«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СОҠОР
+  - 


Ауылдағы Әхмәт ҡарттың күркәм генә һунар эте иҫенә төштө. Аҡтырнаҡ ине шикелле исеме. Трассанан баяғы ете саҡрым араны йәйәүләп ҡайтып килгәнендә, буранда аҙашып, хәлһеҙ булып йығылған ҡартты шул Аҡтырнаҡ, һөйрәп, оло юлға сығарған да бер ылауҙы саҡырып килтергән. Шул йәнлек нисек аҡылһыҙ булһын инде. Айыуға ла, бүрегә лә шул эте менән йөрөнө. Уны ныҡ яратты Әхмәт бабай. Үҙе нимә ашай, шуның менән генә һыйлай торғайны. Этте өйгә индерергә ярамай, бәлә килер, тиһәләр ҙә, һыуыҡ көндәрҙә өйөнә индереп йоҡлата ине. Бер һунарҙа шул эте яңғыҙаҡ бүре менән айҡашып китә. Әхмәт уны-быны уйлап тормай, бүрегә атып та ебәрә. Тик... йәҙрәһе үҙ этенә эләгә. Ихатаһына алып ҡайтҡас, ергә ятып иланы һунарсы. Зөбәйер үҙе күрҙе. Ҡарт: "Ғәфү ит, ғәфү ит, яңылышлыҡ булды", - тип этен ҡосаҡлап башынан тотоп һелкеткәндә үле Аҡтырнаҡтың арҡыры ҡыҫылып ҡалған теле саңға буялып бөткәйне. Шуны иҫләй ул. Баҡса артында ҡәҙерләп күмделәр. Ике аҙналап эсеп йөрөнө лә, шул ҡәбергә ятып, ҡарт та йән бирҙе.
Һөйәк кимерә торғас, ирҙең теше килеп төштө. Уны тотоп ҡарап торҙо ла кеҫәһенә һалды.
- Аҡыл тешелер. Хәҙер уның кәрәге лә юҡ. - Ятып, һөйәкте оҙаҡ яланы. Ҡосағына ҡыҫып ятты.
Бөгөн төш күрҙе. Асыҡ күрҙе. Соҡорға арҡандар килеп төштө, күп арҡандар. Кешеләр ҙә күп соҡорҙа. Берәү арҡан буйлап менеп китте. Икенсеһе, Авраам, мине лә тарт, тип үрмәләне. Менеп еткәне, Моисей, Давид, минән ҡалма, тип, тағы береһен тартып мендерә, тағы тарта. Икенсе арҡанда берәү менеп бара, таныш кеүек. Кем әле ул? Зөбәйер уға, Вәли, мине лә тартып мендер әле, тип үтенә. Вәли тигәне: "Ваҡытым юҡ", - ти ҙә өҫкә үрмәләй. Тик, нишләптер, менә лә алмай. Баҡһаң, икенсе берәү уны аҫҡа тарта икән. Тартыша торғас, арҡан өҙөлөп китте лә... тертләп уянып китте ир. Юҡ, уяна алмай бер булды.
- Уятығыҙ, уятығыҙ тим! Был төшөм миңә оҡшамай, - тип аҡырҙы, сәбәләнде. - Оҡшамай! Уятығыҙ. Уятығыҙ мине лә, уятығыҙ уны ла, уятығыҙ Вәли менән Ғәлиҙе, башҡаһын да. Был төшөм миңә оҡшама-ай!

Алтынсы көн

Ир ыңғырашып көскә ҡалҡынып ултырҙы. Шешкән аяғын ҡарап алды. Шеше бөтмәгән, ләкин һыҙламай ине. Ҡаҙаҡ менән һыҙыҡ һыҙҙы. Ер битендә күренер-күренмәҫ кенә алтынсы һыҙыҡ барлыҡҡа килде. Һыҙыҡ аҫтынан ҡойолған тупраҡты усына йыйып, ауыҙына ҡапты.
"Ҡалай тәмле. Прәник тәме сығып тора, - тип уйланы. Һыҙыҡ өҫтөн ялап алды. Ирен ситтәре, теле һоро-ҡара төҫкә мансылды. - Ер тәмле була икән дә ул", - бармағы менән ипләп кенә соҡоп, тағы ауыҙына һалды.
- Их, кешенең сабырлығы етмәгән шул, әллә ваҡыты етмәгән. Тағы ике сирек ҡаҙыһа, һыуы ла сығыр ине. Ҡоҙоҡ эшләп, ҡаплап ҡуйыр ине. Мин төшмәҫ инем. Улай тип уйлаһаң, мин бөтөнләй тыумаҫ инем. Тимәк, үлемем ошонда булырға тейеш булғандыр. Был әҙәм ҡоҙоҡ ҡаҙмаған, ә кешегә ҡәбер соҡоған. Минең ҡәберем был. Ләхет кенә алаһы ҡалған. Уйлаһаң, кешене йәшәткән ҡоҙоҡ менән мәйет ятыр ҡәбер араһы улай алыҫ та тү-үгел икән...
- Балам, һин үлергә ашыҡма!
Кемдең тауышы был? Уф, шул тиклем таныш, шул тиклем танһыҡ тауыш. Аҡылына еңеллек килдеме?
- Әсәй, һинме? Мин тотҡонлоҡта ятам. Һин шуны беләһеңме икән, әсәй?
Әсәһенең тауышы ап-асыҡ ишетелде.
- Беләм, балам, беләм. Һин өшөмәһен өсөн ҡояш булып мин янам бит, балам.
- Ә мин, йүләр, әбейҙәр сыуағы быйыл ҡалай оҙаҡҡа һуҙылды, тип ҡояшты әрләйем. Һыуһаным, шуға ғына, әсәй.
- Ямғыр яуҙырайым улайһа, балам. - Ямғыр яуған тауыш ишетелде. Юҡ ямғырҙа ир битен йыуҙы, һыу эсте. - Һыуһының ҡандымы, балам?
- Күпме эсһәм дә, әллә нишләп һыуһыным ҡанмай ҙа ҡуясы, әсәй.
- Ултырып ҡына минең менән ҡайнар сәй эсеп алһаң, килешер ине лә, бушамайһың шул, ваҡыт таба алмай бер булаһығыҙ бит.
- Әсәй, мин үлергә булдым. Ике үкенесем ҡаласаҡ. Береһе - һин, һине ҡайғыға һаласаҡмын. Икенсеһе - кредит, кем түләйәсәк уны? Ҡыҙыма үҫергә, уҡырға кәрәк. Ана шул ҡоршау тота. Кредитты түләр өсөн генә бынан сығырға кәрәк ине миңә, әсәй. - Минең өсөн борсолмаһаң да була, балам, ҡайғырыр хәлдән уҙғанмын инде. Һин генә йәшәй күр.
- Был фани донъяға мине кредитҡа алмағанһыңдыр бит, әсәй? Әллә Аллаһ бабайҙан ғүмерҙе ҡуртымға ғына алып торҙоңмо миңә?
- Нишләп улай тиһең, балам?
- Бигерәк ауыр ҙаһа ғүмер кисереүе. Бар ғүмерем ошо тотҡонда үткән кеүек. Ҡол булып йәшәгәнмен. Байлыҡтың, әйберҙәрҙең, бисәнең, замандың ҡоло булып. Был минең ғүмер түгел һымаҡ.
- Мин ғүмерҙе һин йәшәһен өсөн биргәйнем. Ул хәләл, тик һинеке генә!
- Ә мин йәшәмәйем, көн итәм.
- Зарланма, улым, күктә ҡояш янамы әле?
Ир башын күтәрҙе.
- Көн бөгөн болотло, тик яҡты былай. Яна, эйе, яна. Ысынлап та, ҡалай миңә генә ҡарап тора ул. Йылы, рәхәт.
- Ҡояш йылыһын тойғас, зарланма. Гүрҙәгеләр уның яҡтылығын да күрә алмай.
- Нисек гүрҙәгеләр? Һин әле ул тарафтарға ашыҡма.
- Борсолма, улым, атайың мине бында көтөп торған, ул хөрмәләр өҙөп, өрөктәр йыйып ҡаршы алды инде.
- Атай? Мин уны ныҡ һағынам. Нисек атай ҡаршы алды, һин, һин...
- Юлға сыҡмай тор, улым, тинем дәһә. 273-сө автобусҡа ултырып киткәнеңде күрҙем мин.
- Минең илағым килә, әсәй.
- Күңелеңде бушат һуң, балам.
- Күңелем буш былай ҙа, буп-буш, уға күҙ йәше тейһә лә, таш ярсығы ҡағылһа ла, сиркәү ҡыңғырауҙары кеүек яңғырап китә, сөнки ул буп-буш.
- Кеше күңеле буш булмаҫ, балам. Шундай мәлең генәлер, улым, юлға сыҡмай тор, тигәйнем дә, тыңламаның.
- Беҙ бит байлыҡ йыйыр өсөн генә тыуғанбыҙ, әсәй, мин дә, киленең дә. Ни бысағыма бынау Иглин яланында ятҡан ер миңә. Тыуған ауылымда атай йорто буш тора.
- Баш ҡаланан йыраҡ тип, тыуған нигеҙҙе әллә нишләп һыуыттың шул, балам. Атайың, улдарыма ныҡлы нигеҙ, оло йорт ҡалдырам, тип тырышҡайны ла. Хәҙер етемһерәп ултыра инде. Ни мине алып киттең.
- Ауырыу килеш яңғыҙыңды нисек ҡалдырам инде, әсәй. Һин һаман...
- Зар түгел был. Хәстәреңде, йылы ҡарашыңды, килендең ҡайнар сәйен күреп йәшәнем, зар юҡ. Тик ауылды һағына торғайным. Һин киттең дә юғалдың, мин... Һеҙҙең эш тә эш, эш тә эш.
- Башымдан һыйпа әле, әсәй. Мин бында яңғыҙым бит.
- Баянан бирле һыйпайым бит. Ҡояш нурҙары менән, бына ошолай яғымлы ғына итеп...
Ир иҙрәп рәхәтләнеп йоҡлап китте.

Алтынсы төн

Күк йөҙөн болоттар ҡапланы. Ҡараңғы булды бөгөнгө төн. Ир ҡуҙғалмай тик ятты. Күҙенәме, аңынамы ап-аҡ кейемле кешеләр күренде, аҙан тауыштары, Ҡөрьән доғалары уҡыған илаһи моң ишетелде. Ул урынынан да ҡуҙғалманы. Ыңғырашманы ла.

Етенсе көн

Күк йөҙө ныҡ болотло ине. Ир, әле көнмө, әллә төнмө икәнен аңғармай тик ятты. Уға бер төрлө рәхәт тә ине. Аҡ кейемле кешеләр уны күтәреп ҡайҙалыр алып та киттеләр, берсә ҡаҡ ергә һалдылар. Шул саҡ ҡоҙоҡ башынан кемдеңдер башы күренде. Дөрөҫөрәге, ир уны күрмәне. Ләкин "Зөбәйер, Зөбәйер! Утыҙ етенсе участок..." - тигән тауышты ул ишеткәндәй булды. "Соҡор башында кемдер бар" - был тауыш аңына шундай хәбәр ебәрҙе. Аҡ кейемле әруахтар юҡҡа сыҡҡандай булды.
- Һыу бир... - тип ыңғырашып, ир ҡуҙғалып ҡуйҙы.
- Ул тере, ул тере! Бында килегеҙ! - тип һөрәнләне берәү. Ир яйлап ҡына ҡалҡынып ултырҙы.
- Зөбәйер, һинме ул? - Бисәһенең тауышын таныны ир. Таныманы ла.
- Һыу бир, фәрештә, - тип ҡулын һуҙҙы.
- Хәҙер, хәҙер, Зөбәйер, был мин, Әминә ләһә, - ҡатыны пластик шешә менән һыу төшөрөп ебәрҙе. Ир, уның боролмалы ҡапҡасын аса алмай, алдына ҡуйҙы ла тотоп тик ултырҙы.
- Хоҙайым, мең рәхмәт, минең үтенестәремде ишеттең, эс. Зөбәйер, эс, - тип өтөкләнде бисәһе. Үҙе ҡалҡынып кешеләрҙе саҡырҙы. Ир шешәне асты ла бер-ике генә йотом һыу эсте. Ҡарһаланманы.
- Ысын һыу, - был хәлдәрҙең өндә барғанын аңлай башланы, шикелле. Тын да алырға ҡурҡып, өҫтән бар хәлде ҡарап торған ҡатыны берсә иланы, берсә йылмайҙы.
- Үлмәйһең, үлмәйһең, һин тере, һин тере икәнһең, ҡәҙерлем минең. Эҙләмәгән еребеҙ ҡалманы. Полиция ла эҙләй, волонтер тигәндәре лә һәр соҡорҙо ҡарай. Йөрәгем бына ошонда алып килде. Ышанаһыңмы? Нисә көн Ҡырмыҫҡалыла эҙләнем. Эҙләнек. Беҙҙең бәхеткә генә күрә тере ҡалғанһың. Үлтереп кенә китмәһәләр ярар ине, тип доғалар уҡып бер булдым. Ҡайһы ерең ауырта, алтыным? - тип бер туҡтауһыҙ һөйләнде үҙе. Ирен тыны менән тартып алырҙай булып уға мөлдөрәп ҡараны. Ир тағы һыу уртланы ла:
- Әсәйемдең хәле нисек, фәрештә? - тип һораны.
- Фәрештә? Ҡыҙыҡ. Иҫән-аман ғына. Көн дә һине һорай. Юғалғаныңды әйтмәй торҙоҡ, эшкә китте, командировкаға, тип алдайым көн дә. - Ҡатын ни эшләргә белмәне. Тағы ҡалҡынып кешеләрҙе саҡырҙы. - Тағы соҡор ауыҙына ятып хәбәрен теҙҙе. Шулай хәбәргә әүрәтһә, ире ҡалҡыныр төҫлө ине уға. - Бөгөн иртән ҡәйнәм, 273-сө автобусҡа ултыр ҙа Зөбәйерҙе алып ҡайт, ти. Төшөмә инде, 273-сө автобус, тип асыҡтан-асыҡ итеп әйтте, ти һине. Аптырап, шул автобустың маршрутын ҡараһам, "пригород, Иглино" тигән. Сәриә ҡыҙым ғына түҙмәй илай. Аптырап, шуға ултырҙым да киттем. 37-се участок бар икәнен белгәс, ҡысҡырам-ҡысҡырам... Һин бында булғанһың, берҙән-берем минең. Ниндәй шатлыҡ!
- Өйгә ҡайтып арҡан алып кил, бар. Роналду терелдеме?
- Хәҙер алып киләм, хәҙер, аҡыллым. Кем уныһы, терелгәндер. Иң мөһиме, һин тере, ҡәҙерлем.
- Һин фәрештәме? - Ир быялаға әйләнгән күҙҙәре менән өҫкә баҡты. Тағы һыу уртланы.
- Эйе, эйе, фәрештәң, һинең фәрештәң, Әминә мин, Зөбәйер. Һине таптым.
- Мине әсәйем тапты. Мин ҡайҙа?
- Соҡорҙа. Хәҙер сығарам үҙеңде. Күпме әйтәм мин һиңә, һаҡланып, үҙеңде ҡарап йөрө, тип... Күпме әйтәм, тыңламайһың бит. Хәҙер сығарабыҙ!
- Мин сыҡмайым, мин соҡорҙа йәшәйем, - Ир һыуҙы уртланы ла яңынан бөгәрләнеп ятты.
- Нисек сыҡмайһың? - Ҡатын аптырап китте. Шунан эргәһендәгеләргә ҡарап өндәште: - Аҡылы зәғифләнә, тиҙерәк булығыҙ әле.
- Һыу, һыу кәрәк ине.
- Хәҙер ҡайтып сәй эсәбеҙ. Баллап, мәтрүшкәләп кенә, - ҡатын шулай әүрәтергә булды. Ир тағы тороп ултырҙы. Шунан стенаға йәбешеп, һыңар аяғына баҫты.
- Һин мине яратаһыңмы, Әминә? - тине ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Үҙе ҡарашын ерҙән алманы. Тегеһе ишетте:
- Яратмаһам, ете ҡат ер аҫтынан табаммы һуң мин һине, иҫәрем.
- Мин ҡайтмайым! Был - минең соҡор! Мин ҡалам. - Ир яңынан ултырҙы. Һыу эсеп алды. Был юлы ғорт-ғорт килеп ҡомһоҙланып эсте лә шешәне ситкә ырғытты. - Өҫтә соҡор ҡаҙырға ла кешеләр кәрәк.
Кешеләр килгән тауыштар ишетелде. Арҡан төшөрҙөләр.
- Кәрәкмәй миңә арҡан. Буш арҡан. Һыу бирегеҙ, һыу.
Арҡанды яңынан тартып алдылар, шунан уға ҙурыраҡ һыулы шешәне бәйләп төшөрҙөләр.
- Ҡабаланып эсмә, өҙлөгөрһең, - тип кәңәш тә бирҙе ҡатыны.
Ир яйлап, оҙаҡ итеп һыу эсте. Уф, ҡалай рәхәт. Тамаҡ төбөнән ярып төшөп киткән шыйыҡса аңды, күңелде таҙартты, кәйефте күтәрҙе. Ҡараңғы көндә соҡор эсе нурланғандан-нурлана барҙы. Рәхәт ине. Ҡалған һыуҙы башына ҡойҙо, битен, күҙҙәрен һыпырҙы. Өҫтә уға ҡарап ҡатҡан ҡатынының күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты.
- Күк аҫтында бер нәмә лә мәңгелек түгел, тиҙәр, - ир үҙенсә һөйләнеп, күккә ҡарап ҡатты. Уны күҙәткән күҙҙәрҙе ул күрмәне лә. - Бына ғазап, күҙ йәштәре мәңгелек, шуларҙы йотоп ебәрер өсөн бер йотом һыу, шуларҙы йыуып төшөрөр өсөн бер ус һыу етә. Бына нимә ул мәңгелек! Хәҙер бына таҙарындым.
- Тотон арҡанға! - тигән тауышҡа тертләп китте. Шунан өҫтә бер нисә кеше торғанын шәйләне.
- Миңә башҡа бер нәмә кәрәкмәй. Ҡалдырығыҙ мине ошонда! Мин сыҡмайым, - тине Ир.
- Тотон, тиҙәр һиңә. Баҫҡыс килтерегеҙ, үҙем төшмәйсә булмай, - тип екеренде кемдер.
- Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Бер аршин ер бар, һыу бар. Мин бында ҡалам. Мин ҡалам! Үҙегеҙ өҫкә менегеҙ! - тине Ир...
Төбәлгән ҡараштарҙан ҡаушап, үҙе стенаға һыйынды ла, һыҙлаған аяғы менән ҡулъяулыҡҡа төрөлгән йомғаҡты иҙгәнсе баҫҡанын да һиҙмәне...

(Аҙағы. Башы 11-17-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.21 | Ҡаралған: 659

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru