«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ҠАЛАНЫҢ МИЛЛИ РУХИӘТ ҮҘӘГЕ
+  - 


1970 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала балаларын башҡорт телендә уҡытҡан тәүге мәктәп асылыуы оло мәҙәни һәм сәйәси ваҡиға булараҡ ҡабул ителә.

1960 йылдарҙа баш ҡала үҫә, башҡорт ғаиләләре лә күбәйә. Илебеҙ Бөйөк Октябрь революцияһының 50 йыллығын байрам итә, Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөүгә шулай уҡ 50 йыл тирәһе була, башҡорт телен дәүләт теле тип иғлан иткән беренсе указ сығыуға ла ярты быуат ваҡыт үтеп бара. Әммә баш ҡалабыҙҙа бер генә мәктәптә лә башҡорт теле дәрестәре ҡаралмаған. Был турала ауыҙ асыу ҙа ҙур батырлыҡ, хатта дыуамаллыҡ һәм хилаф эш булып күренә. Ошо батырлыҡты ҡылыусыларҙың - Хөкүмәт етәкселәренә күмәк хат ойоштороп, беренсе башҡорт мәктәбен асыуҙы юллап, был изге хыялды тормошҡа ашырыуҙа ҙур роль уйнаған Иҙел Агишев, Булат Рафиҡов, Әнүр Вахитов, Вәхит Иҫәнғолов, Йыһат Солтанов, Рәми Ғарипов, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев, Зөфәр Әбсәләмов, Мөхәмәт Исҡужин, Әҙеһәм Исҡужин, Ким Әхмәтйәнов, Шакир Бикҡолов, Диҡҡәт Бураҡаев, Әкрәм Бейеш, Шәрифйән Ишемов, Нияз Мәжитов, З.Ишмөхәмәтов, Зиннур Ураҡсин, Рәшит Солтангәрәевтарҙың исемдәрен телгә алып китеү кәрәк.
Шулай итеп, Өфө ҡалаһында башҡорт мәктәбе асыуҙы юллау 1960 йылдар уртаһында башлана. 1965 йылда 1-се мәктәп-интернатта бер синыф асыла. Ике йыл үткәс, ата-әсәләр юллауы менән, 91-се мәктәптә башҡорт башланғыс синыфтары эшләй башлай. 8-се балалар йортонда ла башҡорт кластары була. Венера Ураҡсина, Роза Ишемова, Рәзинә Фәрхетдинова, Бикә Сафиуллина, Ҡәфиә Ҡоҙаҡаева, Бибинур Билалова, шулай уҡ Зәкиә Бикмәтова, Миңлебикә Мирғәлиева, Дәнүсә Ханнановалар ошо мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барыусы тәүге уҡытыусылар була. Ниһайәт, 1970 йылда Достоевский урамында төҙөлгән 20-се мәктәпте Өфө ҡала башҡорт мәктәбе итеп асалар. Бығаса төрлө ерҙә барлыҡҡа килгән башҡорт кластары шунда бергә йыйылып уҡытыла башлай..
20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт мәктәбенең тәүге директоры Туғаҙаҡ Йәһүҙин, беренсе завучы - Лениза Хәсәнова була. 1-се һанлы республика мәктәп-интернатында эшләп йөрөгән Гөлкәй Ҡужина, Миләүшә Вәлиева, Нурия Хөсәйенова, Таңһылыу Ғәниева, Сания Ғәйнетдинова, Мөхәммәт Нурмөхәмәтов, Луиза Ғибәҙәтова, Ғәҙилә Әсәнова, Марат Хафизов, Зөбәйҙә Бикбулатова кеүек тәжрибәле уҡытыусылар яңы мәктәпкә күсеп, эштәрен дауам итә.
Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт мәктәбе асылған көндәрҙән һуң илле йыл үтеп тә киткән. Уны асыр өсөн янып йөрөгәндәр был тарихи ваҡиғаға бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарай, үҙҙәренең хаҡ юлдан йөрөгәненә шөкөр итә, был легендар уҡыу йортонда эшләүҙәрен яҙмыш бүләге тип иҫәпләй. Күптәре фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән, уларҙы аят менән иҫкә алайыҡ. Уларҙың берҙәм булып күтәрелеп, туған телдә уҡыу йорто асҡан саҡтарын һағынып һөйләп ҡалдырған хәтирәләре үткәндәргә - аманат, киләсәккә - салауат.

Йәмәғәт эшмәкәре, тел ғалимы Иҙел Агишев һөйләгәндәрҙән: 1960-1970 йылдарҙа Башҡортостанда милли мәктәптәр стихиялы рәүештә русса уҡытыуға күсә башлағайны - юғарынан күрһәтмә шулай булды. Шул осорҙа Өфөлә башҡорт мәктәбе асыу идеяһы тыуып, шуны тормошҡа ашырыу үҙе ҙур батырлыҡ, мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә ғәмәл ине. Башҡорт интеллигенцияһы бөтә ил менән руслаштырыуға күскән осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге башҡорт мәктәбе асырға тигән идеяны алға һөрҙө. Ата-әсәләр, балаларыбыҙ башҡортса уҡып, наҙан ҡалыр, вуздарға инә алмаҫ, тип, бер ҙә ҡурҡманы. Ниһайәт, башҡорт мәктәбе асылды!
20-се мәктәп өсөн бүленгән бина артыҡ ҙур булманы - 625 урынлыҡ. Беренсе ҡатында интернат булды, икенсе ҡатта класс бүлмәләре урынлашҡайны. Беренсе йылда уҡ 555 бала йыйып алдыҡ. Мәктәп асырға мөмкинлек бирһәләр ҙә, мәктәпте балалар менән тултыра алмаҫтар, башҡорттар үҙ туған телендә уҡыуҙы өнәмәҫ, тип уйланы ҡайһы берәүҙәр. Хатта был хаҡта беҙҙең йөҙөбөҙгә бәреп, мыҫҡыллап әйтеп китеүселәр ҙә булды. Ә беҙ мәктәпте тәүге йылда уҡ комплектланыҡ та ҡуйҙыҡ. Йәмғеһе 21 класс ойошторолдо. Ул саҡтағы мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина ата-әсәләрҙе был белем усағына ныҡлап йәлеп итеү өсөн башҡортса уҡытыу менән бергә, инглиз теле йүнәлешен дә индерәйек, тигән тәҡдим әйтте. Беҙ ризалаштыҡ.
Мәктәп асылыуын асылыр, ләкин уны эшләтеүе бик ауыр буласаҡ, тип иҫкәртеп тә ҡуйғайнылар алдан, сөнки уның эшләмәүен теләгән етәкселәр бар ине. Ысынлап та, мәктәп эшләй башлау менән тикшереү артынан тикшереү китте. Ике йылдан иһә уҡытыу процесына ҡыҫылыу һәм бәйләнеү, русса уҡытыуға ҡайырыу башланды. Ошо ҡыҫым-баҫымға ҡаршы килә алмай, 1972 йылда ҡалалағы берҙән-бер башҡорт мәктәбендә лә русса уҡытыуға күсергә мәжбүр булдылар. Күсмәйенсә лә мөмкин түгел ине, сөнки башҡортса дәреслектәр сығыуҙан туҡтаны. Шулай булһа ла 1-4-се синыф балаларын башҡортса укытыу дауам итте. Мәктәпкә директор булып Хисам Салауат улы Хәйбуллин килгәс, уҡытыу йәнә башҡортсаға күсерелде. Тик яңы етәксегә еңелдән булманы, уның һәр аҙымын күҙәтеп, ошаҡлап торҙолар. Әммә Хисам Салауат улы эштән киткәнсе ошо, башҡорт мәктәбендә башҡортса уҡырға тейештәр, тигән принципҡа тоғро ҡалды.
Кешеләрҙең психологияһы үҙгәрмәй икән ул. Бөтә халыҡ бер яҡҡа ҡарағанда, бер төрлө уйлағанда ла, бер-ике кешенең кире һүҙе уларҙы икенсе яҡҡа бороп алып китеүе бар. Бигерәк тә баяғы әҙселек хөкүмәт исеменән сығыш яһаһа, бөтә фекер үҙгәрә лә ҡуя. 20-се мәктәп тарихында ла бындай хәлдәр булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Мәҫәлән, ата-әсәләр барыһы ла башта башҡортса уҡытыуға риза булды. Мәктәп менән ҡыҙыҡһыныу бик көслө ине. Өфөнөң Черниковка, Инорс кеүек алыҫ тарафтарынан да эркелешеп балалар ағылды. Мәктәп асылыр алдынан мин үҙем документтар йыйып ултырҙым. Ҡатнаш ғаиләләрҙән булған ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәпкә уҡырға килгәндә бик риза булып ғариза яҙҙы ла, аҙаҡ икенсе позицияға күсте лә китте һәм тора-бара улар мәктәп коллетивын: "Нишләп балаларҙы башҡортса ғына уҡытаһығыҙ?"- тип атакалай башланы. Ә табыла бит ул арала ҡылбыуындар, уларҙың һүҙенә төшөп, нисәмә йыл буйы көрәшеп асҡан башҡорт мәктәбенә ҡаршы сығыусылар, иҫ китмәле аңһыҙлыҡ, милли һуҡырлыҡ күрһәтеүселәр ҙә булманы түгел, булды. Йыл һайын ошо башҡорт мәктәбен тамамлаусыларҙың барыһы ла тиерлек юғары уҡыу йортона инеү факты ла уларҙың ауыҙын яба алмай... Ундайҙар әле булһа бар арабыҙҙа...

20-се башҡорт мәктәбенең тәүге завучы Лениза Хәсәнова һөйләгәндәрҙән: Ошо мәктәпте ойоштороу йылдарында мәғариф министры Фатима Мостафинаның ярҙамы ифрат ҙур булды. Шундай ярҙамды тойған өсөн дә беҙ бында риза булып, ҡанатланып эшкә килдек. Фатима Хәмит ҡыҙы беҙҙе махсус йыйып ала ла, һәр беребеҙ менән ентекләп таныша һәм бик кәрәкле кәңәштәр бирә торғайны. Ҡағиҙәләр менән генә эшләргә һәм алға алған маҡсат-пландан һис тайпылмаҫҡа өндәне. Бурысығыҙ - уҡытыу ғына түгел, тәрбиә эшен дә атҡарыу, сөнки ҡала балалары башҡортса белмәй, ғөрөф-ғәҙәтте аңламай, йырламай, бейемәй, тимәк, шул юҫыҡта эшләүгә лә көс һалырға тура киләсәк, ти торғайны. Мәктәпкә уҡытыусылар йәлеп итеү бик еңелдән булманы. Мәғариф идаралыҡтары ярҙам итмәй, киреһенсә, һәр эшебеҙҙе шик аҫтында тота, "Ниндәй маҡсат менән ойошторола был мәктәп?", "Партия рөхсәт итәме?" тигән һорауҙар менән теңкәгә тейәләр. Эшкә килгән һәр уҡытыусы алдына ошо мәктәпкә үҙенең балаһын да килтереү шарты ҡуйылды. Детдом балалары менән бер ҡаҙанда ҡайнап үҫте беҙҙең балалар. Улар детдомдыҡыларҙан үҙҙәрен коллектив эсендә тоторға, бер-береһе менән аралашырға, ә тегеләр ҡаланыҡыларҙан үткерерәк булырға өйрәнде. Улар һаман да дуҫ йәшәй.
Беҙ мәктәпте асҡанда балалар инглизсә, русса, башҡортса яҡшы белергә тейеш, тигән маҡсат ҡуйғайныҡ. Шуға күрә ул предметтарға талап та ҙур булды, сәғәттәр ҙә күп бүленде. Университеттан Лена Саяхова, Мөсәлиә Хәйруллина кеүек рус теле буйынса ғалимәләр, инглиз теле буйынса белгестәр килеп, һәр бер уҡыусыға айырым заданиелар биреп, һынау үткәрә торғайны. Ә башҡорт теле буйынса ғалимдар, яҙыусылар, әлбиттә, мәктәптән сыҡманы тиерлек. Шулай итеп, ошо мәктәпкә нигеҙ һалып, байтаҡ ғүмеремде, көсөмдө уны йәшәтеүгә биреүемә бер ҙә үкенмәйем. Йылдарым заяға үтте, тип тә әйтә алмайым. Беҙҙең мәктәптә уҡыған балалар яҡшы белемле булып, илгә, республикаға, халыҡҡа хеҙмәт итә, башҡорт мәктәбе исемен аҡлайҙар. Мәктәпкә Фатима Мостафина исеме бирелгәндә бик шатландым. Сөнки ул был мәктәпкә нигеҙ һалыусы, көс, ғәйрәт биреүсе кеше. Һәм ошо исемде аҡларға тырышырға кәрәк. Башҡа башҡорт гимназия, лицейҙар араһында беҙҙең мәктәп нисектер юғалып ҡалған, ябай ҡала мәктәбенә әйләнеп барған кеүек. Улай булырға тейеш түгел.

Сәрүәр СУРИНА
әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.21 | Ҡаралған: 440

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru