«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПЕНСИЯҒА ӨҪТӘМӘ КЕМГӘ?
+  - 


Рәсәй Пенсия фондынан, Башҡортостанда ауыл хужалығы өлкәһендә эш стажы 30 йылдан ашып киткән 55 мең пенсионерҙың аҡсаһы артасаҡ, тигән хәбәрҙе ишеткәс, бик ҡыуанғайным. Ниһайәт, халыҡты аҙыҡ-түлек һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармағын сеймал менән тәьмин иткән, республика иҡтисадында мөһим урын алып торған ауыл хеҙмәтсәндәренә лә йөҙ менән боролдолар, тип шатландым.

Билдәләнгән 25 процент, иш янына ҡуш булып, бәләкәй генә пенсияма өҫтәмә булыр ине, тип уйланым. Ул ниндәй һөнәр эйәләренә бирелер, эшләгән пенсионерҙарҙыҡы артырмы, ауыл хужалығында эшләп, әлеге ваҡытта ҡалала йәшәгән пенсионерҙарға өҫтәмә булырмы, тигәнерәк һорауҙар тыуҙы башта. Уларға яуапты интернеттан да эҙләнем, бергә эшләгән тиҫтерҙәремдән дә һораштым, идаралыҡҡа ла барҙым. Ошо өлкәлә эшләгән танышымдан үҙемдең пенсиямды яңынан иҫәпләтеп тә ҡараным. Был тәңгәлдә хәҙер үҙем теләһә ниндәй һорауға яуап бирә алырлыҡ кимәлгә еттем, тип уйлайым.
Мин совет заманында тыуып, мәктәп тамамлап, армиянан һуң колхозға эшкә урынлашып, атайым кеүек механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Эшләгән осорҙа пенсия тураһында бөтөнләй тиерлек уйланманым. Ундайҙар мин генә түгел, әлбиттә. Элек бит шулай була торғайны: һинең өсөн барыһын да етәкселек хәл итә ине. Үҙебеҙ ҙә уларға ныҡ ышанған булдыҡ, хоҡуҡтарыбыҙҙы ла белмәнек, белергә лә теләмәгәнбеҙҙер инде. Ҡартлығыбыҙ, буласаҡ пенсиябыҙ тураһында уй ике ятып бер төшкә инмәне. Уның өсөн яуаплылыҡ тураһында уйлау башҡа ла инеп сыҡмай торғайны. Хәҙер генә ул пенсия грамоталығын үҫтерәбеҙ тип, колледждарҙа, техникумдарҙа уҡ йәш быуынға аңлатыу эштәре алып баралар. Совет заманының, әлбиттә, ыңғай яҡтары ла күп ине. Совхоз ауылда йәштәр өсөн заманса йорттар төҙөгәс, шуларҙың береһенән фатир бирҙеләр. Атай-әсәйҙән айырым йәшәргә теләк ҙур булғас, уны ҡуш ҡуллап ҡабул иттек. Балалар тыуҙы, уларҙы үҫтерешергә лә, тәрбиәләшергә лә хөкүмәт ярҙам итте. Был йәһәттән ул заманға һүҙ тейҙереп булмай. Балалар баҡсаһы ла булды, мәктәптә лә, һөнәри уҡыу йорттарында ла түләүһеҙ уҡынылар.
Шулай шатланып ҡына йәшәп ятҡанда ҙур ил таралды, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡты, беҙ эшһеҙ ҡалдыҡ. Ауыл ерендә мал аҫрап йәшәргә була, тиҙәр ҙә ул. Бының өсөн малды ла, уға аҙыҡ-түлекте лә һатып алырға аҡса кәрәк бит. Ә совхозыбыҙ таралып, беҙ эшһеҙ ҡалған осорҙа бартер тигән әйбер сәскә атҡайны. Һин - миңә, мин - һиңә, тигән принципҡа ла бөтә ил менән өйрәнергә тура килде. Беҙҙең күршенең атын һыйыры һөҙҙө, саҡ салып өлгөрҙөләр. Икенсе көнөнә баҙарға барып һатҡан аҡсаға шулай уҡ бейә һатып алырға уйлағайны, ҡолонға ла етмәне, сөнки хаҡтар, сүпрәле ҡамыр һымаҡ, айлап, аҙналап түгел, ә көн һайын ҡабарған ваҡыт ине.
Мин пенсияға сыҡҡанда уның күләмен 2000-2001 йылдарҙағы эш хаҡынан сығып иҫәпләнеләр. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, ул осорҙа ниндәй эш хаҡы булһын инде? Мәсьәләнең тағы бер яғы бар. Совхоздың кадрҙар бүлеге инспекторы намыҫһыҙ ханым булып сыҡты. Мин башҡарған бар эште лә хеҙмәт кенәгәһенә "сезонный", йәғни миҙгел эше тип яҙған. Һөҙөмтәлә минең кеүек йыл әйләнәһенә төрлө эштә йөрөгән кешеләрҙең стажы бик аҙ булып сыҡты. Беҙ уны һуңынан ғына белдек. Конторала йылыла ғына ултырғандың һыуыҡта туң тимер менән эш иткән кешелә ниндәй ҡайғыһы булһын инде! Шуның арҡаһында бик аҙ пенсия менән сыҡтым хаҡлы ялға. Был ғәҙел түгел ине, әлбиттә. Ниндәй ауыр эш башҡарғанды беҙ үҙебеҙ генә беләбеҙ. Ауылыбыҙҙа техниканы һаҡларға гараж юҡ ине, ҡыш көнө тракторҙы тоҡандырыр өсөн утын яғып һыу йылыта инек. Бының өсөн бер-ике сәғәт үтеп китә. Фермала һауылған һөттө феләктәргә тултырып, ҡалаға заводҡа илтәһең. Илтәһең, тип әйтеүе генә еңел ул, ҡыш көнө юл юҡ, бата-сума барып ҡайтаһың, тулы бер көн китә. Эш хаҡы көнөнә 3 һумдан артмай. Яҙ етһә, сәсеүгә сығаһың. Бында ла ял юҡ. Шунан бесәнгә төшәһең, көндәр ҡоро торғанда кәмендә 16-шар сәғәт тракторҙан төшмәйһең, тиһәң дә хата булмаҫ. Мал аҙығы әҙерләп бөтмәҫтән комбайнға ултырталар. Бына ошо "сезонлы эш" булып сыҡты инде. Кем был терминды уйлап тапҡандыр, белмәйем, ләкин ул совет власының һуңғы йылдарында ауыл хужалығында эшләгәндәрҙең күбеһенең, бик күбеһенең тейешле пенсияһын юҡҡа сығарҙы. Беҙ, халыҡ аслы-туҡлы ултырмаһын, тип, көнө-төнө тырыштыҡ, тик бер ҡасан да ауыл хужалығында эшләп ҡарамаған Дәүләт Думаһы депутаттары пенсия тураһында уйлап еткерелмәгән закон ҡабул итеү арҡаһында минималь пенсия алып ултырам инде бөгөн.
Шуға ла пенсияға ҡағылышлы һәр яңылыҡты ҡолаҡты ныҡ ҡарпайтып ҡаршы алам. Утыҙ йыл эшләгәндәргә өҫтәмә ҡараласағын ишеткәс тә ауылдаштарымдың күбеһе яҡшыға өмөтләнде. Тик тәүҙә беҙҙең күбебеҙ эш стажын иҫәпләү өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарында раҫланған эштәр, производстволар, һөнәрҙәр, вазифалар исемлеге ҡулланылыуын белмәй инек әле. Биш йөҙҙән ашыу һөнәр буйынса колхоз-совхоздарҙа һәм башҡа ауыл хужалығы ойошмаларында эшләү иҫәпкә алына икән. Өҫтәмәнең уртаса суммаһы - 1421 һум. Бик күп тә түгел, шулай ҙа барып, яңынан иҫәпләтеп ҡараным. Күптәр 30 йыл өҙлөкһөҙ стаж булырға тейешме, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң эшләгән йылдар стажға инәме, тип ҡыҙыҡһына. Пенсияны иҫәпләгәндә дөйөм стаж иҫәпкә алына. Мәҫәлән, әгәр хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл хужалығында егерме алты йыл эшләгән булһаң, пенсияға сыҡҡас тағы 4 йыл эшләһәң, эш стажы өс тиҫтә йылға тула. Иң мөһиме, был йылдарҙа ла ауыл хужалығы өлкәһендә эшләргә кәрәк.
Тағы шуныһына иғтибар итеү мөһим: был өҫтәмә ауыл хужалығында эшләгән бөтә һөнәр эйәләренә лә тәтемәй. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған эштәр, производстволар, һөнәрҙәр, вазифалар исемлегенә ингәндәр генә уны алырға хоҡуҡлы. 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклем колхоз, совхоз, машина-трактор йыйыу комплексында эшләгәндәрҙең барыһы ла, вазифаһына ҡарамай, ауыл хужалығы тармағында эшләгән булып иҫәпләнә. Колхозға, совхозға ҡараған балалар баҡсаһында эшләгәндәр ҙә ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән иҫәпләнә. 1992 йылдан һуң ғына үҫемлекселек һәм малсылыҡта тир түккәндәрҙе иҫәпкә алғандар. Мәҫәлән, ҡоҙам ғүмер буйы ауылда йәшәп, механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Был өҫтәмәне ул да ала алмай, сөнки ул пенсияға сыҡҡас, ҡалаға күсеп китте. Баҡһаң, теркәлеү урыны буйынса ул ҡала кешеһе булып иҫәпләнә икән. Уға шулайтып аңлатҡандар. Утыҙ йыл буйы ауылда йәшәгәнлеген раҫлаусы документтар килтерергә тейеш булып сыҡты. Ҡатыным әлеге ваҡытта мәктәптә иҙән йыуа. Ауыл хужалығында дөйөм эш стажы утыҙ йыл. Эшләүен дауам иткәс, ул әлегә был өҫтәмәне алмай, эштән киткән осраҡта ғына индексацияланған пенсияны алырға хоҡуҡлы тинеләр.
Шулай итеп, ауыл хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың баяғы өҫтәмәне алырға хоҡуҡлы булғандары ла борсоуға ҡалғайны, сөнки уларҙың күбеһе оло йәштә һәм уларға документ, ҡағыҙ юллау, юл йөрөү анһат эш түгел. Был йәһәттән уларҙы һөйөндөрә алам: бер ниндәй ҙә документ илтеү кәрәкмәй. Әгәр ҙә стаж йәки йәшәгән урын буйынса өҫтәмә документтар килтереү кәрәкһә генә теркәлгән урын буйынса Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итеү мөһим.

Салауат ДӘҮЛӘТХУЖИН,
элекке механизатор.
Көйөргәҙе районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.21 | Ҡаралған: 1398

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru