«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАЛТАУҒА ҠОТ ҠАЙТАРЫР САЛАУАТ!
+  - 


"Минең исемем Салауат" тигән документаль фильмдың премьераһы "Родина" кинотеатрының ҙур залында үтте. Оло зал тулы халыҡ тын да алмайынса, шаҡҡатып, экрандағы ғәжәйеп оло яҙмыш һәм ижад балҡышын тамаша ҡылды.

Күренекле скульптор һәм иҫ киткес һәләтле замандашыбыҙ - Салауат Александрович Щербаков тураһындағы фильм бик ябай һәм тормошсан кадрҙан башлана. Бына фильм авторы Гәүһәр Батталова, билдәле документаль кинотаҫмалар ижад иткән журналист, Мәскәү урамы буйлап атлап бара, береһенән-береһе йөкмәткеле мөһабәт скульптуралар һәм композициялар янынан үтә. Ул да, миллиондарса кешеләр кеүек, ғәжәйеп күркәм һындарға һоҡланып һәм ғәжәпләнеп ҡарай, сөнки уларҙың һәр береһе ниндәйҙер тарих һөйләй, ниҙер көйләй, ниндәйҙер ауаз-оран һала... Баҡһаң, уға ҡаршы атлап килгән мыҡты кәүҙәле ир-егет - ошо матурлыҡ һәм рухи йөкмәтке аша таш урамдарға йәм биреүсе скульптор Салауат Щербаков үҙе икән. Ике замандаш осраша, икеһенең дә уйы бергә тыуған яҡҡа - Башҡортостанға ҡарай уҡтала. Тыуған Уралҡайға һөйөнсөләргә ашыға автор, һуңғы йылдарҙа йөрәге Ҡуштау тетрәнеүҙәрен кисереп, туған теле һәм туған моңдары яҙмышы өсөн хәсрәтләнеп аптыранған башҡорт халҡына Салауат исемле улының оло ижады хаҡында бәйән итергә теләй.
Тәндәрҙе сымырҙатып, ябай ғына һүҙҙәр әйтелә: "Минең исемем Салауат!" Башҡорт улдарының затлы исеменән күҙҙәргә мөлдөрәмә йәш тула. Салауат... Һин тап шулай булырға, шулай йәшәргә һәм илеңә ҡайтырға тейешһең, башҡорт улы! Ғүмерендә тәүге мәртәбә иле алдында теле асыла балаһының. Уның Аллаһы ҡаршыһындағы исем-шәрифе - Салауат Дәүләтҡужа улы Ишкилдин икән. Эйе, бөтә донъяға билдәле монументаль һәйкәлдәр оҫтаһы Салауат Александрович Щербаков - ул башҡорт егете Дәүләтҡужа Сиражетдин улы Ишкилдиндың улы.
Мәскәүгә, тимәк, бөтә Рәсәйгә Ватаныбыҙҙың һәм уның халҡының илаһи бөйөклөгөн раҫлаған монументаль композициялар ижад итеүсе шәхестең тамырында башҡорт ҡаны, башҡорт рухы тиртә!
"Ҡайҙа ғына йөрөһәң, матур йөрө, кем балаһы тип үк һорарҙар!" Шулай тип аҡыл-нәсихәт бирә башҡорт йыры. Кем һуң Салауат Щербаковтың атаһы, кем балаһы ул был хәтле һәләтле һәм ынтыматлы ижад оҫтаһы? Оло тарихи Башҡортостандың бөгөн Ырымбур өлкәһендә бүленеп ҡалған Һарыҡташ районы Ҡолсом ауылында тыуған Дәүләтҡужа Сиражетдин улы Ишкилдин - ул Хоҙай мөғжизәһе менән генә иҫән ҡалған башҡорт балаһы. Граждандар һуғышы ғәрәсәтендә һәм 1921 йылғы йот ваҡытында Дәүләтҡужаның йән биргән ата-әсәһе лә, йүн бирерлек бер яҡын туғаны ла иҫән ҡалмай - ул ауыр заманда ике миллионлыҡ башҡорттоң яртыһынан күбе ҡырыла, ҡыйрала, ҡыуыла... Тома етем ҡалған малайға балалар йортонда Александр Семенович Ишкилдов, тип яңы исем бирәләр. Егет ҡорона еткәс, 19 йәшендә Александр (Дәүләтҡужа) Бөйөк Ватан һуғышына алына, сапер булып, дүрт йыл буйы ауыр яу яландарын үтә - Мәскәү, Сталинград, Курск... Ҡаты яраланып, бер күҙен юғалта. Маңлайынан эйәгенә хәтле яра эҙе ҡала. Һуғыштан һуң Мәскәүҙә техникумға уҡырға инә, эшкә ҡала. Мыҡты буйлы, ҡырлас танаулы, ҙур йәшел күҙле егеттең һылыулығын хатта ҡурҡыныс яра эҙе лә ҡаплай алмай. Түшендә орден-миҙалдары сыңлай. Елена Сергеевна Щербакова исемле Мәскәү ҡыҙы уға "Батыр яугир" тип ғашиҡ була. Елена үҙе лә бик затлы тоҡомдан: уның ата-бабалары араһында священниктар, уҡытыусылар, рәссамдар була. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы ике бала донъяға килә. Дәүләтҡужа-Александр улына Салауат тип, ә ҡыҙына Ғәлиә тип исем ҡуша. Үҙенең фамилияһын Ишкилдовтан Ишкилдин тип үҙгәрттерә. Дәүләтҡужаны һуғыш яраһы бик ҡаҡшата, күҙендә тороп ҡалған тимер ярсығы һыҙлап ыҙалата, уның бөтә шатлығы улы Салауат менән ҡыҙы Ғәлиә булһа, бөтә ғорурлығы - башҡортлоғо һәм яугир-фронтовик булыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат атаһы менән алты йыл ғына йәшәп өлгөрә, әммә атай хыялын, рухын, сабыр аҡылын ғүмерлеккә йөрәгенә һеңдерә. Дәүләтҡужа бер ҡасан да үҙенең Көньяҡ Уралдан икәнен, "ожмах кеүек илдә" тыуыуын онотмай, туған телен дә яҡшы белә. Башҡорт йыр-көйҙәрен да йырлай ул улына. "Башҡорт икәнемде ҡаным менән, аңым менән тоям. Гендар һәм ҡан ауазы бер ҡеүәт, тән һәм физик таһыллыҡтағы үҙенсәлектәр - икенсе ҡеүәт бирә икән. Минең хатта самбист алымдарым, хатта атлап йөрөүем башҡортса, тиҙәр, йәшәгән һайын мин башҡорт икәнемде нығыраҡ һиҙә барам", - ти Рәсәй художество академияһы академигы, профессор, Мәскәүҙәге иң күренекле Хәрби дан мемориалдарына һәм бөтә Рәсәйгә һоҡланғыс рухлы скульптуралар ижад иткән Салауат Щербаков.
Салауат Щербаков үҙен "йәш башҡорт" тип иҫәпләй, сөнки ул башҡортса һөйләшергә өйрәнә (сит телдәрҙе бик яҡшы белә). Уның ижадын бөтә донъяла яҡшы белһәләр ҙә, Башҡортостанда бик аҙ кешегә генә таныш әле. Фильмды төшөрөүсе төркөм тап ошо уй-маҡсатты алға ҡуя: тамашасыны Салауаттың ижады менән таныштырыу! Күренекле Рәсәй скульпторы, педагог, профессор, Рәсәй художество академияһы академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, СССР художниктары союзы ағзаһы ул Салауат Александрович Щербаков. Ул ҡырҡтан ашыу һәйкәлдәр авторы, "Хәрби дан ҡалалары" теҙмәһендәге ҡырҡ биш стела шунса һанлы ҡалаларҙа ҡуйылған, уникаль йөкмәткеле интерьер проекттары ундан ашыу, ике тиҫтәләй мемориаль алтаҡталар ижад иткән. Кремль майҙанындағы һәйкәлдәр рәтен дә уйлап табыусы, Мәскәү күрке булған Владимир кенәз һәйкәленең авторы, шулай уҡ император Александр I, митрополит Гермоген, Столыпин һәм башҡа бөйөк шәхестәрҙе һынландырыусы ул.
Фильмды ҡараған һайын һулыш иркенәйә, гүйә, Уралтау үрҙәренә олғашаһың, киң далалар буйлап атта сабаһың. Салауаттың ижади маһирлығы, хыялының киңлеге, ҡулының тәүәккәллеге арбағандан арбай. Ирекһеҙҙән йән йөрәкһеп китә, уның ауыр яранан йүнәлә алмай иртә киткән яугир атаһының рухына тәһлил әйтәһең, уны шулай юғары итеп яратҡан Аллаһыға рәхмәт уҡыйһың...
Яңы документаль фильм авторҙарына - Гәүһәр Батталова, Әлфиә Арыҫланова, Урал Ғатауллин, Илшат Хәлиловтарға мең рәхмәт! Башҡорт - аҫылташ! Әгәр ҙә ул иманлы милли рухын онотмаһа, сәләмәт-һау булһа, төплө белем алһа, яҡшы юлдаштар тапһа, эсмәһә - Аллаһы Тәғәлә уның меңәр йыллыҡ боронғо ҡанында һаҡланған аҫыл һәләттәрен донъяға күрһәтергә, ижад итергә, үҙ юлын ярырға ярҙам итәсәк!
Ғөмүмән, Гәүһәр Батталованың фильмы бик тә кәрәкле теманы күтәрә: нисек эҙмә-эҙлекле һәм тоғро итеп үҙ асылыңды һаҡлау, юллау, табыу тураһында ул. Фильмда бер нисә урында Салауат Щербаковтың башҡортса һүҙҙәре ҡушыла. Ул, туған теле яңы асылған, милли рухы тоҡанған "йәш башҡорт", киләсәккә уй-ниәттәрен туған телендә яңғырата, һәм ул ниәттәр Башҡортостан өсөн дә ҙур яңы эштәргә бәйле буласаҡ. Режиссер Әлфиә Арыҫланованың һоҡландырғыс теүәл монтажлауы, композитор Илшат Хәлиловтың тапҡан көйҙәре фильмға шул тиклем оҫта ялғана, гүйә, оло Йыһан тыны бәрелә, ә әҙәм балаһы шул йәшәү тигән ваҡыт арауығы эсендә үҙенең юлын таба. Кинооператор Урал Ғатауллиндың ижады, ғөмүмән, телевизион кино сәнғәтендә иң күркәм һәм профессиональ күренештәрҙең береһе.
Журналист, шағирә Лариса Абдуллина "Башҡортостан" гәзитендә 2019 йылдың декабрь айында сыҡҡан мәҡәләһендә, һыуға ҡарағандай, Салауат Щербаковтың бөгөнгө халәтен бәйән иткәйне. Ул Мәскәүҙә йөрөгәндә Ҡыҙыл майҙанда мәшһүр таш һынлы композицияларҙы күрә, уның авторы Салауат Щербаков тигән скульпторҙың башҡорт егете икәнен белеп ҡала. Ошо оҫтаның бөтә донъяға билдәле эштәрен тасуирлап, туғанын күргәндәй шатланып, һөйөнөслө мәҡәлә яҙып та сыға. Салауат Щербаковтың уҡталып алға сапҡан ижад толпарының йүгәнен ул, гүйә, Уралтауға, башҡорт иленә табан ҡайыра, уға тыуған ерендә лә ырыҫлы юлдар юрай. Ларисаның мәҡәләһе шулай тамамлана: "Скульпторҙың Башҡортостан сәнғәте өлкәһендә лә үҙенең ҙур эшен атҡарыу теләге бар. Уның атаһы ла Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Башҡорт атлы дивизияһының командиры Шайморатов генерал тураһында һынлы сәнғәт донъяһында скульптор Салауат Щербаков-Ишкилдинға үҙ һүҙен әйтергә ваҡыт еткәндер..." Ларисаның юрауы юш килә. Күптән түгел генерал Шайморатов һәйкәле макеттарының конкурсы үтте, тиҫтәләрсә эштәр араһынан Сергей Щербаков һәм уның командаһы тәҡдим иткән монументаль һәйкәл һәм композиция өлгөһө еңеп сыҡты. Ул тиҙҙән Өфөнөң Совет майҙанында ҡуйыласаҡ.
Ә мин һаман фильм шауҡымында: эх, беҙҙең бөтә халҡыбыҙ тиҙерәк күрһен ине Салауаттың илһамлы ижад балҡыштарын. Уралтау үрҙәрен, тамашасыны гел юғарыға, яҡтыға әйҙәгәндәй ул тыуҙырған һынлы сәнғәт ҡаҙаныштары. Шул хәтле гүзәллекте бер Аллаһының ярҙамы менән генә бер оҫта кешенең йөрәге һәм ҡулдары яһаған, уның хеҙмәте аша илебеҙ тарихындағы бик күп сәхифәләр көн төшкәндәй яҡтыра, образлы һындарға әйләнеп, заман алдына баҫа.
Фильм бик ихлас төшөрөлгән, унда ҡатнашыусы күренекле рәссам-скульпторҙар барыһы ла Рәсәй Художество академияһы академиктары, профессорҙары, бындай нескә һәм ҡатмарлы сәнғәттең баһаһын белеүсе, мәғәнәһен аңлаусы заттар. Улар фильм геройы Салауат Щербаков тураһында ғына һөйләмәй, ә үҙҙәренең ошо бөйөк эшһөйәр ижадсы менән үткән юлын барлай, сағыштыра, күҙ алдына килтерә, унан алған һабаҡтары, кисергән ҡыуаныстары менән уртаҡлаша. Салауат Щербаков Рәсәй һәм донъя сәнғәтендә үҙ бейеклеген, үҙ вәзен-стилен ҡалдырған оҫта булараҡ, һис яңғыҙ түгел, шуныһы бик ҡиммәт. Ул үҙ тирәһендә тоғро дуҫтар, фекерҙәштәр, уҡыусылар туплаған, улар менән бергә яңы уй-ниәттәрҙә һәм эшмәкәрлектә ҡайнап йәшәй.
Әле килеп оҫта үҙ ижад ҡарашын Башҡортостанына, тыуған халҡы тарихына һәм киләсәгенә йүнәлтә. Фәрештәләр уны яман һүҙҙән һәм яман күҙҙән һаҡлаһын, ижади уңыштар менән бергә баш бәхете, ил бәхете, остаз бәхете лә теләйек.

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 546

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru