән яҙыуҙы күреп ҡалды, шикелле. Әллә күҙенә шулай күрендеме? Былай ҙа алйып барған күҙҙәргә нимә генә күренмәҫ.
- Китте, шикелле. Фу-у, - тынысланып ултырҙы. Һул аяғын ышҡып алды. - Булды, табыр әле. Кәрәк булһам, табы-ыр, - тип һуҙҙы.
Ҙур эш эшләгән кешеләй яйлап ултырып биштәрен асты. Унан свитерын сығарып, штормовка эсенән кейеп алды. Өшөүҙән ҡурҡты. Эйе, бер өшөһәң, йылынып булмаясаҡ. Ҡасан эҙләп таба әле? Шешә төбөндә ҡалған һыуға ҡарап торҙо ла ғолт-ғолт килеп эсеп бөтөп ҡуйҙы. Һыуһатҡан икән. Нисектер күңеленә рәхәт булып китте. Саңлы зәңгәр төтөн араһынан күккә бағып ултырҙы. Һәм... ҡапыл һикереп торғанын да һиҙмәй ҡалды.
- Фу-у, шайтан алғыры! 37-се участок, имеш, минең ҡайҙа киткәнде белмәй ҙәһә. Ер ҡараштырып ҡына киләм, тинем дә. Күҙгә салынған беренсе автобусҡа ултырҙым, үәт, шайта-ан, - тип һөйләнә-һөйләнә тағы кеҫәһенән телефонын сығарҙы ла тоҡандырыу төймәһенә баҫа башланы. Тегеһе башҡа тоҡанманы. Аптырап һелкетеп-һелкетеп алды. Тик ул йәнһеҙ ине.
- Дә, диуана һин, Зөбәйер. Минең тыуған көн 27 март, имеш, был юҡҡа түгел, тип, 273-сө автобусҡа ултыр ҙа кит инде. Бисә белде ти һинең Иглин тарафтарына олаҡҡаныңды.
Элек ер алыу тураһында һөйләшкәндә Әминәһе, Өфөгә яҡыныраҡ райондарҙы ҡарарға кәрәк, Ҡырмыҫҡалы тирәһен, унда ер уңдырышлы, тип әйткәйне. Ир бөтөнләй икенсе яҡҡа ыңғайланы.
- Хәҙер ул тауыҡ баштың уйына ла инеп сыҡмай бит инде. Иглин уның төшөнә лә кергәне юҡ. Ҡырмыҫҡалы тирәһенән 37-се участокты эҙләп йөрөйәсәк. Һемәйттем мин уны. Әйҙә, эҙләһен, ә мин бында шым ғына соҡорҙа тик ултырам. - Ир ни эшләргә белмәй, бер ҡалҡынды, бер ултырҙы. "Һемәйттем, һемәйттем!" тип йәмһеҙ итеп көлгән булды.
- Телефон ял итеп алһын да тағы бер тоҡандырып ҡарарбыҙ. Ял ит, өмөтөм, бар ышанысым минең, - телефонын ипләп кенә кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ир.
Ваҡыт бик әкрен үтһә лә, барыбер Ер шары артабан тәгәрләүен дауам итте. Яйлап ҡына эңер төшкәне һиҙелде. Соҡор эсе ҡараңғыланғандан-ҡараңғылана барҙы.
- Эһе-һей, бармы берәйһе? Ҡарауыл, эһе-һей, - тип ҡысҡырып-ҡысҡырып алды ир. Яңғыҙы ҡалғыһы килгәйне, бына ултыра яңғыҙы. Үҙен бар донъянан йәшенеп ултырған кеүек хис итте. Ҡапыл ҡыҙы иҫенә төштө. Ярата ул Сәриәһен, берҙән-берен. Шыбыр-шыбыр килеп һанашмаҡ әйтергә тотондо.
- Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе боҙолған.
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
Аладан- баладан,
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал, был сыҡ!
Ҡайҙан иҫенә килгәндер. Бала саҡта шулай уйнай торғайнылар инде. Ниндәй уйынға тотонһалар ҙа, "Аҡ тирәк, күк тирәк" булһынмы, һуғыш уйыны тиһеңме, тәүҙә һанашмаҡ әйтеп командаларға бүленә, йә көтөүсе яллайҙар ине. Һуңынан ҡыҙы балалар баҡсаһында йөрөгәндә ошо һанашмаҡты уға ла ятлатҡайны. Бына хәҙер ҡайҙа кәрәк булып китте.
- Мин йәшендем, ҡыҙым, тап мине, тап, - тип бөгәрләнеп ятты. Әкрен генә күҙҙәренән йәштәр тамды. Кипкән ирендәре ниҙер шыбырланы:
- Аҡ суҡ,
Ҡара суҡ,
Бында торма,
Бар, сыҡ!
Сығырһың, сыҡмай ни - йөҙтүбән күккә ҡарап ятты. Ашҡаҙаны, был донъяла мин дә бар әле, тип шағыр-шоғор килеп тауыш бирҙе. Асыҡҡанын тойҙо ир. Биштәрен, кеҫәләрен тотҡолап ҡараны. Көнөндә әйләнәм, тип ашарға ла алмаған, исмаһам. Ҡапыл өс көндән ҡыҙының тыуған көнө икәне иҫенә төштө. Тағы торҙо, әйтерһең, хәҙер сығып ҡайта ла китә.
- Нисек тә ҡайтып өлгөрөргә ине ул, - тине ҡарлыға барған тауышы менән. - Эһе-һей, товарищи, господа, йәмәғәт, әфәнделәр, мин бында! Эҙләйһегеҙме мине?
"Бына һиңә мә, бүреләр олой башланы... ҡорһаҡта. Өҫтә ысын бүреләр тешен ыржайтып олоһа ла ҡурҡмаҫ инем, - ашҡаҙан тирәһен тотҡоланы, - бында олоһа, ҡыйыныраҡ. Түҙеп булмаҫҡа мөмкин", - тип уйланы.
- Берәйегеҙ ашарға алып килегеҙ әле. Эй, официант, 150 грамм "зәм-зәмский" һыу, бутерброд с колбасой, юҡ, юҡ, ыуылдырыҡ менән, зинһар. - Ир, биштәрен әйләндереп, төбөндәге икмәк ваҡтарын устарына ҡойоп-һыпырып алды ла, ҡулын күтәреп, ауыҙына ҡойоп ебәрҙе. - Ана шулай!.. Фу, араһында егерме бишле ҡаҙаҡ та килеп сыҡты. - Ауыҙынан ҡаҙаҡ тартып сығарҙы. - Саҡ йотоп ебәрмәнем. Берҙе кикереп ебәргәндә лә була. Иртәнге манный бутҡаһы эргәһенә был бер ус "икра" матур ғына барып ятты ул. Минең кеүек талымһыҙ әҙәмгә был да тамам, - көсәнеп кикереп ебәргән булды. Шунан бер ауыҙ тын торғас, ҡапыл һикереп торҙо ла, аяғын тотоп, яңынан ултырҙы. Асырғанып ҡысҡырҙы. - Тамам түгел, мин асыҡтым! Эһ-һе-һей, кешеләр, ҡотҡарығыҙ мине! Мин асыҡтым, өшөйөм, сыҡҡым килә минең!.. Әминәм табыр әле, ул мине ете ҡат ер аҫтынан да табасаҡ. Кәрәк бит мин уға...
...Әкрен генә ҡараңғы төштө. Ҡаҡ ергә биштәрен түшәп, бөгәрләнеп ятты Ир.
Беренсе төн
Оҙаҡ ҡына ятты. Ойоп киткеләне, шикелле. Шулай ҙа һаҡ ятты. Бәлки, берәйһе килеп сығыр йә тауыш бирер, тип көттө. Ҡаҡ ерҙә ятып, тәндәре ҡатты, тороп баҫып та алды. Оҙаҡ йондоҙҙарға ҡарап торҙо.
- Ниндәй сихри төн. Ҡара әле, ер аҫтынан да йондоҙҙар күренә икән, - тип ҡуйҙы. - Ә ҡалала, ер өҫтөндә йөрөһәк тә, ерҙән нисә ҡат өҫтә йәшәһәк тә, йондоҙҙар күҙгә лә салынмай. Күрмәйбеҙ ҙә. Ә мин күрәм. Бәхетле, тимәк.
Бында нисә көн ятырын белмәй әле ул. Хәҙер, хәҙер булмаһа, иртәгә килеп табырҙар, тип уйланы. Шуға үҙен тыныс тотто. Ҡыҙының тыуған көнөнә лә ҡайтып өлгөрөр. Кем дә булһа килеп сығыр әле. Тайгала аҙашмаған даһа. Шуларҙы уйлап, шаярғыһы килде. Ярай ҙа төн йылы, һөйөнөп ултыра алыр ине лә, тик... Барыбер ҙә комфортлы түгел. Соҡор фатир түгел инде. Элек кешеләр ер аҫтында, землянкала нисек йәшәгәндәр тиң?
"Көн аяҙ була икән, йондоҙҙар күп, - тип фаразланы. - Эх, күбәләк аулай торған селтәрле ҡулайламаны тотоп, күккә мен дә бынау йондоҙҙарҙы рәхәтләнеп йыйып ал икән ул. Шунан ергә төшөп, һәр кемдең маңлайына йондоҙ сәпәп сыҡ ине. - Шуларҙы күҙ алдына баҫтырып, йылмайып ҡуйҙы. - Шаяртам, маңлайға сәпәргә түгел, һәр йөрәккә һал ине. Ни өсөн йөрәккәме? Сөнки йөрәгендә йыһандағы йондоҙҙо йөрөткән кеше ерҙәге бысраҡҡа иғтибар ҙа итмәй", - тынлыҡта башына шундай илаһи уй килгәненә һөйөнөп, ҡулдарын өҫкә һуҙып, устарын күк йөҙөнә һалып, йыһандың энергетикаһын һәм йондоҙҙарҙан килгән моңдо тойоп торҙо.
- Аладан-баладан, бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ, һин ҡал, был сыҡ...
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә,
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем! - эстән һанашмаҡты уҡыны ла, аҡайып, соҡор эсендәге ҡараңғылыҡҡа ҡарап торҙо. Ҡурҡып китте:
- Сәүкә, сыпсыҡ, һин ҡал, был сыҡ... - тип мығырҙаны. Тауышы ҡалтыранып сыҡты. "Балалар баҡсаһына йөрөгәндә ҡыҙым шулай тип һөйләй торғайны. Үҙем өйрәттем", - тип уйланы. Һаҡ ҡына тауыш сығара биреп өндәште:
- Мине берәйһе табамы бөгөн, әйт әле, эй, Ай? Йондоҙҙар, мине берәйһе юҡһынамы, эҙләйме икән?
Моңайып ҡына башын баҫып ултырҙы:
- Аҡ суҡ,
Ҡара суҡ,
Бында торма,
Бар, сыҡ!
Төшөндә ул өҫтөнә бер нисә арҡан килеп төшкәнен күрҙе. Тик береһен дә тота алмай хитланды, инде тоттом, тиһә, уларға ҡунған күбәләктәр осоп китә лә арҡандар бәүелә-бәүелә өҫкә менә лә китә.
(Дауамы бар. Башы 11-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА