«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЖУРНАЛИСТАРҘЫҢМЫ? УЛАРҘЫҢ ДА ХӘСТӘРҘӘРЕ БИХИСАП!
+  - 


Төрлө һөнәр эйәләренең, ойошмаларҙың, етештереү тармаҡтарының эшмәкәрлеге буйынса йыл да төрлө кимәлдәге йыйылыштар, кәңәшмәләр уҙғарылып тора, йомғаҡтар яһала, киләсәккә маҡсаттар билдәләнә, мөһим социаль-иҡтисади мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителә. Мәғлүм ки, бындай сараларҙа яңылыҡтарҙы тиҙ арала таратыуҙы хәстәрләп тә, дәүләт һәм халыҡ араһында бәйләнеш булдырырға ынтылып та иң алғы һыҙыҡта киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре йөрөй. Әммә һуңғы йылдарҙа журналистарҙың эшенә йомғаҡ яһаған һәм лайыҡлыларын баһалаған, уларҙы борсоған киҫкен һорауҙарға яуап табышҡан, киләсәген хәстәрләгән саралар ойошторолғаны булманы ла, ахры. Урыҫтар әйтмешләй, итекһеҙ итексе хәлендә ҡалды был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре. Ниһайәт, ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән Ғафури районы Красноусол шифаханаһында "Медиайыйын" милли киң мәғлүмәт саралары форумы уҙғарылды.

Бөгөн ил иҡтисадында, хеҙмәт баҙарында барған үҙгәрештәр киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре алдына конвергент журналистика талаптары, йәғни яңыса эшләү бурысын ҡуя. Был иһә заман журналисы бер үҙе бер нисә функцияны үтәй алырға тейешлекте: мәҡәлә яҙа, видео һәм фото төшөрә, интернет сығанаҡтарға яңылыҡтар һала, социаль селтәрҙәрҙә һәм компьютерҙа эшләй белә тигәнде аңлата. Шуға ла хәҙер сара барышында уҡ журналист сайтҡа мәғлүмәт сыймаҡлап һала, шуны әллә нисә интернет сығанаҡҡа күсереп ҡуя, социаль селтәрҙәрҙә үҙенең дә, эш урынының да шәхси битен алып бара. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, эш хаҡы бурыстарға тура пропорциональ артмай, редакцияларҙың матди-техник базаһы, эш шарттары ла - ана торһон! "Медиайыйын" форумы барышында тап ошо мәсьәлә үҙәктә булды һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Журналистарҙың эш хаҡын 2022 йылдың 1 ғинуарынан 25 процентҡа арттырабыҙ", тип әйтеүе шатланып ҡабул ителде. Әлбиттә, тәү ҡарамаҡҡа был проценттар бик ҙур һымаҡ, әммә журналистың эш хаҡына бик күптән индексация яһалмаған һәм әлеге көндә район корреспонденттары 7 мең һум тирәһе, ҡала-республиканыҡылар яҡынса 13 мең һум эш хаҡына йәшәй. Юҡҡа ғынамы ни һуңғы йылдарҙа, айырыуса милли баҫмаларҙа, ир-егет хеҙмәткәрҙәр һаны ҡырҡа кәмене. Ғаилә аҫрау өсөн әлеге лә баяғы Себер юлын тапау, хатта магазинда һатыусы булыу ҙа күпкә отошлораҡ тойола башланы...
Зарланыуҙан түгел, әммә журналист тормошо барыбер ҙә маҡтанырлыҡ түгел. Көнитмеше шулай ғына булғас, һөнәрҙең абруйы ла бәҫһеҙләнә бара. Бында эш хаҡы, эш шарттары һәм "Матбуғат йорто" тураһында ғына ла түгел һүҙ. Улай тиһәң, был бина ла төҙөлгәндән алып ремонт күрмәгән, һәр ҡатында икешәр-өсәр редакцияны берләштергән "теремок" һымаҡ ул. Әйткәндәй, уны республика етәксеһе 2023-2024 йылдарҙа яңыртырбыҙ, тип вәғәҙәләне вәғәҙәләүгә. Ә бына хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе әлегә һауала эленеп ҡалды. Форум барышында Бөрйән районынан килгән коллегабыҙҙың: "Йәш хеҙмәткәребеҙ ғаиләһе менән дүрткә биш кенә ҙурлыҡтағы өйҙә тора, торлаҡ шартын яҡшыртырға ярҙам итергә ине", - тигән һүҙҙәренә залдағы күптәр көнләшеп тә ҡуйҙы хатта. Баш ҡалалағы редакцияларҙа эшләүселәрҙең төнәп сығырлыҡ шундай үҙ мөйөштәре лә юҡ бит әле. Ә ваҡытында Өфөнөң үҙәк урамдарында киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус рәүештә күп ҡатлы йорттар һалынған, сират буйынса таратылған. Был хаҡта оло быуын коллегаларыбыҙ һағынып һөйләй ҙә бит...
Үрҙә телгә алынған социаль-иҡтисади хәлдәр тағы бер көнүҙәк мәсьәләне - йәш кадрҙар әҙерләү эшен йәнләндереүгә туранан-тура бәйле. Милли киң мәғлүмәт сараларына туған телен белгән йәштәр кәрәк, әммә улар киләсәген хәстәрләп, перспективалыраҡ һөнәрҙәр һайлай. Быныһы - бер, икенсенән, Башҡорт дәүләт университетында өс тиҫтә йыл журналистар әҙерләүсе башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультетына 2014 йылдан алып бюджет урындар бүленмәгән һәм абитуриенттарҙы маҡсатлы рәүештә рус, башҡорт, татар төркөмдәренә бүлеп уҡытыу туҡтатылған. Былтырғы 2020-2021 уҡыу йылында факультет етәкселеге журналистика бүлегенә 15 бюджет урын һорап алып, 7 башҡорт телле студентты ҡабул итеүгә өлгәшкән. Республикала 6 телдә нәшер ителгән баҫма матбуғат һаны ғына ла 146 булыуын иҫәпкә алғанда, йәш белгестәргә ҡытлыҡ килеүе көн кеүек асыҡ. Уларҙан тыш радио һәм телевидение ла, яҡын киләсәктә цифрлы журналистиканы үҫтерергә теләһәк, электрон баҫмаларҙа ла эшләрлек кешеләр кәрәк бит.
Кадрҙар әҙерләү өлкәһендә тағы шуны ла иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк: эшләп йөрөгән журналистарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, камиллаштырыу йәһәтенән дә эштәрҙе йәнләндереү зарур. Бигерәк тә милли баҫма матбуғатты уҡымлы итеү өсөн интернет сығанаҡтар менән тиҙлеккә тиңһеҙ көрәштереү урынына аналитик мәҡәләләргә өҫтөнлөк биреп, халыҡты тап шуның менән арбау, был маҡсатта йәштәр араһынан фекерле, үткер ҡәләмлеләрҙе аналитик журналистика оҫталығына өйрәтеү мөһим. Юғиһә, әлеге лә баяғы оло быуын журналистарынан үҙҙәренең бөтә Советтар Союзы һәм сит илдәрҙән йыйылған коллегалары менән съездарҙа, ижади осрашыуҙарҙа ҡатнашыуҙары, сит илдәргә эш сәфәрҙәре менән барыуы, ул замандың иң шәп ҡәләм оҫталары менән тәжрибә уртаҡлашыуы хаҡында һағынып һөйләтергә генә ҡалды. Бығаса эшмәкәрлеге тейешле иғтибар, ярҙам булмау сәбәпле туҡтап ҡалһа ла, был мәсьәләлә иң ҙур ярҙамды Башҡортостан Журналистар союзы күрһәтергә бурыслылыр.
Хәҙер кеше бөтә яңылыҡты кеҫә телефонынан ала, тип ҡупырайып, алдынғы ҡарашын белдерә бәғзеләр. Шуға, йәнәһе, гәзит-журналдарҙың данаһы ла кәмей бара һәм журналистар күптән ҡулланыусылар артынан ҡыуып, интернетҡа "күсеп китергә" тейеш. Ләкин "Медиайыйын" тап киреһен асыҡланы: республикала милли матбуғатты яҙҙырып алып уҡырға теләүселәр етерлек, тик уларҙың күбеһенең күңеленә ятҡан барлыҡ гәзит-журналдарҙы ла һатып алырға кеҫә яғы самалы. Бигерәк тә ауыл кешеһенә ҡыйынға тура килә, сөнки район гәзиттәренә яҙылыу хаҡы 1000 һумдан ашыу, ә тағы республика, Рәсәй матбуғатын да алдырһаң? Республика Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне төрлө яҡлап өйрәнеп, хәл итеү юлдарын барларға йөкмәтте. Шулай уҡ ведомстволарға республиканың милли матбуғатына яҙылыу өсөн дәүләт махсус матди ярҙам күрһәтһен ине, тигән тәҡдим индерелде фекер алышыуҙа. Сөнки, һанай китһәң, республикала 1700 тирәһе китапхана, 818 ауыл советы, 9 ҡала округы һәм быларҙан тыш белем усаҡтары, юғары уҡыу йорттары, музей һәм мәҙәниәт усаҡтары ла бихисап. Ә шулай ҙа яратҡан баҫмаларыбыҙҙың данаһы кәмеп, бөлгөнлөккә төшөүендә "Рәсәй почтаһы"ның да ғәйебе юҡ түгел. Был ойошманы ла оптимизация "дауылы" урап үтмәне, почта хеҙмәткәрҙәренең дә ауыр эш шарттарында дәрт-дарманы ташып тормай. Форумда ҡатнашыусылар республика етәксеһенән бер тауыштан гәзит-журнал ташыу эшен яйға һалырға ярҙамлашыуын һораны.
Киң мәғлүмәт саралары - дәүләт органдары, власть структуралары менән ябай халыҡтың араһын яҡынайтыусы, береһенең хәлен икенсеһенә аңғартыусы, дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы. Бына ошо бурыстарҙы үтәгәндә көнүҙәк мәсьәләләр, берәй хәл-ваҡиға тураһында дәүләт идаралыҡтарында эшләгән белгестәрҙең фекерен халыҡҡа башҡорт телендә еткереү өсөн журналистарға бик күп көс түгергә тура килә. Ярай гәзит-журналдар русса һөйләүсене лә башҡортсаға матур тәржемә итеп яҙып ҡуя ала, ә бына радио-телевидениеға тауышын яҙҙырыу, йә тура эфирҙа фекер алышырға саҡырырлыҡ башҡорт телен камил белгән кадрҙар республика ведомстволарында юҡ тиерлек. Ябай кеше аңларлыҡ телдә һөйләшкән, шул уҡ ваҡытта социаль-иҡтисади, сәйәси темаларҙа балыҡ кеүек йөҙгән эксперттар берләшмәһен булдырыу, һис шикһеҙ, мөһим мәсьәлә. Юғиһә, күреп торабыҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла шундай әһәмиәтле тапшырыуҙарын алып барыу өсөн студияға саҡырырға башҡорт телен белгән экспертты таба алмай. Быны ла форумда ҡатнашыусылар республика етәксеһенә тура әйтеп һорарға мәжбүр булды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ике көн дауамында уҙғарылған "Медиайыйын" форумы милли киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең күптән уртаға һалып һөйләшә торған мәсьәләләренә байҡау яһап, республика етәкселегенә ишеттерергә мөмкинлек биреүе менән әһәмиәтле булды. Бында яңғыраған һорауҙарҙың барыһына ла Башҡортостан Башлығы хәл итербеҙ, ҡарарбыҙ, тип ыңғай яуап ҡайтарҙы. Аңлашыла, барыһын да бер юлы, тиҙ арала эшләп булмаһа ла, боҙ ҡуҙғалды...

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 451

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru