«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СОҠОР
+  - 


Икенсе төн

Ир ойоп та киткеләне. Күпме ваҡыт йоҡлағанын да белмәне. Нисектер, йоҡоһо һаҡ булһа ла, татлы ла ине. Донъяһын онотоп китеп ойоно. Быға тынлыҡ менән саф һауа булышлыҡ иттеме, әллә ҡотолғоһоҙ хәлгә яйлап ҡына ышана барыуы сәбәпсе инеме - ойоно, тәне ял итте. Әбейҙәр сыуағына тура килеүе - уның бәхете, көндәр - ҡояшлы, ә төндәрен көн йылыһы, ҡышын яғылған мейес кеүек, ҡапыл юғалманы, яйлап ҡына һүрелә ине, шуға улай һыуыҡ үҙәккә үтерлек итеп өшөтмәй ҙә. Таңға табан ғына өшәнеп уянды ул. Ҡараңғы ине. Күҙен асыр-асмаҫ ҡына күккә ҡарап ятты. Бер йондоҙ күренә, артынан икенсеһе килеп сыға.
- Йондоҙҙар уйнаша. Тимәк, ер шары әйләнеүенән туҡтамаған, - тип һөйләнгән булды. Һөйләнәме, уйланамы, әллә уйҙары менән шулай әңгәмә ҡорамы ул - бик аңламай ҙа ине шикелле. - Ваҡыт та "ты-ыр" тимәй, бара, уҙа, китә. Мин генә туҡтағанмын. Әллә ер менән бергә әйләнгәс, мин дә хәрәкәттәме?!
Эһе-һей, ер өҫтөндә ниҙәр ба-ар? Елдәр иҫәме унда, ағастар япраҡ ҡоямы? Бында, ер аҫтында, тып-тыныс. Тауыш-тын юҡ. Ысынлап та, донъяла мин япа-яңғыҙмы ул әллә?
Яңғыҙ, тигәс, иҫенә йәш саҡтағы мәғәнәһеҙ генә бер көләмәс иҫкә төштө.
Бер грузиндың бисәһе үлгән. Мәйетте ҡәбергә тапшыралар. Туғандары, яҡындары янында ир ҡайғынан түгелеп илай икән:
- Один, совсем один. Один, совсем один, - тип һөйләнеп күҙ йәше түгә.
Бисәһенең ҡәбере янында яңғыҙы ултырһын, һағышын таратһын тип, яҡындары яйлап таралып бөтә. Грузин яйлап ҡына тора ла тирә-яғына ҡаранып ала һәм, бер үҙе генә икәнен белгәс:
- Один, совсем один! Один, совсем один! Один, совсем один! - тип ҡыуана, бейергә, йырларға тотона. Шул.
Зөбәйерҙең бер дуҫы грузин акценты менән эй килештереп һөйләй торғайны шуны. "Совсым одын" тип бейеп тә ала ине. Көлөшәләр. Зөбәйер генә, һуң яңғыҙ ҡалыуҙың ни ҡыҙығы бар инде, тип тыныс ҡала ине. Хәҙер бына аңлаған кеүек.
Ул дөм-ҡараңғы соҡорҙо уратып, стеналарҙы тотҡолап сыҡты.
- Мин дә савсем одын, савсем одын. Мин яңғыҙ, был ер шарында мин яңғыҙ, ур-ра, ур-ра! Уйлаһаң, бәхет бит ул япа-яңғыҙ ҡалыу, - шатланған булып ул үҙен-үҙе ҡосаҡлап алған булды. - Оло ер шарында мин - Робинзон Крузо! Мин - Робинзон Крузо! - тип бышылданы ла тирә-яғына ҡаранып алды. Ысынлап та мин яңғыҙмы ул, тип шикләндеме?
"Яңғыҙ саҡта мин үҙ серемде үҙемә сисә алам, бар донъя мәшәҡәтенән арынып, тирә-йүндәге кешеләр ҡарашынан, миңә булған мөнәсәбәттәренән азат булып... Ура! Хәҙер мин сер сисәм. Үҙемә. Мин Әминәне яратмайым. Бисәмде. Элек яраттым. Хәҙер - юҡ. Мин күршенең ҡатынын теләйем. Анфисаны. Уның һары сәстәрен еҫкәп, ҙур түштәренә башты һалып ятҡы килә. Килә! - ипләп тағы ла тирә-яғына ҡаранып алды. - Ысынлап та бер кем дә юҡмы бында?"
Бышылдап ҡына:
- Анфиса, я тебя хочу! Теләйем, - ул ипләп кенә салбар шәлтәүҙәрен ысҡындырҙы ла... блондинка күршеһен күҙ алдына баҫтырҙы. - Ҡабаланма, Анфиса. Ҡурҡма ла, бер кем дә юҡ, беҙ икебеҙ генә...
Күрше тигәндән, ике ай элек уларҙың, эйе, Анфисаларҙың, фатирына бурҙар төштө. Стена аша Зөбәйер ҙә, ҡатыны Әминә лә бөтәһен дә белеп, ишетеп ятты. Күршеләрҙең Ҡырымға ял итергә киткәнен дә белә ине улар. Полицияға шылтыратам, тип ир бер нисә тапҡыр ынтылды. Ә Әминәһе, бәләһенән баш-аяҡ, кәрәкмәй, байҙар унан ғына ярлыланып китәме, тип күндерҙе, дөрөҫөрәге, дүндерҙе. Ә улар, күршеләр, ялдан ҡайтҡас, быларҙың нисек артисланғанын күрһәгеҙ. Әминә иң шәп актрисалар кеүек ни генә ҡыланманы ла ни генә һөйләмәне:
- Ишетмәнек, белмәнек би-ит, асҡысығыҙҙы ҡалдырып ҡына китмәгәнһегеҙ ҙә, гөлдәрегеҙгә һыу һибеп, үҙебеҙҙекеләй күреп ҡарап ҡына торор инек.
"Анфиса, Анфиса!" - тип наҙлы ғына өндәшеп, ләззәт алғас, ир ошо хәлде иҫкә төшөрҙө. Тапҡан төн уртаһында юҡ-бар хәлде хәтеренән соҡоп ултырырға.
- Шулай ҙа динһеҙ, аллаһыҙ бер әҙәм һин, Әминә. Мин дә шундай! Сволочь, йүнһеҙ бер! Мин һиңә хыянат иттем. Анфиса менән, уйҙа булһа ла, - тип ҡуйҙы үҙе.
"Был сер түгел, был беҙҙең ҡәҙимге тормош. Битлек кейеп артист булып йәшәйбеҙ. Ысын йөҙөбөҙ ер аҫтына төшкәс кенә беленә икән. Табутҡа ятҡас. - Майлы ҡулын биштәренә һөрткөләп алды. - Мин яңғыҙ бөгөн. Мин бәхетле, миңә рәхәт. Мин артист түгел, сөнки мин - ер аҫтында. Теләһәм, Анфиса менән булам, теләһәм... - ни әйтергә белмәне лә. - Ну, теләһәм, директорыбыҙҙың битенә төкөрәм, президентты һүгәм. Бына ҡайҙа ул ирек? Ер аҫтында!"
Башын тотоп ултырҙы ла ҡапыл йоҙроғо менән ҡаҡ ергә килтереп тондорҙо. Соҡор эсе генә түгел, күк һелкенеп киткәндәй булды.
- Юҡ! Һис тә рәхәт түгел! Яңғыҙлыҡ - иң ҡыйыны, - йәмһеҙ итеп көлөргә тотондо. - Ха-ха, Анфиса, президент, имеш... Миңә әсәй кәрәк, ҡыҙым кәрәк. Һеҙ ҡайҙа? - Көлдө-көлдө лә ир, яйлап ҡына үкереп иларға тотондо. - Әсәй, әсәкәйем, мин асыҡтым, миңә һыу бирегеҙ. Миңә юрған ябығыҙ әле, өшөйөм. Ҡыҙым, тим...
Йомарланып ятты. Оҙаҡ ятты. Йоҡлап киттеме, әллә тынысланыуы шулай булдымы - ҡымшанманы ла.
Таңға табан күк йөҙөн болоттар ҡаплай башланы. Ел иҫте. Ҡай саҡ киҫкен генә "байрағын болғаны". Төн яҡтыра төштө. Ир үләндәр, япраҡтар ҡыштырлаған тауышҡа штормовка эсенән ҡапланған башын сығарып өҫкә ҡарап алды. Һыуытмаһа ғына ярар ине. Ә шулай ҙа, ямғыр яуһа, ҡалай шәп булыр ине, һыуһатты.
- Яу-яу, ямғырым, бот күтәреп ятырым,- тип һамаҡлап, яңынан ойоп китте.
Төшөндәме, өнөндәме эт өргән тауыш та ишеткәндәй булды Ир. Тик ҡалҡынманы, йыбанды, унан бигерәк, ҡолағына ишетеләлер, тип уйланы. Берсә соҡорҙа ятҡанын онотто, өйөндә тип хис итте. Төшөндә күп бығаулы кешеләр-тотҡондар күрҙе. Уның янынан бығауҙарын, сынйырҙарын шаулатып үтәләр. Үҙҙәре бер ни өндәшмәйҙәр. Берәүһе туҡтап, тубыҡланып ултырҙы ла бығауҙы тартып өҙөргә маташты. Тағы йөрөп килә лә, тағы өҙөп маташа, башҡа тотҡондар ҙа тартып ҡарай, тик бығау өҙөлмәй. Өҙөлмә-әй...
Ир тирләп уянып китте. Ҡулдарын ҡараны, баяғы тотҡон кеүек тубыҡланып ултырҙы ла "бығауҙарын өҙөп ташланы". Иркен тын алып күккә ҡарап ултырҙы.
- Үҙемде тотҡон тип... Изгегә булһын был төшөм дә. - Ҡулдарына ҡарап алды. Йылмайҙы. - Мин ирекле, ҡулдарым азат.
Ҡалҡынып, ҡулдарын йәйеп "осоп" ҡараны. "Ҡанаттарымды йәйеп осоп сығып китәм хәҙер был соҡорҙан. Хәҙер, хәҙер, - ярһып китеп, "ҡанаттарын" нығыраҡ елпергә тотондо. Эй, елпене, тик осоп ҡына сығып китә алманы. Шунан хәле бөтөп тынысланып, стенаға һөйәлде. - Юҡ, ҡанат булһа ла, мин осмаҫ инем. Мин был тормошта бығаулы. Эйе, осмаҫ инем. Сөнки мин осор өсөн яратылмаған. Мин ерҙә шыуышыр өсөн... Ул ҡанаттарҙы мин бына ошонда ғына йәйер инем дә шунда ятыр инем. Үҙе йомшаҡ, үҙе йылы. Ятыр инем, ятыр инем... - бөгәрләнеп ятты, ҡулдарын башы аҫтына һалды. - Һыуыҡ, ныҡ һыуыҡ, ҡайҙа минең ябыныр ҡанаттарым, ҡайҙа?"
Башына төрлө уйҙар килде. Кешегә өйрәнгән таяғын ташлап китеүе лә ҡыйын тигәндәй, уға үҙенең ошо соҡоро оҡшағандай ҙа тойола башланы. Бәлки, ул шулай күңелен тынысландырырға тырышалыр.
"Уйлаһаң, соҡор шәп нәмә икән ул. Бында тыныс, ҡурҡыныс түгел, - тигән һығымтаға килде ул. - Ер өҫтөндә йоҡлап ҡара. Өҫтөңә берәй машина килеп менергә мөмкин, йә берәй эт, йә берәй бүре йәнле әҙәм боғаҙыңа йәбешерен көт тә тор. Ә бында тыныс, бер кем һөжүм итә алмай. Хатта айыу ҙа. Акула ла! Ошо инде "самоизоляция", үҙ-үҙеңде ҡурсалау. - Ир ауыҙын асып иңрәп, рәхәтләнеп ойоп бара ине. - Әле килеп берәйһе артыма типһә, һөйөнөр инем дә", - йоҡо аралаш йылмайғандай ҙа булды.
Бер аҙҙан күҙен асып йөҙөнә асыулы төҫ индерҙе:
- Тыныс түгел. Түгел, тим! Мин үҙемә үҙем һөжүм итәм бөгөн. Мин үҙ-үҙемә бүре бөгөн. Акула булам. Йоҡла, йоҡлай алһаң, мужик. Ана бүре булып аслыҡ, акула булып һалҡынлыҡ килә һиңә...

Өсөнсө көн

Иртәнге болоттар таралып, бар йыһанды ҡояш иркәләй ине. Ир самолет геүләгән тауышҡа уянып китте. Тәүҙә күкте ярып килгән тауышты иҙрәп кенә тыңлап ятты ул, геүләү нығыраҡ ишетелә башлағас, ҡапыл һикереп торҙо ла:
- Ай-й, - тип йығылып китте. Гөп шешкән һул аяғын ҡосаҡлап ултырҙы. Кисә шешә башлағанын һиҙгәйне ул, насар уйға бирелмәҫкә тырышты, бәлки, бөтөр, тип өмөтләнде. Уныһы... бөгөн баҫырлыҡ түгел.
Самолет тауышы һүрәнләнә төштө. Хәҙер ҡәҙерле бер нәмәһен юғалтыр төҫлө ир уң аяғына баҫты ла һикерәнләргә тотондо. Сатан һайыҫҡан ише һикерә-һикерә дәртләнеп һамаҡларға тотондо:
- Самолет, самолет, посади меня в полет. Самолет, самолет, посади меня в полет!.. - Самолет тауышы йыраҡлашҡан һайын ирҙең дә дәрте һүнә барҙы. - А в полете пусто, выросла капуста. А в капусте - червячок. Дядя Ваня дурачок. Дядя Ваня түгел, дядя Зөбәйер дүрәк ул. Ер етмәй берәүгә.
Кеше ауыр хәлгә ҡалһа, балаға әүерелә икән. Шулай сафлана барамы икән аңы, күңеле? Бынау һанашмаҡ, тиҙәйткестәрҙе бер егерме, бәлки утыҙ йылдар иҫенә алғаны ла юҡ бит инде, ә әле килеп... нисек хәтергә төшә тиң? Малай саҡта шулай күктәге самолетты ерҙән ҡыуа төшөп, үсектереп ҡала торғайнылар.
"Ашайым тиһәм - ашым, һөйәм тиһәм - ҡатыным, йәшәйем тиһәм - өйөм, йырлайым тиһәм - көйөм бар, һей, инәңдең йәшел сәйе, нәфсе ҡоторта әҙәмде. Һыуһаттырҙыыыы".
Унда һыу юҡ икәнен белһә лә, биштәрен аҡтарып ҡараны. Баяғы буш шешәне тағы ла түңкәреп ирененә терәне.
- Мөғжизә юҡ, Ҡыш бабай килмәгән, һыу ҡалдырмаған. Бер тамсы һыу юҡ. Битте, ҡулды йыуырға ла.
Күҙ йәше менән буталған саң уның йөҙөн танымаҫлыҡ хәлгә килтергәнен ул үҙе белмәй ҙә ине. Бысрап, ҡан таптары ҡаплаған ҡулы менән ипләп кенә ҡоҙоҡ стенаһын һыпырғыланы ла битен терәп торҙо. - Ерҙә дым бар кеүек. - Теле менән ерҙе ялап ҡараны. - Фу-у... Ҡара әле, улай уҡ тәмһеҙ ҙә түгел. - Бер нисә тапҡыр яланы. Теленең йөҙө шайыҡланып бысрап китте. - Тыуҙырған да, үҫтергән дә, үҙ ҡуйынына алған да ер инде. Тәмле генә. Башҡа сығып китте. Тыуған ер тупрағы һуты иҫертте тамам.
Нисектер рәхәт булып китте. Әллә бер йыр һуҙып ебәрергәме? Үҙенән-үҙе теленә русса йыр килде.
- Мальчик хочет в Тамбов, ты знаешь чики-чики-чики-чики-та.
Мальчик хочет в Тамбов, ты знаешь чики-чики-чики-чики-та.
Но не летят туда сегодня самолеты и не едут даже поезда.
Но не летят туда сегодня самолеты и не едут даже поезда.
Тәк-тәк, иртәнге аш та, иртәнге концерт та тамам, радио тыңлаусылар. Бөгөн һеҙҙең менән теге өсәүҙең береһе генә булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Кеҫәһе төбөнән ҡаҙаҡты эҙләп тапты ла өсөнсө һыҙыҡты һыҙып ҡуйҙы.
- Өсөнсө көн. Кеше нисә көн ашамайынса тора ала икән? Бер ай -илле көн шикелле. Ә һыуһыҙ нисә көн интегергә була? Өс көнмө, бер аҙнамы? Һыу тапмаһам, миңә кәйүк.

(Дауамы. Башы 11-13-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.21 | Ҡаралған: 631

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru