«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы үтте. Сара етенсе тапҡыр ойошторолдо һәм Рәсәйҙең 17 төбәгендә, 12 сит илдә йәшәүсе башҡорт телен белеүселәрҙе берләштерҙе.

Башҡорт дәүләт университетында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башланғыс алғайны был акция һәм тәүге йылда унда ни бары 3505 кеше ҡатнашҡайны. Йылдан-йыл башҡортса диктант яҙырға теләүселәр һаны артып, былтыр улар 305600-гә етте. Әлбиттә, бында диктантты өс категорияға бүлеп ойоштороу ҙа ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ бөтә мәғариф учреждениеларының әүҙем ҡатнашыуы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа диктант тексын уҡыу ҙа ҡатнашыусылар һанын бермә-бер арттырҙы. Быйыл да диктант офлайн форматта бөтә мәғариф учреждениелары, дәүләт структуралары, китапхана, музей, йәмәғәт ойошмалары штабтарында үтте, онлайн уны телевизорҙан ҡарап та, сайтта 26 апрелгә тиклем урынлаштырылған видеояҙманы тыңлап та яҙып булды. Дөйөм халыҡ өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында диктантты Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, "Бүреләр" рок-төркөмө солисы Илшат Абдуллин һәм "Без башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе, йырсы Альберт Исмаил уҡыны.
Ә бына төп ойоштороусы - Башҡорт дәүләт университетында башҡорт телендә иркен һөйләшеүселәргә диктантты РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәргә БР Фәндәр Академияһы президенты Әлфис Ғаязов уҡыны. Телде башланғыс кимәлдә белеүселәр уны университеттың башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина менән яҙҙы. Диктант тексына килгәндә, филология фәндәре докторы, профессор Ғайса Хөсәйенов һәм "Ағиҙел" журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова ижадынан өҙөк тәҡдим ителде. "Ваҡыт табып, бөгөн был аудиторияларға йыйылыуығыҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Өфөлә йәшәүселәр генә түгел, республиканың төрлө райондарынан да беҙҙең 400-гә яҡын кеше һыйған өс аудиторияны тултырып килгәнһегеҙ. Әлбиттә, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙә сит илдәр ярҙам итмәйәсәк. Быны тик урында, үҙебеҙ генә эшләй алабыҙ һәм БДУ был йәһәттән алдынғылар рәтендә: профессорҙарыбыҙ ҙа етерлек, берҙән-бер Диссертация советы ла - беҙҙә, йәш белгестәр әҙерләйбеҙ", - тине БДУ ректоры Николай Морозкин йыйылған халыҡты тәбрикләп. Әйткәндәй, ул үҙе лә йыл да акцияға ҡушыла һәм диктант яҙыуҙан ситтә ҡалғаны юҡ.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант һөҙөмтәләрен бер ай дауамында bashdiktant.ru сайтында урынлаштырасаҡтар.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.21 | Ҡаралған: 338

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru