«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙҘА ТЫУҒАНМЫН, ШУНДА КӘРӘКЛЕ БУЛЫП ЙӘШӘЙЕМ...
+  - 


Өфөлә тыуып үҫеп, бар ғүмерен тыуған ҡалаһына бағышлаған кешеләр араһында милләттәшебеҙ, Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы директоры, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Урта һөнәри белем биреү учреждениелары директорҙары советы рәйесе Сәйфетдин Зәйнетдин улы ҠУНЫСБАЕВ та бар. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Бала саҡ хәтирәләре

Мин ғаиләлә дүртенсе бала булып Өфөнөң Ғафури урамындағы 1-се балалар табыу йортонда тыуғанмын. Өс апайым бар. Тәүге бала саҡ хәтирәләрем ул саҡта яңы төҙөлөп ятҡан Менделеев урамына бәйле, беҙ шундағы яңы йортта йәшәнек. Балалар баҡсаһына нишләптер үҙемдән бер йәшкә өлкәнерәк балалар төркөмөнә биргәндәр. Төркөмдәге дуҫтарымдың мәктәпкә барырға йәштәре еткәндә миңә тик 5 йәш кенә тулған. Атайым: "Мәктәпкә барырға әле һиңә иртә, тағы бер йыл балалар баҡсаһына йөрөйһөң инде", - тигәс, иптәштәремдән тороп ҡалыуымды ауыр ҡабул итеп, балалар баҡсаһына башҡаса йөрөмәнем. Үҙемде ҙур кеше тип хис итә инем, хатта әсәйем миңә шундай ололарса йөкләмә лә биреп ҡуйғайны: көн һайын өс литрлыҡ бидон тотоп, һөт артынан йүгерәм. Ул әлеге магазиндарҙағы кеүек түгел, яңы һауып килтерелгән ысын һөт ине.



Уҡырға Өфөнөң 42-се мәктәбенә төштөм. Тәүге көндәге беренсе дәрес хәтеремдә ҡалған. Уҡытыусы таҡтаға төрлө йәнлектәрҙең һүрәттәрен теҙеп элгән дә, беҙҙән уларҙың атамаһын һорай. Башҡа балалар ыңғайына мин дә ҡул күтәреп, "Ҡуян" тигән булдым. "Дөрөҫ түгел, ултыр", тине уҡытыусы руссалап. Мин аптыраным, дәрес тамамланыу менән ҡайтып киттем. Ҡайтҡас, "Мәктәптә алдашалар, бүтән бармайым", тинем. Атайым: "Заяц тип әйт, уҡытыусы ҡуян тигәнде аңламай бит", - тип ипләп кенә аңлатты. Шулай ике телде лә белеп үҫтем. Башҡорт теле - минең күңелем теле, ул миңә яҡын һәм мин һәр саҡ туған телемдә аралашам. Әммә ниндәйҙер ҡатмарлы фекерҙәрҙе еткергәндә руссаға күсеп китәм.
Үҫмер йылдарым да ҡыҙыҡ үтте. Советтар Союзы үҙе үк күңелгә яҡын осор бит инде, ул ваҡытта кешеләр ҙә икенсе төрлө ине. Кеше аҡса менән үлсәнмәне, үҙ-ара мөнсәбәттәр ҙә башҡасараҡ булды, шуғалыр, бала саҡ, йәшлек йылдары һағындырып иҫкә төшә. Мин 3-сө синыфта уҡыған саҡта беҙгә 3 бүлмәле фатир бирҙеләр, шунда күскәс, 29-сы мәктәпкә йөрөнөм, аҙаҡ яңы төҙөлгән 97-се мәктәптә белем алдым. Мәктәптә комсомол секретары булдым, спорт менән әүҙем шөғөлләндем, күп төрлө саралар ойоштора торғайныҡ. Уҡыуҙа ла һынатманым, атайымдың һүҙен тоттом. Ул: "Йә "икеле", йә "дүртле-бишле" алып ҡайт, "өслөң" булмаһын. Ишектән ней сыға алмай, ней инә алмай, ҡыҫылып йөрөмә", - тигән нәсихәтен әйткәйне.
Атайым сығышы менән Ейәнсура районы Элмәле ауылынан, был ауылда бер генә урам һәм ул Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы Сәлихйән Ҡунысбаев исемен йөрөтә хәҙер. Атай баш ҡалаға эшкә килгән, ғүмер буйы зыянлы цехта, Гидравлика заводында термист булып эшләне. Бына шул ауыр эш шарттары уның һаулығын ҡаҡшатты ла инде, яҡты донъяны бик иртә ташлап китте. Ә әсәйем Шишмә районы ҡыҙы, ул әле 92 йәшен туйланы. Ул һуғыш осоронда 13 кенә йәштә булған, байтаҡ ауырлыҡтар күргән. Тыныс холоҡло, бик тыйнаҡ, көслө кеше. Ул бер ҡасан да "Эй, бәпесем" тип әпәүләп ултырманы, әммә тормошта уңыштар ҡаҙанырға, эшләргә, ныҡышмал булырға, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтте. Нәҡ әсәйем, кешеләргә кәрәкле кеше булып үҫергә, тигән уйҙы һеңдергән күңелгә. Ә атайым шиғри күңелле кеше ине, ул мине, кинйә малайҙы, иркәләтеп, башҡорт әкиәттәре тупланған ҙур китаптан әкиәттәр уҡып, ғаиләбеҙҙең тарихын, боронғоно һөйләп үҫтерҙе. Хәтеремдә, хатта ауыл халҡының нисек итеп оло табын ҡороп, ит бешереп, бишбармаҡ тәғәмләүен, уларҙың нисек күңел асыуын, ниндәй йырҙар башҡарыуын, үҙҙәрен нисек тотоуын да бәйән итә торғайны. "Бишбармаҡ бешерәләр, итте хужа матур итеп өлөшләй һәм таратырҙан алда иң тәмле урындарын һоғондороп ашатып сыға. Шунан ит һәм һалманы ашайҙар, аҙағынан ҡоротлап һурпа, сәй эсәләр. Ҡымыҙ эсеп, йырлашып-бейешеп күңел асалар, һис тә араҡы эсеүҙәрен хәтерләмәйем", - тип һөйләгәндәре әле булһа иҫтә.
Тарих тигәндән, олатайым һунарсы булған минең, бүре аулаған. Уның һунар итер өсөн генә тотҡан, ҡырҙа тибенлектә иркен йөрөгән һәм ҡырпаҡ ҡар төшкәс кенә кешнәп үҙе ҡайтып етер аты булған. Олатай бүрене суҡмар менән генә һуғып алған. Атайым һөйләүенсә, бер ваҡыт олатай ете бүре һуғып алып ҡайтҡан да, өйгә индереп һалып, өләсәй менән икәүләшеп сәй эсеп ултыралар икән. Өләсәй ултыра торғас: "Анау бер бүрең, ҡара, тере ләбаһа", - тигән. Олатай: "Эй, бөлгән ул", - тип ҡул һелтәп кенә ҡуйған. Бер ваҡыт был бүре шап иттереп өҫтәл аша һикереп, ишектән сығып ҡасҡан! Олатай кәсәһенән сәйен һемереп: "Һә, бөлмәгән булған икән", - тигән ти.
Бына шундай тарихтар тыңлап үҫкәнгә лә күңелгә яҡындыр инде ҡала балаһына башҡорт мөхите. Үҙ балаларыма ла был тарихты һөйләргә, быуындар бәйләнешен һаҡларға, милли рух мәсьәләләрен аңлатырға тырышам. Дөрөҫөн әйткәндә, был бит педагогиканың бик мөһим мәсьәләһе. Педагогика атай-әсәй һәм балалар, йәки уҡытыусы һәм балалар араһында ғына барлыҡҡа килмәй, ул - мөхит, йәмғиәттең торошо. Тимәк, ниндәйҙер сәйәсмән ауыҙын асып һүҙ әйтә икән, ул да педагогика менән шөғөлләнә. Кешене махсус саралар, ысулдар менән үҙе йәшәгән мөхиттән айырып тәрбиәләп булмай. Әлбиттә, холҡон саҡ ҡына яҡшыртырға мөмкин. Бөгөнгө көндән сығып фекер йөрөтһәк, был өлкәлә проблемалар бик күп. Сөнки йәмғиәт тә, дәүләт тә уҡытыусыларға бер төрлө бурыстар ҡуя, ә кеше урамға сыға, телевизор ҡабыҙа йә интернеттан бөтөнләй икенсе мөхитте күҙәтә. Булмағанды балаға аңлатып, өйрәтеп, күңеленә һеңдереп үҫтереү мөмкин түгел. Беҙҙең рухи һәм матди мираҫты, мөхитте һаҡлау, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү бик ҡатмарлы эш һәм ул бөгөн уҡытыусыларҙан ғына түгел, дөйөм йәмғиәттең торошона бәйле. Минең өләсәй "Батшаларға сабырлыҡ бирһен инде", ти торғайны...

Хеҙмәт юлы

Бөтә тормошом осраҡтарҙан тора һымаҡ. Мәктәпте тамамлағас та атайым: "Заводҡа бар, эшләп ҡара, хеҙмәт итеп ҡайт та, шунан ҡайҙа уҡырға барырыңды билдәләрһең", - тине. Күңелемә тарих фәне яҡын ине, әммә юғары уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегенә үтеп булманы һәм мин Өфөнөң 63-сө урта һөнәри-техник училищеһында радиоаппаратура һәм приборҙар монтажсыһы тигән эшсе һөнәрен үҙләштерҙем, уҡып йөрөгәндә үк заводҡа эшкә төштөм. Бөгөн, мәҫәлән, немецтар тәжрибәһенә таянып индерергә тырышҡан "дуаль белем биреү" шул осорҙа уҡ әллә күпмегә яҡшыраҡ, көслөрәк тормошҡа ашырылған, тимәк. Мин эшләгән был завод хәрби сәнәғәт өсөн продукция етештерә торғайны, ул хәҙер "Прогресс" тип атала. Миңә 18 генә йәш, өсөнсө сменаға эшкә йөрөйөм. Хеҙмәт мәҙәниәте шул тиклем үҙенсәлекле ойошторолған ине: һәр 45 минут һайын бөтә эшселәр эш ҡоралдарын, кәрәк-яраҡтарын ҡалдырып, асыҡ урынға сығып баҫа һәм физик күнекмәләр яһай торғайны, күңелле үтә ине был минуттар. Бынан тыш, һәр 2 сәғәт һайын беҙ үҙебеҙгә тәғәйен ваҡытта бушаныу бүлмәһенә йөрөй торғайныҡ. Унда шундай ярым-ҡараңғылыҡ, янып торған ҙур аквариум тора, дивандар теҙелеп киткән, тынысландырғыс көй уйнай, тағы ла "кислород коктейле" бирә торғайнылармы шул. Аңлауығыҙса, ябай эшсәндәр ҙә, квалификациялы белгестәр ҙә бына ниндәй юғары шарттарҙа эшләгән. Мин тормошомдоң был осорон тик яҡшы яҡтан иҫкә алам, барыһы ла ябай кеше өсөн ойошторолоуына һоҡланам.
Әрме хеҙмәтенән һуң юрист һөнәрен үҙләштерергә ҡарар иттем һәм юғары уҡыу йортон тамамлап, юрист, юристконсульт булып эшләнем, артабан Өфө ҡала хакимиәтендә Муниципаль милек идаралығы буйынса комитетта, Фән һәм юғары, урта белем биреү дәүләт комитетында, Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә хеҙмәт юлымды дауам иттем, ә 2001 йылдан Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжын етәкләйем. 2006 йылдан республика Урта һөнәри белем биреү учреждениелары директорҙар советы рәйесемен, ә 2014 йылдан бер ни тиклем өҙөклөк менән Волга буйы федераль округы директорҙары Советы рәйесе итеп йәнә һайландым.

Директор бурысы

Төп бурысым - булғанды һаҡлау һәм үҫтереү, тип иҫәпләйем. Сөнки беҙҙең колледж нигеҙ һалынғандан бирле һөнәри-техник белем биреүҙә иң алдынғыларҙан булған. Шуға бөгөн беҙҙең Рәсәй кимәлендә юғары баһаланыуыбыҙ минең генә ҡаҙаныш түгел. Совет майҙанында урынлашҡан бөгөнгө Архитектура министрлығының бинаһы ҡасандыр беҙҙең техникум өсөн махсус төҙөлгән, беҙ Союздың дәүләт планына ингәнбеҙ һәм мөһим бурыстар үтәгәнбеҙ. Хатта республикалағы тәүге компьютер башта беҙгә, шунан ғына Статистика буйынса дәүләт комитетына алып киленгән. Ошо компьютер ярҙамында программалаштырыу өлкәһендә йәш белгестәрҙе уҡытҡандар, аҙаҡ ул дәүләт хужалыҡ иҫәбе бурыстарын үтәгән: бөтә тиерлек предприятиелар килеп, үҙҙәренең финанс мәғлүмәттәрен перфокарталарға сығартып алған. Шуға республиканы компьютерлаштырыу, информатизациялауға ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләрҙең башланғысында торабыҙ, тип әйтерлек. Был хәлдәр 60 йылдан элек тә булған, аҙаҡ беҙҙең план-иҡтисад техникумы "механизация һәм учет" тип үҙгәртелгән. Шунан бирле беҙ политехник белем биреү учреждениеһына әүерелдек, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәнебеҙ юҡ. Уҡыу йортоноң юғары статусы - коллективтың, балалар ҡанатын нығытырлыҡ белем биреүсе уҡытыусылар ҡаҙанышы. Коллективыбыҙҙа тәрән нығынған традициялар йәшәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, заман талаптарына ярашлы гел алға ынтылабыҙ, үҙгәрәбеҙ һәм күп ҡырлы эшмәкәрлек алып барабыҙ. Ә үҙемә килгәндә, директор булараҡ, эш хаҡын арттырыуҙан тыш, мин уңайлы эш шарттары тыуҙырыуҙы төп бурысым тип иҫәпләйем һәм кешенең эшенә килгеһе килеп торһон, коллективына ылыҡһын, тип тырышам.

Эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж

В. Маяковскийҙың шундай юлдары бар: "Бөтә һөнәрҙәр мөһим, бөтә һөнәрҙәр кәрәк". Әлбиттә, киләсәктә ниндәй эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж артыуын күп осраҡта баҙар хәл итә, ә ул беҙҙә яңы ойошоп килә. Шуға күп процестар стихиялы үҫешә, ниндәйҙер генә өлөшө планға ярашлы бара. Һис шикһеҙ, IT-технологияларға бәйле белем биреү йүнәлештәре күпмелер ваҡыт юғары һорау менән ҡулланылыр, әммә бөгөн беҙ шундай хәлгә килеп юлыҡтыҡ: IT-оҫталыҡ бөтә тиерлек әҙерлек йүнәлештәрендә лә талап ителә. Шул уҡ ваҡытта IT-технологияларҙың үҫеш идеологияһы үҙе үк алға китеш булған һайын ҡулланылышта ябайлашыу маҡсатына ярашлы ҡоролоуын иҫәпкә алғанда, был өлкәлә тар һөнәри йүнәлештәргә һорау кәмей барасаҡ, тип фаразларға була. Бөгөн бөтәһе лә программалаштырыуҙың иң ябай нигеҙҙәрен белә, киләсәктә был белем киңәйә барасаҡ һәм программалаштырыу өлкәһе өсөн генә белгестәр әҙерләү артыҡ кәрәк булмауы бар. Уның урынына программалаштырыу бүтән һөнәрҙәр өсөн кәрәкле белем нигеҙе булараҡ башҡа өлкәләрҙә киң ҡулланыла башлар.
Эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж юҡ тиеү менән килешмәйем. Был мәсьәләне хәл итеү беҙҙән генә тормай, кеше лайыҡлы хеҙмәт урыны, яҡшы эш хаҡы һәм уңайлы шарттар булдырылыуын күрһә, урта һөнәри белемме ул, юғарымы - ҡарап тормай, уҡый һәм эшләй. Бөгөн йәштәр эшсе һөнәрен үҙләштерергә ынтылмай, тигән фекер менән дә килешеп етмәйем. Сөнки быны 2020-2021 уҡыу йылындағы ҡабул итеү кампанияһына нигеҙләнеп кенә лә кире ҡағырға мөмкин. Яңыраҡ Рәсәй Урта махсус белем биреү учреждениелары директорҙар союзы президенты Виктор Демин ошондай мәғлүмәт еткерҙе: быйылғы уҡыу йылында һөнәри белем биреү учреждениеларына ғаризалар юғары уҡыу йорттарынан ике тапҡырға күберәк булған. Был йәштәр ихтыяжының асыҡ күрһәткесе. Әйтергә кәрәк, беҙҙең колледжда ла ҡайһы бер һөнәрҙәр буйынса бер урынға 25-30 абитуриент дәғүә итте, тик "отличниктар" уҡыған төркөмдәр бар. Тимәк, башҡа ергә уҡырға инә алмағанлыҡтан килмәйҙәр колледжға. Балалар 11 класты тамамламай, быға Берҙәм дәүләт имтиханы йоғонтоһо тип кенә ҡарау дөрөҫ булмаҫ, башҡа бик күп өҫтөнлөклө факторҙар ҙа ҙур роль уйнай.
Мәҫәлән, шул уҡ "WorldSkills" - "Йәш профессионалдар", "Абилимпикс" чемпионаттары, колледждың төрлө ижади һәм спорт түңәрәктәренең әүҙем эшмәкәрлеге. "Йәш профессионалдар" чемпионатына "Программные решения для бизнеса", "Веб-дизайн и разработка", "Корпоративная защита от внутренних угроз информационной безопасности", "Разработка мобильных приложений", "Правоохранительная деятельность "Полицейский", "Машинное обучение и большие данные", "Разработка дополненной и виртуальной реальности" тигән компетенцияларҙа студенттарыбыҙ ҙур уңыштарға өлгәшә, алтын һәм көмөш миҙалдар яулап, үҙҙәренең һөнәри оҫталығын иҫбатлай. Был ярыштарҙа колледж һәм вуз студенттары араһында бүленеш юҡ, юғары уҡыу йорттары өсөн айырым ойоштороп ҡарағайнылар - килеп сыҡманы. Сөнки хәҙер кешеләр реаль нәмәләр өсөн тауыш бирә. Һөнәри белем алған балалар колледжды тамамлағас та артабан нимә эшләрен, ҡайҙа барырын күҙ алдына яҡшы килтерә, уларҙың ынтылышы бар һәм белем алыуҙы карьера төҙөү менән бергә алып бара ла алалар.
Әлбиттә, был өлкәлә әле хәл ителәһе мәсьәләләр бар һәм шуларҙың иң мөһиме - йәш һөнәрмәндәрҙе эшкә урынлаштырыу. Еңеүселәр эшкә төшкәс, бындағы сәнәғәт предприятиеларының инфраструктураһы улар ярышҡан халыҡ-ара кимәлгә тап килмәүе арҡаһында тулы кимәлдә үҙҙәрен артабан камиллаштыра, тормошҡа ашыра алмауы бар. Шул уҡ мәғариф өлкәһендәге реформаларҙың училищеларҙы бөтөрөп тиерлек ҡуйыуы бик ауыр ҡабул ителде. Бында эшсе һөнәрҙәре лә, урта һөнәри белем биреү буйынса ла сифат аҡһауы көн кеүек асыҡ. Бәлки, бер ни тиклем ваҡыт уҙғандан һуң закон сығарыусылар был аҙымдан баш тартыр, сөнки былар араһында айырма ҙур.
Әйтергә кәрәк, һуңғы биш йыл эсендә һөнәрҙәр теҙмәһе һиҙелерлек үҙгәреш кисерҙе, сөнки беҙ "Топ-50" техник һөнәрҙәрҙе индерә башланыҡ, уларҙың эстәлеге лә башҡасараҡ. Бөгөн беҙҙә 2700-гә яҡын студент 11 йүнәлеш буйынса һөнәр үҙләштерә. "Селтәр һәм системалы етәкселек итеү", "Информацион системалар һәм программалаштырыу", "Автоматлаштырылған системаларҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тәьмин итеү", "Логистика буйынса операцион эшмәкәрлек", "Финанстар" йүнәлештәре буйынса һөнәр үҙләштерергә 9-сы синыфтан һуң ғаризалар ҡабул итәбеҙ. "Ер һәм милек мөнәсәбәттәре", "Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе", "Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу", "Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге", "Хоҡуҡ һәм суд етәкселеге" тигән йүнәлештәргә 9-сы синыфтан һуң да, 11-се синыфты тамамлап та уҡырға килергә була. Ә бына "Компьютер системалары һәм комплекстар" йүнәлешендәге һөнәрҙәр тик урта дөйөм белем алыу тураһындағы аттестаты булған балалар өсөн тәғәйенләнгән. Шуны айырып әйтергә кәрәк, хәрби хеҙмәт юлы үткән, органдарҙа юғары вазифаларҙа эшләгән профессионалды эшкә саҡырыу менән хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге йүнәлеше әүҙем үҫешә. 2020-2021 уҡыу йылына ҡабул итеү һөҙөмтәләре 1 бюджет урынға 30-ҙан ашыу абитуриент дәғүә итеүен күрһәтте. Беҙҙең сығарылыш студенттары барыһы ла эшкә урынлаша, кемдәрелер белемен артабан юғары уҡыу йорттарында камиллаштыра.

Өфө - баш ҡалам

Өфө - минең тыуған ҡалам, бала сағым да, йәшлек осором да ошонда үтте, ир ҡорона еткәс тә мин уны ташлап ситкә киткәнем юҡ. Әммә ул мине көн дә хайран итә: Ағиҙел аша күперҙән ҡалаға килеп ингән урындан баҡһаң, ниндәйҙең көнбайыш мегаполисын хәтерләтә төҫлө. Баш ҡала йылдан-йыл үҙгәрә, күркәмләнә, бейек-бейек йорттар барлыҡҡа килә, төҙөкләнә. Был ҡалала үҙенә башҡа халыҡ йәшәй, улар үҙмаҡсатлы, тыныс, баҫалҡы булыуҙары менән айырылып тора. Өфө - сангвиниктар ҡалаһы тиергә була, уларҙы ниндәйҙер киҫкен хәлгә килтереү өсөн күп тырышлыҡ һалырға кәрәктер. Иң төп үҙенсәлеге: бында шул тиклем күп төрлө мәҙәниәттәр һыйышҡан, кешеләр милли һәм дини айырмалыҡтарына ҡарамай, бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп, татыу йәшәй.
Ҡала үҫешә, үҙенә генә хас һыҙаттары барлыҡҡа килә һәм мин Өфө ҡала Советының Архитектура һәм төҙөлөш комитетында депутат булараҡ, бөгөн ҡабул итергә әҙерлек барған ҡаланың яңы Генераль планындағы ҡыҙыҡлы проекттар, киләсәккә күҙалланған стратегиялар, пландар уны тағы ла технологик, мәҙәни, социаль юҫыҡтарҙа үҫтерергә мөмкинлек бирер, тип уйлайым. Ҡалала йәмәғәт транспорты, ҡала агломерацияһы, урман-парк зоналарын һаҡлауға бәйле мәсьәләләр көнүҙәк. Генераль планда Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөү, торлаҡ йорттар өсөн яңы территориялар билдәләү кеүек пункттар күрһәтелгән, тап ошондай ҡарарҙар ҡаланы заманса, кешегә йәшәү өсөн уңайлы итәсәк тә инде. Ҡала етәкселегенең эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге ҡыуандыра, барыһына ла бик уйлап, үлсәп тотоналар. Өфөнөң мәҙәни мираҫын һаҡлау ҙа мөһим, был йәһәттән яҡшы эш алып барыла, боронғо йорттар яйлап төҙөкләндерелә. Шул уҡ ваҡытта йорттар араһында, квартал-ара төҙөлөштәрҙе лә алып барыу зарур. Юғиһә, беҙҙә күпме "хрущевкалар", кешеләр бәҙрәфкә тышҡа йөрөргә мәжбүр булған ағас йорттар бар әле. Бигерәк тә ҡала уртаһында урынлашҡан ибәтәйһеҙ өйҙәр булыуы яҡшы түгел, уларҙа кешеләр йәшәргә теләгәндән түгел, ә мәсьәләләр хәл ителмәүе, ҡайҙа барырға белмәгәндән тора бит. Шуға ошондай ағас өйҙәр урынына бейек, матур, яңы йорттар һалына башлауын күрһәм, ҡыуанам. Был бөгөнгө көндә беҙҙең төп маҡсат, ҡалалағы мөхитте халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып яҡшыртыу, уңайлы шарттар булдырыу кәрәк.
Ҡаланың киләсәге яҡты булыуын күрәм. Беҙҙең Өфө ете ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Рим ҡалаһы кеүек, бөтә юлдар беҙгә алып килә. Әлбиттә, мин Өфөнө һис тә Рим менән сағыштырырға теләмәйем, сөнки унда үҙем булғаным да юҡ. Өфө - бик боронғо башҡорт ҡалаһы, уның ике йылға ҡушылдығында урынлашыуы, төрлө географик зоналар, юлдар һәм мәҙәниәттәр киҫелешендә тороуы иҫ киткес үҙенсәлек. Боронғо Өфө ҡаласығына бәйле серҙәрҙе, был урында табылған ҡаҙылма байлыҡтарҙы, ҡаланың атамаһы нимәне аңлатыуын асыҡлау, бәлки, беҙҙән һуң килгән быуындарға ла бурыс булып күсер. Өфө казактар килеп текмә төҙөгәндән һуң ғына барлыҡҡа килгән ҡала түгел, уның тарихы беҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған төпкөлдәргә барып тоташа...
Өфө - минең тыуған төйәгем. Үрҙә телгә алғайным инде, мөмкинлектәр күп булһа ла, бер ҡасан да уны ташлап китергә теләк тыуманы. Рәсәйҙең, йәки сит илдәрҙең ниндәй билдәле ҡалаларына сәфәр йөрөһәм дә, тыуған ҡалама әйләнеп ҡайтам. Ҡайҙа тыуғанмын, шунда кәрәкле булып йәшәүем менән бәхетлемен.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡарап дан үҫер" тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар. Сәйфетдин Зәйнетдин улы тураһында әйтелгән кеүек был тапҡыр һүҙҙәр. Ул нәҡ ҡарағай ише йәштәргә өлгө булырҙай, тыуған ҡалаһы, халҡының киләсәге мәнфәғәтендә хеҙмәт ҡаҙанған шәхес.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.21 | Ҡаралған: 503

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru