«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЙНӘ БАШҠОРТТАРЫНДА
+  - 


"Татар телле Ғәйнә башҡорто беҙ, башҡорт рухлы Ғәйнә татары". Пермь крайына беренсе тапҡыр командировкаға барғанда сәхнәнән яңғыраған ошо шиғыр юлдарын ишетеп, тетрәнелгәйне. Ысынлап та, ул ваҡытта ғәйнәләрҙең теле башҡорт теленең диалекты булыуын теоретик яҡтан белһәк тә, ғәмәлдә, осрашып, күрешеп, аралашырға тура килмәгәнлектән, үҙ ерлегендәге телдә сығыш яһаған һәм, "Ҡаҙанға барһаҡ, беҙҙе "башҡорт" тиҙәр, Өфөгә барһаҡ, беҙ - "татар", тип әсенгән милләттәштәребеҙҙең үҙҙәрен нисек тойоуын, моғайын, шундай хәл-торошта ҡалғандар үҙҙәре генә аңлайҙыр. Ә бит ғалимдарҙың, бигерәк тә генетика буйынса бынан күп йылдар элек милләттәрҙең барлыҡҡа килеү һәм үҙ-ара йоғонтоло аралашыу майҙаны булған Волга-Урал төбәге территорияһындағы тикшеренеүҙәре тап ғәйнәләрҙә гендарҙың күпселектә үҙгәрмәй, таҙа килеш һаҡланыуын асыҡлай. Йәғни ғәйнәләр борондан килгән йәшәү кодын боҙмай һаҡлап ҡала алған ҡәүем.

Бөгөн, глобалләшеү, цифрлашыу кеүек донъяуи күренештәр, бер яҡтан, ыңғай күренеш булғанда, икенсе яҡтан, хәүеф менән янағанда, былай ҙа ассимиляцияға ҡаршы аяҡ терәп көрәшергә мәжбүр булған ғәйнә башҡорттары нисек йәшәй? 18-20 мартта Пермь төбәгендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре был һорауға яуап тапҡандыр, моғайын. Ғәмәлдә, был төбәктә саралар 16 мартта - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһының Пермь крайы ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән "Туған тел - изге аманат" тип аталған онлайн-осрашыуынан башланып, башҡорт телен ғаиләлә, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү мәсьәләләре, телде өйрәтеү буйынса заманса мобиль ҡушымталар ҡаралды. 18 мартта иһә Барҙа ауылының Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияһында "Тамыр" телеканалы һәм "Аҡбуҙат" журналы коллективтары, "Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин эш башланы. Улар балалар менән аралашты, милли кейемдә фотосессия ойошторҙо, төрлө уйындар үткәрҙе, "Нурбостан", "Шумер" йәнһүрәттәрен күрһәтте, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Булат Йосопов һәм Айнур Асҡаровтың нәфис фильмдары күрһәтелде.
Шул уҡ көндө Төнгүк ауылының Мәҙәни-ял үҙәгендә Ғәйнә башҡорттарының съезы үтте. Сарала Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Пермь крайының Барҙа районы башлығы урынбаҫары Татьяна Балтаева, Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Эльвира Айытҡолова туған телде һаҡларға, уны тәү сиратта ғаиләлә онотмаҫҡа өндәне: "Бишенсе ҡоролтайҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Ниндәй телдә, диалектта һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кемде беҙ башҡорт тип ҡабул итергә тейешбеҙ. Ырыуҙар йыйыны үткәргәндә ошо маҡсатты ла алға ҡуябыҙ. Башҡорт теленең диалекттары, һөйләштәре күп, милләттәштәребеҙҙе тел буйынса айырмайыҡ. Былтыр халыҡ-ара кимәлдә башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторҙоҡ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары уны үҙ диалектында яҙҙы. Сара быйыл да апрель айында үтә, ҡатнашырға онотмағыҙ", - тине.
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәк етәксеһе Юлдаш Йосопов махсус карта ярҙамында башҡорт ырыуҙары менән таныштырҙы. "Башҡортостан флагындағы ҡурай символындағы ете тажға ҡарап, күптәр башҡорттарҙы ете ырыу ғына берләштерә икән тип уйлай. Был дөрөҫ түгел, беҙҙә ырыуҙар хатта яҡынса иллегә етә", - тип аңлатты ул һәм ни өсөн тап башҡорт халҡында ырыуҙарға бүленештең һаҡланып ҡалыуын да төшөндөрөп үтте. - Ырыу - ул ерҙәргә хоҡуҡ белдереү субъекты. Ә шәжәрә - ул ошо ерҙәрҙә ғүмер баҡый йәшәү фактын иҫбат итеү".
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, "Без - башҡортлар" төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев сығышын үҙенең бала сағын, мәктәп йылдарын хәтерләүҙән башланы: "Мәктәптә татарса, Татарстан китаптары менән, баш ҡалабыҙ - Ҡаҙан, республикабыҙ - Татарстан, тип уҡыныҡ, ә өйҙә атайым һәр ваҡыт - "без - башҡортлар", ти торғайны. Уларҙың ҡайһыһы хаҡлы икәнен ул ваҡытта асыҡлап тормағанбыҙ ҙа, белмәгәнбеҙ ҙә инде. Әммә атайымдың һәр ваҡыт "без - башҡортлар" тиеүе күңелдә һаҡланып, тынғылыҡ бирмәй ине. Мәктәпте тамамлап, үҙем архив документтары буйынса тикшереүҙәр алып бара башлағас, ысынлап та башҡорттар булыуыбыҙҙы асыҡланым. Башҡорт өсөн шәжәрә - ул уның резюмеһы. Унда алыҫ ата-олатайҙарыбыҙҙың кем булыуы, нимә менән шөғөлләнеүе, ниндәй наградалары, дәрәжәләре булыуы хаҡында мәғлүмәттәр табабыҙ. Хатта һеҙҙең дә ата-бабаларығыҙ данлыҡлы булыуы мөмкин, сөнки улар һәр ваҡыт шәжәрәһенең өҙөлмәй дауам итеүе һәм унда мөһим мәғлүмәттең яҙылып барыуы хаҡында хәстәрлек күргән. Әгәр мин бөгөн үҙемде татар тип йөрөһәм, баҡыйлыҡта атай-олатайҙарым алдында нимә тип яуап бирермен? Ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен генә түгел, бар ете быуынын ҡайғыртҡан, уларҙың теге йәки был эштәре, шөғөлдәре хаҡында шәжәрәгә яҙылып ҡалдырыла килгән. Беҙ ҙә нәҫелдәребеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйек, шәжәрәбеҙҙе лайыҡлы эштәр менән тулыландырайыҡ һәм дауам итәйек", - тип тамамланы ул һүҙен.
Ырыу башлығы Марат Мозафаров Пермь крайы башҡорттарының һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, көнүҙәк проблемалаларға ла туҡталды, йәш быуында үҙ тамырҙарына, тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу һүрелеүе күҙәтелеүен билдәләне. Крайҙың башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов ғәйнә башҡорттары һөйләше үҙенсәлектәренә туҡталып, заманында тырышып-тырмашып башҡорт әҙәби телендә һөйләшергә маташҡанда билдәле ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың: "Һинең телең башҡорт теле, уның үҙенсәлеген һаҡларға кәрәк", - тиеүен билдәләп үтте. Әйткәндәй, былтыр Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантын ота һәм 10 урында башҡорт телен өйрәнеү буйынса факультатив дәрестәр алып бара, уларҙа 140-тан ашыу бала шөғөлләнә. 2000 дана "Ғәйнә һүҙлеге" тигән китапты грант аҡсаһына һәм бағыусылар ярҙамында сығаралар. Был китапҡа 3 меңдән ашыу һүҙ кергән. Урындағы яҙыусының ғәйнә телендәге шиғырҙарын, шулай уҡ рус телле гәзиткә ҡушымта сығарыла. Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст асыла. Быйылғы грантҡа бюст эргәһенә "Алтын китаптар" тигән мәғлүмәти стенд ҡуйырға планлаштыралар. Уларҙың береһендә - Исмәғил Тасимов, икенсеһендә - Туҡтамыш Ишбулатов, өсөнсөһөндә - Салауат Юлаев бригадаһында полковник дәрәжәһе алған шәхестәр, дүртенсеһендә 1812 йылғы Ватан һуғышында миҙалдар алған ғәйнәләр тураһында мәғлүмәт буласаҡ.
Рәфис Мукаев сығышын топонимика йүнәлешенә арнаны, урындағы ер-һыу атамаларының тап башҡорт теленең ғәйнә һөйләшендә булыуын, был ерҙәрҙә элек-электән ғәйнә башҡорттары йәшәүен иҫбатлауын иғтибарға алды. "Йыйын үткән ауылдың исеме - Төнгүк, ул "төн кеүек" һүҙбәйләнешенән сыҡҡан", - тине Рәфис Рәмис улы. Ә бына Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары Рушан Шәрипов этник спорт төрҙәре, атап әйткәндә, көрәш, ат ярышы, төрлө милли уйындарға иғтибар йүнәлтте, ат сабыштарының был ерҙәрҙең төп спорт төрө булып тороуын билдәләне.
Башҡултай (Башҡорт Ҡолтай) ауылынан крайҙы өйрәнеүсе Фаил Сәйҙәшев тә тарихты һаҡларға саҡырҙы: "Беҙҙең ауылдаштар аҫаба ерҙәрен яҡлап, һаҡлап хатта батшаға барып еткән. Шулай уҡ тарихтан билдәле башҡа арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Шуға ҡарамаҫтан, Исмәғил Тасимов татар ғалимдарының китаптарында "татар" булып инеп китә - был бер ҡалыпҡа ла һыймай. Беҙгә үҙ тарихыбыҙҙы китаптар, тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын нәшер итеп һаҡларға кәрәк". Конференция һуңында ғәйнә ырыуы советы башлығы итеп ҡабаттан Марат Мозафаров һайланды, йыйылыштың резолюцияһы ҡабул ителде. Унда башҡа пункттар менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә "Юлдаш" радиоһы һәм "Башҡортостан" юлдаш телевидениеһын Пермь крайы биләмәләрендә тыңлау һәм ҡарау мөмкинлеген булдырыу; Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эргәһендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында эшләүсе хәбәрселәр пунктын асыу; ғәйнә башҡорттарының фольклорын, боронғо кейемдәрен һәм биҙәүестәрен өйрәнеү буйынса фәнни эшмәкәрлекте дауам итеү тураһында мөрәжәғәт итергә, тигән пункттар ҙа индерелде.
Ике көн дауам иткән сара барышында Елпачиха урта мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе асылды, класты йыһазландырыу өсөн ноутбук, заманса мультимедиа ҡоролмаһы һәм ике комплект ете томлыҡ Башҡортостан энциклопедияһы бүләк ителде. Дәрестәр башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында алып барыласаҡ, бынан тыш Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте лә уҡытыласаҡ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Башҡорт теле - башҡорт иле" йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе" проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты еңеүсеһе булды һәм был сара ошо проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ Барҙа районының Үдек ауылында ла йәкшәмбе мәктәбе асылды. Уға ла проектор, проектор өсөн экран тапшырылды. Хәбәр итеүебеҙсә, Пермь крайында 2020 йылдың октябренән Ғабдулла Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһында ла йәкшәмбе башҡорт мәктәбе эшләп килә. Унда утыҙ бала шөғөлләнә. "Рәсәй буйынса туғыҙ йәкшәмбе мәктәбен асырға йыйынабыҙ, Пермь крайында ике мәктәп асыуға өлгәштек. Был йәкшәмбе мәктәптәрендә телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыласаҡ", - ти Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат директоры Илнур Сәлихов.
Бисура (тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең "Башҡортостан һәм уның сиктәш территориялары ауылдары тарихы" китабында Бисер ауылы атамаһын шулай тип күрһәтә) ауылында "Ғәйнәләр - халҡым, телем, тарихым" проектына ярашлы мәҙәни-мәғлүмәти конференция, концерт ойошторолдо. Унда шулай уҡ төбәк башҡорттары ҡоролтайының "Пермдә тыуған арҙаҡлы шәхестәр - Ғәйнә башҡорттары" күргәҙмәһе эшләне. Артабан Айнур Асҡаров "Өс таған" фильмын күрһәтте, аҙаҡтан режиссер һәм төп ролдәрҙә уйнаған актер малайҙар - Ғабдулла ролен башҡарған Илдар Биҡҡолов менән Вәзирҙе уйнаған Арыҫлан Ғәлиев тамашасылар менән аралашты. Пермь районының билдәле Башҡултай ауыл халҡы ла сараларҙан ситтә ҡалманы. Әйткәндәй, был ауыл ябай слесарь-сантехник Әнәс Мырҙаҡаев дүрт йыл ярым эшләгән бейеклеге 7 метрға етә яҙған тимер дүңгәләктәрҙән торған, заманса әйткәндә, монументаль арт-объект менән дә билдәле. "Батыр торҡаһы" тип атаған һәйкәл башҡорт батырҙарына арналған.

Шулай итеп...
Ғәйнә башҡорттары башҡорт халҡы тарихына данлы биттәр яҙған: XVIII быуатта ырыу старшинаһы Ишбулат Туҡтамышев Өфө провинцияһының һайлаусы башҡорттары исеменән наказ йыя, башҡорттарҙың мәнфәғәтен 20 йыл дауамында юғары дәүләт органы - Уложенная комиссияла яҡлай. Үрҙә телгә алынған Исмәғил Тасимов - эре сәнәғәтсе, үҙ иҫәбенә Петербургта Тау училищеһын аса һәм һуңынан ошо уҡыу йорто нигеҙендә Петербург тау институты ойошторола. Ғәйнә волосы 1-се Башҡорт кантоны составына инә һәм был кантон атлылары 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. Тарихын белгән - тамырлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, сөнки тамыры ныҡ ағас ҡына аумай. Ә ғәйнәләрҙең данлы тарихы тураһында архив сығанаҡтарына нигеҙләнеп яҙылған мәғлүмәттәр бик күп һәм бай. Тарихты нисек кенә үҙгәртергә тырышҡанда ла, архивтағы ҡулъяҙмаларҙы бер кем дә үҙгәртә лә, уларҙы инҡар ҙа итә алмай. Шуның менән көслө лә инде ырыуҙарыбыҙ!

Баҫмаға
Земфира ХӘБИРОВА
әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru