«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ АҒАРТМАҺАҠ, КЕМ АҒАРТЫР ДОНЪЯНЫ!
+  - 


"Үәт беҙ буранды күрҙек, исмаһам! Ирәндек өс көн алдан олоно! Иллә мәгәр был хәтле булыр тимәгәйнек! Хәтәр шәп буран булды. Мал ҡарарға ла сыға алманыҡ. Баймаҡ менән Сибай араһында Ирәндек юлын яптылар, бер машина ла үтә алмаған шикелле. Әүәлгесә март бураны булды. Был әле башы ғына. Аҡман-тоҡманы менән Бишҡунағы килер тағы. Ул Бишҡунаҡ шул уҡ Аҡман-тоҡман да инде. Төрлө ерҙә төрлөсә әйтәләр..."

Баймаҡ еренә килеп еткәс тә иң ҡыҙыҡлы һәм ләззәтле әңгәмә гел буран тураһында барҙы. Тәбиғәт балаһы шул беҙҙең башҡорт, уға күркәм тауҙар, кәпәс осорғос ҡаялар, йәйрәп аҡҡан һыуҙар һәм башҡа тәбиғәт хозурлығын һөйләй башлаһаң, йәне ирей ҙә, теле сиселә лә китә. Баймаҡтағы буранлы көндөң иртәһенә сағыу ҡояш нурға ҡойондорҙо: "Бәрәкәллаһ, Ҡояш апай! Шул хәтле рәхәт буран булды. Беҙ шундай ысын тәбиғәт бүләген һағынғайныҡ. Тик бер-ике көнгә ял иттер инде был бурандарҙы, Икенсе Этҡол ауылында ағинәйҙәребеҙ йыйыла. "Түңәрәк ҡор" уратып ниҙер һөйләшмәк булалар. Сатлама һыуығыңды ебәр, Ҡояш апай, был ауылдың утыҙ миллионлыҡ өр-яңы ремонт яһалған клубында бик тә йылы, тиҙәр..." Эйе, бурандың хәтәрен беҙ Архангел-Сәрмән юлында - Елмерҙәк үркәсе менән Ҡырҡтытау араһында күрҙек. Ярай әле, юл таҙартыусылар эше яҡшы ойошторолған: ҡар көртө ҡамаған урындарҙы киңәйтеп, текәрәк һырттарға ҡомташ түшәп торалар... Ә шулай ҙа буран беҙ бара торған ауылға юлды бикләне. Юл ситендә ятҡан Түбә ауылында, бындағы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәйлә Мәҡсүтова йортонда туҡтаныҡ. Ауыл биләмәһе етәксеһе Әлфирә һылыу үҙе ҡаршы алып, килтереп ҡуйҙы. Ул мәғлүмәтле, ҡыҙыҡһыныусан, ауыл һәм төбәк тарихын яҡшы белгән кеше булып сыҡты һәм белгәндәре менән ихлас уртаҡлашты: "Түбә ауылы халҡы төрлө яҡтан йыйылған, башлыса башҡорттар йәшәһә лә, мәктәптә тик русса уҡыттылар. Беҙҙә йөҙ йыл элек үк алтын йыуыусылар артеле эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышына хәтле үк Башҡортостан исеменән йылына ҡырҡ тонналап алтын оҙатылып торған, тимәк, фашистарҙы еңер өсөн бөтә көсөн биргән был ер. Лизингтың яртыһын тиерлек беҙҙең алтынды түләп һатып алғандар: хәрби катерҙар, самолеттар дошманды еңергә ярҙам иткән. Түбә ҡасабаһына аҙаҡ торф сығарыусылар килтерелә - 14-16 йәшлек ҡыҙ балалар яҡындағы торф ятҡылығынан кәҫләп ҡырҡып, заводты эшләтергә яғыулыҡ етештереп тора. Ҡыҙҙар насар ғына шарттарҙа, оҙон баракта йәшәй, һуғыш бөткәс, күптәре ошо яҡ егеттәренә тормошҡа сығып тороп ҡала, Ниғәмәт ауылында урам-урам булып ултыралар. Түбә тимер эш ҡорамалдары заводы бик яҡшы эшләй, беҙҙең фрезеровщиктар һәм токарҙар яһаған йоҙаҡтар хатта сит илдәрҙә киң билдәле була. Ҡатындар Түбә эш кейемдәре фабрикаһында һәр төрлө эш кейемдәре тегә. Бөгөн оло йәштәгеләр ҡалманы тиерлек, һаулыҡ яғынан барыһы ла ҡаҡшаған, оҙон ғүмерлеләр юҡ тиерлек. Пандемиянан йәшенеп, өлкән йәштәгеләре өйҙә ултыра, йәшерәктәре донъя көтә. Ир-егеттәребеҙҙең күбеһе Мәскәүҙә һәм Себер яғында ялланып эшләй. Яңы йорттар арта, тик балалар һаны кәмегәндән-кәмей. Халыҡ кәсептәре менән көн иткәндәр ҙә осрай. Юлай Үлйәбаев тигән оҫтабыҙ талдан кәрзиндәр, тауыҡ оялары үрә, уның күргәҙмәләрен Сибайҙа, Баймаҡта көтөп алалар. Кәрзин талы үҙебеҙҙең яҡындағы уйпат һаҙымат ерҙә үҫә, шуны сабып йыйып ҡуя..." Әлфирә һылыуҙың ауыл биләмәһендә күптән эшләгәне, эшен яратып башҡарғаны күренеп тора, бөтә кешене исемләп белә, хәлдәре тураһында ла хәбәрҙар.
...Икенсе Этҡол ауылында беҙҙе бер төркөм ағинәйҙәр көтә ине. Биғәләш тауын биләп, ысынлап та ныҡ көрт һалған кисәге ҡар батшаһы, ләкин ауыл урамдарын үтек кеүек тигеҙләп таҙартып тракторҙар йөрөй. Ҡыш көнө бигерәк матур икән был яҡтар. Ана, Сәсән ташы ҡуйылған Хәмит утары төбәге, ошонда 1910 йылдың йәйендә мәшһүр "Урал батыр" эпосы тәүбашлап сәсән Хәмит Әлмөхәмәтов менән Ғәбит Арғынбаевтарҙан яҙып алынған. Ни бары йөҙ ҙә ун йыл үткән, ә данлы ҡобайыр әллә нисә мең йылдар элек булған ваҡиғаларҙы бәйән итә һәм уның беҙгә тапшырған аҡылы тағы нисә мең йылдарға етерлек - "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ..." Ана, ҡурайсы Зыя Хәлиловтың тыуған урамы, уның ҡустыһы тарихсы Мораҙым Хәлиловтың тауышы яңғырай һымаҡ: "Ҡурайсы - ул мәңгелек миссия!.." Уларға ҡурайсы Ришат Рәхимов, Ильяс Хәлилов, Зиннур Шәрәфетдинов тауышы ҡушыла. Ана, арҙаҡлы ғалим, академик Мазһар Иҫәнбаевтың урамы, архитектор Динар Хәлитов менән яҙыусы Борис Хәйретдинов, Төркиә менән Башҡортостан араһында фольклор күперен һалыусы Ғәйнислам Ибраһимовтың йорто. Ана, тыуған яғына ысын эш менән, төплө ярҙам менән фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Азамат Тажетдинов уландары Нур һәм Илшаттарҙың урамы... Тауҙан-тауға тигәндәй һуҙылып ятҡан Икенсе Этҡолға ҡарап һоҡланабыҙ: бына тигән яңы мәктәп, ил яҡлап изге яуҙа баш һалған ҡорбандарға мәрмәр мемориаль һәйкәл, мәҙәниәт йорто һәм уның алдында яңыраҡ ҡына ҡалҡып сыҡҡан Алдар батыр һәйкәле! Барыһына ла Илшат Тажетдинов юл асҡан. Ниһайәт, бөрйәндәр үҙҙәренең иң бөйөк батырының һынын Ирәндек үрҙәренә ҡаратып баҫтырып ҡуйҙы. Алдар батырҙың ҡаһарман яҙмышы бөтә башҡорт халҡының тормошона һәм булмышына ишара кеүек. Петр батшаға тоғро һалдат, үҙ тыуған халҡына тоғро яугир!.. Скульпторыбыҙ Өлфәт Ҡобағошов бәхетлелер инде, сөнки уның хыялы тормошҡа ашҡан бит: башҡорт батырҙарының һын-шәүләһе Уралтау буйында ҡалҡып сыҡҡан.
Икенсе Этҡол мәҙәниәт йортоноң фойеһында береһенән-береһе алсаҡ ҡатындар һәм уҡыусы ҡыҙҙар ҡаршылай. Ысынлап та, ейәнсәрһеҙ ниндәй өләсәй булһын? Һәм аҡыҡтай аҡыллы Ағинәйҙең алдында аҫыл балалы алтындай килене йә ҡыҙы булыр. Быуындар күсәгилешлеге бик тәрән мәғәнәле һәм тәьҫирле күренеш. Барыһы ла ағинәйҙәр эше бит былар, тигән уй килә. Сөнки улар ил һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүгә ынтыла, шунан йәм таба.
Күргәҙмәләр беренсе булып күҙгә ташлана. Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәренең етәксеһе Фәрҙәнә Йәүҙәт ҡыҙы Мөхәмәтшина ҡуйған әйберҙәр араһында боронғо һуҡҡан ике киндер таҫтамал менән шулай уҡ барсалап һәм оялап һуғылған боронғо ҡыҙыл шаршау айырылып тора. Улар - милли хазинаның өлгөләре. Был монаятты һандығы төбөндә һаҡлаусы Рәхимова Рәйсә Тәхи ҡыҙы (1948 йылғы) Ниғәмәттә йәшәй. Ул уҡытыусы, мәғариф ветераны, шаршау менән таҫтамалдар уның әсәһенән - Беренсе Этҡол ауылынан килен булып төшкән Әсмә ханымдан ҡалған иҫтәлек. Сүпләм ысулы менән геометрик сатрашлы биҙәкләп һуғылған таҫтамалдар - элекке ырыу тамғалары ҡуйылған бирнә таҫтамалдары. Башҡорт киндер таҫтамалдарын этнографтар айырым бер билдәһенә ҡарап таный: уларҙа симметрияһыҙ-ниһеҙ кинәт кенә бер ҡара биҙәк ҡуйыла. Ошо биҙәктәр ниҙер аңғарта, яманлыҡты алдан иҫкәртә, күҙ тейеүҙән һаҡлай, уйландыра һәм һаҡ булырға өндәй. Ике башлы ике һуғылған киндер таҫтамал килен төшкән йортта тәҙрә башына йә урҙаға эленә, улар менән туй көрәгәһе ябыла, улар һабантуй батырының иңбашына һалына йә бәйгелә еңгән толпарҙың муйынына эленә. Ырыу таҫтамалы ҡатын-ҡыҙҙың ҡайҙан һәм кем араһынан төшкәнен аңғарта, уның шәжәрәһен һәм ырыу тарихын да һөйләй ала. Ырыу таҫтамалына төрөп ил инәһен һуңғы юлға оҙаталар...
Йәнә бер күргәҙмәлә һәр төрлө дарыу үләндәре теҙелгән. Баймаҡ далаһының ҡояшлы һәм алтынлы ерендә үҫкән мөғжизәле шифалы үләндәр кеүек тойола улар. Үләндәрҙе белеп кенә йыйыусы - Вәлиева Миңлегөл Дәүләтбай ҡыҙы, ул 1960 йылғы. Танышҡан саҡта беҙгә һөйөнсөләп, шатланып тора: "Мин инде пенсионермын!" Иншаллаһ, мәнфәғәтен күр хаҡлы ялыңдың, тип әйтәһе килә беҙҙең бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға. Улар барыһы ла лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, ошо йәшкә еткән. Сәләмәтлектәре йәнә оҙон ғүмергә етһен ине, сөнки уларҙың эшләйһе эше, һөйләйһе һүҙҙәре һаман да халыҡҡа бик кәрәк. Миңлегөл Дәүләтбай ҡыҙы ла һәр үлән усламын алып, бәйнә-бәйнә уның сихри көсө хаҡында һүҙ башлай, барыһы ла халыҡсан, барыһы ла ерлекле һәм тәғәйен уның белгәндәре. Ағинәйҙәр ошо ғилемде лә балаларына тапшырып, бер заман халҡыбыҙҙы ағыулы химик препараттарҙан арындырыр микән? Килер бер көн, Башҡортостан далаһының шифалы үләндәре буйынса фәнни-тикшеренеү институты асылыр һәм унда эшләгән йәш ғалимдар йәшлек һәм һаулыҡ эликсиры булған башҡорт сәйҙәрен тәҡдим итер. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең Көньяҡ Уралдағы ирәүән, ҡылған, ут үләне, андыҙ, мәтрүшкә, ҡан үләне кеүек затлы дарыу үләндәре иҫ киткес тәбиғи көскә эйә.
Йәнә бер күргәҙмә "Һыйлы көнөң һыйырҙа" тип атала. Бында малсылыҡ менән быуаттар буйы шөғөлләнгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡулында һыйыр ағының ниндәй татлы һәм файҙалы ризыҡҡа әйләнеүе күренә. Дилара Динислам ҡыҙы Түләбаева ҡороттоң өс төрөн тәҡдим итә. Ҡыҙҙар буҙа эшләй, һары май иретеп һата. "Май майын яратып алалар, Аллаһы бойорһа, малдар имен ҡышлаһа, үҙебеҙ һау булһаҡ, яҙ көнө кем май һораһа, шуға инселәп әҙерләрбеҙ", - тип ҡуя Миңлегөл. Һай, ауыҙыңа һары май! Әйткәнең килһен, һылыу, тигән булайыҡ.
Икенсе Этҡол мәҙәниәт йортоноң тамаша залында халыҡ күбәйә, улар араһында бер ҡарт та бар. Ул минең күптәнге танышым Сөнәғәт ағай. Сәсән ташы хаҡында фильм төшөргәндә лә ул ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр өҫтәп йөрөгәйне. Әле лә беҙҙе күреү менән ниҙер һамаҡлай ҙа башланы:

- Нахаҡ бәләләр тағып, сәсәндәрҙе сәсәткән,
Туған телде рәнйетеп, халыҡ рухын имгәткән
Иблес затлы бәндәләр баҫып бара донъяны.
Ана шулар бит инде ҡотороп золом ҡылалар,
Тәбиғәткә ҡанығып, оноталар саманы,
Тырнаҡ осо тиклем дә юҡ уларҙың иманы...
Иманһыҙҙар үрсеһә, илдә тәртип буламы?
Ата-баба йортона ап-аҡ бәхет ҡунамы?
Шуға борсолам бөгөн: һәр милләттең выжданын
Үҙебеҙ ағартмаһаҡ, кем ағартһын донъяны?
Кем ағартыр донъяны?..

Йәйгә, Аллаһы бирһә, план бар - шәжәрә байрамы үткәрергә ниәтләйбеҙ, - тип ҡуя шунан Сөнәғәт ағай...
Артабан яҡты иркен бүлмәлә түңәрәк ҡорға йыйылдылар. Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Мерәҫ, Түбә, тағы бер нисә ауыл ағинәйҙәре, район мәҙәниәт идараһынан әйҙәүсе белгес Илнара Үлмәҫбаева менән танышабыҙ. Икенсе Этҡол ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова һәр ҡунағын матур һүҙҙәр менән ҡаршылай: "Ағинәй ул аҡ күлдәкле генә түгел, аҡ уйлы, аҡ ниәтле..."
Баймаҡ районының 99 ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын бергә туплаусы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова башта ҡайһы бер эштәр тураһында бәйән итте. Пандемия менән бәйле үҙҡурсаланыу осоронда ла ойошма ағзалары әүҙемлектәрен һүрелтмәгән, уларҙың эше онлайн дауам иткән: һәр кем үҙ өйөнән эш-ләнгән эштәрен интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә, вацап чатында яҡтыртып барған. Милли күлдәк тегеү, биҙәүестәр эшләү, төрлө ҡул эштәрен атҡарыу менән генә шөғөлләнмәгән ағинәйҙәр, ә төрлө темаға флешмобтар, фекер алышыуҙар ойошторған, балаларға әкиәттәр һөйләгән, йомаҡтар ҡойҙорған, төрлө уйындар өйрәткән.
Артабан Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы күрше райондарҙың ағинәйҙәр йыйынына барып, ниҙәр күреүе хаҡындағы бәйәнгә күсте: "Үҙҡурсаланыу тәртибен боҙмай ғына Әбйәлилгә, Байым ауылына "Ашъяулыҡ" байрамына барҙыҡ. Сибай ҡалаһы ағинәйҙәренең "Тәмле" конкурс-фестиваленә лә барып, һушыбыҙ китеп ҡайттыҡ. Ҡаланың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Венера Йәнбәкова конкурста биш метрлыҡ тултырмаһы менән ҡатнашты. Рима Ғәзимова исемле ағинәй "Тыжыҡ" тигән милли ризыҡ әҙерләгән. "Тыжыҡ" - ваҡ йәки эре малдың ҡарынына йә йоморо эсәгенә, йәки ҡартаға, йәки күҙләүеккә төрлө эсәк, май, ит киҫәге турап тултырып, тегеп бешерелгән ризыҡ икән. Ошондай бик шәп ризыҡтар бар икән беҙҙең, уны нишләп онотҡанбыҙҙыр? Рима Ғәзимова әҙерләгән йәнә бер милли ризыҡ - "Ҡойолтмаҡ". Ул бик ябай эшләнә: ҡатыҡҡа аҙ ғына ҡаймаҡ, еләк, сейә йәки слива ҡайнатмаһы ҡушып һалына ла, нығытып туҡыла йәки блендер аша үткәрелә, тәмле йогурт барлыҡҡа килә. Инде ҡыуанып, ғорурланып ҡайттыҡ Сибайҙан. Телгә, мәҙәниәткә, халыҡҡа һөйөүҙе ошо йолалар аша тәрбиәләй ҙә инде ағинәйҙәребеҙ..." Ағинәй ауыҙынан бер йола-ырым тураһында ла ишеттек. Баҡтиһәң, борон башҡортта яңы тыуған сабыйҙы атаһының күлдәгенә төргәндәр икән. Ни өсөн? Баланы атаһы үҙ итһен, яратһын, яҡлаһын өсөн. Атайҙың күлдәгенән яһалған тәүге йүргәкте өй өрлөгө аҫтына ҡыҫтырып ҡуйғандар...
Бына шулай баш ағинәй үҙе белгән-күргәнде фекерҙәштәре менән уртаҡлашты, киләсәккә эш пландарын аңлатты: "Инде милли кейемле, биҙәүесле булдыҡ, былтырҙан башлап хаталар өҫтөндә эшләйбеҙ. Быйыл учалыларҙан күрмәксе, милли аяҡ кейеме - сарыҡ тегергә өйрәнәбеҙ", - тип, Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы яҡын арала сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәге тураһында белдерҙе.
Ағинәйҙәр бер-береһен уңыштары менән дә ҡотлап үтте. Көнһылыу Сөләймәнова Айрат Сирбаев исемендәге шиғри бәйгелә еңеүселәр исемлегендә, Мөнирә Мәүлетҡолова шашка буйынса районда билдәле спортсы булып ҡайтҡан һәм башҡалар. Уларҙың шулай әүҙем һәм сәләмәт тормошта донъя көтөүе бөтә халыҡҡа үрнәк. Артабан оло сәхнәлә "Яулыҡ байрамы" менән танышабыҙ. Уны Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнованың сценарийы буйынса ойошторғандар булып сыҡты... Артабан беҙ Ишмырҙа-Юкәләр ауылына юлландыҡ. Унда ла беҙҙе райондың бер нисә ауылы ағинәйҙәре йыйылып көтә ине...

Сәрүәр СУРИНА.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.21 | Ҡаралған: 636

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru